0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
2 Октябрь , 15:34

Әй һылыуы Таңһылыу

Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе Таңһылыу Закирйән ҡыҙы Бикмуллинаның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар. Әйле ырыуы һылыуы, юғары уҡыу йортон тамамлағас та, ошо белем биреү усағына  эшкә килә һәм унда таш кеүек бата. Хәҙер инде ул – йөҙәрләгән уҡыусы менән күҙгә-күҙ ҡарашып белем үрҙәренә артылған, уларҙы етәкләп тигәндәй ҙур тормош юлына оҙатҡан, һәр береһен тын алышынан тойорға өйрәнгән, абруйлы тәрбиәсе дәрәжәһенә күтәрелгән остаз.

Әй һылыуы Таңһылыу
Әй һылыуы Таңһылыу

Һөнәргә тоғролоҡ

Таңһылыу Бикмуллина 1976 йылдың 22 ноябрендә Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Закирйән Сөләймән улы Ғарипов туғыҙ айлыҡ ҡына улы менән тол ҡала. Ҡатыны фажиғәле һәләк була. Әсәһе Рәтифә Ғиниәт ҡыҙы Ғайсинаны һоратып килгәс, ҡыҙ үҙәге өҙөлөп шул сабыйҙы йәлләүенән ризалығын бирә. Хәйҙәрйәнде үҙ балаһы һымаҡ итеп тәрбиәләп үҫтерә ул. Үҙенең дә бер-бер артлы ике ҡыҙы һәм өс улы донъяға килә. «Был хәлде үҫә килә генә төшөндөк. Диуарҙа һылыу ғына апайҙың фотоһүрәте элеүле тора ине. «Кем ул? – тип төпсөшөүебеҙгә инәйем һөйләргә мәжбүр булғандыр инде. Әле ул ағайым ғаиләһе менән Нижневартовск ҡалаһында йәшәй», – ти Таңһылыу ханым.

Етенсе класҡа Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға инә. Әсәһе – ашнаҡсы, атаһы комбайнер булып эшләгән күп балалы Ғариповтарға көтмәгәндә ҡайғы килә: ғаилә башлығы, 44 йәшлек Закирйән, мәрхүм була.  Таңһылыу яҡшы өлгәшә. Бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөй.  Һәйбәт уҡыған әүҙем балаларҙы йыйып, класс етәксеһе Зөмәрә Вәли ҡыҙы Төркмәнстанға алып бара. Оло апаһы Гөлфиә Закирйән ҡыҙы бейеүсе һөнәрен һайлай, мандолинала өҙҙөрә, ағаһы Ғарифйән менән икеһе лә гармунда уйнай. Моңға һәләт Таңһылыуға ла тыумыштан бирелгән: йырларға, бейергә ярата. Урта белем алғандан һуң, училищела парикмахер һөнәрен үҙләштерә. Икенсе йылына БДПИ-ның рус-башҡорт бүлегенә уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатына эшкә ебәрелә һәм шул ваҡыттан алып хәҙерге көнгәсә унда хеҙмәт итә.

 

Ғүмерлек мөхәббәт

Тормош иптәше Рәмил Илдар улы менән мәктәп йылдарынан таныш. «Тәүге һөйөүем ғүмерлек мөхәббәтемә әйлән-де», – ти ул йылмайып. Оҙаҡ итеп дуҫлашып йөрөһәләр ҙә, 27 йәштәре тулғас ҡына өйләнешәләр. Рәмил Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайта. Башҡорт дәүләт аграр универси-тетының механика факультетын тамамлай. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә слесарь булып урынлаша. Бер ваҡыт Рәмил:

– Иртәгә һоратырға киләйекме әллә? – тип һүҙ башлай.

Тәбиғәте менән сабыр аҡыллы ҡыҙ ҡаршы ла булмай, «эйе» тип тә һикереп төшмәй. «Иртәгәһенә, йоҡонан уянғас, ишек төбөндә яусылар баҫып тора ине инде», – тип көлөмһөрәп хәтерләй йәш саҡтарын Таңһылыу.

5 ғинуар никахтары була. Шулай башлана ғаилә тормошо. Өйләнешкәс тә, йәш ғаилә булараҡ, гимназия ятаҡтан бүлмә бирә. Шуға гимназияһына рәхмәтле Таңһылыу. Ә әлеге йәшәгән Черниковка биҫтәһендәге фатирҙы үҙҙәре эшләп алалар.  Бикмуллиндар үҙ тырышлығы менән Иглин районында өй ҙә күтәргән.

– 1998 йылда, эксперименталь класс итеп, ҡала балаларын алғайнылар. Миңә улар 2-се класта килеп эләкте. Ең һыҙғанып, Фатима Ғәзиз ҡыҙы менән эш башланыҡ. Уларҙы 11-сегә тиклем еткерҙем. Араһында декрет ялында ла булып килдем: 2005 йылда –  Алһыу, 2009-ҙа – Регина, 2015-тә  Гүзәл  исемле ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы,  – ти Таңһылыу һөйөнөп.

Ғаилә башлығының абруйы шул хәтлем көслө: ҡыҙҙары тап атаһына оҡшаған егет осрауын теләй.

 

Мөьминә ҡарсыҡ

Бейеүсе булып танылған бер туған апаһы Гөлфиә, БДУ-ны тамамлағас, өс балаһы менән Өфөлә йәшәй. Тик апаһын яман сир алып китә, оло ағаһы Ғарифйән

46 йәшендә мәрхүм була. Илфат ағаһы бар, шуға етәһе – Таңһылыу, бәләкәстәре – Зарифйән ҡустыһы. Әлеге көндә ул Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ мәҙәниәт йортонда балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә, килендәре Эльвира – концертмейстер, хор етәксеһе лә. Бер ҡыҙ үҫтерәләр.  «Бала ҡайғыларын күтәреү рәхәт түгел. Инәйемә ауырға тура килде. Әле ул 78 йәшендә. Илфат ағайым менән ауылда ғүмер итә. Ағайым – һауынсы. Кумирың кем, тиһәләр: «Әсәйем!» – тип яуаплайым. Бигерәк дәртле, сәмле инде ул. Туйҙарға берәй образда килеүе мөмкин. Тальянда, ҡумыҙҙа уйнай, балаҫ һуға, сигә, тегә – барыһы ла ҡулынан килә. Ул сиккән тамбурлы алъяпҡыстарҙы әхирәттәремә бүләк иттем. Күпме ваҡыт, оҫталыҡ кәрәк ҡул эше менән шөғөлләнеү өсөн. Әле һаман мал тоталар. Әсәйемдәр ғаиләлә 11 бала була, шуларҙан алтауһы иҫән. Барлыҡ ҡусты-һеңлеләренә терәк булып йәшәй ул. Ауылда үткән бөтә сараларҙа ҡатнаша, кеше араһында яҙылып, асылып китә. Мине инәйемдең инәһенә оҡшатып, «Мөьминә ҡарсыҡ» тип йөрөтәләр. Ыңғай ғына, уңған, бөхтәлек, тәртип яратҡан, ҡунаҡсыл кеше булған ул. Күҙ нурҙарынан яҙған олатайымды ла сабыр баҡҡан. Әсәйемдең ун ике ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар әлеге көндә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Әй һылыуы Таңһылыу
Әй һылыуы Таңһылыу
Әй һылыуы Таңһылыу
Әй һылыуы Таңһылыу
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: