Ҡыҙыл ҡыҙы
Оло Ҡыҙыл йылғаһын һыулаған Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы һылыуы Зифа Нәдип ҡыҙы Яҡупова 1985 йылдың 23 ноябрендә Рәмзиә Сәйәх ҡыҙы менән Нәғим (документ буйынса – Нәдип) Иштимер улы Яҡуповтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, иретеп-йәбештереүсе, балта оҫтаһы була. Әсәһе өйҙә балалар тәрбиәләй, баҡсасылыҡта хеҙмәт итә. Ағайлы, апайлы Зифаға үҙенән һуң тыуған ҡустыһы өр-яңы хистәр бүләк итә. Ҙур ғаиләлә йәшәү үҙе бер бәхет икәнен татып үҫә улар.
Рысҡужала дүрт класс тамам-лағандан һуң, Ҡаҙмаш урта мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар. Һәр нәмәгә үҙ фекере булған, яҡшы өлгәшкән ҡыҙыҡай мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Сибай институты башланғыс кластар уҡытыусыһы факультетына уҡырға инә. Бәләкәй генә сағында: «Ниндәй һөнәр һайлар инең?» – тигәнгә ул үлсәү артына баҫҡан һатыусы һүрәтен төшөргән була. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Әбйәлил районы Әбдрәш урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Йәш белгескә һынабыраҡ ҡарайҙар бит инде, ике йыл эсендә ул хеҙмәттәштәренең һәм уҡыусыларҙың хөрмәтен яулап өлгөрә. Буласаҡ тормош иптәше шулай уҡ Сибай институтының тарих факультетын тамамлаған. Йәштәр өйләнешеп, бер-бер артлы Динә, Зәлиә ҡыҙҙары тыуғас, был ғына аҡсаға ғаиләне ҡарап булмай, тип, ғаилә башлығы сауҙа вәкиле булып эшкә сыға. Кәнфит етештереүселәрҙең тауарын магазин-дарға таратыу менән шөғөлләнә башлай.
Һынауҙар...
«Эш менән әүрәп, ғаиләгә ваҡыт бүленмәй башланы. Ике бәләкәй баланы ҡарау – минең иңдә. Арып ҡайтһаң, өйҙә тағы мең мәшәҡәт көтә. Иптәшем менән айырылышып ҡуйҙыҡ. Ғаилә менән эште бер тигеҙ алып бара белмәүҙән шулай килеп сыҡты», – ти ул. Балалар ғына түгел, эш менән бәйле ир менән ҡатындың юлдары айырылыуы – етди һынау. Башланған эште үҙенә генә алып китеүе еңелдән булмаһа ла, Зифа бирешмәй – бар көсөн һала. «Тәүҙәге үпкәләр онотолдо, балала-рымдың атаһы менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп, әле һаман хеҙмәттәшлек итәбеҙ», – ти Зифа.
Үҙҙәренең фатиры юҡ, йәш әсәнең уйында – балаларҙы мөйөшлө итеү. Ҡатын ошо маҡсатына бара. Эшкә башкөлләй сума. Бер йыл эсендә фатир һатып алып, ремонт эшләп сығыуын ул ҡыҙҙарының әсәләрен аңлап, ярҙам ҡулы һуҙыуында күрә. Айырылышҡан ваҡытта ла тап улар кәңәшсе була Зифаға.
«Уйынсыҡтарыбыҙ ҙа, кейемдәребеҙ ҙә етерлек. Әсәй, һин беҙгә аҡса түкмә. Фатирға йыйып бар», – тип аңлап, 5-6 йәшлек балаларым минән артығын таптырманы. Шулай бергәләп тупланыҡ. Фатирлы булғас, ҡыҙҙарым: «Хәҙер һиңә машина алырға кәрәк, әсәй», – тине. Өр-яңы «тимер ат» һатып алып ҡайттым. Был эшемде күпкә еңел-ләштерҙе. Кредитымды түләп бөтөүгә, өй хаҡында хыялландыҡ һәм уны ла тормошҡа ашырҙыҡ. Бейеклектәрҙе балаларым билдәләне. Өй уңайлы бит ул. Гаражы бар. Баҡса сәсһәң, гөрләп үҫеп сыға. Иң рәхәте беҙгә, ауыл ҡыҙҙа-рына, – мунсаһы. Йәйгеһен, эҫе ваҡыт-та, ағас өйҙә – хиләүәт. Матурлап ремонт яһаныҡ. Бер ваҡыт һаулығым ҡаҡшаны. Тимәк, мин нимәнелер дөрөҫ эшләмәйем, тигән фекергә килдем», – ти ул. Зифа үҙенең тормошта ҡатын-ҡыҙ булыуын инҡар итеп, мал табыу, матди байлыҡ булдырыу менән артыҡ мауығып киткәнен һәм был хәлдән сығыу өсөн көслө психолог табырға кәрәклеген аңлай.
Рухилыҡ
– Сюцай фәне оҫтаһы, трансформатор, энергет, һандар коучы Ҡайрат Бекболат һандар аша донъяның айышын, уның төҙөлөшөн аңлатып бирҙе. Хаталарымды күрә башланым. Өс көнгә һуҙылған уҡыуҙа башыма шул барып етте: ҡатын-ҡыҙ үҙ асылын инҡар итһә, һаулығы ҡаҡшай икән. Ҡан баҫымы күтәрелеүҙән дарыу эсә инем. Рулгә лә ултыра алмай башланым. Артабан нисек йәшәргә? Яман шеш, тигән һорау алдымда торғанда, шундай ҡарарға килдем: былай ярамай, мин сәләмәт булырға, ғүмеремде һаҡларға теләйем. Ә табиптарға килһәң, улар нәҫелде тикшерә: «Атайыңда ҡан баҫымы юғары булдымы? Әсәйеңдә?» «Эйе», – тигәнде ишетһәләр, шундуҡ нәҫелдән күскән, тип һығымта яһайҙар ҙа бөттө. Остазым: «Тәнең менән шөғөлләнергә кәрәк. Йөрөй башла», – тине. Шулай итеп, таңғы сәғәт 5-тән тороп, атларға сығып китәм дә 10 саҡрым юлды үтеп ҡайтам. Ошо хаҡта телеграмм каналымда һөйләйем, – тип бүлешә Зифа.
Уның хәлен күҙәткәндәр, арып туҡтар, тип көтә. Һыуыҡтар башланһа, йөрөмәҫ, тиҙәр. Зифамы һуң инде алдына алғанын ҡуя торған кеше? Таңғы тәбиғәткә хайран ҡала ул. Ҡояштың тәүге нурҙарын тойоп, асыҡ һауала йөрөү күңелде аса. Кәйеф күтәрелә. Остазы рәхмәттәр яҙырға ҡуша. Ҡыш буйы уның талабын үтәй Зифа. Күңеле рәхмәткә асыла башлай.
«Йәйәү йөрөп, энергияңды күтәрһәң, һине күрә башларҙар, тигәйне остазым. Уға хәтлем мине магазиндың хужаһы тип ҡабул итмәнеләр. Ялтырап, алтында-көмөштә алдарына алтын сәсле һылыу булып баҫып торһам да – күрмәйҙәр. Һатыусыларым аптырай, үҙем дә: ниңә шулай? Был тормошта һин юҡ кеүек. Иң ауыры – үҙең өҫтөңдә эш. Һәм быға барыһы ла һәләтле түгел. Ә ул мөғжизә килде, бер ваҡыт ир кеше һорай:
– Әллә һеҙ ошо магазиндың хужабикәһеме?
Мин һомғолланып киткәйнем.
– Эйе, – тием. Исемемде белешә. Яуап бирҙем.
– Эшегеҙ ҙә матур. Үҙегеҙ ҙә Зифа, буйығыҙ ҙа зифа. Ҡалай һеҙ гүзәл! – тигәс, күҙҙәремә йәш тулды хатта. Уға хәтлем әсәйемә: «Ниңә миңә ул исемде ҡуштығыҙ? Мин бит тулы кәүҙәле! Исемде дөрөҫ һайламағанһығыҙ!» – тип дәғүә белдерә инем. Ә хәҙер исемем есемемә тура килеүенә ҡыуанам. Йогтар фекеренсә, беҙҙең кундалини энергияһы оса һөйәге өлкәһендә урын-лашҡан. Ул – бик ҡеүәтле көс. Кешене яндырғанда ла ул янмай икән. Уны уятыр, бөтә чакралар буйынса ла күтәрер өсөн йәйәү йөрөү файҙалы. Алты саҡрым юл үткәс, ул уяна, өҫкә күтәрелеп, баштан аша сығып китә. Бына ни өсөн йәйәү йөрөү, спорт, физик күнекмәләр файҙалы. Хәҙер маҡсатым – үҙем аша кешеләргә ярҙам итеү», – ти Зифа.
Зифаның телеграмм каналына төрлө ҡатындар ҡушыла башлай. Берәүһе уның өлгөһөндә йәйәү йөрөп, эске-лектән арыныуы, намаҙға баҫыуы тура-һында шатланып хәбәр итә. Был осраҡта Зифа ханым уға:
– Һәр ғәмәлде еңел ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Тәүҙә иртәнге намаҙҙы уҡыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Бәләкәй генә еңеүегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәтле булығыҙ, – тип кәңәш бирә.
– Остазымдың: «Тәнегеҙҙе тың-ларға өйрәнегеҙ!» – тигәне тотош стилемдә лә сағылыш тапты. Элек ҡыҫҡа итәкле күлдәктәр һайлаһам, хәҙер теҙҙәремде ҡаплағанды үҙ итәм. Тән асыҡ йөрөүҙән ояла. Бер ваҡыт көҙгө алдына баҫтым да үҙемде тың-лайым: күңел яулыҡ һорай. Шулай итеп, башымды ҡаплап йөрөүҙе хуп күрәм хәҙер, – ти ул.
Башҡортостан бренды – «Башмаркет»!
– «Башмаркет» урындағы, үҙе-беҙҙең ерлектә етештереүселәргә өҫтөнлөк бирә. Барыһын да үҙем тәмләп алам. Ҡороттоң ғына нисә төрө бар! Ҡарағат, ҡара миләш ҡушылғаны. Тәмле ҡороттарҙы Гөлдәр Ишҡы-уатованың шәхси фирмаһы һатыуға сығара. Береһе – Көнсығыш биҫ-тәһендә, Бүләков урамы, 13-тә, икен-сеһе – Зәки Вәлиди урамы, 52 – үҙәктә, өсөнсөһө – вокзал яғында, Таусылар урамы, 42-се йортта урын-лашҡан. Бөтә магазиндарым да ҡуртымда ине, былтыр дәүләттән ярҙам алып, берәүһен һатып алдым. Кредит түләү ҡыйыныраҡҡа тура килһә лә, өс йыл эсендә бина үҙеңдеке буласаҡ, тигән ышаныс күңелде йылыта. Ярҙам юҡ, тигәндәргә шундай һорау бирәм: «Һеҙ берәй проект менән аҡса һорап барғанығыҙ булдымы дәүләткә? Бар ундай саралар. Һәм күптәр уның менән файҙалана ла», – тием. Сибайҙа «Минең бизнесым» үҙәге документтарымды әҙерләште. Касса аппараттары бар, кәрәкле документтарҙы ғына тултырып биреү ауыр булманы. «Кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү» милли проекты программаһы буйынса шәхси эшмәкәрлек өсөн шул рәүешле берәй эш ҡорамалы алыу мөмкинлеге лә бар.
Күсемһеҙ милек – киләсәкте ҡайғыртыу ҙа ул. Уны ҡуртымға бирһәң дә, өҫтәлмә аҡсаһы килеп тора. Үҙем дә түләп торам бит. Шуға килем алыу өсөн һатыу барырға тейеш, – ти хәстәрлекле ханым.
«Башмаркет» исемен патентлау хаҡында ла уйлай эшҡыуар. Был яңы кимәлгә сығыу, заман менән бергә атлау, тигәнде аңлата. Ҡайһы бер бизнес вәкилдәре, касса аппараты менән эшләү бурысы ҡуйылғас, артабан һатыу итеүҙән баш тартып, ябыла. Йылдан-йыл сауҙа итеүселәргә талаптар арта. «Честный знак», «Меркурий», «Маркировка» – нимә генә уйлап тапмайҙар! Яңылыҡтарҙы үҙләштерергә тура килә. Бер дәфтәр менән килеп инеп, тауар һанап ҡына башлаған Зифа барыһына да үҙ хаталары, тәжрибәһе аша өйрәнә. Хәҙер һәр чекты телефондан программа аша ҡарап ултырыу мөмкинлеге бар. Зарураттан быныһына ла төшөнә ул. Сөнки уңышлы булам тиһәң, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Милли ризыҡ етештереүселәр киң селтәрле магазиндарға барып инә алмай. Улар менән килешеү төҙөп тә тормайҙар. Зифаның магазиндары шуның өсөн ҡулай. Кәрәкле сифат хаҡындағы документтары булһа, тиҙ арала килешеү төҙөргә мөмкин. «Бына һеҙҙең кәштәгеҙ, ул һәр ваҡыт тулы ятһын», – ти етәксе, тауарҙы ҡабул итеп. Бишбармаҡ етештереүселәр күпме булһа ла, һатып алыусылары табыла. Хәҙер йәштәр өйҙә һалма йәймәй, һатып алыуҙы ҡулай күрә. Зифала өс төрлө етештереүсенең тауары бар. «Ауыл ерендә лә кеше малды ҡыҫ-ҡартты. Ҡорот, эремсекте лә һатып алалар. Йәй – ҡымыҙ, ҡыш буҙа үтә, – тип һөйләй Зифа. – Тормошта билдәләргә осрап тораһың, тик уны күрә, аңлай белергә генә кәрәк. Төрлө мөмкин-лектәр көн һайын ебәрелә. Уларҙы файҙалана белеү ҙә мөһим. Алдыңда ишек асыла икән, уны асып инеү лазым.
Көнө-төнө телефонда ултырып, энергиябыҙҙы, һәләтебеҙҙе юғалтабыҙ. Үҙем менән шөғөлләнә башлағас, социаль селтәрҙәрҙән сыҡтым. Элек кеше тормошон күҙәтә инем. Йыһандан мәғлүмәт алыу һәләтен асыу өсөн кеше тәбиғәткә яҡынайырға тейеш. Элекке һымаҡ сәғәт 12-гә хәтлем йоҡлап ятыу ҡайҙа?! Ун саҡрым атлап килгәс, дәрт-ләнеп эш көнөн башлайым. Үҙемде һәр ваҡыт һау тотоуҙа мунсаның файҙаһы ҙур. Бөтә энергия һыуҙа һалына. Аҙна-һына өс мәртәбә мунса инеү, тирләү файҙалы. Ҡыҙҙарҙы саҡырып, аулаҡ өй яһайбыҙ, һөйләшеп, сәйҙәр эсеп таралышабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙы үҫтереү өсөн ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Бер ваҡыт башыма яңы уй төштө: марафон иғлан итергә. Уға бик теләп ҡушылдылар. Бер көн эсендә ун кеше йыйылды. Зум аша осрашыу үткәреп, төрлө райондағы ҡыҙҙарҙы иртәнге аҙымдарға сығарҙым. Иң күп йөрөгәндәр отчеттарын ебәрҙе. Еңеүселәрҙе бүләкләнем. Йәйәү йөрөү алдынан һорау ҡуям, атлаған ваҡытта шуға яуап килә. Бер көндә 13-сө мәктәп директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина шылтыратты. Әйҙә, ҙурыраҡ арауыҡтағы марафон иғлан ит, мин дә ҡушылам, ти. Ун бишләгән кешене йыйып, тағы атларға алып сығып киттем. Төрлө райондарҙан, үҙем аяҡ та баҫмаған Бүздәк, Нуриман яҡтарынан ҡушыл-дылар. Йәйәү йөрөп кенә үҙгә-реп була икән, тип һөҙөмтәләрен яҙалар. Ярҙам итеүемде һорайҙар.
Ниңә ауырыным, тип һорағас, остазым: «Белемдәрең башҡалар менән бүлешмәгәнгә», – тип яуап бирҙе. Тимәк, миссиям – кешеләрҙе әйҙәү, дөрөҫ юлға сығарыу. Йүнәлгәйнем, улар ҙа ауырыуҙан туҡтаны. Был хәлде һатыусы-ларымда ла күҙәттем. Эргәлә һау-сәләмәт, дәртле кеше йөрөһә, башҡаларға ла ул шулай тәьҫир итә. Хәҙер һәр иртәмде кеше-ләргә матур көн теләүҙән башлайым», – тип шатлана Зифа.
Сибай ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.