+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
22 Март 2023, 09:49

Кәртәләр юҡ уңғандарға

«Тәмле ихата» аҙыҡ-түлек магазиндар селтәре хужабикәһе Эльвира Фаил ҡыҙы Ғаймалетдинова (Нурғәлиева) – әлеге көндә ҡулланыусыларҙы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итеү өсөн барлыҡ көсөн һалған билдәле эшҡыуарҙарҙың береһе.Өфө ҡыҙы Эльвира Нурғәлиева 1976 йылдың 28 ноябрендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы – Илеш егете Фаил Ғаздали улы – «Башмебель» фабрикаһында директор урынбаҫары булып эшләй, сығышы менән Ҡариҙелдән булған әсәһе Әлфирә Хәлим ҡыҙы Башҡорт урман тәьминәте һәм сауҙаһы идаралығында баш иҡтисадсы вазифаһын башҡара. Ғүмер буйы бер-береһенә сикһеҙ хөрмәт һәм һөйөү менән йәшәгән был ғәжәйеп пар техникумда уҡыған ваҡытта табышып ҡауыша. Әлеге көндә улар Чесноковка биҫтәһендә матур донъя ҡорған. 78-ен ҡыуған атаһы, 73 йәшен тултырған әсәһе ҙур хужалыҡты «ыһ» та итмәй алып бара, ихатаһын гөл итеп тота. Атаһының иркә ҡыҙы булып буй еткергән Эльвира теләгәненә ирешер өсөн кәртәләрҙе бар тип тә белмәй. Тыуғандан бирелгән ошо көс, ныҡышмалыҡ менән тик алға ынтыла ул.

Кәртәләр юҡ уңғандарға
Кәртәләр юҡ уңғандарға

Ҙур тормошҡа юл
Наил ағаһы менән бергә электричкала йөрөп, 5-се класҡа тиклем Өфөнөң 1-се башҡорт мәктәбендә (хәҙерге 20-се башҡорт гимназияһында) белем ала ҡыҙыҡай. Йәйге каникулдарын улар ғәҙәттә йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылында йәшәгән өләсәләрендә үткәрә. Ағаһы урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Эльвира 6-сы класҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатына уҡырға бара. Тап шул мәлдә ғаиләгә Һупайлы биҫтәһенән фатир бирәләр. Ауыл ҡыҙҙары араһында ҡалала, етеш ғаиләлә үҫкән Эльвира айырылып тора, бөхтә, зауыҡлы кейенә. Ул бер ҡасан да көслөрәктәрҙең көсһөҙҙәрҙе ҡыйырһытыуына юл ҡуймай, ғәҙелһеҙлекте күрһә, дөрөҫлөктө яҡлап сыға. Үҙен­дәген әхирәттәре менән бүлешә. Уларҙың да үҙе кеүек белемгә ынтылыуын, ҡалышмауын теләй. Һабаҡташтары хәтеренә ул шулай уйыла.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға инә. Бер курста интернаттан алты кеше тура килә: барыһы ла тик яҡшы өлгәшкән, әҙерлекле уҡыусылар. Мәктәптә саҡта ул хәтлем аралашмаһалар, бында бигерәк тә яҡынайып китә һабаҡташтар. Университетта Эльвира алты йыл буйы төркөмдөң старостаһы була. Бөтә изге башланғыстарға ул тәүләп тотона, һабаҡташтары өсөн тауҙай ҡалҡа, кемдең ниндәй фәндән билдәһе ҡуйылмаған, кемгә ниндәй ярҙам кәрәк – барыһы ла уның йөрәге һәм ҡулы аша үтә. Һабаҡташтарын өйөнә алып ҡайтһынмы, күргәҙмәләргә йөрөтһөнмө – бындай эштәр уның лидерлыҡ сифаттарын раҫлай ғына бара. Имтихандар алдынан төркөмдәштәре өсөн репетиция үткәреүен әле һаман йылы тәьҫораттар менән иҫкә алалар.
Уҡыуҙы тамамлағас, бер йылдан, Эльвира кейәүгә сыға. Улар студент ваҡытта уҡ буласаҡ ире менән дуҫлаша, бергә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Ҡыҙҙың күңеле ятҡан егет – Илгиз Ғаймалетдинов – Шишмә районы Иҫке Муса ауылынан, шағир Муса Ғәлиҙең ҡустыһы булып сыға. Ул Эске эштәр министрлығы мәктәбен тамамлап, милицияла эшләгәндән һуң, эшҡыуарлыҡҡа йүнәлеш ала. Тап ошо мәлдә киҫешә уларҙың юлдары. Башта егет баҙарҙы балыҡ менән тәьмин итеү йүнәлешен һайлаһа, бер аҙҙан Эльвира менән ит сауҙаһына тотоналар. Тере мал һатып алып, уны һуйып, баҙарға сығарыу ҡатын-ҡыҙҙың, ҡала ҡыҙының хәленән килмәҫлек кеүек, эйеме?! Ә Эльвира шул үҙенә билдәһеҙ эште рәхәтләнеп атҡара. Берәй ресторанға стейктар, деликатестар кәрәк икән, ҡыҙыҡай тиҙ генә уларҙың заказын үтәй һала. Шул рәүешле ул сауҙа өлкәһенә үтеп инеп, уны ситтән ҡарап түгел, эсендә ҡайнап өйрәнә. Эш барышында тап ошо егет менән тормошта еңелгә тура киләсәген төшөнә һылыу. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына. Эльвира Илгиздең кәләше булырға ризалығын бирә.

Улдары – тормош мәғәнәһе
Өйләнешкәндән һуң Өфөлә бер бүлмәле фатир һатып ала йәштәр. Әле генә уйлай: ниңә шунда уҡ өс бүлмәлегә ынтылмағандарҙыр? Икәүҙән-икәүһенә етә, тигәндәрҙер инде ул ваҡытта. Балалары булып китеүен уйламағандарҙыр. Һигеҙ йылдан һуң, 2005 йылда – Камил, 2009 йылда Ислам улдары донъяға килә. Эльвираның БДУ-ның Хоҡуҡ институтында юридик белем алыу мәле лә бала менән өйҙә ултырған осорға тура килә. Декрет ялынан һуң ул Һупайлы биҫтәһендәге сауҙа комплексына администратор булып сыға. Дүрт йылдан Эльвира Фаил ҡыҙын ошо баҙарҙың коммерция директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бик ауыр, яуаплы йөккә ихлас егелә йәш ҡатын. Килешеүҙәр, кешеләр менән эшләү яуаплылығын ул үҙ иңендә татый. Юғары хеҙмәт хаҡы түләнеүе, белемен үҫтереүҙе хәстәрләүҙәре өсөн шул коллективына рәхмәтле Эльвира. Балалар ҙурая килә ваҡыт та, йыйған тәжрибә лә үҙ эшен асыу хаҡындағы хыялды нығыта.
Инглиз телендә аралаша алыуы сәйәхәткә барғанда үҙен иркен тойорға ярҙам итә. Тел белгән кешегә сит ҡитғалар ғына түгел, башҡаларҙың буйы етмәҫ белемдәр ҙә асыҡ бит. Әсәһенең сит ҡитғаға китеп йәшәү теләгенә ҡаршы тороуын әле үҙе аңлай. Улы Мәскәүҙә уҡыу хыялын әйткәс, ҡәҙерлеһен нисек ситкә ебәрермен тип ҡото осоп уйлай. Ысынында һәр әсәйҙең башынан үтә был һорау. Балаларыбыҙҙың үҫеп еткәнен, уларға ирек бирергә кәрәклеген беҙ көсөргәнеш, һыҙланыу аша аңлайбыҙ икән шул.
Тәүге алған һөнәре буйынса эшләргә тура килмәһә лә, яҙмышынан ҡәнәғәт Эльвира. Тормош иптәше Илгиз Зәкәриә улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп бергә барыуҙары, ҡуйылған һынауҙарҙы, мөхәббәттәрен сайпылтмай, лайыҡлы үтеүҙәре лә – бер-береһенә хөрмәттән, һөйөүҙәренә тоғролоҡтан.
Эльвираның тормош энергияһы уны мәлендә йылдам булырға этәрәлер. Һәр эше йәшен тиҙлегендә башҡарыла. Алдына алғанын да ул һуҙып йөрөмәй тормошҡа ашырырға ғәҙәтләнгән. Был сифатты тәрбиәләп тә, «шулай кәрәк» тип кенә тырыштырып та булмайҙыр. Әйтәйек, уның бер төн эсендә кофта бәйләп кейеүе – үҙендә ҡайнаған хистәрҙе, сикһеҙ мөхәббәтте ауыҙлыҡлай алыуы, үҙ энергияһына, йылылығына үҙе хужа икәнлегенә бер дәлил. Иҙәндәге сүпте күрһәң, һауалағы йондоҙҙар юғала шул ул. Юғары маҡсаттар ҡуйып, башланған эшенең уңышлы сығырына ышанып алға бара һәм уға өлгәшә Эльвира. Әлеге ваҡытта ике улы ла 3-сө лицейҙа белем ала, олоһо 11-сене тамамлай, кесеһе 6-сы класта уҡый. Камил табип булырға хыяллана. Ике улының да олимпиадаларҙа призлы урындар алыуы, яҡшы өлгәшеүе, буш ваҡыттарында бейеү, спорт менән шөғөлләнеүе – ата-әсәнең балаларын ҡарауға күп көс түгеп, һәйбәт тәрбиә бирергә ынтылыуҙарынан да. Улдары – Хоҙай бүләге. Балалар тыуһын өсөн ниндәй тырышлыҡ һалыныуы хаҡында ул үҙе генә белә. Ғәзиздәре өсөн Эльвира рәхмәтле. Әсәлек хистәрен татыу – ҡатын-ҡыҙ өсөн иң-иң ҙур бәхеттәрҙең береһе, һәм ул был уңышҡа етди һынауҙар һәм ныҡышмалыҡ аша килгән. Эльвира – балалары өсөн йәнен фиҙа ҡылыр, көн-төн уларҙы хәстәрләр уңған әсәйҙәрҙең береһе.

Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ғаймалетдиновтар Зубово ауылында өй төҙөгән. Үҙ ерен ожмах баҡсаһына әйләндереүсе лә – Эльвира. Был эште лә ул еренә еткереп, рәссам-дизайнерҙарса башҡара. Уңышты ла үҙ ҡулдары менән үҫтереп ала. Тормош иптәше Илгиз дә эшһөйәр. Хәләл ефетен бер ҡараштан аңлап тора ул. Ир кешенең әйткән һүҙендә тороуы, ҡатын-ҡыҙға хөрмәт менән ҡарауы, мал табыуы – бәхет өсөн мөһим һәм ирҙе ир иткән төп талап, ти Эльвира.
Улар икеһе эшҡыуарлыҡтың ике тармағы буйынса киткән: Илгиз транспорт өлкәһен үҙ итһә, Эльвира аҙыҡ-түлек магазиндары асҡан. Уның тырышлығы менән Өфө янындағы барлыҡ бәләкәй ҡасабаларҙа йәмғеһе 14 «Тәмле ихата» («Вкусный дворик») сауҙа нөктәһе барлыҡҡа килә. Халыҡты сыр, деликатестар, һөт ризыҡтары, икмәк кеүек аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә улар.
Ире бөтөнләй икенсе өлкәлә уңышлы эшҡыуар булып танылыуына ҡарамаҫтан, ҡатынына ихлас ярҙам итә. Техника ватылһа йә башҡа ауырлыҡтар тыуһа, көслө заттың ғына ҡулынан килерҙәй эштәрҙә иңен ҡуя ул Эльвираға.
Эшендәге ирекле график, үҙенә үҙе хужа булып, күп ваҡытын иренә, балаларына, ата-әсәһенә бағышлай алыу мөмкинлеге биреүенә һөйөнә Эльвира. Тимәк, ваҡытында икеләнмәй дөрөҫ ҡарар иткән.
Эльвира өсөн бәхет – үҙең менән килешеп йәшәү. «Һөҙөмтә башта үҙеңә ҡәнәғәтлек килтерергә, эшләгәнең иң тәүҙә үҙеңә оҡшарға тейеш», – ти ул. Иң ҙур хыялы – һау булыу. Сөнки сәләмәт кеше күпкә һәләтле. Етди һынауҙар аша үткән кеше генә һаулыҡтың ҡәҙерен аңлай һәм уны беренсе урынға ҡуя торғандыр.
«Уңыш нигеҙе – гел үҙ өҫтөңдә эшләү. Өлгәшелгәндәргә таянып алға барыу, үҫеш – уңышҡа илтеүсе аҙымдар. Эҙлә­гән кеше һәр ваҡыт таба», – ти ул.
«Көс юғалтҡанымды, уның кәрәклеген тойһам, 5-6 көнгә ҡайҙалыр ял итергә осам, – ти Эльвира. – Яңы һулыш алырға, икенсе күҙлектән ҡарап, һығымталар яһау өсөн туйғансы йоҡлау ҙа етә». Йәй көндәре еләк бешкәндә, урманға барып, биҙрә тултырып емеш йыйып ҡайт­ҡанда ла көс өҫтәлеүен тоя ул. Туҡтауһыҙ көсөргәнеш эсендә йәшәү кешене ҡаҡшата шул. Әйтәйек, гел генә эштәр көйлө бармай. Мәҫәлән, иртән өс һыуытҡыстың сафтан сығыуын хәбәр итәләр. Кисекмәҫтән уны йүнәтеү йәки алмаштырыу сараһын күрер кәрәк. Бындай хәлдәр бер бөгөн түгел, көн һайын сығып тора, ти эшҡыуар. Һатыусыларына лайыҡлы эш хаҡы түләү, хатта сауҙа нөктәһе табыш килтермәгән хәлдә лә, яҡшы хеҙмәткәр өсөн ул урынды һаҡлау – Эльвираның холҡона ла, булмышына ла тура килгән ҡарар.
Уның штатында әлеге көндә 26 кеше эшләй. «Ике аҙна эсендә 100-әр мең һум эш хаҡы алған һатыусылар бар», – ти эшлекле ханым. Аҡса тип күҙе тонған­дарҙан түгел ул. «Бол да – энергия. Уның хәрәкәте туҡтамаҫҡа тейеш. Йомартлыҡ уны мулҡыта, тулыландыра», – тигән фекерҙә эшҡыуар ҡатын.

Өй йылыһы
Ғаиләләге йылылыҡ әйберҙәргә, өйгә күсә. Уны ҡатын-ҡыҙ булдыра. Тәртип, бөхтәлек, гүзәллек аша йән бөтәйә, көс арта. Эльвираның әсәһе сәйлән менән картиналар сигергә ярата. Бик эшсән ҡатын ул. 15 сутый ерен гөл итеп тота. Иҫ китерлек итеп баҡса үҫтерә. Сүп күрмәҫһең уның биләмә­һендә. Шул мәшәҡәттәре араһында үҙенең ҡатын-ҡыҙ икәнен дә онотмай. Ҡыҙына иркә­ләнеп кенә, уның иғтибарына төрөнөп кенә йәшәгән наҙлы әсәй ул.
Атаһы – алтын ҡуллы оҫта, хужалыҡтағы барлыҡ кәрәкле әйберҙәрҙе үҙе яһаған, сынъяһау донъяны үҙе төҙөгән.
Бер туған ағаһы Наил менән Рузилә еңгәһенең татыу ғүмер кисереүенә, уларҙың ҡыҙҙары Карина һәм Сәйҙә менән аралашып йәшәүҙәренә һөйөнә Эльвира.
Гел эш менән мәшғүл ҡатындарға «буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?» тигән һорау биреү ҙә килешмәгән һымаҡ. Тик торған мәлдәре буламы икән? «Бассейнға йөрөйөм, йөҙөргә яратам. Дуҫтар менән аралашыуға ваҡыт табам, сөнки шундай мәлдәрҙә яңы фекерҙәр килә. Бергәләшеп күп эштәр атҡарырға, ял итергә, тормоштоң тәмен тойорға мөмкинлектәр асыла», – ти Эльвира Фаил ҡыҙы.
Гүзәл заттың һөйөүе өйҙө йылы тота. Ниндәй генә ауыр эш башҡармаһын, өй йылыһы уға көс, дәрт биреп тора. Әгәр ул йөрәген киҫәктәргә бүлеп, өйөн ҡарауҙан тыш, кешеләр өсөн ҙур ғәмәлдәр башҡара икән, тимәк, уның донъяһында барыһы ла тәртиптә. Уның көсө, ҡөҙрәте, йылмайыуы барлыҡ Йыһанды йылытыуға етә. Эльвира ла йылмайып йәшәй. Бәхетле ҡатын, тип уйлайҙар, уға ҡарап. Ул шулай ҙа. Бәхеттең ҡәҙерен, хаҡын ул үҙе генә белә. Уға Хоҙайҙан бүләк ителгән, ата-әсәһе, тормош иптәше, улдары, яҡындары, хеҙмәттәштәре тарафынан ҡоршалған, иң мөһиме, ул был серле лә, ҡәҙерле лә ҡоролоштоң тотҡаһы үҙендә булыуын белә. Шуға ла һәр таңды Эльвира Фаил ҡыҙы яңы дәрт, көс менән ҡаршылай.

Булат МАЛИКОВ фотолары.

Кәртәләр юҡ уңғандарға
Кәртәләр юҡ уңғандарға
Кәртәләр юҡ уңғандарға
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: