+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
2 Ноябрь , 19:16

«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»

Моң сәңгелдәге!.. Тирбәлә лә тирбәлә ул. Берсә һине, илаһи тулҡынында бәүелтеп, күктәргә ашыра, берсә сөңгөлдәргә ташлай, йә һағышҡа сорнап ҡанһырата... Беҙ барыбыҙ ҙа моң сәңгелдәгендә тирбәләбеҙ, тик һәр беребеҙҙең үҙ көйө, үҙ юлы. Мәсетле һандуғасы Гөлназ Ҡәҙербирҙина моң иленә әсәйҙәребеҙҙең йәшлек көйө, иң матур ретро йырҙарҙың береһе «Йәш ғүмер» менән килеп инде. Килеп инде лә тау шишмәһен хәтерләткән гәлсәр тауышы менән күптәрҙең күңелен яуланы. Ә уның «Хат» йырын әрмеләге һөйгәндәренән өҙөлөп сәләм көткән күпме гүзәлкәй йөрәк йәдкәре итеп хисләнде икән?! Гөлназ һылыуҙы зәңгәр экрандарҙа эстәлекле матур телетапшырыуҙар алып барған сағынан да хәтерләйбеҙ. Танылған «Гәлсәр һандуғас» тапшырыуында, һәр геройының күңел һандығын асып, ихлас әңгәмәләр ҡороусыларҙың береһе лә ошо хисле зат ине.

«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»
«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»

«Тыуған нигеҙ, мин бәүелгән бишек...»

Тыуған ауылында өр-яңы, матур йорт күтәрә Сәлимйән ағай. Олоғайған әсәһе Камилә Нафиҡ ҡыҙын да яндарына алалар. Эшһөйәр, егәрле ғаилә кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт көтә. «Төҫ-ҡиәфәтем, холоҡ-фиғелем менән дә Ҡәҙербирҙиндар яғына тартҡанмын, атайымдың, ҡартнәйемдең күпселек һыҙаттары сағылыш тапҡан миндә. Ә бына моң-йырға булған һөйөү, киреһенсә, әсәйем яҡлап күскәндер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Борай районы Ҡайынлыҡ ауылында йәшәгән, байтаҡ йылдар колхоз рәйесе йөгөн тартҡан Әхмәтзыя ҡартатайым иҫ киткес оҫталыҡ менән оҙон көйҙәрҙе һуҙыр ине. Шул уҡ ваҡытта Камилә ҡартнәйемдең бер туған һеңлеләре менән мөнәжәттәр, бәйеттәр, сеңләүҙәр башҡарыуы, ҡумыҙ сиртеп, йырлап-бейеп күңел асыуҙары ла – йөрәгемдә иң матур хәтирәләрҙең береһе», – ти мөләйем һылыу. Тәбиғәте менән күңелсәк, шаян да, шул уҡ мәлдә үтә оялсан да булған Гөлназдың моң иленә тәүге һуҡмағы тыуған ауылында һалына. Музыка уҡытыусыһы Рәмилә Вахитова ойош-торған йыр-бейеү түңәрәгенә оло ихласлыҡ менән йөрөй буласаҡ йондоҙ. «Баянда  уйнарға ла хөрмәтле уҡытыусым өйрәтте. Атайым тыуған көнөмә баян бүләк итте. Өйөбөҙҙә эштән, мәктәптән һуң көноҙоно радиоалғыс яңғырай: Радик Гәрәев, Нәзифә Ҡадирова, Филүс Гәрәев, Зөһрә Сәхәбиева, Асия һәм Илфак Смаҡовтарҙың ҡабатланмаҫ моңдары ағыла. Ул йылдарҙа ауыл да, мәҙәниәт усаҡтары ла гөрләп торҙо. Бөтә концерт-смотрҙарҙа ҡыуанып ҡатнаша инек», – тип хәтирәләр ебен һүтә йырсы.

Гөлназға алты йәшендә ҡустыһы Илнур, ә 1992 йылда һеңлеһе Гүзәлиә тыуа. «Туғандарым минең – бәхет ипкендәрем.  Яратып, ҡарап ҡына үҫтергән ҡустым – бөгөн матур ғаилә башлығы, киленебеҙ Әлиә менән татыу тормош ҡороп, дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Гүзәлиәбеҙ Флорид кейәү менән ҡартнәйебеҙҙең исемен йөрөткән ҡурсаҡтай Камиләне үҫтерә», – ти Гөлназ. 

 

«Әй буйында былбыл һайрай...»

Гөлназ һылыуҙың тыуған төйәге Мәсетле районы – үҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы: ҡупшы ҡарағайҙары, зифа ҡайындары, күркәм тауҙары, икһеҙ-сикһеҙ дала киңлектәре менән дан тотҡан хозур төбәк ул. «Респуб­ликабыҙҙа таһыл көрәшселәре, талантлы ҡумыҙсылары менән билдәле бөҙрә таллы Ыҡ һәм йәмле Әй буйҙарында тыуып үҫкәнемә ғорур­ланам. Асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле, тик тәү ҡарамаҡҡа бер аҙ ҡырыҫыраҡ тойолған егәрле яҡташтарымды бар йөрәктән яратам һәм хөрмәт итәм. Уңайы сыҡҡан һайын, тимер атыма ултырам да тыуған яғыма ашҡынам, йыш ҡайтам. Бормаланып аҡҡан Әй буй­ҙарына төшөп, көмөш тулҡындарында бәүелһәм, тыуған яғымдың уңды­рышлы ҡара тупрағына аяҡ баҫып, саф һауаһын һулаһам, йәшәү көсөм, дәрт-дарманым арта, йәнемә, гүйә, ҡот-ырыҫ ингәндәй була!» – тип һөйләй йырсы. Уңған хужабикә булараҡ, йыл да еләк-емеш, хуш еҫле дарыу үләндәре йыйырға ярата икән.  «Мәсетле еләге шул тиклем эре һәм тәмле. Уның айырым бер таты бар, шуға бешергән бәлештәрем дә гел уңа», – тип өҫтәй ул. Йырсының тыуған төйәген мөкиббән китеп  яратыуы «Тыуған яҡ», «Әй буйҙары», «Тыуған яғым ҡайындары», «Еләк йыям зәңгәр болонда» йырҙарында наҙ булып түгелә.

 

«Ожмах рәхәттәрен тоям,

Ҡосаҡта – ике балам...»

Гөлназ Ҡәҙербирҙинаның моң бишегенән юғалып, һағындырып, юҡһындырып тороуының сәбәбе бик ябай ҙа, изге лә: йырсы, кейәүгә сығып, наҙлы әсәлек хистәрен татып, ике баһадир ул табып ала. «Һөйөп, бағып ҡына үҫтергән ике улым – ике ҡанатым. Көн дә иртән тороп, алға барырға көс биреүсе, тормошома бәхет-тат өҫтәүсе ғәзиздәрем улар. Етенсе синыфта уҡыған Асҡар профессиональ рәүештә тхэквондо менән шөғөлләнә, беренсе разрядҡа эйә, Башҡор-тостандың йыйылма командаһы ағзаһы. Өсөнсөлә белем алған Искәндәр ҙә спорт ярата, шулай уҡ тхэквондоға йөрөй. Икеһе лә йөҙөү менән мауыға, йыр-моңға ғашиҡтар, тауыштары ла матур. Тик уларҙың тәү ҡарамаҡҡа ғына еңел күренгән, әммә үтә лә ауыр сәнғәт юлынан китеүҙәрен теләмәйем. Киреһенсә, ерҙә ныҡ баҫып торған һөнәр һайлап, ысын ир-егет булып, тормошта үҙ урындарын тапһалар, бик бәхетле булыр инем», – тип уй-хистәре менән бүлешә әсә. 

Уңған хужабикә, улдар тәрбиә­ләгән әсәй булараҡ, Гөлназ аш-һыуға ла оҫта. «Ғаиләмдә ҡамыр аштарын яраталар: төрлө эслекле бәлештәрҙе, өсбос-маҡтарҙы, ҡоймаҡ, печенье­ларҙы, үҙе-беҙҙең яҡтарға хас итеп киҫелгән һалмалы ашты хуп күрә яҡындарым. Бешеренеү оҫталығым – Борайҙағы ҡартнәйем Тәҙрисәнән һәм әсәйем-дән», – ти ул.

Гөлназ Ҡәҙербирҙина өсөн өй йылыһы айырыуса мөһим. Таҙалыҡты, бөхтәлекте яратҡан йырсы тәмлекәстәр бешереп яҡындарын һыйларға ла, туғандары менән аралашырға ла, балалары менән ер-һыу гиҙеп, төрлө илдәргә сәфәр ҡылырға ла, гөлдәр үҫтереп, матур итеп баҡса бағырға ла өлгөрә. «Оҙон юлда йөрөргә яратам. Унда күңел тыныслана, уйҙар тәртипкә килә. Әлбиттә, йырҙарым – ҡайҙа ла юлдаштарым. Тыуған ауылымда, Ыҡ буйында ике ҡарт тирәк ағасы – минең серҙәштәрем. Ошо ағастарҙы ҡосһам, йәнем ял итә, талсығыуым, һағышым кәмей. Бөтә күңел торошом – йыр-ҙарымда!» – ти хисле  йөрәк. 

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»
«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»
«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»
«Йәшәп туймаҫ ғүмер барында...»
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: