Арғаяш ҡыҙы
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Туғыҙбай ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә Сәкинә. Атаһы Насретдин Хөснөтдин улы һуғыштан һуңғы йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә, ҡайтҡас, Жданов исемендәге колхозда малсы булып эшләй. Тамырҙары менән Ҡоншаҡ районынан булған әсәһе Нәҡиә Закир ҡыҙы, ете балаға ғүмер биреп, үҙен уларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. «Ауылда сабыйҙар күп булғас, уларҙы йыйып, Рәшиҙә апайҙарҙың өйөндә балалар баҡсаһы ойошторҙолар», – тип хәтирәләргә бирелә Сәкинә ханым. Нәҡиә Закир ҡыҙы етеш ғаиләнән була. Атаһының өйөр-өйөр йылҡыларын, дәү өйҙәрен хәтерләй. Насретдинға нахаҡ ғәйеп ташлап, ялыу яҙалар. Ул ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. Әле булһын балалары Закир Мещеряковтың һөйәктәре ҡайҙа ятыуын да белмәй. Ике генә бөртөк сабыйы ҡала уның. Нәҡиәнең Закир ағаһы, педагогия училищеһын, һуңынан ауыл хужалығы институтын тамамлап, Ҡоншаҡ районы Тәгеш ауылында идарасы, мәктәп директоры вазифаларын башҡара. Ҡыҙ ҙа, мәктәптә лаборантка булып эшләп йөрөгәндә тормошҡа сығып, Арғаяшҡа күсеп китә. Ғүмер ахырынаса һыйыр һауып, мал ҡараған, намаҙҙарын ҡалдырмай уҡыған әсәһе 78 йәшендә ҡапыл ғына яҡты донъя менән хушлаша.
Сәкинә бәләкәй һеңле-ҡустыларына күҙ-ҡолаҡ була, барыһына ла эште тигеҙ бүлә, уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Талапсанлығына ҡарамаҫтан, һәр береһенең хөрмәтен яулаған. Әле булһын, осрашҡанда оло апай абруйы хаҡында һөйләшеп алыу ғәҙәте бар.
Сәкинә башланғыс белемде Туғыҙбай ауылында ала. Алты йәшлек ҡыҙҙы һынар өсөн беренсе класҡа биреп ҡарайҙар, тырышып уҡып киткәс, ярты йылдан, йәше етмәһә лә, уҡыусы булып һанала башлай. Ата-әсәһе портфель, форма һатып алып бирә. Артабан уҡыуҙы тыуған ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Дәүеш мәктәбендә дауам итә. Урта мәктәпте тамамлағас, биология факультетына инеп ҡарай, балдары етмәгәнлектән, конкурстан үтмәй. Әмәлгә ҡалғандай, уҡытыусылары Фәрит Мөхәмәтйән улы Вәлиевты райондың мәғариф бүлеге начальнигы итеп ҡуялар. Унан эш һорап барғас, уҡытыусылар составы тупланып бөтөүен хәбәр итә. «Әммә бына бер кешене – Сәкинә Ғәйнетдинованы алам. Сөнки ул белемле, ныҡыш. Мине тыңлап, математика буйынса китһә, конкурстан үтә ине», – тип үҙенә ышаныс күрһәтеүе ҡыҙға ҡанаттар өҫтәгәндәй була. Шулай итеп, Сәкинә Абдыр мәктәбендә эш башлай. 27 балаға башланғыс белем бирә ул. Сентябрь аҙағында РОНО мөдире дәресенә үҙе инеп ултыра. Йәш белгесте маҡтап телгә ала. 17 малай, 10 ҡыҙ уҡыған кластың тәүге уҡытыусылары булып хәтерҙәренә уйыла үҙе тал сыбығылай нескә, йылмайһа, йөҙөндә нурҙар уйнап торған Сәкинә Насретдин ҡыҙы. Силәбелә педагогия училищеһын тамамлаған йылда, уйламағанда уға мөхәббәт ҡапҡалары асыла – йән һөйгәне уны эҙләп таба. Таба тигәс тә, уларҙың танышлыҡтары алдан уҡ башланған була.
Никах сәғәте һуҡҡас
Исрафил Кираметдин улы, Мейәс геология техникумын тамамлағас, тыуған ил алдында бурысын үтәп ҡайта. Ситкә китеүенә риза булмаған атаһы улын Сәкинә уҡыған мәктәпкә урынлаштыра. Йәш егеткә химия һәм математика фәндәрен бирәләр. Буласаҡ кәләшенә унынсы класта ул химия уҡыта. Һомғол буйлы, аҡыллы, етди ҡарашлы егеткә күп ҡыҙҙар иҫтәре китеп ғашиҡ була. Әммә Исрафилдың маҡсаты – ҡыҙҙар ҡаратыу түгел, ә юғары белем алыу. Екатеринбургҡа китеп, В. В. Вахрушев исемендәге тау-геология институтына ситтән тороп уҡырға инә, киномеханик булып эшләй. Сәкинәлә лә егет ҡайғыһы юҡ. Әммә яҙмыш уларҙы мөғжизәүи рәүештә тағы ла осраштыра.
Абдырҙа эшләгән сағында Сәкинәне Исрафилдың яҡын ғына туғандары Кәфиә менән Йәрмөхәмәт Әлмөхәмәтовтарҙың өйөнә йәшәргә урынлаштыралар.
– Бер ваҡыт мәктәптән ҡайтһам, бауай Үләнде ауылында булыуын, ялға Исрафил улы килеүен хәбәр итте. Уның тулҡынланыуынан нимәлер уйлап ҡуйыуын һиҙендем. Ул берәй ҡайҙан йөрөп ҡайтһа, атын туғара ине, был юлы хәләленә аш һалырға ҡушып, мине кибеткә тәмлекәстәр алырға ебәрҙе лә үҙе ҡайҙалыр бара һалып килде. Кискә ҡарай ҡунаҡтар йыйылды: буласаҡ ҡәйнәм, Роза ҡайынбикәм һәм Исрафил. Бауай һөйләгәндә аңлап та етмәгәнмен, ул килеп ингәс, шундуҡ үҙемдең элекке уҡытыусымды таныным. Уңайһыҙланыуымдан ҡыҙарып-бүртендем. Ул да минең менән күптәнге танышы күреп йылмайып иҫәнләште. Ҡунаҡтар менән бергә ашап алғас, бәләкәй өйҙәренә сығып, күтәреп ҡайтҡан бер ҡосаҡ дәфтәрҙәремде тикшерҙем. Гәзит ҡарап ултырғанда йоҡоға талғанмын. Эргәлә берәүҙең тынын тойоп уянып киттем. Исрафил минең гәзитте уҡый икән. Оялышымдан тиҙ генә урамға сығып йүгерҙем. Икенсе көн мәктәптән ҡайтыуыма ҡунаҡтар, ниһайәт, таралғандыр инде тип, тартынып ҡына өйгә ингәс, Кәфиә әбейем, шатлыҡтан балҡып, Исрафилдан башҡа ҡунаҡтарҙы оҙатыуын хәбәр итте, – тип иҫләй ул.
Талғын ғына ҡар яуған февраль кисендә Исрафил Сәкинәне урамда йөрөп килергә саҡыра. Йәштәрҙең һүҙҙәре берегә. Егет тағы ла бер кискә ҡала. Ҡайтыр алдынан оҙон итеп Сәкинәгә хат яҙып, дәфтәрҙәр араһына һала. Унда үҙенең тормош юлын, уйҙарын теҙеп бәйән итә. Ҡыҙға хистәрен белдерә. Мәскәүҙән йәйгә ҡайтасағын һәм уға өйләнергә ниәтләнеүен яҙа. Июлдә ҡайтам, тип вәғәҙә бирһә лә, эшендәге авария сәбәпле, техник хәүефһеҙлек инженеры булып эшләгән Исрафил яуаплылыҡтан китә алмай. Ошо хаҡта буласаҡ кәләшенә хат юлдарында аңлата. Хәбәр килеп өлгөрмәҫтән, Сәкинә уға телефон аша шылтырата. 16 августа йәштәр гөрләтеп туй яһай.
Мәскәү башҡорто
– Ике ҡыҙым да Мәскәүгә йәшәргә күсте. Хоҡуҡ институтында уҡытҡан Индира бәпесен табырға тейеш ине. Шулай итеп, Камилә ейәнсәрем тыуҙы. Уға хәҙер инде 19 йәш тулды. Ә 2012 йылда Мөхәммәт ейәнем донъяға килгәс, уға әүрәнем, Силәбегә күсергә йөрөгән ерҙән, фекеремде үҙгәртеп, баш ҡалаға юлландым. Ейәнемде тәрбиәләүгә барлыҡ көсөмдө һалдым. Балаларымдың башҡортса һөйләшеүендә, милли рухта тәрбиәләнеүҙәрендә минең дә өлөшөм бар. Тормош иптәшем 2008 йылда мәрхүм булғайны. Уны юғалтыуҙы ейән-ейәнсәрҙәрем менән баҫтым. Мәскәүҙә яйлап фатир ҙа һатып алдым. Әммә балаларым менән бергә йәшәүҙе хуп күрәм. Өйҙә, хәтфә үләнле ихатала самауыр ҡайнатып, бала-сағаларым, туғандар, дуҫ-иштәр менән гөрләшеп йәшәүгә ни етә? – ти ул, әлеге тормошо хаҡында һөйләп.
Индира ҡыҙы Мәскәү төҙөлөш идаралығында юрист һәм иҡтисадсы булып эшләй. Земфираһы «Лукойл»да менеджер хеҙмәтен башҡара. Кейәүҙәре лә башҡорттар. Ейәнсәре Камилә Юғары иҡтисад мәктәбендә уҡый, ейәндәре Мөхәммәт – алтынсы, Әмир икенсе класҡа бара.
Башҡортостан менән бәйләнештәрен өҙмәй Сәкинә Насретдин ҡыҙы. Яңыраҡ элекке хеҙмәттәштәре менән оҙаҡ йылдар ЗАГС-тар идаралығын етәкләгән Рәмилә Наил ҡыҙы Йомағужинаның 70 йәшенә йыйылғандар. «Хеҙмәт даны» миҙалын алырға саҡырыуҙарын да ул бик шатланып ҡабул иткән. 70 йәшлек юбилейын ул туғандары, дуҫтары менән Арғаяшта үткәрергә ниәтләнә. Уға хәтлем ғаиләһе менән тәбиғәте, диңгеҙе менән йыл да үҙенә тартҡан Черногорияла ял итеп ҡайтырға хыяллана.
Оло йәштә хеҙмәт емештәрен татып, үткәндәр өсөн ҡыуанып, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәү бәхет бит ул. Сәкинә Шәйхисламова ла – ана шундайҙарҙың береһе. Етмешендә лә етеҙ ҡалған абруйлы апайҙың байрамы мөбәрәк булһын.
Гөлназ Ғәлимуллина-Макиева һәм ғаилә архивы фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.