Күсле – көслө
Шәүрәлә бала саҡтан ҙур күс, көс булып йәшәүҙе тойоу бар. Хәйбулла районы Бүре ауылында йәшәгән олатаһы, билдәле сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтарҙың йортонан ҡунаҡ өҙөлмәй. Ул умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бал һатып алырға Ырымбур өлкәһенән, башҡа яҡтарҙан килә торған булалар. Төрлө милләт кешеләре менән аралашыу Шәүрәнең офоҡтарын киңәйтә. Олатаһы бит уларҙың һәр береһен оло ҡунаҡ итеп ҡаршы ала. Шәүрәнең күңелендә өй, ғаилә шундай булырға тейеш, тигән төшөнсә сабый сағынан һалына. Мөхәмәтйәндең ғаиләһендә биш малай, бер ҡыҙ үҫә. Ағайҙарының еңгәләре менән Бүрегә күмәкләшеп килеп төшөүҙәре, уларҙың балалары менән уйнауҙары – балыҡ ҡармаҡлаһындармы, муйыл ашаһындармы – күңелле булып хәтерендә ҡалған ҡыҙҙың. Бүренең ултырған ере – хозур тәбиғәтле Шайтантау ҡурсаулығы. Шуға ла унда тап ижад кешеләренең донъяға килеүе тәбиғи. «Хозурлыҡтан илһамланмау, ижад итмәү мөмкин дә түгел», – ти ул.
1976 йылдың 1 декабрендә Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында тыуған Шәүрәгә һәр ваҡыт хәрәкәт, кешеләр менән аралашыу кәрәк. Шәүрәнең Шамил исемле игеҙәге бар. Ул 15 минутҡа алданыраҡ донъяға килә. Гел бергә булғанға, ҡыҙ үҙен тыуғандан терәкле, кәрәкле тоя. «Кемдер яңғыҙлыҡты ярата, ә мин бер үҙем тора алмайым», – ти Шәүрә. Әсәһе Бүләкбикә Ғәлиулла ҡыҙы Билалова балалар йортонда үҫкән. Мәскәү дәүләт педагогия институтын тамамлап, һирәк осраған һөнәр эйәһе – логопед булып сыға ул. Аҡъярға ҡайтҡас, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып таныла. Районда медкомиссия ойоштороп, уны оҙаҡ йылдар етәкләй. Әле лә ул хаҡлы ялда булһа ла, Аҡъярҙағы балалар менән шәхси шөғөлләнә. Сабыйҙарҙың телмәрендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, «р», «с» өндәрен дөрөҫ әйтергә ярҙам итә. Атаһы Фәррәх Мөхәмәтйән улы Ҡаҙаҡбаев райондың электр һәм газ селтәрҙәре етәксеһе булып эшләй. Районға газ индергәндә яуаплылыҡ тап уның иңдәренә ята. «Әсәйем ҡояш кеүек, бер ҡасан бойоға белмәй. Гел хәрәкәттә. Ҡунаҡ ҡаршылау, хужалыҡты алып барыуҙа унан күпте өйрәнергә була. Ул үҙен йәлләмәй. Атай менән әсәйемдең тик тормауы һоҡландыра. Атайым хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп, уларҙың күңелен күрәм, тәрбиә-һабаҡ бирәм тип йәшәй», – ти Шәүрә.
Тамырҙарҙан килгән ҡеүәт
Өләсәһе, атаһының әсәһе, Бибиһан Әйүп ҡыҙы Килдебаева бик уҡымышлы була. Мөхәмәтйән олатаһы моңдо Шәмсибаһар өләсәһенән һеңдергән. Етеш ғаиләнән, арҙаҡлы нәҫелдән була ул. Мулла ҡыҙы Шәмсибаһар сәсәниә, халыҡ табибәһе булып таныла. Зәңгәр күҙле, һары сәсле, дәү кәүҙәле өләсәһенең мөнәжәттәр әйткәнен Шәүрә лә асыҡ хәтерләп ҡала. Шәмсибаһарҙың ғаиләһен кулак тип ситкә ҡыуғанда, Мөхәмәтйән ҡартатаһының мөғжизәле рәүештә ҡотҡарылып ҡалыуы мәғлүм. Йылайырға төрмәгә алып китеп баралар икән, Һаҡмар йылғаһы аша сыҡҡанда, өләсәһенең башы етеп, улын арбанан төшөрөп ҡалдыра. Мөхәмәтйән Һаҡмарға сумып ҡотола. Ҡалған балалары Себергә барып, аслыҡтан, ауырыуҙан һәләк була. Мөхәмәтйән олатаһы, башҡорт донъяһында бик танылып, 93 йәшенә етеп донъя ҡуя. Шәмсибаһар ауыр һынауҙар үтеп йөрөп ҡайтҡас, Рәшит исемле ул таба.
«Мөхәмәтйән ҡартатайым ҡыҙыҡһыныусан ине, һәр ваҡыт яңыны белергә тырышты. Плеер, телефонды тәүгеләрҙән үҙләштерҙе. Японияға сәйәхәт ҡылды ул, унан ҡайтҡас, ер йөҙөндәге барған үҙгәрештәрҙе иҫе китеп һөйләне. «Матур кеше булығыҙ», – тигән һүҙе бар ине. Минең аңлауымса, матур, тимәк, алдашмаған, урлашмаған, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған кеше», – тип хәтерләй ул олатаһын.
Моңға илткән юл
Игеҙәктәр 1-се класҡа Аҡъяр мәктәбенә бара. Шәүрә музыка мәктәбендә фортепиано буйынса шөғөлләнһә, Шамил ҡурай һәм баянда уңыштарға өлгәшә, бәйгеләрҙә урындар ала. «Туғаным ҡурай буйынса китһә, унан яҡшы музыкант сығыр ине», – ти Шәүрә. Шамил халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Төркиәлә белем алып ҡайта. «Тәбиғәте менән дә дипломат кеше ул. Теләһә кем менән дә уртаҡ тел таба», – ти уның хаҡта Шәүрә. Әлеге ваҡытта Шәүрәнең тормош иптәше Рәмил менән бергәләшеп «Артстор» мебель етештереү предприятиеһы булдырғандар.
Шәүрә теүәл фәндәрҙе ярата: математика, физиканы еңел үҙләштерә, тик «бишле»гә генә өлгәшә. «Беҙҙе бер парта артына ултыртманылар. Юҡһа шаяра, мутлаша башлай инек. Биш йылдан Раушания һеңлем тыуғас, донъябыҙ тағы ла яҡтырҙы. Хәҙер һәр беребеҙҙең 4-әр, 3-әр бала. Тыуған йортҡа ҡайтһаҡ, өй тулы булабыҙ, шау-гөр киләбеҙ», – ти ул.
Сәнғәт училищеһында Аркадий Миронович Минковтың композиция дәрестәре Аҡъяр музыка мәктәбендә уҡығанда уҡ йырҙар яҙған Шәүрәгә оҡшап ҡала. Тәүге әҫәре «Бал ҡорто» пьесаһын ул әле лә ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Каникул мәлендә олаталарына фольклор экспедицияһына тип ғаиләһе менән Салауат Рафиҡ улы Сәлмәновтың ҡунаҡҡа килеүе Шәүрәнең яҙмышын хәл итеп ҡуя. Ул һәләтле йәш композиторҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтына инергә саҡыра. Шәүрә был тәҡдимгә етди ҡарай, әҙерләнә һәм студент булып китә. «Уҡыуы ауыр булды. Сөнки Салауат Рафиҡ улы бик талапсан уҡытыусы ине. Артыҡ ноталар яҙырмын тимә. Барыһы ла теүәл, уйланылған булырға тейеш. «Дөрөҫ яҙаммы, барыһы ла аһәңгә ярашлымы? Логикаға тап киләме?» – тигән һорау борсой Шәүрәне. Остаздың үҙ-үҙенә талапсанлығы уҡыусыларына ла күсә. Әле һаман яңы әҫәр яҙһа: «Ә быны Салауат Рафиҡ улы хуплар инеме икән?» – тигән һорау уйға һала уны.
Шәүрә Ғәппәсова Лилиә Ҡәйепова һүҙҙәренә ижад иткән цикл Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһы репертуарына ингән. «Насар яҙа алмайым, яҡшы әҫәр хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә», – ти композитор.
– Элек ижад кешеләре өсөн махсус йорттар булдырылған. Икмәккә нисек аҡса эшләү түгел, ә ижад хаҡында уйланһындар өсөн шарттар тыуҙырылыуы мөһим. Әлеге ваҡытта һәләтлеләр юлды үҙҙәре яра. Кемдер булыр өсөн ижад кешеһе тормош тәжрибәһе, юғалтыуҙар аша үтергә тейеш. Иллегә еткәс кенә ҡиммәттәр асыҡлана, билдәле багаж туплана, һин тормошто, кешеләрҙе аңлай башлайһың. Нимәгә ижад итеүеңде төшөнәһең, – тигән уйҙарға бирелә героиням. Шәүрә Ғәппәсова көйҙәрҙе лирик-фәлсәфәүи йүнәлештә ижад итә. Стравинский, Шнитке, Прокофьев, Бела Барток – ошо композиторҙар уның күңеленә яҡын. «Көйҙөң үҫтерелешен, күңелдең ҡайһы сөңгөлдәрен аҡтарыр икән, тип борсолоп, эстән янып тыңлайһың. Бер нигеҙ, интонация алына һәм уны һәр көйсө үҙенсә үрә. Ниңә генә быны яҙҙы икән, тип тыңлаған әҫәрҙәр бар. Ижадта графоман булырға теләмәҫ инем. Ижад кешеләрен эш менән күмеү ярамай. Көнкүрешкә бирелеү юғары фекерҙәрҙе бөтөрә», – ти композитор. Әҫәрҙәрҙе ул технологияһына төшөнөргә теләп өйрәнә. Әлеге ҡыҙыҡһыныуы уны Родион Белецкийҙың сценарий яҙыу курсына килтерә. «Ваҡытым, мөмкинлегем булһа, ошо йүнәлештә лә белем алыр инем», – ти ул. Шәүрәне кешеләр менән аралашыу, ижадсыларҙың әҫәрҙәре илһамландыра.
Гөлназ ҠАҘАҠБАЕВА һәм ғаилә архивы фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.