+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
20 Ноябрь 2023, 11:58

Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә

Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рәйсә Хәйбулла ҡыҙы Иҙрисова (Әминова) менән баҫмабыҙ уҡыусылары менән осрашыуҙа танышҡайныҡ. Ул үҙенең гүзәл заттар өсөн «Матурым» проектын тормошҡа ашырыуы, башҡорт ҡыҙҙарын йыйып, йолалар, нәҫел көсө, аш-һыу, шәжәрә төҙөү, милли кейемдә фото­сессия ойоштороу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барыуы хаҡында тулҡынланып бәйән иткәйне. Рәйсәнең ул ваҡыттан алып уңыштары артты, ижад емештәре тупланды һәм бына, ниһайәт, уның хаҡында журнал уҡыусыларына ентекләберәк һөйләргә мөмкинлек тыуҙы.

Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә
Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә

Атай йортонда
Рәйсә Иҙрисова 1978 йылдың 29 ноябрендә күрше өлкәнең атап үткән металлургтар ҡалаһында тыуған. Әсәһе Гөлсәсәк Ғизетдин ҡыҙы Хөснөтдинова – Әбйәлил районы Айыуһаҙы ауылынан. Атаһы Хәйбулла Хәсән улы Әминов – Баймаҡ районы Һәмән ауылы уҙаманы. «Туған телдә ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡта ғына һөйләштем, башҡортса уҡымаһам да, үҙ аллы яҙырға һәм уҡырға өйрәндем», – ти Рәйсә. Урыҫ мөхитендә үҫкән ҡыҙҙы тамырҙары тарта, милли рух үҙен һиҙҙертә. Башҡорт бейеү ансамбленә йөрөү миллилекте танһыҡлауҙы баҫа. Ғаиләлә улар өс ҡыҙ үҫә. Баш бала булғас, Римма, Әлиә һеңлеләрен ҡарау Рәйсәнең бурысы һанала. Уны өлгө итеп ҡуялар. Етеҙерәк, уңғаныраҡ, өлгөрөрәк булырға тырышыуы ла шунандыр. Атаһының: «Ҡыҙым, һин булдыраһың!» – тигән ҡарашы уны әле һаман оҙатып килгәндәй. Әсәһе уларҙа ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәзәкәтлек, наҙлылыҡ тәрбиәләй. Атаһы менән әсәһе Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп хаҡлы ялға сыға.
Магнитогорск ҡалаһының 59-сы мәктәбен тамамлаған Рәйсә Хәйбулла ҡыҙына форма кейгән кешеләр оҡшай. Милиционер булырға хыяллана. Эшҡыуарлыҡ класында уҡыған ҡыҙ психология фәнен үҙ итә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе һөнәренә уҡырға инә ул. Өсөнсө курста буласаҡ тормош иптәшен, Фәрит Марс улы Иҙрисовты, осрата. Ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт менән ҡараған, тыныс холоҡло, һылыу егет тә, уның фамилияһы ла – әсәһе яҡлап Мәрйәм өләсәһенең ҡыҙ фамилияһы ла Иҙрисова була – оҡшай.

Учалы – йәшлек ҡалаһы
Уҡып та, урман мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләп тә йөрөгән ҡара һылыу Рәйсәгә, Өфөлә инженер-технолог һөнәрен үҙләштереп, үҙ юлын тапҡан Фәрит ғашиҡ була. Егет менән ҡыҙ оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешергә ҡарар итә. Ғаилә архивында йәштәрҙең һөйөү менән мөлдөрәмә тулы хаттары әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Иҙрисовтар башта Өфөлә төпләнергә теләһә лә, ғаилә башлығы эш буйынса Учалыға күскәс, ошо ҡалала улар сынығыу үтә.
2008 йылда Иҙрисовтар Учалыла «Йәш ғаилә» бәйгеһенең Гран-прийына лайыҡ була һәм республика кимәлендә үткән конкурста ла көстәрен һынап ҡарап, беренсе урын яулай.
«Авто-леди», «Башҡорт һылыуҡайы», «Йәш ғаилә», «Минең әсәйем барыһынан да яҡшыраҡ», «Ынйыҡай» бәйгеләрендә ҡатнашыу һәм еңеү ҙә – уның бала саҡ хыялдарынан. «Әҙерлек, сценарийҙар, кос­тюмдар, музыка, адреналин, тулҡынланыу, байрам, сәхнә, хис-тойғолар – минең тормошомдоң биҙәге, онотолмаҫ мәле, һағынып иҫләр хәтирәләр, – ти Рәйсә ханым. – «Башҡортостан ҡыҙы»ның тышлы­ғында сығыу ҙа – бала саҡ хыялым».
Франция, Германия, Чехия, Люксембург, Бельгия илдәрен күреү ҙә мөғжизәүи рәүештә тормошҡа аша – үҙенән-үҙе килеп сыға. Инглиз телен өйрәнгән 12 йәшлек ҡыҙын үҙен генә ебәрмәйем тип, сәйәхәткә юллана. Ғаилә менән Кипр, Мысыр, Төркиәлә ял итергә яраталар.
Ҡәйнәһе Фәриҙә Кәлимулла ҡыҙы өс улын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Кинйә килене Рәйсә менән дуҫ һәм татыу йәшәп, уның ҡулында йән бирә бейеме.
Ире Учалыла «Горняк» футбол клубында администратор вазифаһын башҡара, «Медиалаб» селтәрен төҙөй. Әммә ул сыр яһау оҫтаһы булараҡ бөтә Рәсәйгә таныла һәм уны төрлө урындарҙа көтөп кенә торалар. Фәрит Марс улы сыр етештереүселәр менән килешеү буйынса эшләп ҡайта.
Ҡыҙҙары, 23 йәшлек Камила, Мәскәүҙә Кино һәм телевидение институтын (ГИТР) тамамлап, баш ҡалала йәшәргә ҡалған. Улдары Хәсән 9-сы класты бөтөп, колледжға уҡырға инә, ул программист буласаҡ.
...Учалыла үҙен һыуҙағы балыҡ һымаҡ тоя Рәйсә. Әллә өлгөрөүе етә, әллә балаһы тыуыуы уға көс, илһам бирә – йәш ҡатын һәр башланғысында уңышҡа өлгәшә. Район мәҙәниәт йортона рәссам урынына килгән Рәйсәнең һәләтен тикшереп ҡарап, уны эшкә алырға ҡарар иткәс, был һөнәр буйынса документы юҡлығына аптырап ҡалалар. «Ҡағыҙың булмағас, ниңә килдең?» – тигән ғәжәпле ҡарашҡа, Рәйсә: «Мин – талант!» – тип яуаплағас, йылмайып ебәрәләр һәм эшкә алалар. Таланттар ерҙә аунап ятмай шул, белеме булғандар ҙа килештереп һүрәт төшөрә алмай ҡайһы ваҡыт. Ә Рәйсәнеке килеп сыға. Ошо ваҡиғанан һуң үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәлгәнен тоя ул.
Бер мәл дуҫтары менән һабантуйҙа шар һатып аҡса эшләргә булып китәләр. Ире лә быны хуплай. Беренсе һабантуйҙа сығымдар ҡаплана, икенсеһендә табыш алына. Төшөмлө эш булыуы беленгәс, ғаилә залдарҙы биҙәү хаҡында уйлана. Шулай итеп, Рәйсә декоратор-биҙәүсе һөнәрен дә үҙләштерә. Клиенттары Рәйсәнең ҡулдарынан күркәмлек, йылылыҡ бөркөлөп тороуын билдәләй. Улар асҡан «Ирис» декор салоны витрина, фотозоналарҙы биҙәү буйынса ҡалала иң яҡшылар рәтенә инә. Туй, тыуған көн мәжлестәрен йәмләү эшен Рәйсә күңел һалып башҡара. Кибеттә «Бөтәһе лә байрам өсөн» сауҙа нөктәһен асып ебәрә ғаилә. Әммә эш менән булып, балаларының нисек үҫеп етеүен дә һиҙмәй ҡалыуына көйөнә. Йорт төҙөй башлағас, өй хужабикәһе булып ултырып алырға ҡарар итә. Ире лә быға ҡаршы килмәй. Әммә тиктормаҫ Рәйсәне бер урынға ултыртып ҡуйырһың, ҡуймай ни!
2017 йылдың 11 ноябрендә, ниһайәт, Светлый ҡасабаһында нигеҙенән башлап ҙур, матур йорт һалып сығалар. «Бер урындан икенсеһенә күсенеп йөрөгән хәрби ҡатыны була алмаҫ инем, – тип уйлаған Рәйсә 17 йыл эсендә 17 тапҡыр күсенергә тура килеүенең ыңғай яҡтарын да билдәләй. – Әммә үҙ йортоңдо төҙөп сығыуҙан да яҡшыһы юҡ!» – ти ул, был мөһим эште атҡарып сыға алыуҙарына һөйөнөп.

Бала саҡ хыялдары
Шаян, тиктормаҫ бәләкәй Рәйсәнең йә ҡапҡа башында, йә рәшәткәлә тороуына туғандары күнегеп бөтә. Бала сағында дүрт йәшлек һеңлеһен, донъяның сиген күрһәтәм, тип, алып сығып китеүен көлөмһөрәп хәтерләй. Фәйрүзә өләсәһе: «Ошо Рәйсә ер сигенә етер ул», – тип әйткән була. Өләсәһенең күҙаллауы дөрөҫкә сыға: ҡыҙы менән Баренц диңгеҙенә барып, төньяҡ балҡышын күреп ҡайта сая ҡатын. Үҙенең бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырыу менән булыуын аңлай Рәйсә. Йән һөйгәне менән матур ғаилә ҡорасаҡтарын, ҡыҙ һәм улдары тыуасағын да ул алдан күҙаллай.
Үҙе хыялланған «Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ» клибын төшөрәсәк урындарҙы башта ул төшөндә күрә. Интернеттан эҙләп тапҡас, был урындар мөғжизәүи көскә эйә Сыбарҡая һәм Ҡорғаҙаҡ мәмерйәһе булып сыға. Йырҙың һүҙҙәрен Гөлнур Ҡыуатова яҙа, талантлы йырсы Рәфис Ишбаев башҡарыуында ул моң күңелдәрҙе арбай. Һәр гүзәл зат үткән сабый, үҫмер, йәш ҡыҙ, ҡатын һәм өләсәй – быуын сылбыры, йомғаҡтарҙың – туғанлыҡ ептәренең Әсәгә килеп тоташыуы йөрәккә яҙ булып яғыла.

Шәжәрәһен белгән – ҡурсыулы
«Ғаилә тарихы менән ҡыҙыҡһыныу тормоштоң төрлө осорҙарында, кемгәлер иртәрәк, кемгәлер һуңыраҡ килеүе мөмкин. Иң мөһиме – ғаиләнең иң өлкән ағзаларынан күберәк мәғлүмәт алып өлгөрөргә кәрәк, – ти Рәйсә Хәйбулла ҡыҙы. – Шундай һорауға дусар булдым: ни өсөн йәшәйбеҙ, тормош мәғәнәһе нимәлә, ғаилә тарихында ниндәй эҙ ҡалдырырға тейешмен? Үҙ нәҫелемдең тарихын өйрәнеү, уны балаларыма, туғандарыма еткереү өсөн килгәнемде асыҡ аңлағас, яҙмыш ревиз әкиәттәрен белгән, шәжәрә ағасын булдырыу хаҡында һөйләгән кешеләрҙе алдыма сығарҙы!»
Рәйсәнең, тамырҙарҙы тойоу рух ныҡлығын бирә, тиеүендә лә ҙур мәғәнә бар. Бер олатаһының – колхоз рәйесе, өләсәһенең – депутат, икенсе олатаһының – мулла, ә өләсәһенең – хеҙмәт алдынғыһы, кулак тип хөкөм ителгән олатаһының атаһы һатыу менән шөғөлләнеүен (хәҙерге заманса әйткәндә – эшҡыуар) белеү уға көсөн һәм ышанысын арттыра, тамырҙары буйлап уларҙың ҡаны ағыуы көс-ҡот, ҡеүәт өҫтәүен тоя ул.
2014 йылда Рәйсә Иҙрисованың, үҙ шәжәрәһен төҙөп, атаһы яҡлап – Әминовтарҙың, ә 2017 йылда әсәһе яҡлап билдәле олатаһы Иҙристән таралған тармаҡтың Шәжәрә байрамын ойоштороуы һоҡланыу уята. Ҡаракөсөк тоҡомоноң Һәлберҙәр араһы генеалогияһын өйрәнгәндә 1100 исемдән торған шәжәрә ағасы барлыҡҡа килә. Үҙ тарихына битараф булмаған киләсәк быуын вәкилдәре өсөн үҙе бер һәҙиә. Саҡырыу ҡағы­ҙын 650 кеше ала, 450 туған-тыумасаны берләштергән оло йыйын күптәрҙең хәтерендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Дөйөм алғанда, шәжәрә ағасымда өс мең кеше тер­кәлгән, балаларымды, уларҙың атаһын да ҡушһаң, тағы ла күберәк, ти Рәйсә. Туған ҡәҙерен белгән, тарихтың әһәмиәтен тәрәндән аңлаған ҡатындың үҙ заты өсөн ни ҡәҙәрем оло эш башҡарыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.

Силәбе өлкәһе,
Магнитогорск ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә
Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә
Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә
Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: