-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
3 Октябрь 2025, 10:31

ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»

Башҡорт халыҡ йырындағы ете ҡыҙҙың билдәле тарихы бар,ә бөгөнгө «Ете ҡыҙ»ҙың — үҙ хикәйәте. Халыҡ телендә йөрөгән  риүәйәттән айырыла, әлбиттә, әммә уларҙы берләштерә торған уртаҡ хис-тойғолар ҙа аҙ түгел. Мәҫәлән, илһөйәрлек, тоғролоҡ, ғорурлыҡ, изгелек, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек. Ә инде тарихҡа килгәндә...

ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»
ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»

Уртаҡ хистәр берләштерә

Махсус хәрби операция башланғас, ил буйынса ҡатын-ҡыҙ күңеленә шом һәм хәүеф төштө. Һәр кем улы йә кейәүе, ире йә ағай-ҡустыһы өсөн борсолдо. Кемдәрҙер мобилизацияға эләкте, икенселәре контракт буйынса юлланды, өсөнсөләре хәрби бурысын үтәп китте. Һәм бына ошо өс йыл эсендә яҡындарын көткән һәм юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың сафы үҫкәндән-үҫте. Уларҙың һәр береһе айырым илай һәм ҡайғыра, яңғыҙ көрәшә һәм тырыша алмай, был нескә, әммә һынмаҫ көстө берләштерер кешеләр кәрәк ине. Тап бына шундайҙарҙың береһе булды ла инде «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе – Ләйсән Фларид ҡыҙы Рабаданова. Уға был идеяны тормош үҙе бирә. Иптәше Манас Рабадан улы, Чечен хәрби хәрәкәте ветераны, әлеге операция иғлан ителгәс тә, сыҙап ята алмай сығып киткәс, ҡатын ике ҡыҙы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ҡәҙерле әсәһе бар, һәр саҡ йылы һүҙен йәлләмәй, әммә ҡатын-ҡыҙҙы Хоҙай тыныслығын ир-егет янында ғына табыр итеп яралтҡан. Тынғылыҡ һәм шатлыҡ юғала күңелдән, уның урынын ҡурҡыу һәм һағыш ала. Бер арауыҡ бошоноп йөрөгәндән һуң тирә-яғына күҙ һала Ләйсән: уның кеүектәр күп икән дә, уның хәлендәгеләр ярты ил икән! Рухташ булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенең хәлен белеп, ярҙам итешеп туплана башлай. Кемеһенең иренән оҙаҡ хәбәр юҡ, кемеһелер улын эҙләй, икенсеһенә үлем хәбәре килгән...  Ҡатындарҙы уртаҡ ҡайғы берләштерә. Былай еңелерәк була, һәм берҙәмлек яңы идеяларға этәрә.

«Ете ҡыҙ»ҙың береһе – «Юлдаш» радиоһы журналисы Зөһрә Арсаева. Хәләл ефете тележурналист Рафиҡ Әхмәтшинды махсус хәрби операцияға оҙатҡандан һуң үҙе һымаҡ яугир ҡатындарына, ғаиләләренә, алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеп йәшәү юлын һайлай. Шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы журналистары Сәриә Рамаҙанова, Динара Сафина һәм Лилиә Фазыловалар ҙа был сафҡа баҫа. Сәриә Рәис ҡыҙы менән Динара Нәсибулла ҡыҙы ошо хеҙмәтен яуҙа батырҙарса һәләк булған туғандарының яҡты рухына бағышлаһа, Лилиә Фәнил ҡыҙының ире Данис мобилизация буйынса саҡырылған, баштан уҡ шунда. Унан баш ҡаланың 194-се  балалар баҡсаһы мөдире Азалия Баймырҙина ла, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәткәре Дилбәр Әғлиуллина ла бик теләп ҡушыла ойошмаға. Был гүзәл заттарҙы инде файҙалы булыу, ярҙам итеү теләктәре берләштерә. Улар, урындағы яугир ғаиләләрен хәстәрләүҙән тыш, Донецк һәм  Луганск Халыҡ Республика-ларындағы хәрби частарға гуманитар ярҙам ташыуға ла йөрьәт итә.

 

Дөйә лә ярҙам, төймә лә ярҙам

Яҡшы ниәттән халыҡ мәҡәлен ошолай үҙгәртеп ебәреп ҡулланыу артыҡ хилаф булмаҫ, моғайын. Изге эш хаҡында бәйән итәбеҙ бит. Хәтерләһәгеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!» тигән лозунг аҫтында йәшәй халыҡ һәм шул иҫәптән Башҡортостандан да фронтҡа туҡтауһыҙ ылауҙар оҙатыла. Иген, ит, толоп, быйма, итек, ойоҡбаш, ҡулъяулыҡ, үлән сәйе, һалма, ҡорот, сохариға тиклем йыйып һала тылдағылар. Һәм шул фиҙаҡәрлекте бөгөн беҙҙең замандаштар ҡабатлай. Ирекмән булараҡ Ләйсән Фларид ҡыҙы  үҙе генә лә «тегендә» инде һигеҙ тапҡыр гуманитар ярҙам алып бара. Бының өсөн «Ете ҡыҙ» туҡтауһыҙ хәйриә саралары  ойоштора: бишбармаҡ ҡырҡалар, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерәләр, маскировка селтәрҙәре үрәләр. Унан тыш та китап, дарыу, эске кейемдәр, гигиена кәрәк-ярағы ла йыйыла, ҡорот, ҡаҙы, ҡош ите һымаҡ танһыҡ ризыҡтар ҙа алына. Хатта генератор, дрондар, рациялар, антидрон юрғандар ҙа таба был ханымдар. Ләйсән оҙатып барған ылауын махсус хеҙмәттәр аша иренә тапшыра, уныһы күстәнәстәрҙе артабан алып китеп алғы һыҙыҡҡа еткерә. Сөнки ул үҙе алғы һыҙыҡтан яралыларҙы алып сығыу хеҙмәтендә.

– Һин унда иреңде күреү өсөн бараһыңдыр ул шулай йыш, тигән кешеләр ҙә бар, – тип әлеге хәүефле юлын көлкөгә лә һабыштыра әле Ләйсән. – Бик теләр инем дә, тик ошо һигеҙ сәйәхәттең береһендә генә уны тап иттем. Зөһрә Арсаева ла Рафиғын бер тапҡыр ғына күрҙе. Унда  берәү ҙә ҡунаҡ көтөп ултырмай, нимәнелер планлаштырыу йәки алдан фаразлау мөмкин түгел – һуғыш...

Яу яланына ғына түгел, госпиталдәрҙәге егеттәргә лә ярҙам кәрәклеген белә ҡыҙҙар. Сөнки Ләйсән – Луганск госпиталендә ирекмән хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан кеше. Яралыларҙың тәмәке тартҡыһы ла, кәнфитләп сәй эскеһе лә, ҡырынғыһы ла, китап уҡығыһы ла килә, ә был мөмкинлектәр юҡ икән унда.  Һәр хәлдә медицина учреждение-ларының төп эше башҡа маҡсатта. Шуға ла ут эсенән сыҡҡан ир-егеттәрҙең госпиталдәге тормошон аҙ ғына булһа ла еңеләйтергә, биҙәргә ынтыла ирекмәндәр. Тап шул файҙалы әйберҙәрҙе туплап алып барып ҡайта ла инде ул яҡҡа «Ете ҡыҙ».

– Беҙ бит етәү генә түгел, асылда күпбеҙ, бәлки, етмештер, бәлки, ете йөҙҙөр. Һәр ауылдан, һәр ҡаланан ҡушыла ҡатын-ҡыҙҙар. Арабыҙҙа рус, татар, мари, сыуаштар бар, беҙҙә милләт айырмаһы юҡ. Шуға ла бер ерҙә лә ярҙамдан баш тартмайҙар. Сөнки тыл көсө оло көс икәнде аңлай һәм тырыша ҡатын-ҡыҙҙар, –  тип һөйләй ойошманың етәксеһе. – Асылда, арабыҙҙа йөрөгән һәр ҡатындың үҙ ниәте, үҙ күңел әрнеүе бар. Улдарын юғалтҡан апайҙар шул улдары кеүек икенсе егеттәрҙең аяғына ойоҡбаш бәйләп кейҙерә, ирен ерләгән ҡатындар үҙе һымаҡ икенсе ҡатындарҙың, уныҡындай балаларҙың етем ҡалыуын теләмәй һәм ярҙам йөҙөнән хәленән килгәнен эшләй. Бына шундай ниәт тупланы «Ете ҡыҙ»ҙы.

Әле һуңғы ылауҙарҙы ғына телгә алғанда, май айында ойошма вәкилдәре Донецк Халыҡ Республикаһының Макеевка ҡалаһындағы госпиталгә, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон һәм «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәренә гуманитар ярҙам алып барған. Шулай уҡ «Башҡортостан» полкына ҡараған Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында дауаланған һалдаттарға «Юлдаш» радиоһы исеменән медицина препараттары, күстәнәстәр тапшырған.

Гуманитар ярҙам алып барыу менән бергә алғы һыҙыҡта яугирҙәр өсөн концерт та ойоштора ҡыҙҙар. Улар алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов сығыш яһаған. Июнь айында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тимур Рамаҙанов менән берлектә алғы һыҙыҡта тағы ла бер концерт уҙғарғандар. «Артистарҙы йышыраҡ алып килегеҙ. Матур йыр, яҡшы һүҙ, өй күстәнәстәре, иғтибар һәм ихтирамығыҙ беҙҙең рухты нығыта», – тип ҡалған яугирҙәр.

 

Һуғыш кешене үҙгәртә...

Нисек итеп? Бик ҡатмарлы һорау. Шулай ҙа мин был етди йәмәғәт хеҙмәтен һөйрәгән ҡатын-ҡыҙҙарға әлеге һорауҙы бирҙем. Күп тапҡыр алғы һыҙыҡҡа барып ҡайтҡан, ирҙәрен яуҙан көткән, яҡындарын юғалтҡан һәм шул уҡ ваҡытта өйҙәрендә балалар үҫтергән ханымдар булараҡ, уларҙың был хаҡта фәлсәфә итергә хаҡы бар.

 

Ләйсән Рабаданова:

– Әлбиттә, үҙгәртә. Бының сәбәптәре лә күп. Мәҫәлән, тыныслыҡта беҙ «үлтерергә ярамай» тигән ҡәтғи сикләүҙә йәшәнек. Әлеге мәхшәрҙәр башланды ла был сиктәр емерелде. Беҙҙекеләрҙе һәләк итәләр, беҙҙекеләр ҙә шулай уҡ... Ә бит ошо сикләү беҙҙе әҙәмиәттең изге ҡанундарында тота ине һымаҡ. Тимәк, быларҙы юйып та була икән. Бына был хаҡта сараһыҙҙан уйларға тура килә һәм шул «сик»те аша атлаған яугирҙәребеҙгә рухи яҡтан нисек ауыр икәнлекте күҙ алдына ла килтереп булмай. Улар ҙа бит беҙҙең йәмғиәттән, махсус лагерҙарҙа, айырым йәшәү йолалары менән тәрбиәләнмәгән. Күптәренең йомшаҡ, изге, алсаҡ күңеле таш булып ҡаталыр, тием. Эйе, улар үҙгәреп ҡайтасаҡ һәм беҙҙе лә үҙгәртәсәк. Мин быны ирем менән телефондан аралашҡан саҡтарҙа ла аңғарам...

 

Азалия Баймырҙина:

– Был үҙгәреш бара инде. Күптән, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып. Минең ағайым шунда һәләк булып ҡалды, өс балаһы етем, әсәләре күптән юҡ инде. Үҙемдең ике балам янына шул туғандарымды һыйындырҙым, хәҙер дүрт балаға әсәймен. Ағайымды юғалтҡан мин, аталарын ерләгән үҫмерҙәр күпкә үҙгәрҙе: олоғайҙыҡ, нескәрҙек, бешектек. Хәҙер шуны аңлайбыҙ: һуғыш уйын түгел, ул – бәлә, үкенескә ҡаршы, кешелектең иң ҙур бәләһе.

 

Зөһрә Арсаева:

–  Иптәшем Рафиҡ махсус хәрби операцияға юлланырын һуңғы көндәрҙә генә әйтте миңә. Нисек шаңҡығанымды һәм уны оҙатҡандан һуң бик оҙаҡ депрессияла йөрөүемде хәҙер һөйләп тороу ҙа урынһыҙ һымаҡ. Беҙ бит йәшәп яттыҡ та, бына ошондай хәлдәр булып китерен уйламаныҡ. Һуғыш ул ҡасандыр үткән быуатта булған, илдәр араһындағы низағтар ҡайҙалыр башҡа ерҙәрҙә бара, беҙҙә түгел, тип ҡараныҡ. Һәм бөгөн ир-егеттең йәше-ҡарты юғала башлағас, ҡапыл ғына бөтөн донъяуи ҡарашыбыҙҙы үҙгәртергә мәжбүрбеҙ. Теләһәк тә, теләмәһәк тә шулай. Бер ҡатлылыҡ юғалды, алһыу күҙлектәр төшөп ватылды.

Мин бөгөн күпкә тынысланғанмын инде. Ысынбарлыҡты нисек бар, шулай ҡабул итергә тырышам. Эйе, мин үҙгәрҙем. Ирҙәрен көткән күп ҡатындар һымаҡ уҡ үҙгәрҙем. Насар яҡҡа ла, яҡшы яҡҡа ла бүлмәйем. Бары мин – инде күпте кисерә алған һәм алыр кеше.

Лилиә Фазылова:

– Данис мобилизацияға эләгеп китте махсус хәрби операцияға. Ул ваҡыттарҙы иҫләйһегеҙҙер? Кемдәрҙер ситкә шылырға өлгөрҙө, берәүҙәр ашығып йөрөп бронь юлланы, икенселәр һағайып ҡалды, ә минең ирем һымаҡтар бер төркөм автобус-автобус булып тейәлеп оҙатылды. Ни өсөн улай булды? Ниңә һайланма ирҙәр генә алынды? Мине бына ошо һорауҙар өҙгөләне. Беҙҙең ғаиләгә оло хәүеф килде, тыныс төндәр юғалды, балаларҙың күҙ ҡарашы һүнгәндәй булды, ә эргә-тирәләгеләрҙә был юҡ. Ниңә беҙ был афәтте бергәләп күтәрмәйбеҙ? Беҙ бер ил түгелме ни?

Үҙгәрмәҫ ереңдән үҙгәрерһең. Тик мин йәмғиәткә үпкә тотманым, ә эске кисерештәремде иремә һәм ирем һымаҡтарға ярҙам итеүгә, йәки минең хәлемдә булған ҡатындарға булышыуға һалдым. Бөгөн, асылда, йәмғиәт үҙе лә икенсе инде, күпкә аяулыраҡ һәм изгерәктер, тип уйлайым.

 

Ҡатын-ҡыҙ ир-егетте батырлыҡҡа рухландыра ғына түгел, үҙе лә ҡаһарманлыҡ ҡыла ала. Һәм ошо ҡаһарманлыҡты бәләкәй, ваҡ өлөштәр менән көн дә һәм ғүмер буйы ла яһап йәшәй ул. Күп осраҡта былар күренмәй. Ә, бәлки, шулай булыуы яҡшыраҡтыр ҙа. Оло батырлыҡтарҙы, ҡыйыулыҡты, яугир данын ир-егет яуларға тейеш бит. Был – уның өлөшө.

ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»
ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»
ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»
ЯУҒА СЫҒЫП КИТКӘНЕМДӘ ОҘАТЫП ҠАЛДЫ «ЕТЕ ҠЫҘ»
Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас