0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
24 Апрель , 15:11

Кендекәй инәй

Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Нафиҡова (Ғәйнуллина) Учалы районы Мулдаш ауылында тыуып үҫкән һәм ғүмере буйына шунда фельдшер булып эшләгән. Быйыл 10 мартта 86 йәшен тултырған апайҙың тормош юлы төрлө ваҡиғаларға, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай. Яҙмышы тура ғына һыҙылған юлдан барған кеүек булһа ла, төрлө һынауҙар аша үтә ул. Рухи көсө, аҡылы, күңел һиҙгерлеге менән барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сыға.

Кендекәй инәй
Кендекәй инәй

Әлеге көндә, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡыуаныс-шатлыҡтарын бергә татып, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип бәхетле ҡартлығын кисерә ул. «Әсәйебеҙ эшләгән ҡорот иҫ киткес тәмле була!» – ти уның ҡыҙы Рита. «Мал-тыуар ҙа тотаһығыҙмы әллә?» – тип ғәжәпләнәм. Әлбиттә, Өфө районының Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында был мөмкин дә түгел, әммә йүнсел кеше йүнен таба инде ул. Ғүмер буйына кәртә тултырып мал үрсеткән, ҡош-ҡорт тотҡан кешегә үҙ йүнәлешенән тайпылыу ҡыйыныраҡҡа тура киләлер. Әммә Лилиә апай, балаларының, йонсома, әсәй, тип тороуына ҡарамаҫтан, ишек алдындағы баҡсаһында һаман да картуф сәсә, йәшелсә-емеш үҫтерә. Өфөгә килеп төпләнгәндән алып ултыртҡан емеш ағастары инде күптән уңыш бирә. Мунсаһын да тиҙ генә өлгөртә. Самауырын да шыжлатып ебәрә. Ауылдан нимәһе менән кәм? Әммә, барлыҡ тормошо ауылға бәйле булғас, йәй етһә, күңеле Мулдашына тартыла ла тора. Унда 150 йыл самаһы элек атай-олатайҙары һалып ҡалдырған ҡарағас йорттары бар. Рухи тамырҙар тарта. «Бигерәк гүзәл шул үҙебеҙҙең яҡтар!» – ти әңгәмәсем айырыуса бер ашҡыныулы һағыш менән. Йәй көнө мотлаҡ беҙҙең ауылды барып күрерһең, ти ул. Мин риза булып баш ҡағам.

Вәлиәхмәт ҡыҙы
Билдәле шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла әсәһенең атаһы Әхмәтйән Ғәбдрәшит улына инеп йөрөгән. «Маһира ҡартинәйемде «еңгәм», ти торғайны. Урындыҡтың иң түренә менеп ултыра, сәй эсәләр. Нимә һөйләшкәндәрен кем белгән инде? Мин, бала кеше, йүгереп тик йөрөйөм. Бауай ҡурай уйнап ебәрә. Оҙаҡ тормай ул. Икенсе көнөнә китә. Кәләште Һөләймән ауылынан алған тиҙәр ине», – тип хәтирәләргә бирелә Лилиә ханым. Балаларына был хаҡта һөйләгәс, бер йәй уҡыусылар Миәкә районы Туҡһанбай ауылына барып ҡайта. Ошо ҡыҙыҡһыныу шағирҙың районға мөнәсәбәтле булыуын яңырта, хатта Мулдаҡай ауылындағы мәктәпкә Аҡмулла исемен бирәләр.
– Бала саҡта тик шаярып йөрөгәнемде иҫләйем. Уҫал инем. Атайымды һуғышҡа ебәргән ваҡыт ап-асыҡ күҙ алдымда. Аҡ тиртун, аҡ бүрек, быйма алып, аттары менән фронтҡа йыйынғандарын хәтерләйем. Бишәү сығып киткәйнеләр, берәүһе яу яланында ятып ҡалды. Дүртәүһенә кире әйләнеп ҡайтыу насип булды. Ул ваҡытта мәктәпкә уҡырға төшкәйнем инде. Уртаса өлгәштем. Атай ҡайтыуы ҙур ҡыуаныс булып хәтергә уйылған. Көсөктәге ҡартатай менән ҡартинәйем алып килделәр уны ат егеп. Вәлиәхмәт ҡайтҡан да Вәлиәхмәт ҡайтҡан, тип, халыҡ йыйылып китте», – тип йылмая Лилиә апай. Әхмәтвәлиҙең ике генә ҡыҙы була – Ғәйшә, Фатима. «Һуғыш ваҡытында ҡартатайымдар арҡаһында тере ҡалдыҡ. Бай ҙа булманылар. Хәлле инеләр. Ғәйшә апайым фермала эшләне. Ире һуғышҡа китеп, ҡайтманы», – ти был хаҡта Лилиә апай.
Мулдаҡайҙа һигеҙенсе класты тамамлағас, атаһы уны медицина училищеһына уҡырға алып бара. Һуғышта ул Насибулла Ғабдулла улы Абдуллин исемле табип менән яуҙаш була. Вәлиәхмәт үҙе санинструктор булып хеҙмәт итә. Балаларығыҙҙы уҡытырға миңә алып килерһегеҙ, ти табип. Шулай һүҙ ҡуйышалар. Лилиә училищеға имтихан тапшырып инә. Көҙөн студенттарҙы Шишмә районына эшкә ебәрәләр. Лилиә тиф сирен йоҡтора, ике ай дауаханала ятып сыҡҡас, академ ялы алып, ауылына ҡайта. Икенсе йылына ғына уҡыуын дауам итә. 1961 йылда йәш белгес Туңғатар участка дауаханаһына эшкә тәғәйенләнә. Бер йыл эшләгәс, Сәфәргә ебәрәләр. Унда өс карауатлы бала тыуҙырыу йорто асыла. 1962 йылда Лилиәне, яҡшы хеҙмәте өсөн, Ереванға путевка менән бүләкләйҙәр. Тиҙҙән тыуған ауылы Мулдашта фельдшер булып эш башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда тир түгә Лилиә апай. Иҙелбай Борхан улы менән ғаилә ҡоралар.
Лилиә ханымдың атаһын, өс йыл мәҙрәсәлә, совет власы урынлашҡас рабфакта, Юғары партия мәктәбендә уҡыған Вәлиәхмәтте, «халыҡ дошманы» тип, 1938 йылда ҡулға алалар. Ситтә йөрөп, урау юлдар үтеп ҡайтып инә ул тыуған ауылына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүгеләрҙән булып һуғышҡа китә. Эльба йылғаһында атын эсереп, Еңеү яулап ҡайтҡан Вәлиәхмәт Нуриәхмәт улы – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батыры, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яуҙа Ғәлиәхмәт улын осратып, уны үҙ полкына күсерә. Һуғыштан һуң да әүҙем тормош алып бара, ҡайҙа ғына ҡулы етмәй уның? Колхоз, ауыл советы рәйесе... Магазинға һатыусы тапмағас, 70 йәшлек Вәлиәхмәт үҙе бер йыл буйына тауар ебәреп тора. Шуны әйтер кәрәк: яҡташтары алдында абруйы ҙур була. Лилиә апай, атаһына оҡшап, һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмай, бирешмәй. Вәлиәхмәт, илде дошмандан ҡурсалап ҡайтҡан ҡаһарман, үҙен бөтә нәмә өсөн яуаплы тойған кеүек, Лилиә лә һәр береһен ҡайғыртып йәшәй. Ул ваҡытта әле атаһының шәп сағы. 1976 йылда мәрхүм була ул. Төрлө урындарға медпункт кәрәклеге хаҡында хаттар яҙып, ауылда уны асыуға ирешәләр. Ағастан һалынған бина һаман да ултыра.
Ауылда ике Лилиә булғас, уны «Врач Лилиә» тип йөрөтәләр.

Табип Лилиә
– Өйөгөҙҙән дарыу еҫе килә, – ти торған булалар балаларына. «Дарыуҙарҙы 35 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Поляковканан йөкләп килтерҙем. Барғанда нисек тә булһа нимәгәлер эләгеп китә инем. Ҡайтҡанда ла шулай. Бер ҡышын трактор санаһына ултырып ҡайттым, – тип хәтерләй Лилиә апай. – Атайым колхоздың атын егә, ауырыуҙы үҙәк дауаханаға алып барып еткерергә кәрәк. Ат атламай ыҙалата. Йөклө ҡатындар, дауахана ишеге алдына етеп, сана өҫтөндә бала тапҡан осраҡтар булды. Ат менән ике сәғәт барырға кәрәк бит инде. Ҡатындарҙың тулғаҡ тота башламайынса дауаханаға ашыҡмағандарын аңламайҙар. Һүҙе беҙгә тейә. Бер ваҡыт мине оҙатып ҡалған хеҙмәттәшем әйтә: «Лилиә, утындар һалып ал! Бүре-фәлән килеп сыҡһа...» Ысынлап, утын йөрөтә башланым. Бер мәл атайымдың Буян ҡушаматлы аты менән барғайным. Өшөп, толоп кейгәнмен. Бүреләрҙе шәйләп алғас, толопто һелтәп ебәрҙем дә атты ҡыуа башланым. Осоп ҡалам инде сананан, тип барам. Дөйә түбәһенә еткәс, ат борола башланы. Бөттө баш, мин әйтәм. Буян, ярай, юлды танып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Һәләк кенә була инек», – тип хәтирәләргә бирелә Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы. Изге юлдан йөрөгән кешегә фәрештәләр үҙҙәре ҡанат елпеп, юлын асып торғандар инде, тип кенә ҡуяһың ул һөйләгәндәрҙе тыңлағас.
Хеҙмәт юлын башлағас та ҡулынан төшмәгән уның дарыу тултырылған көрән «тиҙ ярҙам» сумаҙанын ҡыҙҙары ғаилә ҡомартҡыһы итеп һаҡлай хәҙер.
– Юл да юҡ, автобустар ҙа йөрөмәй ул ваҡытта. Бәйләнеш тә хәҙерге һымаҡ кәрәҙле телефондар аша түгел. Совхоздың аттары ла ташҡа үлсәйем. Ә сир төндә көсәйә. Ҡурҡып тораһың, кем килеп ишек шаҡыр тип. Шунан бирле төнгө йоҡом ҡасты минең. Хәҙер аныһы килә, быныһы килә, тип уйлап ятаһың, нисегерәк ярҙам итергә, тип, баштан үткәреп. Кем нимә менән ауырып килерен алдан белә инем. Бер йәшкә тиклемге балалар күп ине ул ваҡытта. Хәҙер бит тыуым да әҙәйҙе, – ти Лилиә апай.
Иҫәпһеҙ сабыйҙың кендеген ҡырҡҡан өсөн, «Кендекәй» тигән ҡушаматҡа эйә була ул. Кендеген ҡырҡҡан балаларҙың сәләмәт тыуыуына һөйөнә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Кендекәй инәй
Кендекәй инәй
Кендекәй инәй
Кендекәй инәй
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: