+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
24 Август 2023, 10:09

Биҙәктәргә өҫтәй биҙәкте

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналистика ветераны Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы Саттарова 1958 йылдың 28 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылында донъяға килгән. Ошо көндәрҙә ул үҙенең матур юбилейын билдәләне.

Биҙәктәргә  өҫтәй биҙәкте
Биҙәктәргә өҫтәй биҙәкте

Мөхәббәтле бала саҡ
«Мин бик бәхетле, сөнки өләсәйле-олатайлы, атайлы-әсәйле булып үҫтем», – ти Эльза. Атаһы Абдулхаҡ Закир улы Бикҡужин, Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау йөрөп ҡайтҡас, ауылындағы дүрт йыллыҡ мәктәпте – ете, аҙаҡ – һигеҙ йыллыҡ, шунан урта мәктәп итеп үҫтерә. Бөтөн халыҡ 90-сы йылдарҙа ғына үҙ тамырҙарын юллай башлағанда, атаһы үҙ ырыуы шәжәрәһен алдан уҡ күңеле ҡушыуы буйынса төҙөп ҡуя. М. Шайморатов дивизияһында һуғышта йөрөгәндәрен китап итеп яҙып ҡалдыра. Хәләл ефете, Олокүл ауылы һылыуы, Асия Сәйетзада ҡыҙы Туҡтарова менән ғүмер буйы балаларға белем бирәләр. Математика һәм тарих фәндәре буйынса ике институт бөткән Абдулхаҡ Закир улы һуңғы йылдарҙа мәктәптә тарихтан уҡыта. Һуғыш хаҡында һөйләгәндә уны бөтә бала-саға ауыҙын асып тыңлар була. Һәр эпизодҡа, ваҡиғаға үҙ ҡарашы була аҡһаҡалдың. Тыйылған заманаларҙа ла ул Сталиндың фотоһын һандығының төбөндә һаҡлай. «Атайымдың һуғышҡа киткәндә яҙған юл доғаһы мине иҫән-һау алып ҡайтты», – тиер була ул. Өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә Асия һәм Абдулхаҡ Бикҡужиндар. Оло апайы Луиза атай-әсәй юлын һайлаған, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сығыуға ҡарамаҫтан, биш етем баланы ҡарауға алып, уларҙы үҙенеке кеүек тәрбиәләй. Белем алырға, үҙ юлдарын табырға ярҙам итә. Ейән-ейәнсәрҙәренең дә яратҡан өләсәһе ул. Филзә һеңлеһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан. Икеһе лә Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Уларҙың матур донъя ҡороуына һөйөнә Эльза.
Олатаһы Закир менән өләсәһе Бибисара ете баланы аяҡҡа баҫтыра. 80 йыл бергә татыу ғүмер иткән ғаиләнең тормошо ыңғай ғына бармай. Һуғыш һәм репрессия елдәре, башҡа ҡыйынлыҡтар аша сынығып, мөхәббәттәренең көсө менән еңеп сыға улар яҙмыш һынауҙарын. Уңған, бәрәкәтле ғаиләгә көнсөлдәр «кулак» мөһөрө таға, уҙаманды халыҡ дошманы тип ҡулға алалар һәм һөргөнгә ебәрәләр. Өйҙәрен тартып алып, унда колхоз идараһы яһайҙар. Өләсәһе береһенән-береһе бәләкәй балалары менән күрше Шаһивәли бабайҙарҙың мунсаһында йәшәгәндә лә һығылып төшмәй. Бер түгел, ике һуғышта ҡатнашҡан, өс йыл әсирҙә булған олатаһы имен-һау әйләнеп ҡайта. Ғаилә үҙ көсө менән донъя көтә, мал, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тота. «Бәләкәйҙән аҡтан өҙөлмәнек, ҡаймаҡ, бал ашап үҫтек. Дарыуыбыҙ ҙа, тәғәмебеҙ ҙә шулар булды. Һөт ризыҡтарын нисек кенә эш итмәй ине әсәйебеҙ – ҡорот, эремсек, сыр яһаһынмы, ҡоймаҡ ҡойоп, мейестә күпертеп икмәк һалһынмы... Шифабыҙ ҙа аяҡ аҫтында ғына – әрем, дегәнәк, мәтрүшкә. Өләсәйем тубығы ауыртһа, дегәнәк япрағы япты. Уны Ағиҙел буйына ҡомға күмелергә йыш алып барыуыбыҙ хәтерҙә. Яр буйында усаҡ яғабыҙ. Янып бөткәс, күмерҙәрен һепереп алып, өләсәйемде эҫе ҡомға күмәбеҙ. Башы аҫтына үләндән мендәр һалып, өҫтөнә дегәнәк япрағы ябып, сәйнүктән генә ауыҙына һыу тамыҙып торабыҙ», – тип хәтерләй Эльза ханым. Усаҡта һыу йылытып йыуындырып, мотоциклға ултыртып алып ҡайта ул өләсәһен. «Нисек ҡурҡмайынса һин оло кешене улай йөрөтә алаһың!» – тип тел шартлаталар ҡыҙыҡайға. Әле булһа өләсәһе өйрәткән доғаларҙы рәхмәт әйтеп иҫләй ул. Закир олатаһы уңған ғына түгел, бөтә яҡлап белемле лә кеше була, заманында Мәжит Ғафури менән мәҙрәсәлә бергә уҡый. Бер нисә ауылға мулла итеп йөрөтәләр үҙен, изгелекле булыуы менән яҡташтарының хөрмәтен ҡаҙана. «Бына һинең олатайың кеүек кеше ул», – тиһәләр, ул егеткә күҙемде йомоп кейәүгә сығыр инем, ти торған була Эльза йәш сағында. Йөҙ йәшендә лә ҡарағайҙай төп-төҙ, һомғол булған, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған, мал ҡараған, арба тартып миндеккә йөрөгән, утын киҫкән олатаһы: «Эшләгәнең кешегә булһа, өйрәнгәнең – үҙеңә», – тип хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән ейәнсәрҙәрендә. Булмыштан да киләлер ул уңғанлыҡ. Ҡыҙыҡай бәләкәйҙән бәпкә көтөп, мал бағып, хатта ҡул салғыһы менән бесән сабып, таң һарыһынан уянып, атаһы менән кистән һалған ауҙарҙы ҡарап, башҡа хужалыҡ эштәре менән дә булашып үҫә. Өс ҡыҙ араһында уртансыһы булғанғалырмы, атаһы уға: «Улдан артыҡ ҡыҙымһың», – тип әйтә торған була. Ана шулай эшһөйәр, һис нәмәнән ҡурҡып, баҙап ҡалмай торған, үҙ аллы, ҡыйыу холоҡло булып үҫә Эльза. Киләсәк тормошонда ла бик ярап ҡала бындай сифаттар.

Мәлем, туҡта!
Ә бына фотографияға һөйөү ғүмерҙең һәр гүзәл мәлен иҫендә ҡалдыраһы килгәндән тыуа. Атаһы ҡыҙына 72 кадрлыҡ «Чайка» фотоаппаратын һатып алып биргәс, фотограф булып эшләгән ике туған апаһының иренән тәүге һабаҡтар ала. Йәй көнө соланда бер мөйөш булдырып, тәүге ижад емештәре шатлығын татый. «Таҫманы төшөрөп бөтәһең, проявка яһайһың, шунан баҫаһың. Шул 72 кадрҙың яртыһы эшкингән булғандыр инде. Мин дә төшөрәм, тип, тегеһе лә баҫып ҡарай, быныһы ла... Бишенсе кластарҙа ярайһы ғына фото төшөрөргә өйрәнеп алдым. Әммә фотохәбәрсе, журналист булам, тип бер ҡасан да хыялланманым», – ти Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы.
...Мәктәпте, бөтә фәндәрҙән дә башҡортса уҡып, гел «бишле»гә генә тамамлаған башҡорт һылыуы юғары уҡыу йортона конкурстан үтмәй. Ике йылдан стаж менән килерһең, тип ҡайтаралар. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек биш урынға документ биреп булмай, бер генә мөмкинлектән файҙаланыла. Башланғыс кластарҙан район, республика матбуғаты биттәрендә яҙышҡан Эльза, район редакцияһы йүнәлтмәһе менән, Өфөлә 1-се полиграфистар училищеһында фотохәбәрсе һөнәрен үҙләштерә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1976 йылда ике телдә донъя күргән «Хеҙмәт даны» – «Трудовая слава» гәзите редакцияһында эш башлай. Гәзиттең йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә, үҙенсәлекле һәм тормошсан фотографияларҙа, мауыҡтырғыс композицияларҙа кешеләр эш өҫтөндә, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр барышында һүрәтләнә. Уларҙа ҡатып ҡалған һындар түгел, ә ысынбарлыҡ сағылыш таба. Эшендәге ижади нескәлек, теүәллек барлыҡ хеҙмәт юлы буйынса дауам итә. Комсомол ойошмаһы секретары булып үҙен күрһәткән уттай янып торған ҡыҙҙы бер йыл да үтмәй коммунистар партияһы сафына алалар. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетына уҡырға инә, шунда уҡ журналистика серҙәренә төшөнә. Уҡыуын ситтән тороп тамамлай.
Уның «прокурор йә тәфтишсе булам» тигән теләге өс ҡыҙы аша ғәмәлләшә. Светлана, Ләйсән, Наилә исемле ҡыҙҙарының барыһы ла, юридик белем алып, әле юриспруденция өлкәһендә эшләй.

Өлөшкә яҙған бәхет
Тормош иптәше Айраттың ҡайһы яғы менәндер ысынлап та Закир олатаһына оҡшауын билдәләй Эльза. Уның әсәһе Фатима Әхмәтгәрәй ҡыҙы ғүмер буйына Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһында – шәфҡәт туташы, атаһы Әсхәт Мәхмүт улы райондың элемтә бүлеге етәксеһе булып эшләгән. Яңы ғына хеҙмәттән ҡайтҡан Айрат дуҫы менән салонға фото төшөргә килгәндә күреп ҡала һыуһылыуҙай сибәр, ике битен соҡорландырып йылмайған наҙлыҡай Эльзаны һәм ғашиҡ була. Бик йылы ҡабул итәләр киленде, ситләтмәйҙәр. Ҡайны-ҡәйнәһе менән гөрләтеп донъя көтә улар, бер нисә йылдан яңы йортҡа башҡа сығалар. Фатима ханым был донъяларҙан иртәрәк китә. Әммә киленен, ейәнсәрҙәрен үҙенең аш-һыу ғына түгел, тормош серҙәренә лә төшөндөрөп өлгөрә. Ҡайныһы 82 йәшкә тиклем йәшәй. Бик ҡупшы, уңған, аҡыллы, ихтирамлы кеше булараҡ хәтерләй уны ауылдаштары...

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Биҙәктәргә  өҫтәй биҙәкте
Биҙәктәргә  өҫтәй биҙәкте
Биҙәктәргә  өҫтәй биҙәкте
Биҙәктәргә өҫтәй биҙәкте
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: