-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
26 Сентябрь 2025, 16:25

ДОНЪЯ МЕНӘН ГАРМОНИЯЛА ЙӘШӘҮ

Ҡайһы бер өлкәндәргә ҡарайһың да һоҡланаһың. Башҡорт апайы булһынмы ул, урыҫ инәйеме, баҙарҙа торһонмо ул, автобуста йәнәшәңдә ултырып барһынмы йә көн һайын подъезд алдында осраһынмы... Кем булыуы түгел, ә һин хөрмәт итерлек оло кеше булыуы мөһим. Йөҙөндә изгелек, ҡарашында сабырлыҡ, телендә йомшаҡлыҡ һәм уйҙарында сафлыҡ булыуы зарур. Бындай кешенең үткән юлы ла, йәшәгән ғүмере лә нимәгәлер һәм кемдәргәлер бағышланған, ул шунан күңел ҡәнәғәтлеге ала белә һәм ошоноң менән бәхетле лә. Нурлы була ундай ололарҙың аураһы, яндарында еңел һәм рәхәт. Ни өсөн тап әлеге һүҙҙәрҙе яҙаммы? Сөнки Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылында йәшәүсе Айһылыу Миндеғәли ҡыҙы Бәхтиева менән осрашҡандан һуң, ошо донъяуи фәлсәфә хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Нисек итеп ғүмер көҙөндә лә маҡсатлы, идеялы, киң ҡарашлы, ҡыҙыҡһыныусан, эҙләнеүсән булып ҡала белергә? Ҡайһылайтып йөрәк утын һүндермәҫкә? Бының серен Айһылыу апайҙың йәшәйешен күҙәтеп тә аңларға була.

ДОНЪЯ МЕНӘН  	ГАРМОНИЯЛА ЙӘШӘҮ
ДОНЪЯ МЕНӘН ГАРМОНИЯЛА ЙӘШӘҮ

Ярты быуат уҡытҡас...

«Иң беренсе – атайлы булып үҫеү бәхете тейҙе, – тип башлай әңгәмәне ветеран уҡытыусы. – Атайым һуғыштан йәрәхәтләнеп ҡайтып, ете балалы ишле ғаилә башлығы була, ә күптәргә бит был да яҙмай. Бөгөнгө йәшәлгән ғүмер үренән тороп байҡайым да үткәндәрҙе, бөтөн бәхеттең нигеҙе һәм башы шул атайҙың именлегенән булған, тип ҡуям».

Атаһы Миндеғәли ағай һуғышҡа тиклем үк Бәләбәй училищеһын тамамлаған була, аҙаҡ тыныс тормошта колхоз, ауыл советы, сельпо рәйесе булып һәр саҡ яуаплы вазифаларҙа эшләй. Уны балалары күрмәй ҙә, ғаилә башлығы ҡара таңдан сығып китә лә төнгәсә хөкүмәт хеҙмәтендә йөрөй. Әсәһе Фәрхийыһан да белемле, Мәсәғүт педагогия училищеһын бөтөп, дипломлы килен булып төшә ул ҡәйнә йортона. Тик боронғо йолалар «ҡорбаны» булып ҡуя, уҫал ҡәйнә йәш килендең мәктәптә эшләүен теләмәй, үҙ балаларыңды ғына тәрбиәлә, тип, документтарын утҡа яға. Шулай ҙа уҡытырға яҙа уға. Бөгөнгө күҙлектән башҡа һыймаҫ ваҡиғаларҙы ла ҡәҙерле хәтирә итеп һаҡлай Айһылыу апай.

Балалар бер-бер артлы үҫә башлағас, уларҙың мәнфәғәтен уйлап, Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылына күсәләр. Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылындағы ике йортто, малды, умарталыҡтарҙы һатҡан аҡса бында бер бәләкәй генә өйгә етә. Тик тырыш ир менән ҡатын яңы урында ла бал ҡорттары кеүек булып донъяларын төҙөп ала. Балаларын да хеҙмәткә ылыҡтыралар. «Ҡайһылар, бала саҡта асыҡтыҡ, юҡлыҡта үҫтек, тиһә, мин аптырайым. Беҙ урмандан бәшмәктән башлап бөтә үҫкән ризыҡты, хатта сәй үләненә тиклем йыйҙыҡ. Балан, ҡарағат, муйыл тирергә тип, ҡата башындай ғына көйө сығып китә инек. Баҡса тултырып картуф һәм йәшелсәләр үҫтерҙек. Кәбеҫтәне генә 250 төпләп ултыртабыҙ, уларға һыу ташыу, күмеү, йомшартыу, көҙөн эшкәртеү. Ҡош-ҡортто, малды күпләп көттөк, һөт аҙыҡтарының барыһын да етештерҙек, ҡорт тоттоҡ. Бөтөн был көнкүреш мәшәҡәттәрен, атай-әсәйгә эйәреп, беҙ – балалар башҡара инек. Бер минут буш ултырыу форсаты юҡ. Шул ғәҙәт ныҡ һеңгәнме, әле лә тик тора алмайым, эшләмәһәм, күңел тынысһыҙлана башлай», – тип көлөп тә ала әңгәмәсем.

Бала сағынан уҡытыусы булып уйнай ул. Ябай ғына итеп «уҡытмай», ә булмаған телде уйлап таба ла, бәләкәйҙәрҙе шуға өйрәтә, хәрефтәре, тәржемәләре менән. Өлкәндәр, әлбиттә, мәрәкә күрә. Тик ҡыҙыҡай һаман шул телдә «һөйләшә», дәфтәрҙәр тултырып яҙа. Бына шул ынтылыш уны 1-се мәктәп-интернатҡа барғас, инглиз теленә ылыҡтыра ла инде. Унда ла етенсе кластан килгән балалар инглиз теле программаһын тулыһынса өйрәнә алмай һәм тик ике уҡыусы ғына был фәндән билдә менән сыға. Мәктәптән һуң педагогия курсында ныҡлап әлеге телде үҙләштерә. Унан институттың сит телдәр факультетын тамамлай. Һөнәрен шул тиклем яҡшы өйрәнә, хатта инглизсә фекерләй, уйлай башлай. Ҡарамалы мәктәбенә эшкә килгән йәш уҡытыусы балалар менән тик инглизсә генә һөйләшә һәм тәүге көндән үҙ фәненә ихтирам һәм һөйөү уята. Тормош иптәшен дә шунда осрата, ул да уҡытыусы була. Әсәһенең берҙән-бер улы булған Морат ҡыҙҙы һәм уның ишле ғаиләһен үҙенең ипле холҡо, егәрлелеге, ярҙамсыллығы менән арбай. Һуңынан бар ауылға ҡул оҫтаһы булып таныла. Йәштәр, балаларын йәйәү йөрөтөүҙән аяп, Нуриман районы Байгилде мәктәбенә күсә лә унда алты йыл белем бирәләр. Бергә эшләгән хеҙмәт коллективтарын да һағынып һөйләй апай: «Ике мәктәбемдә лә коллегаларым да, директорҙарым да шул тиклем һәйбәт ине, бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо халыҡ, дуҫ булдыҡ, йәштәрҙе тартып, ололарҙы хөрмәтләп эшләнек, шулай булды элекке педагогик коллективтар».

Ә инде ҡабаттан үҙе үҫкән йортҡа әйләнеп ҡайтыуына атаһының ҡапыл ғына вафаты һәм әсәһенең фалиж менән ятып ҡуйыуы сәбәпсе була. Ете бала араһынан был йөктө тартыу Айһылыу өлөшөнә төшә лә ул ғаиләһе менән күсенеп килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер айҙан әсәләре лә мәрхүм булып ҡала. Инде хәл ителгән – ғаилә ошо Иҫке Ҡобауҙа төпләнә. Ике балалары ла студент булырға әҙерләнә. Шул мәлдә тағы бер тетрәнеү кисерә Айһылыу апай, иптәше Морат Хөблислам улы саңғы ярышында инфаркттан ҡолай. Шунан миктәй алмай ғаилә башлығы, әле ун йыллап уҡытып йөрөһә лә, ауырып, яҡты донъя менән хушлаша. Улы менән ҡыҙын яңғыҙ әсә булып аяҡҡа баҫтыра ҡатын, юғары белемгә өлгәштерә, туйҙарын үткәрә, терәк-таяныслы итә. Атай нигеҙенә өй ҙә күтәреп, төҙөп инә. Быларҙың барыһын да атҡарып сығыуға эше көс бирә. Шул тиклем бирелеп һәм йән атып уҡыта ул яратҡан фәнен. Ошо һөйөүҙе 46 йыл буйына арымай-талмай уҡыусыларына күсерә, шуға ла мәктәбендә инглиз телен үҙләштерә йә өлгәшә алмаған бала булмай. Яратҡан уҡытыусыларының һөнәрен һайлаусылар ҙа байтаҡ ауылдарында. Айһылыу апайҙың ҡыҙы ла, хәҙер ейәнсәрҙәре лә уның юлын дауам итә. Әле лә тупһаһынан өҙөлмәй элекке уҡыусылары, ярҙам итәләр, сәйгә һуғылып, балаларын, ейәндәрен эйәртеп килеп таныштырып китәләр. Ошо йылы, ихтирамлы мөнәсәбәт күп нәмә хаҡында һөйләй ҙә. Айһылыу Бәхтиеваның мәғариф өлкәһендәге тырыш хеҙмәте Бөтә донъя башҡорт-тары ҡоролтайының юғары наградаһына — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ була.

 

Сәйәхәтсе «англичанка»

Йәштән сәйәхәт, алыҫ ҡалалар, ят халыҡтар хаҡында хыяллана Айһылыу Миндеғәли ҡыҙы. Атаһының һуғыш юлында үткән ерҙәре, Европа илдәре тураһында һөйләгәндәрен дә тыңлап үҫкән була бит. Шул орлоҡ һаламы әллә инглиз телен белеүе ҡыйыулыҡ өҫтәйме, әле СССР заманында уҡ юлға сығырға йөрьәт итә. Башта улы Айҙар менән Мәскәүгә, унан Ҡазанға барып тамаша ҡылып ҡайта. Артабан ҡыҙы Ләйсәнде эйәртеп Грузияға уҡ сығып китә. Аҙағыраҡ Европа,

Англия, Чехословакия, Германия, Украинаны тулыһынса гиҙеп өйрәнә. Израилгә лә барып етә, Үле диңгеҙҙе лә күрә, Иисус Христос юлдарын үтә. Һәм, аңлайһығыҙҙыр, уға бында инглиз телен белеүе ныҡ ярҙам итә.

– Сәйәхәтемдә иң беренсе изге урындарҙы күреүҙе маҡсат итеп ҡуям. Ниндәй дин, ниндәй фәлсәфә генә һалынмаһын, улар барыһы ла изгелеккә нигеҙләнгән бит. Мәҫәлән, бына Ташкентта бөтөн мәсеттәрҙе барлап сыҡтым һәм уларҙың тарихын, дин әһелдәре яҙмышын тыңлап, шул шауҡымда әҫәрләнеп йөрөнөм. Израилдә Иса пәйғәмбәргә, Дева Марияға бәйле булған һәр ташты, һәр һауытты тотоп ҡараным, тауҙарына артылдым, мәмерйәләренә индем, изге йәндәрҙең бөтөн кисерештәрен тойғандай булып һыҙланып, иңрәп барҙым, доғаларымды уҡыным. Төркиәнең Демре ҡалаһындағы Николай Чудотворец ерләнгән сиркәүҙә лә әллә ниндәй бер көс тойҙом. Ә инде үҙебеҙҙәге Мөжәүир хәҙрәт ерлегендә мин – 31, ә Арҡайымда 27 тапҡыр булдым. Яҙып барам хатта унда нимә кисергәнемде, ниндәй хистәр тойғанымды, башыма ҡайһындай уйҙар килгәнен дә теркәп ҡуйғанмын, – тип тәмләп һөйләй яғымлы ханым.

Республикалағы бөтөн иҫтәлекле урындарҙы барып күреп, ҡыҙыҡһындырғандарын һорашып, белергә теләгәнен өйрәнеп бөткән Айһылыу апай. Эргәһендә тыңлап ултырам да уңайһыҙлыҡ кисерәм үҙем, сөнки утыҙ йыл журналист булып көнө-төнө юлда йөрөһәм дә, Башҡортостандың күп матур ерҙәренә барып етергә форсат тапмағанмын әле. Ә етмеш бишкә аяҡ баҫҡан инәй, пландарын төҙөп, йортонан, баҡсаһынан, ҡош-ҡортонан бушай торған мәлен көтөп кенә ултыра. Сөнки был юлдар, илдәр, тарихтар уға яңы көнгә, яңы белемгә, яңы кисерештәргә этәргес бирә. Һәр сәйәхәтенән рухи байлыҡ, илһам алып ҡайта башҡорт «англичанкаһы».

– Сит халыҡтарҙы күҙәтеп, йәшәйештәрен ҡарап йөрөйөм, ғаилә тарихтары менән ҡыҙыҡһынам, менталитеттарын үҙебеҙҙеке менән сағыштырам, дуҫлашып бөтәм. Был минең даирәмде киңәйтә, донъяға ҡарашымды үҙгәртә. Сәйәхәт итәм, уйлап йөрөйөм: Аллаһ Тәғәлә биргән ғилемде эстәп бөтөү өсөн бер генә ғүмер ҙә етмәй икән ул, – тип көрһөнөп тә ҡуя үҙе.

Мысырҙа булғанында оҙатып йөрөгән негр егете менән һөйләшә икән, әсәйең бармы, тип һорай инде. «У-уй, әсәйем оло инде, ҡырҡ йәштә», – тип әйтә икән гид. Унда был йәштәге ололар ҡартайып үлеп китә икән. Шуға ла уларҙа күп нәмәнең асылы һәм мәғәнәһе икенсерәк, күпкә ябай һәм бер ҡатлыраҡ. Ғәрәп Әмирлектәрендә иһә халыҡтың йомшаҡ климатта, етеш тормошта йәшәүенең дә әҙәм булып формалашыуына йоғонтоһо ҙурлығын күрә, аңлай. Быларҙы күҙәтеүҙәренә һығымта итеп һөйләй апай:

– Тик бер ерҙә лә, хатта ожмах кеүектәрендә лә биш-ете көндән артыҡ йәшәй алмайым. Ашығып йөрөп гиҙеп сығам да, ҡыҙыҡһыныуымды ҡәнәғәтләндереп, ҡайтырға атлығам. Үҙ еремде ныҡ һағынам, төштәремдә күреп бөтәм. Шуға ла балаларға ла, ейәндәргә лә әйтәм: «Беҙҙең Башҡортостанға еткәне юҡ».

Сериалдар ҡарап, интернет күҙәтеп йәшәмәй Айһылыу апай, хатта кеше ыңғайына тип яңы, модалы көнкүреш әйберҙәренә лә ҡыҙыҡмай. Үҙ аллы ғәрәп телен уҡый, Ҡөрьән сығып ултыра, дини тәғлимәттәрҙе үҙенсә анализлай, аяттарҙың эске мәғәнәһенә төшөнөргә теләй. Уның араһында баҡсаһында соҡоноп инә. Йортонда бар нәмә ауылса йыйнаҡ, таҙа, бөхтә. Дәү шахмат таҡтаһына шахматтары теҙелеп ҡуйылған. Дауаны ла үлән, емеш-еләк, сәләмәт тормош, хәрәкәттән ала. Кейем-һалымдың да кәрәклеһен, уңайлыһын ғына һаҡлап кейә. Ә пенсияһының һәр тинен сәйәхәттәргә тип йыйып бара. Әйтеүенсә, күрергә һәм белергә теләгәндәре күп әле.

 

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?

– Оло кешелә ошондай дәрт, илһам, теләк, тормошто яратыусанлыҡтың сәбәбе нимәлә булырға мөмкин? – тип һорайым Айһылыу апайҙың ҡыҙы – үҙе инде өс бала үҫтергән әсә – Ләйсән Морат ҡыҙынан.

– Йәштәр менән эшләүенән, аралашыуынандыр, –  ти ул. – Ғүмер буйы балалар уҡытты, уларҙың хыялы, уңышы, ынтылыштары тип янды. Уны бит иң тәртипһеҙ иҫәпләнгән малайҙар ҙа тыңланы, «уҡыуға барымы юҡ» тигәндәр дәресенән өлгәште, «белемһеҙ» тигәндәрҙең ҡанаттарын осоп китерлек итеп нығытты. Ә бит бер генә түгел, әллә нисә быуын уҡыусыларын шулай тәрбиәләне. Балалар донъяһында йәшәне ул. Бына ағайым менән минең донъямда ла ул шундай ҙур урынды тотто. Ҡуша йөрөттө, һөйләште, кәңәшләште, юл күрһәтте, рухландырҙы. Кешеләргә изге булырға өндәп, «үҙеңдән башҡаны фәрештә итеп бел», тип өйрәтте. Иң мөһиме: китапҡа, ғилемгә һөйөү уятты. Нәҫелебеҙҙә юғары белем алмаған бер кеше юҡ. Беҙгә алмашҡа килгән ейән-ейәнсәрҙәре лә хәҙер йотлоғоп китап уҡый һәм үҫешкә ынтыла. Быларҙың барыһында ла әсәйемдең роле оло әһәмиәткә эйәлер, тип уйлайым. Беҙҙең балалар ауылға өләсәйҙәренә тип кенә түгел, әхирәттәренә кеүек ҡыуанып ҡайта. Әллә нимә серләшәләр шунда сәғәттәр буйына, эйәртенешеп сәйәхәткә лә сығып китәләр. Арымай ул йәштәрҙән, ялҡмай һәм һәр ваҡыт улар тулҡынында була белә. Сәбәбе ошоларҙалыр, тим.

Күп нәмәләр хаҡында әңгәмәләштек Айһылыу Миндеғәли ҡыҙы менән. Ил-йорт хәлдәре, сәйәсәт, милли хәрәкәттәр, бөгөнгө мәғариф күрһәткестәре хаҡында ла. Махсус хәрби операцияла йөрөгән, һәләк булған уҡыусыларын да иҫләне, альбомдарын ҡутарып фотоларын да табып күрһәтте. Беҙҙең заман мәктәп хәлен, уҡытыусыларҙың уйнаған ролен, йәш быуындың проблемаларын һәм өҫтөнлөктәрен ентекле анализлап, тәжрибәле педагог күҙлегенән баһалап, шул һығымталарынан тик яҡшы күрһәткестәрҙе генә алға ҡуйып ултыра ул. Ғөмүмән, бик ыңғай ҡарашлы, позитив уйлы, шифалы энергетикалы ханым. Оло кеше булараҡ аҡыл өйрәтмәй, өгөтләмәй, тәнҡитләмәй, ә үҙ өлгөһөндә тормошто байыраҡ, файҙалыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ итә белеү мөмкинлектәрен күрһәтә.

Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас