Хыялға табан
Шул хәтлем сәнғәт институтында уҡырға, актриса булырға теләй Альбина. Әммә ул йылда Ҡурсаҡ театрына махсус курс йыялар. Был хәлгә ҡыҙыҡай албырғап ҡалһа ла, документтарын тапшыра һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты студенткаһы булып китә. Театр һәм кино актеры һөнәрен алып сыға ул. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына эшкә килә һәм, декрет ялдарын иҫәпләмәгәндә, 22 йыл бер урында эшләй.
Ғаиләлә иркә генә булып, ата-әсәһенең наҙына, апайҙарының иғтибарына сорналып үҫә Альбина. Мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем ала башлағас ҡына аңлай ул үҙенең быға тиклем тик һөйөү генә тойоп йәшәгәнен. «Атайым мәктәпкә сумкама тиклем тотоп оҙатып ҡуя ине. Яҡшы өлгәшеүем арҡаһында, 4-се класты уҡытмай, 5-кә ултырттылар. 16 йәшемдә баш ҡалаға килеүем ысынбарлыҡҡа күҙемде асты. Атайым апайымдарға һөнәр һайлағандарында үҙ ихтыярын белдерһә, миңә: «Ҡайҙа теләйһең, шунда бар», – тип үҙ иркемә ҡуйҙы», – ти ул. Шулай итеп, Альбина курста йәше буйынса иң кесеһе булып сыға. Имтихандарҙы тапшырып йөрөгәндә генә аңлай үҙенең шәхес икәнен, үҙе өсөн үҙе генә торорға тейешлеген. Ауыл советы рәйесе йөгөн тартҡан Хөсәйен Ғәбит улының яҡташтары алдында абруйы ҙур була, әсәһе Минира Ғимазетдин ҡыҙы ла унан ҡалышмай, Чапаев исемендәге колхозда бухгалтер вазифаһын башҡара.
Студент мәленең тәүге йылдарында Альбина сәхнәлә ролгә инергә бер аҙ тартынып торһа, тәбиғи һәләте, таланты уны был хәлдән тиҙ сығырға ярҙам итә. Сәнғәттә уҡыуы ла еңел бирелә уға. Пластика, сольфеджио фәндәренә етди ҡарай. Диплом спектаклдәрендә уға төп ролдәрҙе биреүҙәре лә ҡыҙҙың ныҡышмалығы хаҡында һөйләй. Дүрт йыл эсендә йәш актриса оҫтара һәм үҙен дә башҡаларға аса. Студент саҡтағы сәхнә партнеры Альберт Имаметдинов хәҙер театр директоры булып киткән. Курсты туғыҙ кеше тамамлаһа, шуларҙың бишәүһе Ҡурсаҡ театрына эшкә юллана.
2002 йылда атаһы менән әсәһенең диплом спектакленә килеүен дә һағынып иҫкә ала Альбина. Карло Гольдониҙың «Ике байҙың хеҙмәтсеһе» («Слуга двух господ») спектаклендәге Труффальдино менән Смеральдинаның мөхәббәт сәхнәһендә атаһы: «Ай, әттәгенәһе!» – тип битен ҡаплап, аҙаҡ ҡыҙына: «Гел шулай мөхәббәт уйнарға тура килерме икән ни, ҡыҙым?» – тип хафаланып әйтеп ҡуя. Эшкә Ҡурсаҡ театрына барасағын белеп тыныслана. Актер оҫталығы буйынса Альбиналарҙың курсын Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова уҡыта. Ике спектаклде актерҙар үҙҙәре уйнарға тейеш булһа, икәүһе ҡурсаҡтар менән ҡуйыла.
Йәш белгестәрҙе театрҙа ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Башҡорт төркөмө режиссеры Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Вәлитова, уларҙы үҙе уҡытҡас, һәр береһенең нимәгә һәләтле булыуын тойомлай. Башлыса төп ролдәр ышанып тапшырылғас, Альбинаға театр тормошона инеп китеү ҙә ауыр булмай. Сәрүәр Суринаның «Янһарының тылсымлы санаһы» спектаклендәге Гәүһәр ролен ул һағынып хәтерләй. «Алладиндың тылсымлы лампаһы», «Али Баба һәм 40 юлбаҫар» әкиәттәрен сәхнәләштергәндә лә төп ролдәр бирелә Альбинаға. Йырлаусы актриса булыуы уның баһаһын арттыра. Башкөллө эшкә сума ул. Театрҙан башҡа тормош бар икәне башына ла инмәй, 29 йәшенә ҡәҙәр ең һыҙғанып сәнғәткә хеҙмәт итә.
Сәстәремдән иркәләгән мөхәббәт
Тормош иптәше менән юлда таныша. Бер осраҡлы хәл дә осраҡлы түгел, тиҙәр бит әле. Яҙмышы ҡапыл алдына килеп баҫа Альбинаның. Актерҙар Яңы йыл мәлендә бушамай. Балаларҙың күңелен аса. Иҫке Яңы йылға ауылға ҡайтырға уйлаған ҡыҙға әхирәте районға юлланыусы транспорт барлығын әйтә. Егеттең машинаһына эләгеп, юлға сыға Альбина. Буласаҡ хәләл ефете Эльмир менән ул шулай таныша. Көҙгөнән егеттең үҙенә йыш-йыш күҙ һалыуын да һиҙмәй түгел һиҙә ҡыҙ. 1979 йылдың 15 ноябрендә тыуған Эльмир ҙа мөхәббәтен табырға өмөтләнеп йәшәй. Альбинаны осратҡас, тыныслығын юғалта. Нисектер тура килтереп, ҡыҙҙы Өфөгә алып китәсәген дә әйтә. Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылы егетенең, Медногорск медицина училищеһын тамамлап, медицина институтын 4-се курсынан ташлап, баш ҡаланың Свердлов урамында урынлашҡан «Тиҙ ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләп йөрөгән сағы була. «Ҡайтҡансы алғы көҙгөнән һине ҡарап барҙым», – ти ул йылмайып, тәүге осрашыуҙарын хәтерләгәндә. Өфөгә кире килгәндә эргәһенә ултырта ҡыҙҙы. Аралашып баралар. Шулай итеп, йәштәр осраша башлай.
8 Мартта, Әлфирә апайҙарында саҡта, алтын сынйыр бүләк итеп, өйләнешергә тәҡдим яһай Эльмир Ғәйзулла улы. «Ҡара әле, баштан уҡ сынйырлап ҡуйырға уйлаған», – тип йылмая Альбина, был хәлде иҫләп. Тәҡдим яһағас, ауылға ҡайталар. Һылыуҙы өйөнә тиклем оҙата килгән егет буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән инеп танышып сығырға була. Әсәһе мунсаға киткән атаһының оҙаҡлауы хаҡында әйтә. Көтөп тә, һаман ҡайтмағас, хәлен белергә баралар. Атаһы еҫ тейеп ҡолаған була. Буласаҡ кейәүҙәре тиҙ ярҙам күрһәтә. Уны ҡотҡарып алып ҡала. «Шуға йөҙ процентлы кейәү булды ла ҡуйҙы», – тип көлөшәләр, ул саҡты күҙ алдынан үткәреп. Яратҡан ғына ҡыҙын Хөсәйен ағай кейәүгә биреп ебәреүен һиҙмәй ҙә ҡала. Апрель айында йәштәрҙең никахы була. Майҙың 21-ендә Өфөлә гөрләтеп туй яһайҙар. Туйҙан һуң Йәштәр бульварындағы ятаҡта йәшәгән ҡыҙҙы үҙенә күсереп ала егет.
Хыялдары
– Әсәй, ҡатын-ҡыҙ бәхетендә йәшәү, балаларының ҙурайғанын күреү, өләсәй булыу һөйөнөсөн татыу. Декрет ялында ултырған ҡатынға һәр осорҙа үҙенә генә хас кисереш бирелә. Әминә менән бер төрлө ине. Эльза менән – бөтөнләй икенсе. Был юлы барлыҡ эштәрҙе бәләкәстәр менән бергә алып барырға тырышам. Ҙурҙарына ла иғтибар кәрәк. Бер баланың ғына – өс чаты. Мәктәптә бөтә олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итәм. Әмир кластарында математиканан еңеүсе булған, уны Өфөгә, муниципаль кимәлдәге ярышҡа, алып барырға кәрәк, – ти Альбина.
Улдарын атайҙары биш йәшенән футболға бирә. «Уфимец» футбол командаһында Әмир әле яратып шөғөлләнә. Бихисап миҙалдары бар. Футболда уңыштарға өлгәшһен өсөн, уны ике йыл Өфөгә йөрөтәләр.
Эльза менән ялда ултырғанда Альбинаға рухи үҫешкә, белем алыуға юл асыла. Әсәлектең тәмен тап ошо осорҙа бөтә тулылығында тоя ул. Туғандарҙың ныҡлы терәге, киләсәккә ышанысы, өмөтө йәшәтә Альбинаны.
2017 йылда әсәһе менән атаһының бер юлы баҡыйлыҡҡа күсеүен кисереү иң ауыр һынау булып хәтеренә уйылған. «Яңғыҙ булмаһаң да, яңғыҙ ҡалған кеүек тойғола йәшәйһең», – ти ул. Һәр хәлдә лә ул үҙен ҡарауҙан туҡтамай: тән һәм йән һаулығын, матурлығын ҡайғырта. Арыҫлан йондоҙлоғонда тыуған ҡатын-ҡыҙҙарға хас батшабикәләрсә тота үҙен. Тиҙ генә ҡунаҡ йыйып алһынмы, өҫтәле һәр ваҡыт бай, бәрәкәтле, мул. Йола һаҡлай. Туғандарын йыйып, баҡыйлыҡҡа күскәндәргә аяттар бағышлата.
Мунсала оҙаҡ итеп тирләп ултырырға, яңғыҙы ҡалып торорға ярата. Һүрәт төшөрөүгә лә әүәҫ ул. Балалары менән дәрес әҙерләгәндә ҡул эштәренә һәләтен аса. Физик күнекмәләр яһап ала. «Бала, ғәҙәттә, яҡындарын ҡабатлай. Шуға күп эштәрҙе улар менән бергәләп башҡарабыҙ», – ти Альбина.
Быйыл ҡайтанан рулгә ултырырға теләге бар. «Әминә тыуғандан алып машинала йөрөгәнем юҡ, әммә был да – беҙҙең ихтыяжда», – ти ул. Ноғайҙа балалар ижады үҙәге асырға хыяллана Альбина. Ауыл ҙурая. Бәләкәстәргә йөрөргә, уларҙың үҫеше менән шөғөлләнергә лә шарттар кәрәк.
Фильмдар ҡарап, әкиәт, уйлап табалар инде, тигәс, тормошта барыһы ла булыуы мөмкин, ти торған була ире. Әле үҙе лә шуға инанған. Бөгөн шулай, иртәгә минең менән улай булмаҫ, тип әйтеү яҙыҡ. Әммә ниндәй генә хәлгә тарыһаң да, нисек кенә төшөнкөлөккә бирелһәң дә, бының менән донъя бөтә, тип уйларға ярамай. Төрлө юлдар булыуы бар. Иң мөһиме – һәр хәлдә лә ҡатын-ҡыҙға үҙен, күңел бөтөнлөгөн һайлау зарур. Гүзәл зат көслө булып ҡала.
– Ә ул көс миңә тыуғандан уҡ һалынған: ерҙән, атай-әсәйемдән, йәшәгән мөхитемдән. Туҡмалып, әрләнеп үҫкән бала менән иркәлә, наҙҙа тәрбиәләнгәне айырыла. Көсөмдө исраф итмәй, үҙемдә туплағанмын, ҡайҙалыр түгеп-сәсеп йөрөмәгәнмен, әле уны балаларыма өләшәм, йәшәргә уларҙан көс, дәрт алам. Үҙеңдең көнөңдө үҙең генә матурлай алаһың. Йәшәгән йортоңдо ла. Үҙ өйөмдә ултырам бит әле, тип шатланаһың. Донъяға, балаларымдың атаһына рәхмәтле була белеү миңә йәшәүгә ышаныс бирә. Яңғыҙым ҡалмағанмын бит, тип йыуанам. Балаларым – терәгем. Уларға ҡарап һөйөнәм, ҡөҙрәт алам. Хәстәрҙәре менән онотолам. Ҡатын-ҡыҙ үҙен үҙе тулыландырып йәшәй ала. Күңелем теләй икән, йыр тыңлайым. Төплө уйлап эш итеү ҙә ҡулыбыҙҙан килә. Әлбиттә, билдәһеҙлектә йәшәү ауыр, әммә үҙеңде гел яҡшылыҡҡа көйләп, изгелеккә инанып көн итеү мотлаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ маҡсаты, үҙе билдәләп ҡуйған үрҙәре булырға тейеш. Хәүефләнеп, хафаланып ултырғандан файҙа юҡ. Бәхеткә мөлдөрәмә тулы, кәйефле ҡатын булып йәшәүҙе һайларға кәрәк, – ти Альбина Хөсәйен ҡыҙы.
Ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек хаҡында юғары һүҙҙәр һөйләмәй генә, хәләлен көткән сабыр, тәрбиәле ҡатын, әсә алдында баш эйәм. Ихтимал, ул –меңдәрҙең берәүһелер. Әммә уның күҙҙәрендә бөгөн тотош илдең өмөтө, һағышы сағыла.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.