Ауылым, ауылҡайым...
Башҡорт аҫабаларының Айтуған ауылы 1768 йылдан билдәле. Әлеге Федоровка районы биләмәләрендә элек-электән юрматы башҡорттары йәшәгән.
Улар һунар ерҙәрен ҡуртымға биреү хаҡында урындағы алпауыт менән төҙөгән килешеүҙең бер хәйләһен күрмәйенсә, уға ҡул ҡуя. Ҡағыҙҙа иһә ерҙе арзанға һатыу тураһында һүҙ бара. Береһе лә русса уҡый белмәгәнлектән, килешеүгә имзаны халыҡ исеменән ауылдың бер генә кешеһе ҡуя, уныһы ла алпауыт тарафынан алдан уҡ «майланған» була. 1836 йылда бай был урындарҙы бушатырға ҡуша. Стәрлетамаҡтан килтерелгән йөҙләгән хәрби аҫаба халыҡты ҡыҫырыҡлап сығара. Алданған юрматылар әлеге Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә райондарына күсенеп, шунда төпләнә. Шулай ҙа улар аҫаба ерҙәренә ҡайтыу хыялынан
төңөлмәй, әммә ҡулына ҡорал алып яу-дау ҡуптармай, ә төрлө идаралыҡтарға мөрәжәғәт итеп хаттар яҙа, үҙҙәренең дөрөҫлөгөн дәлилләргә тырыша. Айтуғандарҙың көрәшен, ныҡышлығын күргән башҡалар ҙа, хатта рус ауылдары халҡы ла ғәҙеллек өсөн көрәштә ярҙам ҡулы һуҙа. Һәм, 1894 йылда ғына, Рәсәй империяһының Юғары суды ҡарарына ярашлы, Айтуған ауылы халҡына аҫаба биләмәләрҙең көньяҡ-көнбайышында яңы урын бирелә. Унда Тәтер-Арыҫлан, Ибрай, Йәшергән ауылдарының ерҙәре ҡушыла. Шулай итеп, алтмыш йылдан һуң мәҡәлә героиняһының ата-бабалары үҙҙәренең аҫаба хоҡуғын кире ҡайтара алған, 1896 йылда хәҙерге Стәрлебаш районындағы Айтуған ауылына яңынан нигеҙ һалған.
– Ҡораллы һалдаттар тарафынан ҡыуып сығарылғас, кем ҡайҙа бара ала – шунда урынлашҡан. Күреүегеҙсә, зат-ырыуым үтә сабыр, ипле, әммә шул уҡ ваҡытта азатлыҡ һөйгән халыҡ булған. Ситтә йәшәй алмағандар, үҙ ерендә хужа булырға теләгәндәр. Алтмыш йыл көрәшеп, маҡсаттарына өлгәшкәндәр, – тип һөйләй Фирүзә Әмирхан ҡыҙы.
Ауыл тергеҙелә, тик алтмыш йыл дауамында төрлө тарафтарҙа йәшәгән халыҡтың һөйләше үҙгәргән була. Улар мәктәп асырға ҡарар итә. Айтуғанға күрше урынлашҡан ҙурыраҡ татар ауылы кешеләре, мәктәп беҙҙә булырға тейеш, тигән ҡарашты яҡлай. Шулай ҙа айтуғандар һүҙендә ныҡ тора, ситтә йөрөп арыған халыҡ үҙендә мәктәп астырыуға өлгәшә, тик ул татар телендә эш башлай. Был аҫаба халыҡтың теленең тағы ла нығыраҡ үҙгәреүенә килтерә. Ошо тулҡында бер нисә быуын үҫә, үткәндәрҙе белмәгәндәр Айтуғанды татар ауылы тип иҫәпләй, ә ысынбарлыҡта ул боронғо аҫаба башҡорттарҙыҡы булған һәм тарихын һанлаған, ата-бабалары рухына тоғролоҡ һаҡлаған күптәр үҙҙәрен ҙур ғорурлыҡ менән башҡорт тип атай.
Фирүзә Әмирхан ҡыҙының бер туған ағаһы – Күмертау ҡалаһында йәшәгән һәүәҫкәр спортсы Вәғиз Әхмәҙиев 2019 йылдан тыуған ауылы тарихына арнап марафон ойоштора. Маршрут юрматы башҡорттары йәшәгән боронғо аҫаба ерҙән – Федоровка районындағы Айтуған-Дурасов ауылынан башланып, Стәрлебаш районындағы
Айтуғанға тиклем һуҙыла. 24 саҡрымлыҡ арауыҡты, ата-бабалары – аҫаба ерлегенә тоғро ҡалған юрматы башҡорттарына арнап, йыл да йүгерә улар.
Ҡул эшенә бер кем өйрәтмәне
Фирүзә Әмирхан ҡыҙы Вәлиева ошо ғорур, рухлы, үҙ заманына күрә дипломат булған кешеләр яңынан яулап алған Стәрлебаш районының Айтуған ауылында тыуған. Ғәҙәти ғаиләлә, ғәҙәти тормош-көнкүреш шарттарында дүрт бала буй еткерә. Ғаилә башлығы таңдан ҡара кискә тиклем эштә булһа, әсәй, өләсәй һәм балалар көн оҙоно ауыл тормошоноң бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән булыша. Стәрлебаш шәлдәре тураһында, моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр? Әхмәҙиевтәрҙең ғаиләһендә лә шәл бәйләү, мамыҡ әҙерләү, бының өсөн күп итеп ваҡ мал аҫрау ғәҙәти шөғөл була.
– Мине бер кем дә бәйләргә өйрәтмәне. Был ғәмәл һөйләшергә, атларға өйрәнгән кеүек тәбиғи ине, үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Өлкәндәрҙең ҡулында гел бәйләм булғанда, беҙ нисек ситтә ҡалайыҡ инде?
Иң яҡшы тәрбиә – үҙ өлгөң. Алты йәштә ныҡлап, әсәйем, ҡартинәйем менән бер ҡатар бәйләй башлағанымды хәтерләйем, – тип йылмайып иҫкә ала Фирүзә апай.
Ул мәл иң бәхетле, иң ғәмһеҙ саҡтар булып ҡыҙҙың хәтеренә уйылған. Ауылдарында, ысынлап та, бәйләмәгән кеше һирәк булғандыр. Көтөү ҡаршылағанда, бала ҡарағанда – ҡулда һәр саҡ бәйләм. Ә апайҙарҙың, бәйләм тотоп, кис ултырыуға йыйылыуы – бәләкәй ҡыҙҙар өсөн үҙе бер байрам! Күңелле хәтирәләр, ғибрәтле хәлдәр, йыр-моң менән биҙәлә ул кистәр. Балалар бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эштәрендә ихлас ҡатнаша. Йәй ҡолас ташлап бесән сабыу булһынмы, һарыҡ йөнөн ҡырҡып, йөн әҙерләүме – һәр кем тырыша.
Мәктәпте гел «бишле»гә тамамлай уңған Фирүзә. Тәүҙә иҡтисадсы белгеслеге буйынса техникумға уҡырға инә, аҙаҡ ситтән тороп Мәскәү технология институтының Өфө филиалын тамамлап, инженер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
Ул саҡтағы талаптарға ярашлы, йүнәлтмә буйынса Бөрөлә өс йыл эшләй һәм Өфөгә килеп төпләнә. Иҡтисадсы булып мәҙәниәт өлкәһендә эшләй.
Артабанғы яҙмышы күптәрҙеке кеүек үк: кейәүгә сыға, ҡыҙҙары тыуа. Радмила бәләкәйҙән һәләтле, тырыш бала була, йәш ата-әсә лә уны төрлө яҡлап үҫтереүгә ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй. Ҡыҙ баш ҡаланың көслө белем усаҡтарының береһендә – ЮНЕСКО ҡарамағындағы 39-сы мәктәптә уҡый. Спорт, бейеү, музыка мәктәбе – Радмила һәр башлаған ғәмәлен еренә еткереп башҡара һәм уңыштарға өлгәшә.
Фирүзә апайҙың сигеү менән мауығып китеүе лә ҡыҙы үҫкән саҡта барлыҡҡа килә. Ҡыҙсығы бейеү йә музыка менән шөғөлләнә, ә уны көтөп ултырған әсә ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн ҡул эшенә тотона. Аҙаҡ, Радмила етди рәүештә ҙур теннис менән шөғөлләнә башлағас, оҙайлы ярыштарға, төрлө ҡалаға сәфәрҙәргә ҡыҙын оҙатып йөрөгән әсә сигеүгә ныҡлап ылыға. Хатта ҡыҙы Радмилаға арналған серияһы барлыҡҡа килә – «Балерина», «Тенниссы ҡыҙ», «Музыка ҡоралдары»... «Ҡала сәскәләре» коллекцияһында ла ҡыҙына бағышлау һиҙелә. Унда Радмила менән бергә булған ҡалалар – Мәскәү, Ҡазан, Париж күренештәре һәм шунда үҫкән ғәжәйеп сәскәләр сағылыш тапҡан.
Тыуған йорт наҙы
Фирүзә Әмирхан ҡыҙының ижади эштәре араһында тыуған ауылына, уның тәбиғәтенә арналғандары күп. Тыуған ауылын өҙөлөп яратҡан, ошо изге ерҙән көс һәм илһам алып үҫкән, ата-бабаларының, ата-әсәһенең яҡты рухына күңел түрендә оло хөрмәт һаҡлаған кешегә был хис-тойғоноң ни тиклем ҡәҙерле һәм мөҡәддәс булыуы аңлашыла, әлбиттә.
Бер мәл ауылдарында күмәк хужалыҡ тарҡала, кешеләр эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡала. Фирүзә апайҙың ата-әсәһе лә, күптәр ише, балаларҙы артабан уҡытыу, кеше итеү мөмкинлеген уйлап, йорттарын һатып, совхоз эшләп торған ауылға күсә. Фирүзә Әмирхан ҡыҙы яҡындарын һис тә тәнҡитләмәй – ваҡыты шундай булған, улар беренсе урынға балаларының киләсәген ҡуйған бит. Һәм был ҡарар үҙен аҡлаған. Бары үҫеп еткәс, һәр кем үҙ донъяһын, үҙ ғаиләһен ҡорғас, тыуған йорт, атай нигеҙе ныҡ һағындыра башлай. Унда бит уларҙың тәпәй баҫҡан эҙҙәре һаҡлана, аталары үҙ көсө менән эшләгән ишек һәм тәҙрәләргә уның ҡул йылыһы, ҡото йоҡҡан, өй бүрәнәләре әсәй бешергән тәмле икмәк еҫен һеңдергән. Атай хәстәрләп ҡорған, нығытҡан, әсәй уға нур һәм йәм бөрккән...
Заманында улар йортто күршеһенә һатып киткән була. Эйе, унда йәшәүселәр таныш булғас, һәр кем тыуған йортҡа ҡунаҡҡа килә ала, әммә ул барыбер кешенеке. Бынан бер нисә йыл элек өлкәнәйгән күршеләре, өйҙө һатып, туғандары янына күсергә теләк белдерә. Әхмәҙиевтар был яңылыҡҡа ныҡ шатлана һәм 40 йылдан һуң тыуған йорттарын кире һатып ала. Шуныһы ҡыуандыра: күрше апай өйҙө үҙгәртмәгән тиерлек: атай ҡуйған ишектәр, тәҙрәләр, тотҡалар, әсәй биҙәгән әйберҙәр... Хәҙер дүрт баланың һәр ҡайһыһы ҡасан теләй, шул ваҡытта «тыуған нигеҙем» тип ҡайтып инер урын бар.
– Атайым 35 йыл элек вафат булды, ике йыл элек әсәйҙе ерләнек. Әммә тыуған йортобоҙ үҙебеҙҙеке булыуы шул тиклем күңелде йылыта. Өйөбөҙ атайымды хәтерләтә. Ҡартинәйемдән – аҫалы балаҫ, әсәйемдән бәйләнгән шәл ҡалды. Шундай ябай ғына әйберҙәр, ә хаҡы-ҡиммәте бер ниндәй баһаға торғоһоҙ, бер нәмәгә лә алмаштырмаҫлыҡ байлыҡ, – ти Фирүзә ханым.
Аҫалы балаҫ өйҙөң түрендә, диван өҫтөндә ҡәҙерләп һаҡлана. Атай-олатайҙары, атай-әсәйе тураһында һөйләгәндә Фирүзә апай уларҙы һыйпап-һыйпап ала.
Ысынлап та, уларҙан йылылыҡ бөркөлгән кеүек.
Бирнәлек аҫалы балаҫты ҡыҙҙарға 12 йәш тулғас әҙерләй башлағандар. Әлбиттә, уны бер ҡышта ғына һуғып бөтөп булмай. Ваҡыт та, унан бигерәк йөн дә күп кәрәк. Табыш сығанағы булған һарыҡ йөнөнән юрған да һырғандар, ойоҡ-бейәләй ҙә бәйләгәндәр. Шуға һәр йыл әҙ-әҙләп йөн арттырып әҙерләгәндәр уны. Әхмәҙиевтәр ғаиләһендә үҫкән ике ҡыҙға ла икешәр балаҫ һуғылған. Береһе – диван япмаһы, икенсеһе иҙәнгә түшәр өсөн. Әммә бер кем дә бындай ҡәҙерле ҡомартҡаны иҙәнгә түшәп ҡуймай, әлбиттә. Әле был балаҫтарға 50 йыл тулған. «Улар – йорттағы иң зиннәтле ҡомартҡы», – тип йылмая һөйкөмлө апай.
Әсәй йылыһы күскән, уның күҙ нурын һаҡлаған шәл дә – иң ҡәҙерле әйберҙәр араһында. Ошонда уҡ оҫтабикәнең үҙе бәйләгән кейемдәре, сигеү эштәре һаҡлана. Сигелгән картиналар 100-ҙән ашҡан. Был матур әйберҙәрҙе һатып алырға теләүселәр ҙә күп икән.
– Сессия ваҡыты, аҡса юҡ, ә уҡырға, йәшәргә кәрәк. Шул саҡта, имтихандар тапшырған арала, бер шәл бәйләп һата инем. Аҡсаһына джинсы салбар алып була. Шулай ҡыуана-ҡыуана «модалы» әйбер кейә инек. Ул йылдарҙан һуң күп нәмә үҙгәрҙе һәм мин, ҡул эштәремде һатмаясаҡмын, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Бүләк итәм, махсус рәүештә сигәм, әммә һатмайым, – ти ул.
Оҫтабикәнең эштәре араһында бер һүрәт иғтибарҙы йәлеп итте. Юҡ, сағыулығы менән түгел, киреһенсә... Унда ябай ғына, һәр ауылда үҫкән, күптәр сүп һанаған үләндәр һүрәтләнгән. Шайтан таяғы, туҡранбаш, еҙтөймә – исемен дә белмәгән, әммә һәр ауыл балаһы таныған, аяҡ аҫтындағы әрһеҙ үләндәр. Әммә ул эш шундай йылылыҡ менән арбай...
– Рауза сәскәһен нисек кенә итеп сикһәң дә, ул зауыҡлы сыға, сөнки тәбиғәте шундай. Ә бына ябай сүп үләнен матур, хатта һоҡланғыс итеп эшләп ҡарағыҙ әле! Ошо һүрәтте ябайлығы, әммә күҙгә күренмәҫ гүзәллеге өсөн үҙем дә ныҡ яратам, – ти оҫтабикә.
Тормош үҙ ҡанундарына ярашлы алға тәгәрәй. Ғаилә, бала, йорт, эш... Сигеп кенә ултырырға ваҡыт та, мөмкинлек тә юҡ. Уйлап ҡараһаң, ихтыяж да юҡ кеүек, ләкин күңел теләй. Ҡасандыр әсәйҙәр, өләсәйҙәр «кәрәк», «аҡса эшләйем» тип тотонһа, бөгөн Фирүзә апай, «генетик хәтер тарта, ошолай эшләүҙе йән талап итә», тип аңлата. «Гел генә ултырып булмай шул. Ял көндәрендә, кистәрен бер-ике сәғәт бүләм. Ҙурҙарын – яртышар йыл, бәләкәстәрен бер ай эшләйем», –
ти ул.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.