Һынауҙар маҡсатҡа илтә
Ғәлиә Әминева 1985 йылдың 5 мартында Бишбүләк районы Айыт ауылында баш бала булып донъяға килгән. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙың өлгөргәнлек аттестатында «4» билдәһе өсәү генә, ҡалғаны шау «5» була. Ул теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшә. 1-се класта уҡыған ҡыҙыҡайҙың муйынында лимфа төйөндәре ҙурайғас, табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Барлыҡ һынауҙарҙы ла лайыҡлы күтәрә бәләкәй генә ҡыҙсыҡ. Башланғыс кластарҙа гел генә дауаханала дауаланырға, белемде лә шәхсән алырға тура килеүе уның рухын нығыта. Әсәһе Зилара Яхъя ҡыҙы Ғәлиәнең тиҫтерҙәренән ҡалышмай кластан класҡа күсеүенә барлыҡ көсөн һала. Үлем, сиргә һалышыу хаҡында уйларға башына ла инеп сыҡмай балаҡайҙың. Һауыҡҡас, мин дә кешеләргә ярҙам итәсәкмен, онколог буласаҡмын, тигән ныҡлы маҡсат ҡуя ул. Мәктәпте тамамлағас та медицина институтына уҡырға инеүе ауыр буласаҡ, тип төҙөүсе һөнәрен үҙ иткән ата-әсәһе был уйынан дүндереп тә ҡарай, әммә ҡыҙыҡай берәүҙе лә тыңламай, ныҡышып алға бара. Әсәһе Новосибирскиҙа инженер-төҙөүсе институтын тамамлаған. Атаһы Миңнулла Зәкәриә улы Бишбүләк районында бағры үрсетеүсе хужалыҡ булдырыуы менән дә билдәлелек һәм ауылдаштарының хөрмәтен яулаған. Әсәһе, газ ойошмаһында эшләп, бөтә районға зәңгәр яғыулыҡ индереү менән шөғөлләнеүе менән дә таныулы. Улар, бер-береһен белеп, бер урамда уйнап үҫәләр, бер класта уҡыйҙар, бергә эшләйҙәр. Ғәлиәләрҙең өйөндә атаһы яҡлап Рабиға өләсәһе йәшәй. 1989 йылда Илсур ҡустыһы тыуа. Ике яҡтан да өләсәй һөйөүен татып үҫә улар. Ҡыҙыҡай әсәһе яҡлап Миңзифа өләсәһен дә йылылыҡ менән иҫкә ала.
Ғәлиәнең дауаланып сығыуына тотош биш йыл кәрәк була, онкодиспансерҙа үтә уның бала саҡ ғүмере. Әлбиттә, һәр саҡ янында ҡәҙерле әсәһе, атаһы, яҡындары була... Операциянан һуң нур менән дә дауалана, химия ла үтә. Барыһы ла уңышлы тамамлана, һынауҙар ҡанаттарын нығыта, уны киләсәк һөнәренә әҙерләй.
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Ғәлиә үҙе теләгән Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Балалар онкологы булыу теләге менән яна ул. Әммә уҡып бөттөм дә теләгемә ирештем, тигән һүҙ түгел шул, биш йыл хирург булып эшләгәс кенә онкология бүлегенә килерһең, тиҙәр. Онкодиспансерға патологанатом кәрәклеген белгәс, Мәскәү ҡалаһының Өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт учреждениеһында суд-медицина экспертизаһы йүнәлеше буйынса интернатура үтә, артабан ошо уҡ кафедрала клиник ординатура тамамлай. Тап шул мәлдә уның яҙмышы хәл ителә. Янында ғына йөрөгән була уның һөйгәне. Тормош иптәше менән студент ваҡытта танышалар. Башҡорт дәүләт аграр университетының «Шатлыҡ» бейеү ансамблендә бейегән егеттең концерттарына ла бара Ғәлиә. Рәфилдең тәрбиәле булыуы, ҡатын-ҡыҙға хөрмәтле мөнәсәбәте ҡыҙҙа уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Һигеҙ йыл буйына бер туҫтаҡтан ашап, дуҫ булып йөрөгән, егет тыуған ил алдында бурысын үтәп ҡайтҡанда ла бер-береһен юғалтмай аралашып торған ике йәш йөрәкте бер ваҡиға яҡынайта ла ҡуя. Осраҡлы рәүештә генә Ғәлиәнең ата-әсәһе Рәфил менән таныша. «Был егет ниңә һаман беҙгә кейәү булмай йөрөй?» – тигәнерәк шаян һорауын да биреп өлгөрә әсәһе. Аҙаҡ Рәфил Ғәлиәгә өндәшә: «Ә һин ни эшләп йөрөйһөң миңә кейәүгә бармай? Әйҙә, сыҡ миңә кейәүгә!» – ти ул буласаҡ ҡәйнәһенең саялығына таянып. Ике айҙан егет ҡыҙҙы һоратырға ата-әсәһенә Бишбүләккә бара. Унан инде Баймаҡ районы Һәмән ауылына ҡыҙ менән бергәләшеп ҡайталар. Әле Ғәлиәнең әсәһе «үҙем һайлап алған кейәү» тип иҫләргә ярата. Тимәк, барыһы ла алдан билдәле, йәштәрҙең никах сәғәте күктәргә яҙып ҡуйылған була. Ғәлиәне төркөмдәше Илгиз Баймаҡ районында үткән туйына саҡыра. Тура Һәмәнгә ҡайтырға булалар. Тубин тауына туҡтап, саңғы шыуалар. Ике тюбингты берләштереп тауҙан аҫҡа ҡарай елдергәндә, Ғәлиә, икенсе яҡҡа осоп китеп, танауын һындыра. Бите күм-күк булған ҡыҙҙы алып ҡайтып, киленегеҙ, тип таныштырыуына нимә уйлағандыр ҡәйнәһе? Ғәлиә уның иҫ киткес йылы ҡабул итеүен хәтерләй. Уны хәҙер «әсәй» тип, донъялағы иң ҡәҙерле һүҙ менән йөрөтөүе килендең ҡәйнәгә ҡарата һөйөүе хаҡында ла һөйләй. Ҡәйнә менән ҡайныһына «әсәй, атай» тип өндәшеүендә уларға ихтирамы, ҙур хөрмәте сағыла. Буласаҡ ҡәйнәһе: «Әйҙә, манты бешерәйек», – тип өндәшкәс, ҡаушауынан ҡыҙ уның нимә була икәнен дә онота. Хәҙер мантыны Ғәлиәнән дә тәмле бешереүсе юҡтыр.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.