Мөғәллимә
Илсиә Ишбулат ҡыҙы Атауллина (Фәйзуллина) Әбйәлил районы Ишҡол ауылында 1966 йылдың 3 июнендә икенсе бала булып донъяға килгән. 1979 йылда атаһы мәрхүм була. «Фатима апайыма – 14, миңә 12 йәш ине. Беҙҙән башҡа тағы эреле-ваҡлы өс бала ҡалды. Тулы ғаиләлә тормош ауырлығы беҙгә ҡағылмаған да төҫлө булған. Ҡәҙер-лебеҙҙе юғалтҡас, донъя икенсе төрлө асылды. Әсәйем таҙалыҡ яратты. Беҙҙән дә шуны талап итте. Өй йыйыштырыу, уны тәртиптә тотоу, утын-бесән әҙерләү, мал ҡарау беҙҙең иңдә ине», – тип хәтирәләр ебен тағата Илсиә апай. Бөтмөр, тырыш, донъяһын гөл итеп тоторға күнеккән Хәмирә инәй бала-ларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Уның уңғанлығы, сәме шунан да күренә: өйҙәренең иҙәнен йыл да буямай ҡалдырмай.
Башланғыс кластарҙа Илсиәләрҙе Зөлфирә Абдрахманова уҡыта. Күршелә генә йәшәгән апайҙы кемуҙар-ҙан ҡаршыларға йүгереүҙәре, өйөнән сыҡҡанын көтөп алып, уҡытыусының сумкаһын ғорур тотоп, мәктәпкә атлығыуҙары – бала саҡтың яҡты иҫтәлеге.
– Беҙҙе уҡыуҙа яҡшы өлгәшһендәр, тип тырышты әсәй. Йыш ҡына дәрескә инә торғайны. Һабаҡташтарымдың, ул артҡы партала урын алһа, боролорға ла ҡурҡып ултырғанын иҫләйем. Дәрескә әҙерләнмәй килеп ҡара! Уҫал, талапсан булды! – тиһә лә, биш бала менән тол ҡалған әсәһенең, атаһы бурыстарын да йөкмәп, балаларынан күҙ яҙҙырмай, уларҙы яҡшы белем алырға дәрт-ләндерергә, тәрбиә бирергә, маҡсатлы итергә тейешлеген аңлай Илсиә апай. Әсәйҙәре оло ҡыҙы Фатимаға – бухгалтер йә иҡтисадсы, Илсиәгә – уҡытыусы, Рәмзиәгә – шәфҡәт туташы, оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директор вазифаһын биләүсе Иршат ҡустыһына осоусы булырһың, ә кинйәләре Таһирға, механизаторға уҡырһың да, утын йә бесән килтереүсе юҡ, тип интекмәҫбеҙ, эргәмдә генә йәшәрһең, тигән маҡсат ҡуя. Шулай ҙа кесеһе лә юғары белем ала. Алдан күреүсәнлеге булғанмы, әллә һәр атай-әсәйҙәге балаһының холҡон, һәләтен тойомлауымы – ул тоҫмаллаған йүнәлеште тота балалары – кәрәкле, һөнәрле булып йәшәйҙәр.
– Туғыҙынсы класта беҙҙе химиянан Сәриә апай Моратшина уҡыта башланы. Шул ваҡыттан ошо фәнгә һөйөү уянды. Мине ул район кимәлендәге олимпиадаларға алып йөрөнө. Табип булыу теләге лә уянып ҡуйғайны. Ҡурсаҡтарыма укол һалып уйнағаным хәтеремдә. Күрше-тирәләге балаларҙы йыйып, тимер гаражға аҡбур менән яҙып, һабаҡ биргәнемде лә иҫләйем. Сәриә апай Бөрө педагогия институтын тамамлаған. Беҙҙе лә шунда ҡоҙаланы. Һабаҡташым Әнүзә Шәрипова менән төплө белем артынан Башҡортостандың төньяғына йүнәл-дек», – тип йәшлек хәтирәләренә сума ул. 1983 йылда Бөрө педагогия институтының химия факультетына инеп, юғары стипендия алып уҡый Фәйзуллина. Аяҡ артың еңел тип, төркөмдә имтихандарға тәүҙә уны индерер булалар. Хәтере шәп ҡыҙыҡай һабаҡты еңел үҙләштерә. «Класс етәксебеҙ Фәриҙә Ишбулат ҡыҙы беҙҙең менән тик русса һөйләште. Шуғалыр ҙа, бәлки, сит мөхиттә был яҡтан да еңелгә тура килде», – ти Илсиә Ишбулат ҡыҙы. Атаһы яҡлап Сәғит олатаһы менән Нәбирә өләсәһе Илсиәне яҡын күрә. «Һәр ваҡыт сабыр булығыҙ», – тип тыҡый ул ейәнсәренә.
«Әле һаман уның һүҙҙәрен тотам. Балаларға ла ҡабаланмағыҙ, тип өйрәтәм», – ти ул ҡәҙерлеләрен хәтерләп. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Фәйзулла улы ауылда мулла була. Ейәнсәре ялға ҡайтҡанда уға яҡты йөҙ күрһәтеп ҡалырға тырыша улар. Әсәһе яҡлап өләсәһе Ҡәбиҙә Ҡужан ауылында йәшәй. Ҡышларға уның һәр ваҡыт Ишҡолға килеүе лә хәтеренә уйылып ҡалған. Тәүге практиканы – Бөрө ҡалаһында, 5-се курстағыһын Амангилде мәктәбендә үтә. 1988 йылда ул юғары уҡыу йортон тамамлай. Тап уларҙың сығарылышына йәш белгес-тәрҙе бөтә Союз буйынса таратыу фарманы төшә. Бәлки, был яҡшы ла булғандыр. Ҡайҙа барырға белмәй аптыранып ҡалаһың бит инде. Курстың яртыһы тиерлек йүнәлтмә буйынса Новосибирск өлкәһенә ебәрелә. Илсиә Кочки районының Новорешетовская мәктәбенә эләгә. Ҡалын толомдары теҙенә төшөп торған, йәйәүле ятып, һыбайлы төшөп ҡарар, ҡалаҡҡа һалып йотмалы башҡорт һылыуын сит ерҙә ихлас ҡабул итәләр. Интернатҡа йәшәргә урынлаштыралар. 11-се класс етәксеһе итеп ҡуялар. Ваҡытлыса эш урыны булғас, уҡыу йылы бөткәс тә ҡайтырға йыйына. Әммә ейер ризығы сит ерҙәрҙә яҙған булып сыға. 1989 йылда Быструхин мәктәбенә ебәрәләр. «Тап ошонда ысын тормош тәжрибәһе үттем», – тип һанай ул. Белем биреүҙән тыш, помидор, кәбеҫтә үҫтереү серҙәренә лә төшөндөрәләр – мәктәп баҡсаһы мөдире итеп ҡуялар ҡыҙҙы. Айырым өй бирәләр. Ҡайтармайбыҙ, тиҙәр. Ике йылдан, килешеү мөҙҙәтен тултырып, тыуған яғына юллана ҡыҙ. Әбйәлилдә эш урыны булмай сыға. Өс һылыу, эш эҙләргә Баймаҡ районына юллана. Автобуста уларҙың үҙ-ара һөйләшкәнен тыңлап килгән ҡатын, Сибайға килеп төшкәс, туҡтатып өндәшә. Йәнгел мәктәбенең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Роза Шәғәле ҡыҙы булам, тип таныштыра ул үҙе менән. «Беҙгә өс йылдан химик кәрәк буласаҡ. Юғалмағыҙ, әйҙәгеҙ, исем-шәрифтәрегеҙҙе, ауылы-ғыҙҙы яҙып алайым, мин һеҙҙе табырмын», – ти ул. Әйтәләр ҙә оноталар. Темәс мәктәбенә эшкә йыйынған ҡыҙҙы ауылына ҡайтыуға әсәһе дүрт күҙ менән көтөп торған була: «Ҡайҙа йөрөйһөң былай оҙаҡлап, һине бит Йәнгелдән эҙләтәләр». Ҡыҙыҡай ап-тырап ҡала: химик өс йылдан ғына кәрәк буласаҡ, тигәйне бит теге апай. Әсәһе, ул ваҡытта мотоцикл йөрөтә башлаған мирауай ҡатын, Илсиәне ултыртып, шунда уҡ Йәнгелгә саптыра.
Нишләптер Роза Шәғәле ҡыҙы Дәүләткирәева Илсиәне генә хәтерендә ҡалдырған. «Һине ҡулдан ысҡынды-рырға теләмәнем», – ти ул мут йыл-майып. Намыҫлы эшләгән, асыҡ дәрестәр ойоштороп, үҙ фәнен яратып уҡытҡан йәш белгесте бында хөрмәт итәләр. Беренсе категорияға эйә була ошонда. «Коллективта үҙ һөнәренең оҫталары менән эшләргә тура килде. Роза Шәғәле ҡыҙы – үҙе ниндәй шәп математик! Физиканан – Вера Анатольевна Яковлева, географиянан – Нина Семеновна Комарова, биологиянан – Рәмзиә Барый ҡыҙы Ҡолмөхәмәтова, рус теле һәм әҙәбиәтенән – Людмила Валентиновна Стрелкова – барыһы ла өлгөлө уҡытыусылар ине. Уларҙың юғары баһаһын ғына түгел, ҡайһы бер кәңәштәрен дә ғүмерлек һабаҡ итеп алдым», – ти ул.
Пар алҡалар – һөйөү билдәһе
Ошонда Илсиә апай ғүмерлек мө-хәббәте, хәләл ефете – Троицк ветеринария институтын тамамлап, ветврач булып эшләп йөрөгән Марс еҙнәй менән таныша. Йырларға яратҡан ҡыҙҙы клуб мөдире ауыл сәхнәһендә сығыш яһарға саҡыра. Иң беренсе күрешеү шулайыраҡ була: район мәҙәниәт йортонан «Гөлнәзирә» бейеүен өйрәтергә киләләр. Бейеүсе ҡыҙҙар араһында Илсиә лә була. Уның сәхнәлә һыңар һырғаһы төшөп ҡала. Алҡаны буласаҡ хәләл ефете Марс табып ала. «Кем һырғаһын юғалтты?» – тигән яңғырауыҡлы тауышҡа ҡыҙҙар һиҫкәнеп китеп, барыһы ла ҡолаҡтарына тотона. Илсиә: «Һырға – минеке!» – тип янына килә. Бирмәйем, тип йөҙәтә әле егет. Шулай итеп, ҡараштар осраша, юлдар мәңгелеккә ҡушыла.
– Моңға һәләт – атайымдан. Ул йырланы ла, бейене лә. Колхозда ком-сорг ине. Партком рәйесе булды. Аҡ ҡына күлдәгенә кер төшөрмәй кейгән бик һылыу, ыҫпай ир ине, тип иҫләйҙәр уны яҡындарыбыҙ. Силәбеләге юғары партия мәктәбен тамамлаған. 39 йәшендә генә йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булды атайыбыҙ, – ти ул моңһоуланып.
Бер йыр бәйгеһендә ҡатнаша Илсиә, «Туй күлдәген» башҡара.
– «Тамашасы һөйөүе» – һинеке! – тип һүҙ ташлап үтә Марс. Ҡыҙыҡай аптырап ҡала. Баҡтиһәң, бөтә купон-дарҙы ла ғашиҡ егет үҙе һатып алған икән. Аҙаҡ һөйләүенсә, Илсиә сәхнәлә йырлаған мәлдә иптәштәренә: «Был ҡыҙыҡай минең ҡатыным буласаҡ!» – тип әйтә. Һүҙен һүҙ итә егет. 1992 йылдың 6 мартында йәштәр өйләнешә. Марс Иһәш улы – Күсем ауылының Ҡаралар нәҫеленән. Әсәһе мәрхүмә булып, атаһы Мәхмүзә тигән апайға өйләнгән була. Кәләшенә, үҙебеҙҙең ауыл яғына ҡайтайыҡ, ти Марс. Шулай итеп, Атауллиндар 1999 йылда ике бала менән Ташбулатҡа күсенә. Оло ҡыҙҙары Гүзәл – беренсе класҡа, 1995 йылда донъяға килгән Илүзәләре балалар баҡсаһына шунда бара, кинйәләре Салауат 2001 йылда тыуа. Ташбулатта эш булмағас, Бикҡолға йөрөп уҡыта ла декретҡа китә Илсиә. Ә унан үҙ ауылдарында ла урын бушай.
– Күп уҡыусыларым медицина юлын һайланы. Араларында табиптар, фармацевтар етерлек, – ти ғорурланып Илсиә Ишбулат ҡыҙы. Химияға һөйөүен ул үҙ балаларына ла бирә алған: Гүзәл дә, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, фармацевт-провизор булып эшләй. Илүзә Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһын миҙалға тамамлай. Өфө дәүләт авиация техник университетының биотехнология факультетында инженер һөнәрен алып сыҡҡан. Кинйәләре Салауат та, данлы гимназияла белем алып, программист һөнәрен һайлаған.
Уҡыусыларын тикшеренеү, фәнни эш менән шөғөлләнеүгә дәртләндерә, улар менән үҙе лә сәмләнә, башлап йөрөй Илсиә апай. Өфөлә үткән «Башҡортостан йәштәре тирә-яҡ мөхитте тикшерә» бәйгеһендә уҡыу-сылары призлы урын алып ҡайта. Бер уҡыусыһы ошондай бәйгелә ике йыл рәттән еңә. Юғары класс уҡыусылары өсөн «Экология һуҡмағы» програм-маһын яҙғас, был хеҙмәтенә юғары баһа биргән БДПУ профессоры А. А. Кулагин Илсиә Атауллинаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға тәҡдим итә, әммә мәктәп эше күп, тип ул риза булмай. Илсиә Ишбулат ҡыҙының фәнни эше балалар менән Ҡарабалыҡлы, Сабаҡлы, Яҡтыгүл күлдәренең һыу
составын, тирә-яғындағы үҫемлектәр, хайуандар донъяһын өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Әбйәлилдәге 33 күлдең иң ҙур етәүһенең һыуын Өфөгә алып килеп, составын тикшертә. Был ғәмәлдәрҙе атҡарып сығыуға һәр ваҡыт тормош иптәше ярҙамға килә, иң ҡуя. «Нимә әйтһәм дә, бөтә эшен ташлап, күлдәр буйлап алып йөрөнө еҙнәң, – ти ул бәхетле йылмайып. – Учалыла үткән «Европа-Азия» бәйгеһендә уҡыусым Альбина Сөләймәнова Гран-при яуланы».
Бынан тыш, талантлы мөғәллимә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының эксперт советы ултырышында туғыҙынсы кластар өсөн «Химия һәм ауыл хужалығы» прог-раммаһын яҡлай.
– Йәнгел мәктәбендә белем биреүгә ныҡ көс һалалар ине, ә ташбулаттар унан тыш моң-бейеүгә лә әүәҫ. Балалар дәртле. Ынтылыштары көслө. Бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнәләр. Халыҡ та артистарҙы ихлас ҡаршылап, һәр береһе гөлләмә тотоп килеүсән булыуын ғәжәп иткәйнем, – ти Илсиә Ишбулат ҡыҙы.
Үҙ көстәре менән өй һалып сыға Атауллиндар. Тормош иптәше Ер комитетына эшкә алынып, оҙаҡ йылдар шунда хеҙмәт итә. 15 йыл элек шәхси эшен аса. Ғаилә менән сәхрәгә сығып, тәбиғәттә булырға яраталар. Балалар ҙа, умырзая ҡарарға сығабыҙмы, тип яҙ миҙгелен көтөп ала. Туғандар менән бергә күл буйында ял итеү оҡшай Атауллиндарға.
«Ейәнсәрем Рейнираға өләсәй булыу шатлығын бер нәмә менән сағыштырып та, алмаштырып та
булмай», – ти ул.
– Ҡатындың бурысы – ғаилә йылыһын һаҡлау. Бер шулай концерт ҡуйып ҡайтһам, ирем кейемен тегеп ултыра. Ҡабат йөрөмәйем, тип үҙемә һүҙ бирҙем дә сәхнәне оноттом, – тип йылмая Илсиә апай. – Донъя гел генә ыңғай бармай бит инде. Әммә беҙ һәр ваҡыт бер һүҙле булдыҡ. Бер-береһен хөрмәт итеп, яратып йәшәгән ир менән ҡатын мөнәсәбәтендә шулай булырға тейеш тә. Ирем дә – биш балалы ғаиләнән. Зөләйха ҡайынбикәм математика уҡытыусыһы булып эшләне, хаҡлы ялға сыҡҡас, Сафуан еҙнәм менән ба-лаларына яҡыныраҡ – Өфө янына күстеләр. Рәүеф ҡайнаға – ауылда имам, бер йыр бәйгеһендә ҡатнашып, еңеүсе лә булды ул. Надир, Хәмит ҡайнағаларым да юғары белемле ине. Туғандар менән изге ғәмәлдәрҙе берҙәм башҡарабыҙ, татыу йәшәйбеҙ. Беҙ мул итеп ҡош-ҡорт аҫраныҡ, мал көттөк. Тау саңғыһы комплексыбыҙ бар. «Тюбинг үҙәге» Олоғор тауында урынлашҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иптәшемә ярҙам итәм, – ти Илсиә апай.
Әсәһенең мотоцикл йөрөтөүенә «аһ» тиһәләр, Илсиәнең «тимер ат»ты ауыҙлыҡлауы ғәҙәти ҡабул ителә. Сөнки заман менән ҡатын-ҡыҙ ҙа, уның шөғөлдәренә ҡараш та үҙгәрә. Машина – байлыҡ түгел, ә мохтажлыҡ. Мәктәптән һуң иренә ярҙам итергә кәрәк була. Рәхәт, үҙең ултырҙың да киттең бит. Өшөп килгән кешеләрҙе йылы сәй, тәмле ҡамыр аштары менән һыйлауҙы Илсиә апай үҙ өҫтөнә алған. «Иң тәмле чебуректар – бында, шулар өсөн генә килдек», – тиеүҙәре күңелен йылыта.
Мәктәптә уҡытыу менән генә сикләнеп ҡалмайһың, башҡа ғәмәлдәре лә етерлек: консультациялар үткәреү, фәнни эштәрҙе етәкләү, районда фән буйынса олимпиада комиссияһы ағзаһы булыу, методик берләшмә етәксеһе йөкләмәһен үтәү. Барыһы ла ваҡытты һәм көстө ала. Шуға әле иптәшенә ярҙам итә алыуына һөйөнә уңған ҡатын. Баҡса тултырып сәскә, йәшелсә-емеш үҫтереүе лә кинәнес бирә. «Кәбеҫтәне 90 төптән кәм сәсмәйем. Олоғайған һайын тыуған яҡ, тәпәй баҫҡан ер иҫкә төшә. Ауылға ҡайтһам, һәр тауҙы, ундағы үлән-ҡыяҡты фотоға төшөрөп ҡәнәғәтләнәм», – ти Әбйәлил уңғаны.
– Ҡайнымдың атаһы Күсем ауылы халҡын аслыҡтан һаҡлап ҡалған. Реп-рессия ҡорбаны – 17 йыл ултырып сыҡ-ҡан. Ҡараларҙың шәжәрәһен Олоғор итәгендә үткәрҙек. Шәжәрәне Хәйбул-линдар яғынан да барланыҡ, – тиеүендә нәҫел көсө сағыла.
2019 йылда һуңғы сығарылыш уҡыусыларын, изге теләктәрен әйтеп, оло тормош юлына төшөрә Илсиә Ишбулат ҡыҙы. Уларҙың «Гөлнәзирә»не дер һелкетеп бейеүҙәрен әле лә һағынып хәтерләйҙәр. «Балалар менән эшләһәң, үҙеңде йәш тояһың. Әммә мәлендә йәштәргә юл бирә белергә кәрәк, – тип һанай ул. – Әле өлгөрәм, ваҡыт күп, тип алдана кеше. Ғүмер шул хәтлем ҡыҫҡа, тиҙ үтә. Күңел тигеҙлеген һаҡлап йәшәү мөһим. Бының өсөн теләк-доғалар ярҙам итә. Доға уҡымайынса сәфәргә сыҡмайым. Балаларға ла өйрәтәм. Хоҙай Тәғәләгә ышанабыҙ, рәхмәтлебеҙ», – ти ул.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2024) һанында уҡығыҙ.