«Ҡәйнеш барғас, мин дә барам!»
Ил өҫтөндә махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә Артур менән Розалия араһында һөйләшеү була. Ярһыу ирҙе яу тарта. «Юҡ, – ти уға ҡатыны, – саҡырһалар ғына...» Шулай был теманы ябып торғандай булһалар ҙа, бер көн, концертҡа саҡырып ҡустыһы менән килененә смс яҙһа, көтөлмәгән яуап ала: «Мин һуғышҡа китәм». Дөрөҫөрәге, артыҡ көтөлмәгән дә түгел, сөнки Розалияның ҡустыһы Руслан Шәрәфетдинов – отставкалағы прапорщик, Владикавказда, Ҡырымда хеҙмәт үткән, унан ғаиләһе менән Өфөлә йәшәгән була. Үткән ваҡытта һөйләйбеҙ, сөнки, Жуков һәм Батырлыҡ ордендары кавалеры, лейтенант, рота командиры Руслан Әмин улы Шәрәфетдинов артабанғы ваҡиғалар ағышында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була.
«Ҡәйнеш барғас, мин дә барам!» – тип өҙә һуға шул саҡ Артур. Инде уны тыйып тотор форсат та ҡалмай. «Ярай, ҡустымдың ҡулы аҫтында әле, бер-береһенә терәк булып йөрөрҙәр», – тип уйлап, ризалаша Розалия. Әммә хәрби комиссариатта ҡаршы төшәләр. Күрәләтә биш бала атаһын һуғышҡа алырға теләмәйҙәр. Өс тапҡыр мөрәжәғәт итә унда Артур һәм, ниһайәт, үҙ маҡсатына ирешеп, ике аҙнала бөтөн әҙерлекте үтеп, ҡәйнешенә эйәреп юлға сыға. Үкенескә ҡаршы, бер йыл тигәндә ҡәйнешен юғалта ул, ә үҙе инде ике йылдан ашыу яу утын кисә.
Балалар атайҙың ҡайҙалығын яҡшы аңлай. Һәр хәлдә өлкән өсәүһе. «Беҙ ошолай тыныс йәшәй, уҡый алһын өсөн атайыбыҙ һәм атайыбыҙ кеүек башҡа ағайҙар, илгә дошманды индермәү өсөн һуғыша», – ти Азалия. Бәләкәстәр иһә атайҙарының видео аша шылтыратыуын көтөп кенә йөрөй. Ундай мөмкинлек һәр ваҡыт сығып тормаһа ла, була һәм был мәл ғаилә өсөн бер байрамға әүерелә. Ҡыҙсыҡтар, телефондан бөтөн һөнәрҙәрен күрһәтеп, хәбәрҙәрен һөйләп, экрандағы атайҙарын үпәс итеп бөтә икән. Һағынышыуҙарын һүҙ менән генә һөйләп аңлатырлыҡ түгел.
Ҡустым
«Ҡустым менән бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәнек. Йыш ҡына бергә үҫкән саҡты, мөнәсәбәттәребеҙҙе иҫләйем, анализлайым. Ҡайһы саҡ өлкән булараҡ шелтәләһәм дә, «апа-ай...» тигән булыр ҙа ҡуйыр ине. Бер нәмәгә лә үпкәләтмәгән, бер хәтеремде ҡалдырмаған, тик яҡшылыҡ, тик изгелек ҡылған миңә. Әйтерһең, иртә китерен белгән...»
Апаһының баш балаһын яҡын күрә Руслан. Азаматты бәләкәйҙән эйәртеп йөрөй. Малайҙың үҫмерлек осоронда ла дөрөҫ юл күрһәтеүсе ағай була белә. Машина менән идара итергә лә, ремонтларға ла өйрәтә, спортҡа ылыҡтыра. Хатта бер ваҡыт йәш егет тик ағаһын ғына тыңлар булып китә. Һәм быларҙың сәбәпсеһе булған дәлилдәр әле лә һаҡлана Розалияның телефонында. Ҡустыһының смс-хәбәрҙәре: «Апай, Азаматтың сәсен үҙем алырмын», «Апай, Азаматҡа аңлатырмын», «Азаматты үҙем алып барам, борсолма» һ.б.
32 йәшлек ҡустыһын юғалтыу күп нәмәгә ҡарашын үҙгәртә Розалияның. Башта ул яҡын кешеләренең атлығып яуға юлланыуын аңлап етмәй. Ярты ил ситтә ҡалғанда, күптәр ҡасып та киткәндә, һәр төрлө фекерҙәр булғанда, үҙенекеләрҙең бер төркөм булып китеп барыуын артыҡ етди ҡабул итмәй. Артуры Һамарҙа, Екатеринбургта булғанда яндарына барып та ҡайта, унда ла егеттәрен мажара эҙләп йөрөгән малайҙар һымаҡ итеп күргәндәй була. Тик ир-егеттең шуҡлығы ла, ҡаһарманлығы ла бер йөрәгендә икән. Бына шуны аңлай ҡатын Русландың һәләк булыуынан һуң. Бөтөн шиге лә, икеләнеүе лә һәм хатта ҡурҡыуы ла юҡҡа сыға. Бығаса үҙен артыҡ һиҙҙермәгән илһөйәрлеге, ғорурлығы уяна. Илап, шөбһәләнеп, ирен дә, балаларын да хәүефләндереп ултырыуҙың урынһыҙ икәнлегенә төшөнә һәм ғәзиздәре өсөн тыныслыҡ, ныҡлыҡ, сабырлыҡ утрауы булырға хәл итә.
Ҡурҡмайһыңмы?
Ошо һорауҙы күп бирәләр икән Розалияға. Тормошҡа сыҡҡанында ла, әле беҙҙең ҡыҙҙар рулгә һирәк ултырғанда уҡ водителгә уҡығанында ла, балаларына бер-бер артлы ауырлы булғанында ла, такси хеҙмәтендә бер төндә йөҙәр-меңәр саҡрымдарҙы урап ҡайтҡанында ла, ирен яуға оҙатҡанында ла, шәхси эшҡыуарлыҡты бер үҙе алып барғанында ла.
Юҡ, ҡурҡмайым, – бөтәһенә лә бер яуап Розалия ханымдың. – Сөнки, нимәне лә Аллаһ Тәғәләмә тапшырып башлайым һәм уның ҡурсыуында булыуыбыҙға ышанам. Унан бөтәһен дә ныҡлы уйлап, самалап, үлсәп кенә эш итергә тырышам. Бер нәмәнең дә сигенән сығырға ярамай, тигән алтын хәҡиҡәтте тотам. Артыҡ хафаланырға ла, ышанырға ла, тәрбиәләргә лә, хәстәрләргә лә, иркәләргә лә, әрләргә лә һәм, хатта, артыҡ яратырға ла ярамай. Ә инде ҡурҡыу – әле булмағанды уйлап, күҙаллап, фаразлап, алдан ҡапаҡлап ултырыу иң аңһыҙ ҡылыҡтарҙың береһе ул. Мин, мәҫәлән, балаларымды үҙ көсөмә ышанып таптым һәм ауырлыҡһыҙ ғына үҫтереп киләм. Филолог дипломыма ҡарағанда, водитель танытмам күберәк файҙа килтерҙе. Таксист булып йөрөнөм, сөнки бер рейста балалар баҡсаһындағы айлыҡ эш хаҡын сығарҙым. Кискә балаларҙы йоҡлатырға һалып юлға сыға ла, улар торғансы Баймаҡтан урап ҡайта инем. Ҡалаға етәрәк оло улымды шылтыратып уятам, бәләкәстәрҙе торғоҙ, әҙерлә, тим. Унан кемеһен – мәктәпкә, кемеһен баҡсаға таратып сығып, ҡайтып иҙәндәрҙе һөртөп, ашарға бешереп ҡуям. Әле иһә улай итмәйем, ирем өйҙә юҡта балаларҙы ташлап йөрөмәйем, бары хеҙмәткәрҙәр менән генә идара итәм.
Артурҙы махсус хәрби операцияға оҙатҡанда ла ҡурҡманым. Уның һайлаған юлын, теләген хөрмәт итеп ризалаштым. Ул унда аҡса өсөн китмәне, малды тыныс тормошта ла таба белде. Илһөйәр, ярһыу, рухлы булғаны өсөн юлланды – ҡырҙан ғына күҙәтеп сыҙап ята алмағанға. «Үҙем барып туҡтатып ҡайтмаһаммы шул һуғышты», – тип, мәрәкәләп, сыҡты ла китте. Һәм үкенмәне, бер ҡурҡынысты ла, ауырлыҡты ла һөйләмәне, яҙманы. Иң зарлы һүҙе – «һағындым».
Тәрбиәләмә, өлгөңдө күрһәт!
Быны Хисмәтуллиндар ғаиләһе иҫбатлаған инде. Азамат бәләкәй генә көйө ата-әсәһенән күреп аҡса табыу юлдарын өйрәнә. Булгаков ҡасабаһында йәшәгән малай, велосипедта барып, эргәләге ауылдарҙан һөт-ҡаймаҡ һатып алып ҡайта ла, шуларға аҙыраҡ хаҡ өҫтәп баҙарҙа тора йә урамдар буйлап елдереп йөрөп тәҡдим итә. Шулайтып, егет аҡсаның ҡайҙан килгәнен һәм «аяғың тыпылдаһа – ауыҙың сәпелдәй» икәнде аңлай.
Мәктәптә балаларҙы уҡытыусылары «ни ҡушһаң да, талымһыҙ башҡаралар, йыбанып, ҡаршылашып тормайҙар» тип маҡтайҙар икән. Был тәңгәлдә лә улар ата менән әсәнең көнөн сериал ҡарауға йә диванда ятыуға бағышламағанын үҙ миҫалдарындағы өлгөһөнән күрә. Өй йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу, урамда, баҡсала эшләү, бәләкәстәр менән ярҙам итеү – төртөп күрһәтеп әйтеү кәрәкмәй.
Туған телде белеү ҙә – бер ғәҙәти булмаған нәмә түгел был ғаиләлә. Ата-әсә үҙҙәре тик башҡортса ғына аралаша, уларға килгән туғандар, дуҫтар ҙа. Телевизор инде күп йылдар юҡ, зәңгәр экрандан баш тартҡандар. Башҡорт моңдарын тыңлау өсөн «Ашҡаҙар» радиоһын ҡуялар икән. Балалар бәләкәстән туған телдәрендә уйнап-йырлап, әллә күпме әкиәт, шиғыр белеп, әҙәбиәт менән танышып, матбуғат уҡып үҫә. Был – атайҙың талабы һәм әсәйҙең тырышлығы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2025) һанында уҡығыҙ.