Төпкөлдән төшкән килен
Уҡытыусы булыу теләге йәш ҡыҙҙы Өфөгә, педагогия институтының география факультетына алып килә, тик бер балы тулмай һәм Рауза кире районына ҡайта. Ә урында инде үткер һылыуҙарын эләктереп кенә алалар ҙа Надеждинск тигән урыҫ ауылына башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп ҡуялар. Бик күңеле төшөп барып юлыҡһа ла мәктәпкә, был йыл Раузаның киләсәк пландарын үҙгәртеп ебәрә. Бер нәмә лә осраҡлы булмаған кеүек, әлеге ваҡыт арауығында ла ул үҙ асылы, фиғеле уҡытыусы түгеллеген аңлай. Шулай ҙа уҡыу йылын тамамлай һәм коллегалары менән йылы хушлашып юлға сыға. Был юлы Өфөгә түгел, ә Бөрө ҡалаһының фармацевтика училищеһын тамамлап, шунда эшләп йөрөгән апаһы Таңһылыу янына килә. Туғанына эйәреп аптекаға инә лә хайран ҡала: дарыу еҫе уны арбай! Шул мәл ул хатта ҡысҡырып ебәрә: «Апай! Мин дә фармацевт булам!»
Хыялдарын, пландарын ғына түгел, уның яҙмышын да ҡырҡа үҙгәртә әлеге ҡала. Тик быларҙы йәш ҡыҙ белмәй әле. Апаһы фатирҙа торған Зәкиә тигән ханымда йөрөп ала башта, унан дөйөм ятаҡҡа күсә. Фатир хужаһы был бөтмөр, тырыш ауыл ҡыҙҙарына айырыуса иғтибар итә, уйынлы-ысынлы «улым бар» тип тә ысҡындыра. Ә инде бер мәл, ятаҡта барыһы ла ялға таралышҡас күңелһеҙләнеп китеп, был ҡалала бер туғаны ла булмаған ҡыҙ әлеге Зәкиә апаһына бара. Ә уның улы ҡайтҡан икән. Сәй эсеп һөйләшеп ултыралар ҙа эңерҙә инде егет ҡыҙҙы оҙатып ҡуймаҡсы була. Икенсе ялда юҡ сәбәбен бар итеп тағы ҡайта ул, унан киләһендә лә... Шулай башланып китә Рауза менән Заһиттың дуҫлығы.
Йәштәр уҡыуҙарын тамамлап, дипломлы белгестәр булып сыға. Егет ҡыҙға тәҡдим яһай, тик Раузаның ата-әсә алдындағы яуаплылығы көслө була, яҡындарыма аҙыраҡ файҙа килтерәйем әле, тип, Йылайырға ҡайтып эш башлай. Заһит Зөфәр улын иһә йүнәлтмә менән Красноярск крайының Таймыр ярымутрауына ебәрәләр. Ике йыл хатлашып торалар. Ә был ваҡытта Рауза Баймаҡ районының Төркмән ауылына күсеп, ундағы аптеканы ремонтлап, йылытыу торбаларына тиклем үткәреп ала. Тик уның пландарын тағы ла үҙгәртеп, Себер бурандарын йырып Заһит ҡайтып төшә һәм һөйгәнен үҙе менән алып китә. Бөрө ҡалаһына был юлы килен булып килә Рауза.
– Боронғо сауҙагәрҙәр, урыҫ-мишәр-сыуаш халҡының элекке ҡатлам вәкилдәре ғүмер иткән бай тарихлы ҡала халҡының үҙ холҡо бар. Бында һин теләйһеңме-теләмәйһеңме – үҙгәрәһең, ҡырҡыу милли ҡараштарың булһа, улар йомшара, толерантлыҡҡа, һығылмалылыҡҡа өйрәнәһең. Бына ошо өлкәлә тәрбиәләй белә был ҡала, – тип һөйләй бөгөн Рауза Исмәғил ҡыҙы йәш саҡтарын иҫләп.
Ире ҡайҙа – ҡатын шунда. Иптәшенә эйәреп, ер аяғы ер башына юлланырға, ябыҡ биләмәле ерҙәрҙә йәшәргә, ике улына әсәй булырға ла яҙа героинябыҙға. Шулай ҙа тыуған яҡ тарта һәм, ун биш йыл Себер һурпаһын һемергән ғаилә, ҡабаттан Бөрөгә әйләнеп ҡайтып, йорт һалып нигеҙләнә.
«Һеҙ булдыраһығыҙ!»
Бөрө ҡалаһының ышанысын яулау еңел генә булмай. Был уңыш берәр тамсылап, мыҫҡаллап, бөртөкләп кенә йыйыла. Әммә ул көндәрҙең һәр береһен, һәр кисерелгән минутын яҡшы хәтерләй Рауза ханым:
– Иң ауыр ваҡыттар булғандыр ул шул күсеп ҡайтып эш эҙләгән мәлдәр. Илдә оло үҙгәрештәр, күп төшөнсәләр юғалған, яңы сәйәсәт, яңы тәртиптәр урынлашып маташа. Юғалып ҡалған халыҡ ҡайҙа барып баш терәргә белмәгәндәй этелә-төртөлә. Мин дә шулар араһында, ҡала буйлап яйлап ҡына йөрөп ятам, төрлө ойошмаларҙың ишеген шаҡыйым. Бер мәл халыҡты социаль яҡлау бүлеге тәңгәленә барып сыҡтым да мөдир Валерий Петрович Бортников менән әңгәмәләшеп алдым. Ул бер урын барлығы, тик унда унлап белгес сиратта тороуы хаҡында әйтте. Мин шунда ҡәтғи ҡарар иттем: был урын минеке булырға тейеш. Һәм имтиханға инде ныҡлы әҙерләнеп, кәрәкле бөтөн мәғлүмәтте туплап, әлеге өлкәне төплө өйрәнеп килдем. Бер ниндәй танышлыҡһыҙ, ярҙамһыҙ, бары ныҡышмалығым һәм белемем менән генә яуланым эште, тип, таҙа намыҫ менән әйтә алам.
Күпмелер ваҡыт белгес булып эшләп, социаль өлкә ойошмаларының ҡушылыуы арҡаһында был хеҙмәт «пенсия фонды» тип атала башлағас, Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы Николай Васильевич Бобер саҡыртып ала ла фондты етәкләргә тәҡдим итә. Уйларға бер көн дә ваҡыт бирмәй, «Һеҙ булдыраһығыҙ» ти ҙә бурыс йөкмәтеп сығара. Иптәше лә шул уҡ һүҙҙе ҡабатлай: «Һин булдыраһың, мин быны беләм».
Утын яғып йылытылған иҫке бинала ултырған ойошманы башта уңайлыҡтары булған бер йорттоң дүртенсе ҡатына күсереп ҡарай яңы етәксе. Һуңынан барыбер ҙә айырым бина кәрәклеген иҫбатлап, тупһаларҙы тапай башлай. Мәскәүгә тиклем барып етә, әммә рөхсәтте ала. Бер йыл эсендә төҙөтөп ултырта әлеге Клиент хеҙмәте бинаһын. Проектын да үҙе уйлай, заказсыларын да таба, башҡа бик күп мәсьәләләрен дә хәл итә. Берҙәм, дәррәү коллектив та туплап ала. Һәм бына инде 26 йыл шул үҙе яһап алған биләмәне хәстәрләп, ҡурсалап хеҙмәт итә Рауза ханым.
Миләүшә Ҡаһарманова