Ҡояшлы Рәхмәт ҡыҙы
Һуғыштан һуң Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында ул һорап алынған бала була. «Мине «бала ҡото» тип йөрөттөләр. Яратып, ҡулдан төшөр-мәй үҫтерҙеләр. Еңмеш, үҙемде донъя тотҡаһы һымаҡ тойғанмын. Өләсәйем күрше Учалы районының Батал ауылында йәшәне. Инәйем мине нимәгәлер битәрләһә, ул килә лә мине йәлләп алып ҡайта ла китә торғайны. Ауылдағы олатай менән өләсәй ҙә әпәүләй ине. Миңә хәтлем балалар үлеп торғанға шундай мөнәсәбәт булғандыр. Уларҙың бөткөһөҙ һөйөүе яҙмышыма ла йоғонто яһаған, тием. Тәүәккәллек, үҙ-үҙемә ышаныс шунан килә. Лидерлыҡ сифаттарым да бала саҡтан», – тип хәтирәләргә бирелә ғалимә.
Улар ғаиләлә биш бала үҫә. Бер ҡустыһы йәшләй генә мәрхүм була, ә ҡалғандары иҫән-һау. Фирҙәүестең хәтеренә күрше-тирә инәйҙәр менән еләккә йөрөүе айырыуса сағыу булып уйылып ҡалған. «Сейә йыйған ваҡытта тау башында ултырабыҙ. Емешкә үҙебеҙ менән алған икмәкте ҡушып йомортҡа менән тамаҡ ялғап алғас, инәйҙәрем хәтер ептәрен тағата. Тау-таш атамаларын барлап, легенда-риүәйәттәр һөйләй. Беҙҙең Рәхмәт – Верхнеуралдан сыҡҡас беренсе ауыл. Граждандар һуғышы ваҡытында йә аҡтар, йә ҡыҙылдар килеп баҫа. Тауға ҡасҡандан һуң, өйгә ҡайтҡас, дүрт айлыҡ ҡына атайымды күрергә тип, уға буй-буй күк күлдәк тегеп килтереүен, баҫҡынсыларҙың өй эсен тентеп, бер нәмәне ҡалдырмай, урындыҡ таҡталарына тиклем алып китеүен, бары шул сабыйға тегелгән бүләктең генә нисектер эленеп тороп ҡалыуын әсенеп һөйләүе лә, ер-һыу атамаларының тарихын байҡауы ла миңә ҡыҙыҡ. Белорет педагогия училищеһында уҡығанда райондарҙы гиҙгәндә тап шул юҫыҡ тарта, ҡайҙа ғына барһам да ер-һыу атамаларын белешеп-төпсөшәм, ошо ҡыҙыҡһыныу фәнгә ынтылышымды көсәйтте», – ти Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы.
Фирҙәүестең атаһы әҙәбиәт ярата. Барған еренән балаларына китап тейәп ҡайта. «Мәктәпкә тиклем үк улар уҡыған әҫәрҙәрҙе, хәреф танымаһам да, ятлап алғанмын. Әлифба менән дә шулай. Хәтер шәп булғас, тотош китапты күҙ йомоп һөйләйем, ә хәреф өйрәнеүҙе кәрәкле һанамағанмын», – тип хәтерләй ул.
«Бала саҡ кино таҫмалары кеүек кенә һаҡлана. Йыл да ике яҡта ла яҙ ҡорбан сала торғайнылар. Мал һатһалар, баҙарға инеү өсөн рөхсәт алғанда күрһәтергә кәрәк булғас, башты алып баралар ҙа кире алып ҡайталар. Атайым малының йолмағы бит, ти торғайны инәйем. Тимәк, тоҡомо. Олатайым беребеҙҙең һаулығына ҡорбан бағышлаһа, аят уҡырға йыйылғанда, салған ваҡытта ағыҙып алған ҡанды һәр ваҡыт беҙҙең маңлайҙарыбыҙға һөрттө. Йоланың яманлыҡтар, бәлә ҡаҡлығып ситкә китһен, сабыйҙарҙы шул һарыҡ алыштыра, тигәнде аңлата икәнен әле төшөндөм. Баш аятына бара торғайныҡ. Баш – мал ҡото ла. Теге донъяға күскән ата-бабалар өсөн үткәрелгән аят ул. Исламға тиклем барлыҡҡа килгән был йола халыҡта әлмисаҡтан йәшәй. Шуларҙың боронғоһон һәм яңыһын ҡушып, башҡорт үҙ йолаһын килтереп сығарған. Шул халыҡты тәртиптә тотҡан», – тигән фекерҙә ғалимә.
Рухи тамырҙар биргән көс
Мөхәббәт, йола солғанышында үҫәсәк ҡыҙҙың тәүге күлдәге лә ауылдың бөтә ҡарт әбейҙәренең йәшәгән йәшен һорап йыйылған тауар киҫәктәренән тегелә. Мөслихә апайынан: «Шул күлдәк ҡайҙа булды ул?» – тип һорағас, «Һин ҙурайғас, эт алып китте», – тигән яуап ишетә. «Миңә булған бөтә сир-сор уға булһын тип, эткә кейҙереп ебәргәндәр, имеш. Эт – тотем. Үҙенең күстәнәсен ауыҙ иткән кешегә «эт таламаҫ», тиҙәр. Эт үлһә, ҡапҡа төбөнә күмеү йолаһы бар. Дошман һүҙе инмәй тигән ышаныу ул».
Бәләкәй Фирҙәүес үҙ заманы тиҫтер ҡыҙҙарынан кейеме менән әллә ни айырылмай. Күлдәктәрен ҡоршаулап, әберкәләп теккәндәр. Бөтә фотоларында балитәкле күлдәк, ике рәт тәңкә теҙелгән кәзәкей. «Әсәйем ауыҙ асырға йыйған әбейҙәр мотлаҡ кәзәкейемә тәңкә баҫа торғайны. Шундай уҡ тәңкәләр елкә тапҡырына ла теҙелә. Һаҡлау сараһылыр, тием. Күҙ теймәһен өсөн махсус елкәлектәр йөрөткәндәр. Ауыл йолалары миңә тәбиғи булып һеңгән. Ауылдан сыҡҡан һәр башҡорт күңеле менән шул мөхиттә йәшәй. Ейәндәремә ауыл мөхите, миллилеккә сорналып йәшәү бәхете тәтемәне. Өләсәй булараҡ, шуны уларға китаптар, аралашыу аша бирергә тырышам. Өйөмдәге йыһаз, балаҫтар, милли мөйөш булдырыуым да улар шуны тойһон өсөн. Һәр кемгә еренә, халҡына бәйлелеге көс, маҡсаттарына өлгәшергә мөмкинлектәр бирә».
Балаларым
Игеҙ балалар хаҡында педучилищела уҡығанда уҡ хыялланып йөрөй. Бүлмәләш ҡыҙҙары менән рәхәтләнеп киләсәккә план ҡоралар. Ә Фирҙәүестең күңелен, училищены бөткәс тә университет тамамлайым, аспирантураға инәм, бер юлы ике бала табам да фән менән шөғөлләнәсәкмен, тигән уйҙар йылыта. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары. Фирҙәүес кейәүгә сыға һәм бына ул йөклө. Эсең ҙур тип дауаханаға һалып ҡуялар. Бер йәш кенә ҡатын, һинеке игеҙәк буласаҡ бит, ти, дүрткелләнеп торған ҡорһағына күрһәтеп. Икенсе көн табип та, һеҙҙе борсомаҫ өсөн әйтмәгәйнем, тип дөрөҫләгәс, шатлығының сиге булмай. Игеҙҙәр ике яҡлап та нәҫелдәрендә бар. Ярты сәғәт айырма менән балаларҙы таба. Тимур алдараҡ тыуа. Нур уны шуға ағай, тегеһе ҡусты һымаҡ ҡабул итә. Хәҙер ике улы ла – үҙҙәре атай. Ғаилә ҡороп, башҡаланып ғүмер итәләр. Нур менән Әлиә килененең малайҙары Наилгә – ун ике, Тимур менән Айгөлдөң олоһо Таймасҡа – ун, кесеһе Килдиярға ике йәш.
Дәрәжәләр түгел мәңгелек
Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын булдырыусы, 1994 – 1999 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 1995 – 1998 йылдар арауығында Башҡортостан Мәғариф министрлығында министр йөгөн тартҡан эшлекле ханымдың данға, дәрәжәгә ҡарашы үҙенсәлекле. «Министрлыҡтан алғанда Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе инем. Мәж килеп конференция үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Вазифанан бушатылғас, ауырып дауаханаға ятыр, бик борсолор, тип фаразлайҙар. Ҡайтҡас, инәйем менән сәй эсергә ултырҙыҡ та уға хәбәр иттем. «Ярай, атайың ҡалдырып киткән урын түгел бит, ана китаптарыңды яҙып тик ултыр», – ти. Ысынлап та, министрлыҡҡа килгәнсе үк филология фәндәре докторы инем, бихисап хеҙмәт яҙғайным. Институтҡа барҙым да эшкә сумдым. Тәүҙә урынбаҫар, аҙаҡ директор итеп һайланылар. Ҡайҙа, кем генә булып эшләмәйем, бурысымды бөтә күңелемде һалып башҡарҙым. Шуның менән бәхетлемен», – тип йылмая ул.
Уңыш йыйыр мәл
Билдәләгән эштәрен ослап, еренә еткереп ҡуйыу ниәте менән яна Фирҙәүес ханым. Им-том китабы, мифология буйынса хеҙмәте тамамланмаған. Халыҡтан йыйғанды кире ҡайтарырға, монографияһын тамамлап, этнонимияға тотонорға ниәте. Оран, тамға һымаҡ нәмәләрҙе күп йыйған. «Быуындар бәйләнеше өҙөлә. Бөгөнгө йәштәр – донъя тотҡаһы, мал табыу менән мәшғүл, бала ла бағыр кәрәк, донъя ла көтөү мөһим. Олатай-өләсәй менән балалары бик аралаша алмай. Рухи байлыҡты тәбиғи тапшырыу юғала. Шул осраҡта китап формаһында булһа ла, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ, киләсәккә улар алып китәсәк», – ти ул.
Ир-егет элек-электән ер-һыу тарихын, ә ҡатын-ҡыҙ йола үтәлешен белеп, шуны йәштәргә тапшырырға тейеш булған. Дөйөм алғанда, был – бик борондан килгән мәжбүри вазифа. Ҡубыра тигән өләсәһен – бишенсе быуын олатайҙары Хисамитдиндың һеңлеһен – нәҫелдәренең тарихын килтереп еткереүсе тип беләләр. Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере ир-атҡа ҡарағанда оҙонораҡ булыуы ла хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ итә. Үҙенә лә, ҡыҙыҡһына башлаһа, яратып ҡына, уй, Ҡубыра, һорашып тик ултыра, тип әрләшер булғандар. Һораша ла, шуны ишеттегеҙме, тип белгәнен дә өҫтәп ҡуя. Хәтер – ассоциатив, берәй нәмә һөйрәп сығара үҙенән-үҙе. Шуның һымаҡ нәҫел хәтерен һаҡлаусы була. Тоҡомдо дауам итеүҙе лә ҡатын кеше уйлай, тәбиғәттән һалынған уға был бурыс. Әле лә шәжәрә эшләтергә теләүселәр араһында ҡатындар күп кенә, ти ғалимә. «Бер әхирәтем, ир туғандарымдан көтә торғас, үҙем тотонорға булдым, тип килде. Минән ярҙам һорағас, дүртенсе быуынды белһәгеҙ, эҙләүе еңелләшә, сөнки метрик китаптарға шунан башлап ингән, ул ғәрәп графикаһында муллалар тарафынан тултырылған. Ҡулъяҙма яҙыуын таныу ҡыйынлаша. Йылын, ауылы менән исемен әйтһәләр, эҙләү еңелгә төшә, тинем», – ти Фирҙәүес ханым.
«Ҡатын-ҡыҙҙар ырыуҙы һаҡлау тигән бурысты алған. Ирҙәргә мәжбүри, ә ҡатын-ҡыҙға Хоҙай Тәғәлә һалған вазифа ул. Йола тураһында хәҙерге заман әсәйҙәренең күбеһе һөйләй, мәғлүмәт бирә алмай. Донъяуи кимәлдә әсәлек инстинкты кәмей, тип саң һуғалар. Сәбәбе – традицион тәрбиәнән алыҫлашыу. Ҡыҙҙарға әсә тәрбиәһе етмәй. Беҙҙең заманда әле бер ҡатын өлкән балаһын ташлап, бәләкәсен алып, икенсе иргә китте лә барҙы. Халыҡ шаҡ ҡатҡайны. Хәҙер хатта ике балаһын да ҡалдырып киткәндәр бар. Замана тәьҫирендә менталь үҙенсәлектәр үҙгәрә. Беҙҙең халыҡҡа хас булмаған ҡылыҡтар ҡылына. Ғаилә төшөнсәһе юғала икән, бала ҡалдырып китеү, ата-әсәһен ҡарттар йортона тапшырыу бер нәмә түгел. Нәҫелдәр, быуындар бәйләнеше юҡҡа сыҡҡас, Өфө халҡына әйләндек. Был үҙ сиратында телде онотоуға алып килә. Рухи байлыҡты тапшырыу – ҙур проблема. Китап уҡыу кәмене. Рухи байлыҡты Интернетҡа индереүҙе әүҙемләштереү мөһим. Быуындар бәйләнешен нисектер юғалтмаҫҡа тейешбеҙ. Шул сылбыр һаҡланғанда, тел дә юғалмаҫ, рух та һаҡланыр», – тиеүендә лә ағинәйҙең халҡыбыҙ, уның киләсәге өсөн борсолоуы ярылып ята.
Зат-ырыу булһын берҙәм!
Фирҙәүес Хисамитдинова тыуған ауылындағы Рәхмәт урта мәктәбе уҡыусыларына йылына ике тапҡыр стипендия тапшыра. Ғалимә булышлығында Рәхмәт халҡы менән бергәләп төҙөлгән мәсеттә саралар үткәргәндә лә ул көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. «Хәҙер ауылдарҙа аралашыу кәмей. Элек өмәләргә саҡырыуҙы көтөп тормай килә торғайнылар. Мәсет һалғанда халыҡты, ҡайһы берәүҙәрен сиратҡа ҡуйып, мәжбүри тигәндәй эшләттек. Аят уҡытҡанда килә алмағандарға ла өлөш сығартам. Элек Ҡарға бутҡаһынан ҡайтышлай сырхап өйҙә ҡалғандарға индереп сыға торғайнылар. Ниңә шуларҙы ла алып килмәйһегеҙ, индегеҙме, хәлдәрен белдегеҙме, тип төпсөйөм. Урыҫтар ике туғандары менән аралашмай, тигән аптырауыбыҙ хәҙер үҙебеҙгә лә күсеп бара. Рәсәйҙе, башҡорттарҙы тотҡан ырыу-ара, зат-ара аралашыу юғала. Элек бер нисә ауыл берләшеп, ныҡ аралашып йәшәне. Ошондай сараларға ололарҙы ғына түгел, балаларҙы ла йөрөтөгөҙ, тием. Беҙ үҙебеҙ – ғәлекәйҙәр, торналар араһы. Зат-ырыу, нәҫелдең берҙәмлеген тоторға тырышабыҙ», – тип һөйөнә ул.
Күбәләктәрҙе тышҡы ялтырауыҡҡа иғтибар иткән кешеләр, тиҙәр. Үҙегеҙҙе эстән күбәләк тип тойоу бармы, тигән һорауыма, ғалимә: «Үҙемде «биҙәрле лә семәрле»ләрҙе яратҡан кеше, тип һанамайым. Күбәләк ауылдарындағы матурлыҡтарҙы күрһәм, миңә рәхәт. Кеше шул матурлыҡты тыуҙыра икән, тимәк, уның күңеле бай. Мәсет һалған ваҡытта шуларҙың тәҙрәләре шикелле семәр яһатайыҡ, тигән талап ҡуйҙым. Баталға барғанымда, ҡайһылай матур, быны кем эшләне, тип ҡыҙыҡһынам. Һеңлем, уны үҙем дә эшләй алам, тине. Баҡтиһәң, өйҙөң тышындағы биҙәү эштәрен ҡатын-ҡыҙҙар ҙа башҡара ала икән», – тиеүендә күбәләктәргә хас сәм дә сағыла.
Мәсет эргәһенә балалар майҙансығы яһау идеяһын тиҙ генә эләктереп ала ауылдаштары. «Изге йортҡа балалар йөрөргә тейеш. Эскә инеп, намаҙҙар уҡымаһа ла. Өләсәһе, әсәһе менән килә сабый. Ҡыш өшөп китһә лә, инеп йылынып сыға, йәй инеп һыу эсһә лә, һәйбәт. Мәсеттә балалар майҙансығы эшләп торорға тейеш», – тип сығыш яһағас, аҡса йыйып, ғалимәнең теләген тормошҡа ашырып та ҡуя Рәхмәт халҡы.
Быйыл Фирҙәүес ханым ауылына 9 Майға ҡайтырға ниәт иткән. Атаһы Ғилмитдиндең тыуыуына 100 йыл тула.
...Ҡасандыр үҙ баҡсаһын еләк баҫыуына әйләндереп, биштәр артмаҡлап, еләк һатып аҡса эшләп, балаларын аяҡҡа баҫтырыуҙы маҡсат иткән игеҙәк улдар әсәһе, фән, ғилем, балаларға төплө белем биреү өлкәһендә егелеп эшләгән ғалимә, юғары вазифалар биләгән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ағинәһе әле лә изге маҡсаттарынан тайпылмай. Илем, телем, халҡым тип көн-төн хеҙмәт итеү бурысын алға ҡуйған. Юҡҡа уға йөҙйәшәр Рәхмәт инәйҙәре йәшәлгән йәштәрен бүләк итмәгән бит! Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып балҡыр дәрәжәгә етеп, хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанырына ихлас ышанған. Сөнки рух көсө, илһөйәрлек иң ҙур ҡорал икәнен аныҡ белгән улар.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
"Башҡортостан ҡыҙы", №3_2016 й.