-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
25 Апрель 2025, 12:00

Яҡшы китап, татыу ғаилә, файҙалы хеҙмәт тураһында. Миләүшә Ҡаһарманова

Оҙаҡ йылдар әҙәбиәттә лә, фильмдарҙа ла китапханасы образы күңелһеҙ итеп бирелде: сәсен шаҡарып артҡа йыйған, моданан сыҡҡан кейемдәге, төҫһөҙ, өндәшмәҫ ҡатын. Уның эше – кәштәләр араһынан китап табып биреү ҙә теркәү. Һәм был стереотип бөгөнгө көнгә тиклем дә йәшәп килә, үҙҙәре китапханаға йөрөмәгәндәр ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең нимә менән шөғөлләнгәнен дә белмәй, үкенескә ҡаршы. «Юғалып барыусы һөнәрҙәр» рәтенә лә инә һымаҡ китапханасы хатта. Быға артыҡ аптырарға ла түгел, сөнки китап-журналдарҙы халыҡҡа интернет аша йәки махсус магазиндарҙан алыу мөмкинлеге лә бар. Бына ошондай конкуренция заманында һәр китапханаға һәм, әлбиттә, уның хеҙмәткәрҙәренә лә имиджды үҙҙәренә яһарға тура килә. Китапханасы һөнәрен реанимациялау – ул заман менән бергә атлау. Быны яҡшы аңлай Аҡъяр балалар китапханаһы мөдире Рәзилә Риф ҡыҙы Ишназарова. Юҡҡамы ни ул 2024 йылда республикала «Модулле китапханаларҙың иң яҡшы китапханасыһы» тип табылған.

Яҡшы китап, татыу ғаилә, файҙалы хеҙмәт тураһында. Миләүшә Ҡаһарманова
Яҡшы китап, татыу ғаилә, файҙалы хеҙмәт тураһында. Миләүшә Ҡаһарманова

Кем ул бөгөнгө заман китапханасыһы?

– Ул – сағыу, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан, белемле, уҡымышлы, донъяға ижади, уҡыусыларына фәлсәфәүи ҡараш тота алған шәхес. Кешеләр менән еңел аралаша белгән, адекват һәм креатив. Әҙәбиәт менән яҡындан таныш, шулай уҡ бөтөн яңылыҡтарҙы ла ҡабул иткән һәм анализлай алған. Йәш быуындың талаптарын да ҡәнәғәтләндерерлек, йәғни яңы быуын субкультураларын аңлаған, –  тип яуаплай Рәзилә Риф ҡыҙы, унан тағы ла дауам итә, – Китапхана системаһына мәғлүмәт технологияларын индереүсе, мәғлүмәт ресурстарын үҫтереүсе һәм эшкәртеүсе. Уҡыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә психология, педагогика, социология, әҙәбиәт, интернет-технология һәм веб-дизайн алымдарын ҡулланып эш итеүсе белгес.

Ә бына балалар китапханаһына кескәйҙәрҙе, үҫмерҙәрҙе йәлеп итә алыу өсөн, үрҙә һанап кителгәндәргә өҫтәп, бәләкәстәрҙе һәм балалар әҙәбиәтен яратыу кәрәк. Рәзилә Риф ҡыҙы әйтеүенсә, был йүнәлеш бик ҙур миссия үтәй: иртәгәһе көн мәҙәниәтенә нигеҙ һала. Уҡыу ғәҙәте баланан яҡшы үҫешкән  эстетик  тойомло,  белемле,  зыялы  кешене   формалаштыра. Бының өсөн бәләкәстең ҡыҙыҡһыныу даирәһе яһалған ваҡытты тотоп өлгөрөү зарур. Тимәк, был мәл ни тиклем иртәрәк башланһа, шул тиклем баланы китапҡа ғашиҡ итеү мөмкинлеге ҙурыраҡ. Тап ошоноң өсөн эшләй һәм көрәшә лә икән балалар китапханалары.

– Беҙгә уҡытыусы ла, хатта режиссер һәм әртискә лә әйләнеп китергә тура килә – шунһыҙ булмай. Ҡыйыуһыҙ ғына ишек асып ингән балаҡайға иғтибар итмәй йәки әсәһе етәгендә беренсегә тупһа ашатлаған тәнәйгә яҡты йөҙ күрһәтмәй ҡара. Улар бында башҡаса килмәйәсәк тә, китапхана бит баҡса түгел, көсләп алып килеп ҡалдырырға. Бала менән уртаҡ тел таба һалырға, уны китаптар һәм башҡа ҡыҙыҡлы нәмәләр менән әүрәтергә, ошо бүлмәлә йә иһә залда ул үҙ фантазияларын асасаҡ икәнде төшөндөрөп өлгөрөргә кәрәк. Әгәр беренсе сәйәхәтендә ул китапханала яҡшы мөнәсәбәт һәм мауыҡтырғыс донъя барлығын аңлаһа, икенсе тапҡыр ҙа, өсөнсөгә лә киләсәк.

Был әле бала менән бәйләнеш ҡороу тураһында ғына әйтеп үтте китапхана мөдире. Унан тыш, бүлектә   балалар   өсөн   аҙнаһына өс сара үтеп тора. Ауыл мәктәбендә белем алған биш йөҙ уҡыусының һәр береһенең зауығына тура килерҙәй темалар һайлана. Күберәк уҡылған китаптар, авторҙар 

буйынса  монитор   күҙәтеү   алып  барыла һәм шул  нигеҙҙә  уйын,    музыкаль кисә, ярыш, викторина, анкета, осрашыу рәүешендә  саралар   ойошторола. Аҙаҡ шулар  буйынса мәҡәләләр яҙыла, фотолар, видеолар яһала һәм ауыл-район кимәленә сығарыла. Йәғни, балаларҙың мәҙәни тормошо башҡаларға үрнәк итеп күрһәтелә, ҡатнашыусыларға ла ҡанат ҡуя. Үҙенә күрә шундай тәрбиәләү һәм китапханаға йәлеп итеү алымы икән.

 

Китапхананың киләсәге бармы?

Компьютер һәм нанотехноло-

гиялар заманында китапханаларҙың кәрәге бармы һуң, тигән һорауҙы ла йыш ишетергә тура килә. Был мәсьәлә Рәзилә Риф ҡыҙын һәм уның Рәсәй, шулай уҡ республика буйынса меңәрләгән коллегаларын да борсой. 

Үҫеп килгән быуындың китапхана хеҙмәтләндереүе ололарҙыҡынан ярайһы айырыла. Тап шуның өсөн дә балалар һәм үҫмерҙәр махсус китапхана хеҙмәтләндереүе хоҡуғына эйә, был «Китапхана эше тураһында»ғы Федераль закон менән дә нығытылған. Киләсәк быуындың рухи һәм шәхси үҫеше махсус учреждениеларҙың, шул иҫәптән мәҙәниәттең дә иғтибарын талап итә. Балалар  китапха-наларының  төп   бурысы – кескәйҙәргә шәхес булараҡ нығыныуҙа китап уҡыу-уҡытыу менән ярҙам итеү. Уларҙың интеллектуаль, рухи, әхлаҡи сифаттарын ыңғайға көйләү. Өсөнсө мең йыллыҡтың тулы ҡанлы граждан-дарын тәрбиәләү.

Тәжрибәле китапханасының һөйләүенсә, улар тап ошо йүнәлештә эшләй ҙә. Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен уҡыуға йәлеп итеүсе  акциялар үтә, йәш быуынды патриотик, рухи һәм эстетик тәрбиәләүҙә булышлыҡ итәләр, эскелек, наркомания, тәртип боҙоуҙарға, насар ғәҙәттәргә ҡаршы мәғлүмәти профилактика алып барыла. Бөгөн иһә крайҙы өйрәнеү өлкәһе лә алға киткән, был балала тыуған төйәген белеүгә һәм яратыуға булышлыҡ итә. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр менән дә эшләү үҙенсәлектәрен беләләр,  ошо мөмкинлектәре аша йәш уҡыусыларҙың ихтыяждарын  ҡәнәғәтләндерә алалар ҙа. Ҡыҫҡаһы, балалар китапханаһы – ғаиләгә лә, мәктәпкә лә оло ярҙамсы ул.

«Компьютер ҙа,  электрон  китаптар ҙа, башҡа заман технологиялары ла китапханала булған атмосфераны бирә алмай. Бөгөнгө был учреждениелар китап  менән генә тәьмин итмәй  бит,   ул   үҙ-ара  аралашыу, социумда урыныңды таба белеү, үҙаңды барлыҡҡа килтереү һәм фекер йөрөтөргә өйрәтеүгә лә ҡайтып  ҡала.  Шунлыҡтан  мин, әгәр әлеге быуын аңлы булып үҫеп етеп, киләсәк приоритеттарын дөрөҫ ҡуя белһә, китапханаларҙың ғүмере өҙөлмәҫ, белем шишмәһе китаптың урыны  һәр өйҙә, һәр өҫтәлдә булыр әле, тигән өмөттәмен», – ти әңгәмәсем.

Амин, тиергә генә ҡала китапханасының был илһамлы һүҙҙәрен   йөпләп,   беҙ  ҙә  шулай   булыуын теләйбеҙ.

Ғаиләм – ҡәлғәм

Тормош иптәше Риза Ишназаров менән ике бала тәрбиәләй Рәзилә. Улдары Арсланға – 14, ҡыҙҙары Дианаға 11 йәш. Балаларҙың тап үҫмер сағы. Уларҙы тулыһынса эшкә, уҡыуға һәм буш ваҡыттарын файҙалы тотоноуға өйрәтергә тырышалар. Арслан футбол, баскетбол түңәрәктәренән тыш йәш хәрби-

патриотик  клубта  шөғөлләнә.   «Егет кеше илһөйәр булып үҫергә һәм кәрәк саҡта ғаиләһе, иле мәнфәғәттәрен ҡайғырта белергә лә тейеш.  Бөтөн  был  сифаттарҙы

уға  беҙ,  ата-әсәләр,  һалырға  бурыслы»,  – тигән фекерҙә әсә. Ике бала ла халыҡ бейеүҙәре менән мауыға. Шунлыҡтан уларҙың юҡ-бар менән булашып йөрөрлөк ваҡыты юҡ. Мәктәптән һәм үҙ шөғөлдәренән бушап ҡайтҡанда, ғаилә өйҙә йыйылғанда инде эңер төшкән була һәм барыһы бергә тик киске аш өҫтәле артында ғына күрешә ала. Атайҙары Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты шахтаһында шартлатыусы булып эшләй, ул да ауыр һәм хәүефле хеҙмәте менән балаларына өлгө күрһәтә.

«Мин уны тап шул яуаплы һәм төптән уйлап хәл итә белеү сифаттарына ҡарап һайланым да, – тип ихлас йылылыҡ менән йәшлек хәтирәләрен барлай Рәзилә. – Әле ун беренсе синыфта ғына уҡығанда Баймаҡҡа туйға барғайным, шунда таныштыҡ. Армия хеҙмәтенән яңы ҡайтҡан, заводта эшләп йөрөй. Бик етди егет ине. Күптәр уның тураһында, «ышаныслы, ныҡ холоҡло, тыныс», тигән мәғлүмәт бирҙе. Шул осрашыуҙан һуң хаттар алышып торҙоҡ. Унан мин Өфөгә

китапхана техникумына уҡырға

 

Яҡшы китап, татыу ғаилә, файҙалы хеҙмәт тураһында. Миләүшә Ҡаһарманова
Яҡшы китап, татыу ғаилә, файҙалы хеҙмәт тураһында. Миләүшә Ҡаһарманова
Яҡшы китап, татыу ғаилә, файҙалы хеҙмәт тураһында. Миләүшә Ҡаһарманова
Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас