+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
22 Декабрь 2023, 14:55

Хыялымдың аҡ елкәне

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк дауаханаһы акушер-гинекологы Фирүзә Нәжип ҡыҙы Әминева (Бакаева) – Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылы ҡыҙы. 1978 йылда Өфө медицина институтын тамамлай. 1980 йылда Хәйбуллаға килен булып төшөп, Аҡъяр үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай.

Хыялымдың  аҡ елкәне
Хыялымдың аҡ елкәне

Изгелекле һөнәр эйәһенә рәхмәт һүҙҙәре туҡталмай. Бына шул хаттарҙың бер нисәүһе генә: «Фирүзә Нәжип ҡыҙына һөнәри оҫталығы, ярҙамсыллығы һәм кешеләргә һаҡсыл, иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт! Үҙ эшенә яуаплы ҡараған намыҫлы табиптарыбыҙ булыуы – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Һеҙҙең сабырлыҡ, кеше хәленә инә белеүегеҙ – үҙе шифа. Һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек, тормоштан йәм табып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Хөрмәт менән, Минира Сәйетбатталова»;
«Фирүзә Нәжип ҡыҙы – ысын табип. Беҙҙең заманда ла ул һәр буласаҡ әсәне иғтибарынан өҙмәне, мине ихтирамлап, дүрт баламды тапҡанда ла гел йылы һүҙҙәре менән йыуатып торҙо. Уға ҙур рәхмәт. Гөлнур Сайпанова»;
«Фирүзә Әминева гел генә йылмайып ҡаршы ала. Ҡыҙымды ҡотҡарыусы ла – ул. Рәхмәт! Эшендә уңыштар юлдаш булһын. Мөнирә Таһирова». Һәр ошо юл артында – кеше яҙмышы. Кемгәлер әсәлек юлында таяныс булған, сабыйын ҡотҡарып ҡалған, ваҡытында тейешле ярҙам күрһәткән.

Асылы менән шағирә
«Мин үкенмәм, әгәр был донъяла
Самалыраҡ һауа һулаһам.
Мөхәббәткә һыуһап көн иткәнсе,
Мөхәббәттән сәсәп ҡолаһам», – Фирүзәнең тап ошо шиғри юлдарын радионан, билдәле шағир Рәми Ғариповтыҡы, тип уҡып китеүҙәре һис осраҡлы түгел. Йәне менән, бар булмышы менән романтик рухтағы шағирә ул. 1976 йылда «Башҡортостан ҡыҙы»ның 12-се һанында «Лирика» рубрикаһында Фирүзә Бакаеваның шиғырҙары баҫыла. Рәми Ғарипов уға үҙе шиғриәткә фатиха бирә.
«Күҙҙәр бит ул –
әйтелмәгән һүҙҙәр,
Күңелемдең көҙгө ярсығы.
Унда – башы һөйөү шишмәһенең,
Һағыш менән тулы һәр сағы...»
Медицина юлын һайлаған Фирүзәне яҙмыш икенсе тарафтарға әйҙәй.

 

Кендек инәһе
– 80-се йылдарҙа меңәр бала тыуа торғайны. Алыҫ булғас, беҙҙең районда бала тыуҙырыу бүлеге ябылманы. Үҙәктән килгән министр урынбаҫары алдында «яптырмайбыҙ» тип аяҡ терәп ҡаршы торҙоҡ. Ул ваҡытта акушер-гинекологтар өсәү инек. Юлдар алама, Сибайға барып еткәнсе ниндәй генә хәл булмауы мөмкин, шуға берәүҙе лә ебәрмәй, икенсе, өсөнсө, дүртенсе баланы ярып алғанда ла әмәлиәтте үҙем яһаным, – ти тәжрибәле табип.
Үҙе эшкә килгән ваҡыттағы бала табыу йортон көлөмһөрәп хәтерләй. Кеше үтә сығып йөрөй. «Роддом» тигән исеме генә инде. Санитар-гигиена нормалары һаҡланмай, иҙән-диуарҙар бер – күк – төҫтә. 1987 йылға ҡәҙәр бер үҙе генә барыһын юлға һала йәшлек дәрте бөркөп торған көләс йөҙлө ҡатын. «Йылына ике тапҡыр ябылып, ремонт яһарға тейешбеҙ. Буяуҙар юҡ. Колхоз-совхоздарҙың шәп ваҡыты. РТС-та Әбеш егете Фәтих Ҡаҙаҡбаев эшләй ине. Феләктәрҙе ултыртып алдым да киттем.
– Фәтих Мөхәмәтйәнович, роддомға буяу кәрәк!
– Күпме кәрәк?
Фирүзә феләктәргә ымлай. Бер феләк – аҡ, бер феләк сағыу һары буяуҙы тултырып алып ҡайта табип. Уны һәр ата-әсә белә, сөнки тыуған һәр баланың кендек инәһе бит ул. Теләген үтәмәй генә ҡара! Бүлекте матурлап, рәтләп алыуында ла шул абруйы ярҙам итә.
Әмәлиәт эшләгән табип булмаһа, бүлеккә ябылыу ҡурҡынысы янай. Ә Фирүзәнең ҡулы еңел. «Аллаһ Тәғәләнән был табип», – тиҙәр, уның уңыштарына һоҡланып. Миллион алырға килгән йәштәр ҙә биш йылдарын тултыра ла был яҡтарҙа тотҡарлана һалмай. Ә Фирүзә килен булып төшкән еренә таштай батҡан.

«Бәпесем – мөхәббәт емешем...»
«Һөйөү даръяһының ҡосағына
Ҡабат-ҡабат сумам ярынан.
Һыуһындарым ҡанмай.
Һинең
Ҡосағыңда һине һағынам», – тип баш юйып ғашиҡ булып, Фирүзә тормош иптәшен дә, йөрәк менән, үҙенә рухташ кешене һайлай.
– 1975 йылда, 3-сө курстан һуң, Благовещенскиҙағы химзаводты төҙөргә алып барҙылар. Уларҙың курсының егеттәре, беҙҙең курстың ҡыҙҙары. Шунда таныштыҡ. Ике йыл ярым дуҫлашып йөрөнөк, шиғриәт кисәләренә бара инек. Ҡунаҡбайға әнейемдәргә күрһәтергә килтерҙем. Егет оҡшаны былай. 1 Май байрамына ул мине Әбешкә алып ҡайтырға ниәтләнеүен белгәс: «Оҡшамаһам, алмаҫһыңмы», –тип барманым. Ул 6-сы курсты тамам­лағас, өйләнештек, – тип дауам итә Фирүзә Нәжип ҡыҙы.
Әминевтарҙың туйы боронғоса үтә: өс көн – ҡыҙ, өс көн егет яғында ҡунаҡ булалар. Ә Фирүзә тормош иптәше буласаҡ егетте ул үҙе менән танышыр алдынан уҡ белеп ҡуйған була.
– Йәмғиәт һөнәрҙәре факультеты (ФОП) була торғайны. Театр бүлегенә йөрөп, спектакль әҙерләнек. Шуның менән йәй Урал аръяғына гастролгә сығып киттек, – тип хәтирәләргә бирелә Фирүзә.
Эй китәләр, бер ваҡыт, туҡтағас, күҙен асып ебәрһә, сүллек шикелле һап-һары ер, эҫелек тынды ҡура, ел. «Беҙ ҡайҙа ул?» – ти ҡыҙ аптыранып. «Аҡъярҙа!» – тигән яуап ишетә. «Ошонда кешеләр йәшәйме?» – тип тағы ғәжәпләнә ул.
– Хоҙай шул мәлдә, туҡта, ҡолом, үҙең дә ошонда йәшәйәсәкһең, тигәндер инде, – тип йылмая ул.
Ғәлиәхмәттә, Әбештә спектакль ҡуялар. Фирүзә ул ваҡытта йырлаусы бригадир ролен башҡара. Әртислек, моң уларҙың тоҡомонда бар шул. Рафиҡаның ҡыҙы Римманың Гөлназы һуң! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһен биҙәй. Ире Руслан Хайсаров менән «Йөрәк һүҙе»ндә Гран-при яуланылар. Ә Фирүзә Нәжип ҡыҙы үҙе торғаны менән моң эйәһе! Халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен бик оҫта башҡара ул. Ире Шәкир менән ҡушарлап сәхнәлә, табындарҙа йырлауҙарын әле лә һағынып хәтерләйҙәр.
– Әбештә мединститутта уҡыған егет йәшәй, тип Шәкирҙәрҙең өйҙәренә күрһәткәс, ата-әсәһе менән инеп танышып та сыҡҡайныҡ. Кем уйлаһын инде ошо йортҡа килен булып төшөрмөн тип? – ти ул үткәндәрҙе иҫләп.
Буласаҡ ғүмер юлдашының Һаҡмарҙа һыу ингәнен һоҡланып ҡарап тороуын да әйт әле һин. Студент-актерҙар, декорацияны тейәп, артабан Йылайыр яғына юл тота. Яҙған булғас, егет аҙаҡ уны эҙләп таба. Юлдар киҫешә, сәстәр сәскә бәйләнә.
«Янһаң ян һин, янып йығылғанда
Балҡып ҡалһын, эҙ ҡалғандай
йондоҙ атылғанда.
Һөйһәң һөй һин, һөйгәнеңдең
Ҡаны шарапҡа әйләнһен
тамырында!» – ти Фирүзә бер шиғырында. «Тап Ғүмәр Хәйәмсә килеп сыҡҡан бит!» – тип һоҡланыуын белдерә Зөбәржәт апаһы ла.
Һөйөү емештәре тыуа. Шул ваҡыттары ла шиғри юлдарға һалына:
«Тәнемдә бер тере тубырсыҡ
Әйләнә-тулғана тумарлап.
Йәнемдең, тәнемдең бер нуры
Бар моңо төйнәлгән йомарлаҡ.
Хыялым хыялға бәйләнә,
Тибешеп тә ҡуйһа шул кешем.
Һиңә мин тик бәхет юрайым,
Бәпесем – мөхәббәт емешем!»
Ижад, Зәкир тип ҡушалар улар исемде мөхәббәт емештәре – улдарына. Хәҙер инде Ижадтың үҙенең дә өс балаһы бар.

Бала сәләмәт тыуһын өсөн кәңәштәр:
Ауырға ҡалыр алдынан уҡ тикшерелер кәрәк. Күп ҡатындар әҙ ҡанлылыҡтан яфалана. Йөклөлөк ваҡытындағы бөтә ауырыуҙар, токсикоз да, шунлыҡтан. 18–19 йәшлек ҡатындар теркәлергә килә, гемоглобиндары – 70-80. Уларҙы әҙәм итеп алғансы, үҙең эт булаһың.
Дөрөҫ туҡланыу. Хәҙерге балалар нимә ашап үҫә? Чупа-чупс, кириешки һымаҡ нәмәләр.
Гигиена. Иң беренсе нисек дөрөҫ йыуынырға өйрәтәбеҙ. Ошо хаҡта һөйләйбеҙ. Йыбанып һөйләмәй ултырған табип ул – табип түгел. Ә һөйләһәң, энергия китә. Күп кеше энергияһын һаҡлай. Ә ул булһын өсөн, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Табип кеше туҡ булырға тейеш. Күҙе туҡ булһын уның. Кем нимә алып килә, тип ҡарап ултырмаһын.


– Ғүмер буйына үҙ хужалығыбыҙ булды. Ас йәшәмәнек. Бөтә нәмәне үҙебеҙ етештерҙек. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоттоҡ. Ирем мал яратты. Әле булһын тәбиғи әсетке менән беше­релгән икмәк һалам. Ошо икмәкте ашап үҫтек инде. Олатай икмәк телә лә өҫтөнә йоҡа ғына итеп май йә гәрсис яғып бирер ине, – ти ул.


Хәйбулла районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Хыялымдың  аҡ елкәне
Хыялымдың  аҡ елкәне
Хыялымдың  аҡ елкәне
Хыялымдың аҡ елкәне
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: