Урындыҡты йәйге ҡыҙыу эш ваҡытында ғына аласыҡҡа сығарып торалар, унда ла ҡәҙерләп аҡ туҡыма менән ҡаплайҙар. Мин дә урындыҡ артына ун ике йәштән ултырҙым. Ә унынсы синыфта уҡығанда үҙемә бирнәгә балаҫ һуҡтым. Һаҡлап ҡына йөрөткән ул ҡомартҡымды күргәҙмәгә алдылар ҙа кире ҡайтарманылар», – тип хәтирәләргә бирелә ул. Донъя мәшәҡәттәре менән был шөғөлөн онотоп тора. Биш йыл элек балаҫ һуғыусылар байрамына бара. «Ҡулдарым урындыҡҡа оҙатылған ептәрҙе һыпырып үтеү менән тәнем земберләп китте. Станок артына ултырҙым да, һуғып алдым да киттем. Утыҙ йыл буйы тотонмаһам да, ҡулдар онотмаған, баҡһаң, бала саҡта өйрәнгән һөнәрем күңелгә ғүмерлеккә уйылған икән», – тип бүлешә Гөлнара.
Әле ул Салауат ҡалаһында китапхана мөдире булып эшләй. Бындағы музейҙа торған станокты йүнәттерә, үҙенә алып ремонтлатҡан ике станогын да килтерә, китапхана ла өҫтәлгә ҡуйырлыҡ бәләкәс ҡорамалдар ала. Гөлнара Фәтих ҡыҙы проект булдырып, балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәтә. Бында балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә теләп килә. Бөгөн был шөғөлдөң тергеҙелеүенә, яңынан һулыш алыуына ҡыуанып, серҙәре менән бүлешә оҫта.