+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
14 Апрель 2023, 17:09

Ғүмер ҡәҙере

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Баймаҡ үҙәк дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Рәзилә Йәмил ҡыҙы Иманова (Бураншина) яҙмышын гүзәл заттар һәм сабыйҙар һаулығына арнаған. Уның был һөнәрҙе һайлауы бер ҙә осраҡлы түгел. Бала саҡтан табип булырға хыяллана ул. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», – тигән мәҡәл Рәзиләгә ҡарата әйтелгән кеүек. Атаһы Йәмил Зариф улы – Йылайыр санэпидемстанцияһының, бер аҙ ваҡыт район үҙәк дауаханаһының баш табибы була. Тик етәксе урындарҙа хеҙмәт иткән уҙаман әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Әсәһе Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы ла ғүмере буйы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы ул, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән наградланған.

Ғүмер ҡәҙере
Ғүмер ҡәҙере

Ҡанаттар осҡанда нығый
Йылайыр районы Йылайыр ауылында 1980 йылдың йәмле июнендә икенсе бала булып донъяға килә Рәзилә. Йылайыр ҡыҙҙары үҙҙәренә башҡа бер һылыу ул. Рәзилә лә аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡара ҡашлы, буйсан ҡыҙ булып үҫә. Яҡшы өлгәшә. Бейергә ярата. Шуға күрә ра­йонда үткән гүзәллек бәйгеһендә ҡатна­шырға саҡыралар. Үҙенә бер һынау, күтәрелеш тип ҡабул итә ул конкурста ярышыуын. Киләсәктә республикала билдәле шәхестәр булып китәсәк ҡыҙҙар менән аралашыу уға дәрт, сәм өҫтәй.
Бәләкәй саҡтан үҙен табип тип күргән ҡыҙҙарына ата-әсәһе, был һөнәр­ҙең ауырлығын белгәнгә күрә, уҡы­тыусы булырға тәҡдим итә. Фәриғә өләсәһе Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында кендек инәһе булып таныла. «Ҡатындар ауырып китһә, ҡартәсәйемә йүгереп килә. Ул тиҙ генә ҡайсыларын һалып ала ла ярҙамға ашыға. Уның кеүек һаулыҡ һағында булырға теләүем еңде, медицина университетына имтихан­дарҙы уңышлы тапшырып, хыялыма табан атланым», – ти Рәзилә Йәмил ҡыҙы. Шунда осрата ул ғүмерлек тормош юлдашын. Айбулат Тимербулат улы Иманов унан бер курсҡа юғарыраҡ уҡый. Ул да – табиптар династияһынан. Рәзиләнең ҡайныһы, Аҡморон ауылы амбулаторияһының баш табибы йөгөн тартҡан Тимербулат Фәхри улы, хәҙер инде мәрхүм, ә ҡәйнәһе – ғүмер буйына шәфҡәт туташы булып эшләгән Фәр­хәнә Ғәрифулла ҡыҙы – Әбйәлил ра­йоны Булат ауылынан. Килен булып төшкән Баймаҡ ерен үҙ итеп, ошонда ғүмер кисерә.
Хирург һөнәрен һайлаған иренә, профессор, медицина фәндәре докторы Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров фатиха биреп, районға эшкә ҡайтара. Энә артынан эйәргән еп кеүек, Рәзиләнең дә яҙмышы шулай хәл ителә, хәләле артынан Баймаҡҡа юллана. Килен кеше яҙмышына яҙған был боролошто рәхмәтле ҡабул итә. Сөнки ата-әсәһенә лә яҡын, яратҡан һөнәр эйәһе тигән дипломы кеҫәһендә, һөйгәне менән теләк-хыялдары ла, тормошҡа ҡараштары ла уртаҡ – ошо үҙе бәхет түгелме?!
2003 йылда Сибайҙа интернатура үтеп ҡайтҡас, Баймаҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эш башлай Рәзилә Йәмил ҡыҙы. Сабый көткән әсәйҙәргә күҙәтеү алып барыу, уларға һуңламай медицина ярҙамы күрһәтеү төп бурысы булһа, ваҡиғаларҙы алдан күҙаллау, ҡатмарлы хәлдәрҙә лә үҙен ҡулға ала белеү, тиҙ ҡарар ҡабул итеү – ошо сифаттар Рәзилә Иманованы ысын табип итеп таныта. Тырыш хеҙмәте өсөн уны 2017 йылда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының мөдире вазифаһын йөкмәтәләр. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған табип эшен белеп, еренә еткереп башҡарырға ғәҙәтләнгән. Яуаплылыҡ – уны билдәләүсе төп һыҙаттыр. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын етәкләүҙән тыш, Баймаҡ бала тыуҙырыу йортонда, гинекология бүлегендә лә эшләргә өлгөрә Рәзилә Йәмил ҡыҙы. Төнгө дежурстволар ваҡытында баланы ярып алырға кәрәккәндә, аналыҡтан тыш йөклөлөк осрағында әмәлиәттәр яһарға тура килә уға.
Үҙе лә баҡҡан ҡатындарҙан ҡалышмай, өс балаға әсәй ул. Әлеге ваҡытта баш балалары Айҙар 11-се класта белем ала. Уртансылары Камилә 7-лә уҡый. Айгүзәлдәренә әле ни бары дүрт кенә йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй. Тап шул бала тыуыуы уларға атай-әсәйлек тойғоһон бөтә тулылығында кисертә.
Эшкә килгәс тә, ике йәш белгескә Баймаҡта фатир, һуңғараҡ дауахана эргәһенән йорт төҙөргә ер бүләләр. Айбулат Тимербулат улы үҙ ҡулдары менән йорт күтәрә. Донъя көткәндә һәр кешенең яратҡан шөғөлө килеп сығыусан. Районда оҫта ҡуллы хирург булып танылған Айбулатҡа йылҡы сире йоға. Аттарҙы ул бар күңелен биреп тәрбиәләй.
Баймаҡтағы үҙешмәкәр концерттарҙа үҙәк дауахана намыҫын яҡлап сығыш яһай Имановтар. Айбулат йырлаһа, Рәзилә концерттарҙың алып барыусыһы була.

Ғаилә – иң ҙур ҡиммәт
Рәзилә тормошонда иң ҙур ҡиммәт ғаиләһе булыуын әйтте. Ирҙе ир итеп, уның һүҙен өҫтөн ҡуйып, киң яурынға ышыҡланып йәшәгән бәхетле ҡатын тип тойоуы ла – яҙмышына күнеүҙән түгел, мөхәббәттән. Ир менән ҡатындың бер-береһенә ихлас мөнәсәбәте, йәшлектә ҡабынған һөйөү утын һүндермәй йәшәүҙәре лә хөрмәттән, бер-береһенең хәленә инеп, аңлап ҡарауҙан туҡыла. Рәзилә ир менән ҡатын араһындағы йылы мөнәсәбәтте тап әсәһе менән атаһы өлгөһөндә күрә һәм шул осҡондо үҙенә күсерә. Балалары ла, үҙҙәре кеүек ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйып, улар һалған юлды дауам итеүенә ышана.
«Тормош иптәшеңде ниндәй сифаттары өсөн хөрмәт итәһең?» – тигән һорауға ул иренең ышаныслы, тәүәккәл, тоғро, тыныс холоҡло, һалҡын ҡанлы, тура һүҙле, абруйлы булыуын, уның менән бер ҡасан да күңелһеҙләнергә тура килмәүен билдәләй. Баймаҡ үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеген етәкләгән Айбулат Тимербулат улы – үҙ эшенең оҫтаһы, алтын ҡуллы хирург. Күпме операциялар яһаған, күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалған хөрмәтле шәхес.
Бер-береһен табып, ҡатмарлы тормош юлынан етәкләшеп уҙған парҙарға ҡарап, «собханалла», тиһең. Йырҙа әйтелгәнсә, бар ул, бар бер-береңде өҙөлөп һөйөү! Тиң ғүмерҙәр теләйек Имановтарға!
Сабый донъяға килгәс тә: «Рәхим ит яҡты донъяларға, эй нарасый! Тормош шундай матур, ғүмерҙең ҡәҙерен бел!» – тип өндәшә Рәзилә, уны сәләмләп. Ғүмер – берәү генә, уның ҡыл осонда торған мәлдәрен ялғаусы, көн-төн тимәй, ал-ял белмәй һаулыҡ һағында тороусы табиптарыбыҙға рәхмәт. Табиптар династияһы дауам итһен.


Баймаҡ ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Ғүмер ҡәҙере
Ғүмер ҡәҙере
Ғүмер ҡәҙере
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: