+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
25 Ғинуар , 15:15

Телһөйәрлек – булмышында

Хәҙерге заманда бәләкәй ҡыҙҙар нимә хаҡында хыяллана икән? Ә бына Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуып үҫкән Гөлсөм: «Ҙурайғас минең дә һүрәтем «Башҡортостан ҡыҙы» тышлығында баҫыласаҡ!» – тип эстән бер бейеклекте билдәләп ҡуя. Әммә был – Гөлсөмдөң яуланаһы үрҙәренең береһе генә. Маҡсатлы, киләсәген ҡайғырта, йөрәген тыңлай белгән сабыр ҡатын булып етешергә күпме һынау һәм юл үтергә тура киләсәк әле уға.

Телһөйәрлек –  булмышында
Телһөйәрлек – булмышында

Ҙур тормошҡа юл
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова (Солтанғужина) 1982 йылдың 9 апрелендә донъяға килә. Ҡыҙыҡай бәләкәй саҡта ата-әсәһе Орск ҡалаһына күсә. Гөлсөмгә өс йәш тулғас, ҡартатаһы гүр эйәһе булып ҡала. Өләсәһенә терәк булырға тип, ғаилә кире ауылға күсеп ҡайта. Шулай итеп, Гөлсөм беренсе класҡа Һабыр мәктәбенә бара. Һабырҙа Гөлсөмдәр класын билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов уҡыта. Шуҡ малайҙарҙың, уны шаяртып, портфеленә кирбес һалып ҡайтарыуҙарын да, ағайҙарының уларға тапҡыр яуабын да һағынып, йылылыҡ менән иҫкә ала Гөлсөм. «Тәүге уҡытыусыбыҙ Көнһылыу Янсаф ҡыҙын онотмайбыҙ. Класыбыҙ татыу булды. Әле лә, ҡайтҡан арала барып, хәлен белеп, ҡотлап китәбеҙ», – ти ул.
Етенсе кластан Сибай гимназия-интернатында белем ала. «Үҙаллы­лыҡҡа, дуҫлыҡҡа – унда күп нәмәгә өйрәндем. Тормош мәктәбен үттем. Уҡытыусыларым шәп булды», – ти Гөлсөм.
Әсәһе Гөлнур Яңыбай ҡыҙы «Һабыр» совхозында кадрҙар бүлегендә эшләй, аҙаҡ мәктәптә математиканан белем бирә, уҡытыу буйынса директор урынбаҫары йөгөн тарта, Йылайыр районының мәғариф бүлеген етәкләй. Атаһы Байрамғол Ирғәле улы милицияла эшләй, машина йөрөтөүсе, ауылға күсеп ҡайтҡас, ер үлсәүсе була. Шәкәр сире менән интеккән уҙаман иртә китә яҡты донъяларҙан. «Уның вафатына ла 20 йыл тулып уҙҙы», – ти Гөлсөм. Башҡорт дәүләт аграр университетының малсылыҡ аҙыҡтарын етештереү факультетында уҡып йөрөгән ҡыҙыҡай, әсәһенә, Динара һеңлеһенә терәк булырға тип, һуңғы курсын ситтән тороп тамамлай.

Әсәлек бәхете
Алтынсы кластан үҙ фермаһын булдырыу хаҡында хыяллана Гөлсөм. Әхирәте менән «һауынсы булырға хыялланабыҙ» тип яҙған иншаһын әле лә көлөп хәтерләй. Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы юғары белемле технолог һөнәренә эйә булып сыға. Студент ваҡытта ит комбинаттарының колбаса эшләү цехтарына, ҡошсолоҡ фабрикаларына, йылҡы заводтарына йөрөтөүҙәренән үк был хеҙмәт тармағы хаҡында төшөнсә ала. Атаһы мәрхүм булғас, ҡыҙыҡай тыуған ауылына оҙайлы практикаға ҡайта. Байрамғол ағай уға туғыҙ йәш кенә булғанда үлеп ҡалған үҙ әсәһенең фамилияһын алған. Үгәй әсәй ҡулына эләгеп, ауыр тормош юлы үткән була ул. Атаһы яҡлап туғандар уларҙы ташлап ҡуймай, ярҙам ҡулы һуҙа, әле булһын улар менән бәйләнеште өҙмәй Гөлсөм, ҡатышып йәшәйҙәр.
Буласаҡ тормош иптәше Рөстәм менән әхирәте таныштырғас, йөрәге ярһып тибә. Яҙмышы, үҙенеке икәнен аңлай. Салауат районы Торналы ауылы егете Өфө урман техникумында уҡып йөрөгән була. Бер йылдан уны хәрби хеҙмәткә алалар. Һөйгәндәр хатлашып тора. Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән Рөстәмде ике йыл көтә Гөлсөм. Тормошта таяуһыҙ ҡалған әсәһен яңғыҙ ҡалдырырға ҡыймай. Уның янына ҡайтҡан йәш белгесте мәктәпкә пионервожатый итеп саҡыралар. Әсәһенә Йылайырҙан эш тәҡдим иткәстәр, сәстәрен сәскә бәйләгән Гөлсөм менән Рөстәм, малдарҙы урынлаштырғансы Һабырҙа ҡалырға ҡарар итә. Был ваҡыт 13 йылға һуҙыла. Ике һыйыр, ваҡ мал, ҡош-ҡорт күпләп аҫрайҙар. Ошонда уларҙың ике улы – Арыҫлан менән Азамат тыуа.
Мәктәптә ойоштороусы булып тәжрибә туплаған белгесте башта Һабырҙа – «Ләйсән», аҙаҡ Йылайырҙа «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире итеп ҡуялар. Бер аҙҙан Йылайыр районының мәғариф бүлеге методисы итеп тәғәйенләйҙәр. Балалар үҫә төшкәс, ғаилә баш ҡалаға тартыла. Өфөлә Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурста көстәрен һынап ҡарайҙар. Тормош иптәшен дә министрлыҡҡа ҡуш ҡуллап алалар. Тиҙ арала хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулаған уҙаманға Дим биҫтәһендә урынлашҡан 102-се мәктәпкә директор вазифаһын йөкмәтәләр. Ике улдары ла Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла белем ала. Туғыҙынсы класта уҡыған Арыҫлан техника менән мауыҡһа, етенселәге Азаматта сәнғәткә тартылыу бар: бейергә ярата, спортҡа ылыға. БЮТ каналында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуында ла ҡатнашырға өлгөрә. Улдарының үҙ аллы булып үҫеүе ата-әсәһен ҡыуандыра.

Аҡмулла юлынан
Төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалыусы, ошо өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыусы булараҡ таныйҙар уны. Сит өлкәләрҙән килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлсөм Байрамғол ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рәхмәт хаты тапшырғанда уны аяғүрә баҫып алҡышлай. Ҡайһылыр төбәктә фән булараҡ, икенсе яҡта – өҫтәмә белем, ҡайһыларында йәкшәмбе мәктәбе кеүек ойошторола телде өйрәнеү курстары. Йәмәғәт ойошмалары, мәктәптәр менән эште яйлау – Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы иңенә төшкән бурыс. Кадрҙар әҙерләү, дәреслектәр менән тәьмин итеү, төрлө саралар ойоштороу ҙа инә был эшмәкәрлеккә. Оҫталыҡ дәрестәре, фестивалдәр, олимпиадаларҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләй ул. Уҡытыусылар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәр дәреслектәр менән тулыһынса тәьмин ителде, ти Гөлсөм. «Дәүләттән ярҙам бара, кабинеттарҙы йыһазландырабыҙ, балалар баҡсаларына милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа ҡайтартабыҙ, буяу китаптары, мәктәптәргә музыка ҡоралдары, костюмдар – барыһы ла дәүләт программаһына ярашлы, быйыл 26 балалар баҡсаһында, 58 мәктәптә, 16 өҫтәмә белем биреү учреждениеһында, 16 йәмәғәт ойошмаһында башҡорт телен уҡыйҙар», – ти ул. Ниндәй генә һорауҙар килеп тыуғанда ла улар Гөлсөм Байрамғол ҡыҙына шылтырата ала. Бына әле республика олимпиадаһы бара. Сит өлкәләрҙән 19 бала килгән. Гөлсөм дә улар менән. Республикабыҙҙан ситтә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методисы вазифаһын да башҡара, тигән һүҙ. Башҡорт телен өйрәнһендәр өсөн телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк, ти рухлы ханым. Уҡытыусылар менән бер ғаилә булып эшләү оҡшай Гөлсөмгә. Сит өлкәләрҙәге мөғәллимәләрҙең көслө терәген тоя. Эш дәфтәрҙәрен сығарыу, бәйгеләр ойоштороу, телде шул яҡта тыуған билдәле шәхестәр аша өйрәнеү һөҙөмтә биреүен яҡшы аңлай ул. Ырымбур өлкәһенән Сания Сәйет ҡыҙы Күзбаева һәм Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Татарстан Республи­каһынан башҡа уҡытыусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалай тәжрибәле белгес. «Башҡортостан Респуб­ликаһы Мәғариф алдын­ғыһы» исеменә лайыҡ Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы башҡа милләт вәкилдәренән булған директор­ҙарҙың балаларға туған телде өйрәтеүгә булышлыҡ итеүенә рәхмәтле һәм мөһим эштең ыңғай барыуына һөйөнә. Сит өлкә­ләрҙәге уҡытыусыларға «йәһәт кенә килеп етегеҙ» тип шылтыратып булмай, уларға юл ярырға, бәйлә­нештә тоторға кәрәклеген, бер генә кешеһе менән ҡырҡыу һөйләшһәң, ул төбәккә юл ябыласағын да яҡшы аңлай ул.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Телһөйәрлек –  булмышында
Телһөйәрлек –  булмышында
Телһөйәрлек – булмышында
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: