+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
27 Февраль , 20:09

Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә

“Башҡортостан  ҡыҙы” журнылының 1990 йылдың 10-сы һанының тышлығында "Гөрләп үтһен туйҙар" тигән исем аҫтында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы туйҙан фото баҫтырған булған. Беҙ журнал уҡыусыларыбыҙҙан был фотоның тарихы тураһында белештек. Фотола Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылынан Гөлсимә менән Рацилдың туйҙары. “Башҡортостан ҡыҙы” хеҙмәткәрҙәре Аҡнаҙар менэн Ҡәҙерша ауылы аралығында Бәйғәмбәр ташын төшөрөргә килгән булғандар, ҡайтышлай ауылда туй барған мәлгә тап килгәндәр ҙә, йәштәрҙең бәхетле мәлен мәңгеләштергәндәр. Бикәме Мәрйәм (Рацилдың апайы) Гөлсимә тураһында бик матур итеп яҙып ебәргән. Уның яҙғандарын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ:

Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә

Гөлсимә киленебеҙ тураһында күпме яҙһаң да әҙ булыр һымаҡ.

   Аҡнаҙар ауылында йәшәүсе Килдебаев Иҙрис ҡоҙа һәм Файза ҡоҙағыйҙың ишле ғаиләһендә иң кеселәре булып донъяға килгән ул.

   Мәктәпте тамамлап, матур ҡыҙ булып үҫеп еткән Гөлсимәгә Рацил ҡустының күҙе төшә.Йәштәр матур итеп туй яһап,бергә йәшәй башлайҙар.Ҡайны-ҡәйнә ҡулында утыҙ йылдан ашыу бик матур,татыу йәшәнеләр.Әйткәндәй, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамында "Өлгөлө ҡәйнә һәм килен" номинацияһында еңеүсе булған өсөн бирелгән бүләк ҡомартҡы һауыт-һаба араһында һаман да һаҡлана әле ул.

   Өс балаға ғүмер биреп,оло тормош юлына сығара улар,Рәмил һәм Йәмил улдары ғаиләләре менән район үҙәгендә өй һалып, матур итеп йәшәп яталар.Кеселәре Гөлнәзирә тормошҡа сығып, Өфөлә төпләнде.

  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илле йәше лә тулмай,ҡустым мәрхүм булып ҡалды.Оҙаҡламай әсәйем дә баҡыйлыҡҡа күсте.Бөгөнгө көндә береһе ҡайны, береһе килен булып,атайым Гөлсимә килен менән бик татыу йәшәйҙәр.Атайыма быйыл 90 йәш тула , шулай ҙа бирешмәй, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып, кәңәштәрен биреп, ярҙамлашып йәшәй ул.

    Ә Гөлсимә килендең һәр саҡ ашы бешкән,атайым бағымлы,ҡараулы, өйҙән йылылыҡ бөркөп тора.Киленгә ҙур рәхмәтлебеҙ.Төп йорт булғас,әленән-әле күмәкләшеп барып төшәбеҙ,барыбыҙҙы ла асыҡ күңел менән, ихлас ҡаршы алалар, матур итеп оҙаталар.

   Ауылда Фәнил исемле тағын бер ҡустым Рәсимә киленебеҙ менән матур итеп йәшәп яталар.Гөлсимә килен килендәше менән бик татыуҙар, байрамдарҙы бергә ҡаршылап,ҡатышып йәшәйҙәр.

     Гөлсимә килендең сабырлығына, кеше күңелле , йомшаҡ һүҙле, изгелекле булыуына иҫең китерлек.Аш-һыуға ла оҫта ул, бешергән бәлештәре,торттары телеңде йоторлоҡ.

    Яңғыҙ ҡатынмын тип тормай, ике һыйыр тота, ағын эш итеп һата, ҡара яҙҙан күпләп себешен алып, унан ишек алды тултырып өйрәк үҫтерергә лә өлгөрә, баҡсаһы гөрләп уңа. Ауылда үткән сараларҙа, өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша уңған ҡатын.

    Май айында, Алла бирһә, уға 55 йәш тула,уңған, егәрле, ихтирамлы киленебеҙгә һаулыҡ, балалар хөрмәтенә төрөнөп, артабан да матур ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Бына шулай, туй мәлендә уйламағандан “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығында баҫылып сыҡҡан килен һынатмаған, ауырлыҡтарҙа бирешмәгән, әле лә тормошонан йәм табып, матур йәшәп ята ул. Гөлсимәгә артабанғы тормошонда ла тик уңыштар, бәхет һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Гөлсимә
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас: