-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
12 Декабрь 2025, 12:36

Милләт әсәһе

Силәбе өлкәһенең башҡорт ауылдарында уны белмәгән йә уның хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр. «Милләт» тигән һүҙ сыға икән, шунда уҡ Рабиға Бикбулатованың исемен дә телгә алалар. «Рабиға Фәрит ҡыҙы ярҙам иткәйне», «Ул алып килгәйне был китаптарҙы», «Рабиға апай музей ойошторҙо», «Оҙон көй өйрәткәйне», «Ҡурайҙар, милли кейемдәр табып биргәйне» ти ҙә башлайҙар. Һәм бөгөн дә, инде күптән хаҡлы ялда булһа ла, ул берәй ауылға юллана икән, унда шундуҡ халыҡ йыйыла. Башҡортса һөйләшеүгә, аралашыуға, рухлы телмәр тыңлауға, туған телдә берәй сара ҡарауға, йыр-моң ишетеүгә һыуһағандар көтөп ала Рабиға Фәрит ҡыҙын. Һәм был бушҡа ғына түгел.

Милләт әсәһе
Милләт әсәһе

Ҡартинәйҙәр ҡыҙы

Заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы ғаиләлә тыуып үҫә Рабиға ханым. Был уның ҙур тормошта үтәйәсәк миссияһына нигеҙ булып ята ла инде. Инәйе (әсәй) Мәфтуха Хәсән ҡыҙы Арғаяш педагогия училищеһын, атаһы Фәрит Мөхөбулла улы Троицк ауыл хужалығы техникумын тамамлап парлашҡан булалар һәм береһе – уҡытыусы, икенсеһе инженер һөнәренә ғүмерен бағышлай. Ун балалары тыуып, шуларҙың етәүһе иҫән-һау аяҡҡа баҫып китә.

– Ҡарағайкүл буйындағы Дәрбиш ауылында, ике ҡартинәй араһында йөрөп үҫтек,  –  тип хәтерләй алыҫта ҡалған бала сағын Рабиға апай. – Атайыбыҙҙың инәйе Ҡәнифә ҡартнәй менән бергә йәшәнек. Шундай егәрле, бөтмөр ҡарсыҡ булды: бөтә ауылға һырлап көпө текте, балаларға быйма баҫты, баҡса үҫтерҙе. Мөхәмәтжән, Тимербай ағайымдарҙан кистән күлгә ау һалдырҙы ла, беҙҙе, балаларҙы, таңғы сәғәт биштән уятып, үҙенең киң итәкле күлдәктәрен кейҙереп, һыуға төшөрҙө. Беҙ әлеге итәктәрҙе ике яҡҡа тартып, йәнәһе ҡамап, балыҡ ҡыуабыҙ. Шулайтып дүрт-биш биҙрә балыҡ алып ҡайтабыҙ. Бер өлөшөн ҡош-ҡортҡа бирә ҡартнәй, бер өлөшөн нимәгәлер алмаштыра, ҡалғаны көн оҙоно үҙебеҙгә аш була. Йәй буйы шулай. Унан еләк-емешкә алып сығып китә. Шулай уҡ таң һарыһынан. Ауыл халҡы уянып ул-был иткәнсе беҙ биҙрә-биҙрә емеш һөйрәп ҡайтабыҙ. Ул еләктән миңә ҡыҙамыҡ сыға. Аллергия инде әлеге. Ҡартнәйем бының өсөн махсус ҡыҙыл юрған һырлап ҡуйған. Күл һыуында сайындыра ла, өшкөрөп, йылы һыу эсереп, шул ҡыҙылға урап һалһа, тирләп йоҡлап уянам да – һап-һау!

...

 

Тиңдәр араһында тиң булып

Магнитогорск педагогия училищеһын тамамлаған йәш уҡытыусы Рабиға Дәрбиш мәктәбендә эш башлай. Шул йылы Әбеш ауылы егете Арслан Абзал улы ла уҡытырға килә. Ундан ашыу йәш ҡыҙ була коллективта, балалар һаны – 400-гә яҡын. Мәктәп гөрләп тора. Шуларҙың араһында Рабиға  – күҙ өҫтөндәге ҡаш: йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай, йәштәрҙе ойоштороп алып йөрөй, килеп тороп үткен, шаян, сая. Ә Арслан – үтә лә тыныс, баҫалҡы һәм аҙ һүҙле егет. Бер-береһенә күҙ һалалар, бер-береһен ситтән генә күҙәтәләр, әммә бер нисек тә юлдары киҫешмәй. Шулай бер мәл өлкән кластарҙың Яңы йыл кисәһе була ла, Арслан менән Рабиға дежурға тура килә. Байрамды тамамлап, мәктәпте бикләгәс, ҡыҙ төндә бер үҙенә өс саҡрымға ҡайтырға икәнде иҫләй. «Ҡурҡам бит әле», – ти ул егеткә. Шуны ғына көтөп йөрөгән коллегаһы уны хатта ҡосаҡлап ала.

Никахтары ла үҙенсәлекле генә була Бикбулатов-тарҙың. Апайҙы тыңлап ғәжәпкә ҡалырһың. «Элек бит телефонһыҙбыҙ, мин өйҙә юҡта Арслан ағайың ата-инәйе менән һоратып килгән. Минекеләр, шундай аҫыл зат вәкилдәренең хөрмәтләп килеүен мәртәбә һанап, минең юҡлыҡҡа ла иҫтәре китмәй ризалашып, боронғоса хәл иткән дә ҡуйған. Йәғни, мулла никах уҡып, сәйнүккә һыу ҡойоп, шуны өшкөрөп, ябып ҡуя. Мин ҡайтҡас, шул сәйнүктәге һыуҙы «бисмилла» итеп эсәм дә никах ҡабул була инде. Ололарға ышанып, әлеге сәйнүк һыуын күтәреп эстем дә, кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым».

...

 

Өс балаға ғүмер бирә был никах. Бөгөнгә күсеп һөйләгәндә инде, ҡыҙҙары Айгөл – табип, Резеда – уҡытыусы, Салауат – төҙөүселек эшен алып барыусы шәхси эшҡыуар. Һәр береһе – ғаиләле, бала-сағалы, инде үҙҙәре тәжрибәле белгестәр кимәлендәге кешеләр. Балалар тигәндә, тағы бер үҙенсәлекле ваҡиға хаҡында ла һөйләп китмәй булмай.

 

...

 

Рабиға Фәрит ҡыҙының бөтөн башланғысында ла шул аҙ һүҙле, тура уйлы һәм  аналитик фекерле тормош иптәше терәк, таяныс була. Башҡорт милли музейы асам тип янһынмы, башҡорт балаларын ниндәйҙер бәйгеләргә алып сыҡһынмы, ҡоролтай, ағинәй мәшәҡәттәре менән йүгерһенме – һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.

– Бер ваҡыт милли кейем эҙләйем. Беҙҙең яҡта бит улар һатыуҙа юҡ. Был клубтан һорап торам, теге музейҙан алам – йонсотто, – тип һөйләй героинябыҙ. –  Шунда ағайың: «Рабиға, Өфөгә барып алып ҡайт үҙеңә шул костюмды, һоранып йөрөмә», –  тине. Киттем. Барып ағайыңдың йыйған аҡсаһына күлдәк менән камзул алдым. Ат хаҡы ине улар ул заманда. Эй, ҡыуанғанымды! Унан бер конкурсҡа уҡыусыларымды алып барырға кәрәк. Башҡорт балалары бит инде, ата-әсәләре артыҡ ыжламай, үрҙән ярҙам юҡ. Барлыҡ ғаилә аҡсаһын йыйҙыҡ – етмәй. Әлеге ағайығыҙ әйтә: «Рабиға, тотон алтындарыңды, ҡайғырма – алып бирермен. Бар, ҡатнашып, еңеп ҡайтығыҙ». Шулай иттем дә!

 

...

 

Беренсе ҡоролтайҙа немец ғалимы, төркиәтсе, башҡорт теле белгесе Маргарет Раш менән аралашыуын да ҡыҙыҡ итеп бәйән итә апай. Ғалимәнең баш

ҡортса сығышын тыңлағас, янына килә:

– Мин һеҙҙең менән хочу познакомиться.

– Ғәфү итегеҙ, мин бит башҡортса ғына һөйләшәм, һеҙ икенсе телде ҡушаһығыҙ, аңлап етмәйем, – тип яуаплай немка.

«Шунда ер тишеге булһа төшөп китер инем... Аҙаҡ аралашып, дуҫлашып киттек, – ти апай. – Маргарет мине Германияға саҡырҙы. Үҙҙәрендә нисек итеп бөтөнләй ят телде йәштәргә уҡытыуын күрһәтергә, тәжрибә бүлешергә. Ғаиләлә уйлашабыҙ, әлеге аҡса мәсьәләһе бит инде. Ағайың әйтә: «Рабиға, тотон анау тананы, йөрөп ҡайт». Мин хәҙер аҙбар яғына барып, теге танаға ҡарап торҙом да, малды йәлләнем – кире уйланым».

 

...

Әсәнән күргән – тун бескән

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та шулай Рабиға Фәрит ҡыҙының ғаиләһендә. Был әйтем бигерәк тә уның Резеда ҡыҙына тура килә. Бөгөн ул Силәбе өлкәһенең «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһын етәкләй, «Йондоҙлоҡ» инновацион лицейында рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Веб-журналистика, мөхәррирләү буйынса өҫтәмә һөнәр алып,  өлкә башҡорттары өсөн үҙ аллы «Башҡорт74.ru», «Минең шәжәрәм», «Мираҫ» гәзиттәре һәм «Рабиға» тигән журнал да сығара. Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар китапханаһында ла әүҙем эш алып бара, унда ырыуҙар буйынса һабаҡтар биреүсе клубы бар. Атаһына эйәреп, төрлө ҡала архивтарына йөрөп эҙләшеү, мәғлүмәт тупларға ярҙам итеү эҙһеҙ үтмәй, тора-бара Резеда үҙе лә был серле хеҙмәткә ғашиҡ була. Әлеге көндә Башҡорт этнографик комплексы проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй ҡыҙҙар. Комплексты башҡорт шәжәрәләрен тергеҙеүгә оло хеҙмәт һалған олаталары хөрмәтенә «Арслан» тип атамаҡсылар. «Ҡыҙҙар» тинем, сөнки проекттың архитекторы Резеданың ҡыҙы – Әлиә Бикбулатова. Йәғни, Рабиға апайҙың рухи нуры ҡыҙҙарына ғына түгел, ейәнсәрҙәренә лә еткән. Әйткәндәй, Силәбеләге билдәле скрипкасы Нурия Садиҡова ла – ошо ғаиләнән. Ҡартинәйҙәренең хеҙмәтен һәм тел, милләт тип йән атыуын хөрмәтләп, ейәнсәрҙәр ҙә, ейәндәр ҙә саф башҡортса һөйләшә, хәлдәренән килгәнсә ололар башланғысына ярҙам итә.

 

...

 

– Күп кенә милли проекттарҙы ғаилә көсө менән атҡарып сығаһығыҙ, үҙ иңдәрегеҙҙә күтәрәһегеҙ. Бының өсөн сығымдар ҙа, ваҡыт та, рухи көс тә талап ителә бит. Һәм йыш ҡына бындай хеҙмәт тейешенсә баһаланмай ҡала. Ни өсөн һеҙ ҙә әсәйегеҙ кеүек ошо уҡ юлды һайланығыҙ? – тип һораным Резеда Арслан ҡыҙынан һәм уның яуабы түбәндәгесә булды:

– Мин бит ошо атмосферала, ижади стихияла үҫтем, шундай изге,  киң күңелле кешеләрҙе тыңлап, уларҙың илһамланып, рухланып һөйләгәнен, дәртләнеп эшкә тотонғанын күреп. Милләт өсөн әсенеп, ғәрләнеп, янып йөрөгәндәрен, туҡтауһыҙ эмоциональ тетрәнеү кисереп йәшәгәндәрен тойоп. Нисек кенә икенсе телде, икенсе мәҙәниәтте, уларҙың йәшәйешен үҙләштерһәк тә, үҙебеҙҙекен онотһаҡ та, беҙ  барыбер башҡорт булып ҡалабыҙ, бары «телһеҙ, моңһоҙ, тамырһыҙ», йәғни маңҡорт. Бына ошо хәҡиҡәтте бәләкәйҙән аңлағайным. Балаға бит ул, өйрәтһәң, тиҙ генә һеңә, бары үҙең ихлас бул. Ошо урында бер миҫал: инәйем  һуңғы йылдары Силәбелә ҡала балаларын милли мәҙәниәткә өйрәткәйне. Рус һәм башҡа милләт балалары ла күп булды, башҡорттарыбыҙ ҙа бит инде рус телле. Бик теләп йөрөй икән балалар был дәрестәргә, йырларға ла, бейергә лә өйрәнәләр, уҡытыусыларын да яраталар, ти. Шулай бер мәл ҡала автобусында беренсе класс уҡыусыһы Рабиға Фәритовнаны күреп ҡала ла, шатлығынан һикереп тороп, һуҙып ебәрә икән:

– Шай-мо-ра-атов генера-ал!

Был бит инде шул кескәй рус малайының уҡытыусы биргән һабаҡҡа мөнәсәбәте, үҙенсә танып сәләмләп тороуы, балаларса бер ҡатлы ла, әммә шундай эскерһеҙ һәм ысын йөрәктән. Бына ошондай ваҡиғалар, хеҙмәттәр һәм кешеләр ҡанат ҡуя, рухландыра. Ниндәй генә ҡаршылыҡтарға ла, аяҡ салыусыларға ла, күҙ буяусыларға ла иғтибар итмәй, асылыбыҙҙан яҙлыҡмай, маҡсатҡа, моратҡа табан барыуға рухландыра.

Әсә шундай көскә эйә, ул балаларының донъяға булған ҡарашын тулыһынса яһай һәм формалаштыра ала. Уның күңеленә лә ниндәй орлоҡто теләй, шуны сәсә һәм үҫтерә ала. Балаһына ҡанат ҡуя, осоуға дәрт һәм илһам бирә ала. Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, бәхет өсөн көрәшергә һәм һынмаҫҡа өйрәтә ала. Бына шундай әсәләр, ҡатындар һәм ҡартинәйҙәр тураһында булды был мәҡәлә.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас