-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Зәңгәр хыялдар артынан...

Саҡматаштай саялыҡ һәм нескә нәзәкәтлек, зирәк аҡыл һәм тилбер егәрлелек, ҡайнар ут ялҡыны һәм тын шишмә ағышы һыйған уның булмышына. Гүйә, ошо нескә генә һылыуҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ асылы сағыла. Кескенәнән зәңгәр хыялдар ҡора белгән һәм уларҙың ғәмәлгә ашыуына сикһеҙ ышанған, бөгөнгөһөнә маҡсатлы аҙымдар менән ныҡлы атлаған, алдынғы ҡарашлы, күптәргә аҫыл өлгө булырлыҡ замана героиняһы ул Лилиә Байсыуаҡова. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән бал ҡортондай уңған, «Лилиә Байрам» туй һәм мәжлестәр үткәреү салоны хужабикәһе, эшҡыуар, риэлтор Лилиә Иршат ҡыҙының күңел нурына, йөрәк йылыһына, ихтыяр көсөнә һоҡланмау мөмкин түгел.

Зәңгәр хыялдар артынан...
Зәңгәр хыялдар артынан...

Йондоҙло бала саҡ
Лилиә – йәмле йәй ҡыҙы, 1982 йылдың 28 июлендә Өфө ҡалаһында студенттар ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының күңелле талиптар ятағында тәпәй баҫып китә ҡыҙсыҡ. Атаһы – агроном, әсәһе иҡтисадсы һөнәренә уҡып йөрөй. Матур пар ҡыҙҙарының тыуыуын оло бәхеттәй ҡабул итә. Бөтә ятаҡ менән тиерлек бергә ҡарашып үҫтергән, «ляля, лялечка» тип йөрөткән бәпестәренә, сәскәләй нәфислек юрап, Лилиә тип исем ҡушалар.
Дипломлы йәштәр ғаилә башлығы Иршат Минниғәле улының тыуған яғына – Баймаҡ районына – юллана. Йәш агроном, тыуып үҫкән ерен күтәреүгә бар көсөн һалып, ең һыҙғанып эш башлай. Тиҙҙән мөхәббәтле пар, бәләкәс Лилиәгә иш булһын тип, Азат исемле ҡусты алып ҡайта. Баймаҡ районының Урғаҙа, Покровка ауылдарында бер аҙ йәшәгәндән һуң, Хамматовтар ғаиләһе атай нигеҙенә, Байышҡа, күсенә. Уҡыуға отҡор Лилиә мәктәптә тик «5» һәм «4» билдәләренә генә өлгәшә һәм 10-сы синыфҡа Сибай гимназия-интернатына уҡырға бара.
Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, бер урында тик тормаҫ, тел-һүҙгә әүәҫ, моң-бейеүгә маһир Лилиә гимназияның яҡты йондоҙсоғона әйләнә. Ихлас, һылыу төрлө ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. 18 йәшендә, Баймаҡ районы ойошторған матурлыҡ бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булып, баш осонда «Һылыуҡай» тажының ете нурын балҡыта. «Аҡъегет һәм Аҡйондоҙ» район конкурсында иһә 1-се урын яулай.
«Мин бәләкәйҙән актриса йәиһә бейеүсе булырға хыялландым. Күңелем сөңгөлөндә психолог йә журналист булыу теләге лә баҙланы. Тик, атай-әсәйемдең кәңәшен тотоп, БДУ-ның Сибай институтында яңы ғына асылған ғәмәли математика һәм информатика бүлегенә уҡырға индем», – ти ул, күңел серҙәре менән бүлешеп. Теүәл фәндәр менән бергә әҙәбиәтте лә берҙәй ярат­ҡан ҡыҙ институтта ла һынатмай, студент тормошоноң уртаһында мәж килә, мәҙәни кисәләрҙең оҫта алып барыусыһы була. Шул арала «Сибай» радиоһында ла эшләргә өлгөрә тилбер һылыу.
«Күңелемдә һәр саҡ йәйғорло хыялдар йәшәне. Әсәйем мине бәләкәйҙән «Хыялбикә», «Ныҡыш» тип йөрөттө. Уй-ниәттәрем барыһы ла ҡабул булды, Аллаға шөкөр», – ти ул, күңеленән яҙған картинаның мөғжизәле рәүештә бойомға ашыуына ихлас шатланып.

Атай-әсәй – пар ҡанат
Лилиәгә өлгөлө тәрбиә һөйөклө ата-әсәһенән, уларҙың үҙ-ара матур мөнәсәбәтенән һалына. Ғаиләләге өс балаға ла һәр эште күңел биреп, еренә еткереп башҡарырға өйрәтә ҡәҙерлеләре.
«Ихлас, гел эш тип янған атайым, ысын мәғәнәһендә, ғаиләне ҡараусы малтабар булды. Башта агроном, һуңынан оҙаҡ йылдар төрлө ойошмаларҙа идарасы, төҙөлөштә прораб, Сибай үпкә ауырыуҙары диспансерында хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫар йөгөн тартты. Ир-аттың иңенә ҡорған ояңды һаҡлау, яҡлау, ҡурсыу бурысы йөкмәтелгәнен уның үрнәгендә күреп үҫтек. Ә үҙ һөнәре буйынса иҡтисадсы ла, уҡытыусы ла, бер аҙ китапханасы ла булып эшләгән әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң һүнмәҫ ҡояшы, ҡото, усағы ул. Нәҡ әсәйем беҙҙә әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә оло һөйөү, ихтирам тәрбиәләне, бәләкәйҙән күңелебеҙгә рух тойғоһо һалды. Ҡурсаҡ өйө кеүек сынъяһау донъябыҙҙың түрендәге өҫтәлдә башта – «Аҡбуҙат» журналы, бер аҙ үҫкәс – «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәре, ә ҡап уртала әсәйебеҙҙең яратҡан баҫмаһы – «Башҡортостан ҡыҙы» иң ҡәҙерле хазиналай ятыр ине. Ул һәр килгән ҡунаҡ, күрше-күлән, туғандар ҡулына күсә-күсә йөрөтөп уҡылды. Ә минең йөрәгемдә инде һәр саҡтағыса: «Их, ошо мөғжизәле журнал тышында баҫылһаң ине ул», – тигән нурлы хыял ҡанат ҡағына ине.
Лилиәнең әсәһе Лиза Зиннәт ҡыҙы – Юрматы һылыуы, бәрәкәтле Баймаҡ еренә Федоровка районының Яуыш ауылынан килен булып төшкән. «Әсәйем – бар яҡтан да камил зат, бөхтәлек, таҙалыҡ яратҡан, бигерәк эшһөйәр йән, мине, ҡустым менән һеңлемде лә кескенәнән тырыш булырға, бер урында туҡтап ҡалмаҫҡа, эшкә өйрәтте. Әүҙемлегем, бөтә сараларҙа ҡатнашыуым уның тәрбиәһенән дә килә. Шәп баҡсасы, ҡулдарынан гөл тамған, аш-һыу оҫтаһы булған ҡәҙерлемдең тормош көтөүгә әүәҫлеге, матурлыҡ, зауыҡ яратыуы һоҡландыра, – ти ғәзизе хаҡында Лилиә. – Ғаилә традицияларыбыҙ көслө, атай менән әсәй өйөрөп тотҡанға, беҙ тырым-тырағай түгел. Туғандарым менән йыш осрашып аралашыу күңелемде бөтәйтә. Ҡустым Азат та, һеңлем Ләйсән дә матур ғаилә ҡорҙолар, һәр береһендә башҡорт рухлы өсәр бала тәрбиәләнә».


Ҡанаттар осҡанда нығый
Тормошта ҙур маҡсаттар менән, киләсәкте алдан хәстәрләп йәшәгән йәштәр Сибайҙа саҡта уҡ баш ҡалала яңы төҙөлә башлаған йорттан фатир алып ҡуя. 2022 йылда Байсыуаҡовтар ғаиләһе Өфөгә күсенә. Елдәй етеҙ тиҙлектә үҫешкән, шау-гөр килеп торған Өфө тыныс, һил Сибай түгел, уны тик тәүәккәлдәр, тырыштар ғына яулай. Был хаҡта Лилиә һылыу: «Бында йәшәү хыялым студент саҡтан бар ине, әлбиттә. Тик күскәс, бер һауыт-һабанан, бер ҡалаҡтан башлап тормош юлына ныҡлап аяҡ баҫырға мөмкинлектәр асҡан, юл күрһәткән фатихалы төйәгебеҙ, йәшлек ҡалабыҙ – Сибайҙы ныҡ юҡһындым. Аҙна һайын тиерлек байрам табындары үткәрергә ҡайтып йөрөнөм. Һуңынан яйлап Өфөгә өйрәндем. Ҡустым да, һеңлем дә бында төпләнде. Тиҙҙән ҡәҙерле кешеләребеҙ ҙә күсеп килде, Иҫке Сибайҙағы йортобоҙҙо һатып, Өфө районы Жуково ауылынан иркен өй һатып алдылар», – ти ул, күңелен йылытыр яҡындарының янында булыуына һөйөнөп.
Яңы ерҙә ҡул ҡаушырып ултырып булмай, заман менән бергә атларға, баш ҡалала үҙ урыныңды табырға кәрәк, тип һөнәр баҙарын күҙәтә башлай Лилиә. Бер аҙ сәскәләр кибетендә эшләгәндән һуң, мәктәпте алтын миҙалға, институтты ҡыҙыл дипломға тамамлаған, бөгөнгө көндә шәп эшҡыуар, шәхси риэлторлыҡ менән бергә флиппинг менән шөғөлләнеүсе (фатир һатып алыу, уны ремонтлау һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары хаҡҡа һатыу), исеме күптәргә яҡшы таныш ҡустыһы Азат Хамма­товтың саҡырыуы буйынса «Самолет плюс» күсемһеҙ милек агентлығына күсә. Һәр саҡ беренсе, алдынғы булырға ынтылған Лилиә Иршат ҡыҙы бында ла һыната буламы инде! Бик әҙ ваҡыт арауығы эсендә агентлыҡтың иң-иң биш менеджеры исемлегенә инеп, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулай ул. Ғәлинур Тәлғәт улы ла шунда урынлаша. Бер йылдан, тәжрибә туплағас, Байсыуаҡовтар шәхси риэлтор булып эш башлай.
«Риэлтор булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?» – тием, Лилиәнең ҡурҡыу белмәҫ осҡор күҙҙәренә ҡарап.
– Был һөнәрҙең талабы иң тәү сиратта – яуаплылыҡ! Үҙ көсөңә ышаныс, аналитик аҡыл, һиҙгерлек, ҡарарҙарҙы йәһәт ҡабул итеү, етеҙлек, ихласлыҡ, донъяуи баҙар яңылыҡтары хаҡында хәбәрҙар булыу! Мин үҙем шәхсән бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, Арыҫлан йондоҙлоғома ярашлы, тәүәккәл булырға, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға яратам, машинала Өфөнө көнөнә әллә нисә тапҡыр арҡыры-буйына ҡыҙырам. Тормош иптәшем менән бер даирәлә эшләүебеҙ уңай, Ғәлинурҙың юридик, иҡтисади яҡтан тәрән белеме килешеүҙәр төҙөгәндә ныҡ ярҙам итә, – ти Лилиә.
Егәрле ҡыҙҙың һатып алыусылары етерлек, ҡасандыр туйҙарын үткәргән йәштәр ҙә килә, киреһенсә, фатирлы булып, туйға тамада итеп саҡырыусылар ҙа бар. «Яңы төҙөлгән йорттан алыусыларға хеҙмәтем бушлай, ә икенсел торлаҡҡа – түләүле, клиенттарыма һәр саҡ ташламалар яһайым. Килешеү төҙөгәндә иҫтәлекле бүләк тапшырыуҙы үҙемә бер бәләкәй генә йола итеп алғанмын», – тип ҡояштай йылмая әңгәмәсем.

Офоҡтар алға саҡыра
Сәйәхәт итергә яратҡан Байсыуаҡовтар ғаиләһе, Дубай, Төркиә, Таиланд, Мысыр, Европа буйлап автобус турында, диңгеҙ круизында ла булып, күңел байрамы кисергән. Көсөң тулып-ташып тора, һин уны ҡайҙан алаһың, тип һорайҙар икән Лилиәнән йыш ҡына. «Кешеләрҙе яратам, аралашыу, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороу, уларға байрам, ял кәйефе бүләк итеү, гел хәрәкәттә булыу оҡшай. Шулай уҡ үҙемде камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйем, ҡатын-ҡыҙ ҡөҙрәтемде саф һауала йөрөп, тамашалар ҡарап, караоке йырлап йәиһә тик үҙем өсөн генә бер көн бағышлап тулыландырам», – ти алсаҡ һылыуҡай. Күңелен рухи яҡтан байытыу, күберәк уҡыу теләге менән дә яна ул.
Эшһөйәр Лилиәнең ҡала ситендә ҙур өй хаҡындағы хыялы ла ысынбарлыҡҡа аша. Сибайҙағы сәскәләр кибетен һатып, Өфөнөң Нуғай ҡасабаһынан алған йорттарында әле төҙөлөш-биҙәлеш эштәре ҡайнай. «Беҙҙең тормошта бер ҡасан да осраҡлыҡтарға урын булманы, алдыбыҙға һәр саҡ изге хыялдар һәм аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларҙы ғәмәлгә ашырып донъя көтөү – йәшәү ҡануныбыҙ», – ти йәштәр.
Әсәһе йыш ҡына ҡыҙының ныҡышмаллығына, дәртлелегенә ҡарап: «Кейәү, Лилиәне тот, Айға осоп китмәһен», – тип әйтергә ярата. Ә Лилиәнең Айға ла осорлоҡ зәңгәр хыялдары, ысынлап та, күп, тик улар әлегә сер булып ҡалһын. Лилиә кеүек дан ҡыҙҙарыбыҙ – йәштәребеҙгә лә сағыу өлгө ул!

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Зәңгәр хыялдар артынан...
Зәңгәр хыялдар артынан...
Зәңгәр хыялдар артынан...
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: