Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлнара Фаат ҡыҙы: «Өләсәйем, бәхет тыныс булырға тейеш, ти торғайны. Бәхет тураһында шым ғына, өйҙә генә һөйләшергә ҡуша ине. Тимәк, уның хаҡында урамға сығып ҡысҡырмайҙар», – ти.
Уның өсөн бәхет – ул ғаиләһе, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре. Атаһы, Ҡырмыҫҡалы егете, Фаат Ғәйфулла улы Әминев тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, әсәһе, Ишембай ҡыҙы, Мәрүәр Барый ҡыҙы Хәбирова урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инәләр. Бер төркөмдә биш йыл белем эстәп, ҡулдарына диплом алғас, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Гөлнараның атаһы уҡытыусы ғаиләһендә тыуып үҫә, олатаһы Ғәйфулла Әминев оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләй. Ә Мәрүәрҙең ата-әсәһе – ер кешеләре, олатаһы тирә-яҡҡа даны таралған тимер оҫтаһы була. Миңлегөл өләсәһе биш балаға ғүмер бирә. Ике яҡлап та күп балалы ғаиләлә үҫкән йәштәр бер-береһенә таяныс булып йәшәп алып китә. Йүнәлтмә буйынса улар Өфө (хәҙерге – Нуриман) районының Байгилде ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә.
1963 йылдың 5 февралендә баш балалары Гөлнара донъяға килә. Яңы тыуған сабыйға һабаҡташтары тәҡдим иткән исемлек араһында ошо исем иң яғымлыһы, иң килешкәне булып тойола. Ҡыҙҙарына иш янында ҡуш булыр тип, Гөлшат һеңлеһен табып алалар. Мәктәптә һабаҡ биргәндән һуң да уҡытыусылар өйгә ҡайта һалмай, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша, оло йәштәге кешеләргә ярҙам итә. Мейес яғып өйөн йылытҡандарға утын әҙерләү, һыу индереү – шуның кеүек эштәрҙе башҡарыуҙы ла улар үҙ өҫтәренә ала. Ысынында ике ҡыҙыҡай бер-береһенә терәк булып, үҙ аллы үҫә. Уҡытыусылар йорто бер ҡасан да йоҙаҡҡа бикләнмәй. 15 йәшенә тиклем ауылда үҫкән Гөлнара күршеләрен һағынып иҫкә ала.
Бала саҡ хыялы
Гөлнара Фаат ҡыҙы бәләкәй сағынан табип булырға теләй. Һигеҙенсе кластан һуң Өфө медицина училищеһына ҡабул ителә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. 1987 йылда дипломлы йәш белгес артабан белем алыуын терапия йүнәлеше буйынса дауам итә. Өфөнөң 8-се дауаханаһында ординатор булараҡ эш башлай. Үҙ һөнәренә яуаплы ҡараған табипты аҙаҡ бүлек мөдире итеп ҡуялар. Коллективы уны тырыш хеҙмәте, ауырыуҙарға иғтибарлы, үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн күтәрә – етәксе итеп үрләтә. Уның хеҙмәт кенәгәһендә өс кенә яҙыу бар: 8-се дауахана, Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. «Идаралыҡҡа күсеү еңел бирелмәне, сөнки кешеләрҙе дауалауҙан кинәнес ала инем. Әммә хафаланыуҙарым юҡҡа сыҡты. Сөнки был кимәлдә кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыу буйынса тағы ла күберәк һәм емешлерәк эшләргә мөмкинлектәр асылды», – ти Гөлнара Фаат ҡыҙы. Гөлшат һеңлеһе атай-әсәһе юлын һайлай, педагог булып китә. Әммә аҙаҡ икенсе йүнәлеш ала. Ғаиләлә уларҙы башлаған эште еренә еткерергә, намыҫлы, эшһөйәр булырға өйрәтәләр. Әҙәбиәткә, китапҡа һөйөү тәрбиәләнә. «Етенсе кластарҙа атай-әсәйебеҙ тәҡдим иткән рус классик әҙәбиәтендәге билдәле әҫәрҙәрҙе уҡып бөткәйнек», – ти һөйкөмлө ханым.
Кешеләр һаулығы һағында
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тәьмин итә, ойоштора. Был тынғыһыҙ хеҙмәттә көн тимәй, төн тимәй эшләргә тура килеүен ул өлкәләгеләр үҙҙәре генә белә. Тәүәккәл ҡарарҙар ҡабул итергә, бар яуаплылыҡты үҙ иңдәренә алырға тура килгән осраҡтар күп була. Әммә халыҡ мәнфәғәтендә хәл ителгән мәсьәләләр тыныс күңел менән артабан йәшәргә, эшләргә мөмкинлек бирә.
Гөлнара ханымдың: «Кешеләрҙең сирләү сәбәбе – үҙ һаулығына мөнәсәбәттән. Күп кенә ауырыуҙарҙы үҙебеҙҙең ялҡаулыҡ барлыҡҡа килтерә. Донъя кимәлендәге кеүек үк, республикала ла ҡан тамырҙары, йөрәк сирҙәре беренсе урында тора. Күпселек үлем осрағы ошо ауырыуҙар менән бәйле. Дөрөҫ туҡланмау (фастфудтар, ризыҡтағы химик өҫтәлмәләр) матдәләр алмашыныуының боҙолоуына килтерә. Ҡан тамырҙары ныҡ икән – кеше ауырымай. Икенсе сәбәп – аҙ хәрәкәт итеү. Иртән күнегеүҙәр яһау кешегә көнлөк ҡөҙрәт бирә. Өсөнсө мөһим нәмә – үҙеңә, кешеләргә, әйләнә-тирәңә ыңғай мөнәсәбәт. Күкрәгеңдә гел йылмайған Ҡояш булдырыу мөһим. Нәнәйем, һәр ишекте йылмайыу менән асып ин, тиер ине», – тигән һүҙҙәрен һәр кемдең йөрәк түренә алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйғы килә.
Гөлнара Фаат ҡыҙының көнө иртән 30-40 минутлыҡ күнекмәләр яһауҙан башлана. «Арҡам ауыртҡанда табип күрһәткән ябай күнекмәләрҙе көн тәртибенә индерҙем, уны ҡағиҙә итеп алғас, ғәҙәткә әйләнде. Хәҙер үҙем дә башҡаларға шул күнекмәләрҙе яһарға өндәйем», – ти ул.
Бәхетле – йылмайып йәшәгән
Ғаиләлә лә «хәрәкәттә – бәрәкәт», тигәнде тоталар. «Кистәрен урам буйлап скандинав таяҡтары менән йөрөү ҡанунға ингән. Үҙең эшләмәһәң, нисек башҡаларға «шулайтығыҙ» тип кәңәш бирергә мөмкин? Улар ҡайҙа ялған, ҡайҙа ысын икәнде яҡшы тоя. Тормошомдо кешеләр һаулығына арнағанмын икән, миңә ышаныуҙарын теләйем», – ти Гөлнара Фаат ҡыҙы.
Зиннуровтар ғаиләһе тәбиғәткә сәйәхәткә сығыуҙы ла ашҡынып көтөп ала. «Бейек тауҙарға үрмәләү, йылға буйлап ағып төшөү, күл буйында ял итеү – үҙе бер кинәнес. Республикабыҙ тәбиғәте бай. Үҙебеҙ туҡтаған урынды сүп-сарҙан таҙартып, палаткалар ҡорабыҙ. Төнгө усаҡ янындағы һөйләшеүҙәр, ҡырҙа бешкән аш – үҙенә башҡа бит ул, – ти Гөлнара ханым. – Йылға буйында ҡояшты ҡаршылаған мәлдән дә тылсымлыраҡ ваҡыт бармы икән?! Йәки кисен йылы һауа менән йылғанан иҫкән еләҫлек бергә ҡушылып, ебәк быу барлыҡҡа килтереүен күҙәтеү иҫ киткес бит! Үҙебеҙ яҡҡан усаҡ яҡтыһы, йондоҙҙар менән арбаған асыҡ күк йөҙө. «Мәл, туҡтап тор!» – тип өндәшәһе килгән минуттар».
Гөлнара Фаат ҡыҙы сәнғәткә ғашиҡ. Студент сағында бейеү уны үҙенә ылыҡтыра. Милли кейемдең матурлығы, хәрәкәттәрҙең һалмаҡлығы йөрәген арбай.
Тормош иптәше Айҙар – Ҡандракүл буйҙарынан. Күңеле тулы моң. Шуға ул йырлай, ә Гөлнара уға ҡушыла. Улар – студент ваҡыттарҙа, 1986 йылда, өйләнешкән бәхетле пар. Йәштәрҙе дуҫтары таныштыра. Ул ваҡытта Айҙар Хәлит улы Өфө дәүләт нефть институтының төҙөлөш факультетын тамамлаған була.
...Айҙарҙың атаһы Хәлит Латип улы ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтырға йыйынғанда һуғыш башлана. Ул фронтҡа китә. Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Унан һуң да әле Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Артабан Маньчжурияға барып етеп, тыныслыҡ урынлаштырылғас ҡына, ун йыл ситтә йөрөгәндән һуң, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Үҙенән ун йәшкә кесе Сайма Зыязетдин ҡыҙына өйләнә. Биш балаға ғүмер бирә улар. Айҙар – кинйә улдары. Гөлнара килендәрен бик яратып ҡабул итәләр. Балалар бәләкәй саҡта килендәре йәйҙәрен Айҙарҙың ата-әсәһендә, Ҡандракүл буйында, үткәрә. Шуға ла Лиана менән Артур был яҡтарҙы үҙ итә. Ҡайны менән ҡәйнә хәҙер инде күптән мәрхүмдәр. Тыуған йорт нигеҙен уртансы улдары һыуытмай, барыһы ла йыйылып был өйгә йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайта. Шундай ғәҙәт-йола ла барлыҡҡа килгән: йыл да 9 Май көнө атай-әсәй ятҡан зыяратҡа барыу, ҡәберҙәрен таҙалау, аят уҡытыу, Хәлит Латип улының орден тулы пинжәген сығарып, фронт йырҙарын йырлап, һөйләшеп ултырыу. Гөлнара менән Айҙарҙың туйҙары ла 36 йыл элек тап 8 майҙа гөрләп уҙған һәм ошо йолаға нигеҙ һалынған. «Ике йыл ғына ҡайтмай ҡалдым, улар ҙа дәүләт имтихандары тапшырған ваҡытҡа тура килгәнгә», – ти Гөлнара Фаат ҡыҙы.
Зиннуровтар ғаиләһендә аш-һыуҙы хужабикә әҙерләй. «Ирем миңә хужалыҡта ярҙам итә. Тынғыһыҙ эштә өйҙәгеләрҙең таянысы булмаһа, бик ҡыйынға тура килер ине. Хәләл ефетемдең шуны аңлауы ҡыуандыра», – ти ул.
«Уңыш нигеҙе – эшеңде яратыу. Шул саҡта йәнең теләгәнде тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт бар. Ваҡыт етмәй, тип зарланабыҙ. Ул ҡайһы бер ваҡ, мөһим түгел нәмәләргә етмәйҙер. Ғаиләгә, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә иғтибар бүләбеҙ. Аралашыу ҡиммәтен яҡшы беләбеҙ. Китаптар уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ. Иң кесе ейәнебеҙ Тамерлан тик башҡортса һөйләшә. Ейәндәрҙең ҡайһыһы яҡын тип айырып ҡарап булмай, һәр береһе күңелдең иң нескә урынын биләй», – ти бәхетле өләсәй.
Киләсәк медицинаһы
«Киләсәк медицинаһы ниндәй булырмы? Күптәр үҙ һаулығын ҡайғыртыуға йүнәлеш алды. Шулай ҙа киләсәктә сирҙәр юҡҡа сығыр тип әйтеп булмай. Беренсенән, кешеләр яҙыҡтан тыйылыр, ярамағанды эшләмәҫ, үҙҙәрен һаҡларға өйрәнер. Икенсенән, сирҙәрҙе иҫкәртеү медицинаһы алға китер. Табипҡа кешеләр үҙҙәрен нисек һау тотоу, көн тәртибен көйләү өсөн кәңәш алырға йөрөр. Мин медицинаның киләсәген шулай күрәм», – ти министр урынбаҫары.
Уның әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин ителеү буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан – алға сыҡҡандарҙың береһе. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса ла республикабыҙ – иң тәүгеләр рәтендә. Шуға ла беҙгә тәжрибә уртаҡлашыуҙы һорап, сит өлкәләрҙән йыш мөрәжәғәт итәләр. Беҙҙәге үҙгәрештәрҙе күреп хайран ҡалалар. Аҙаҡ ошо яңылыҡтар уларҙа ла ҡабатлана. Улар ҙа беҙҙәге кеүек итеп үҙгәртеп ҡора. Әйтәйек, иң сағыу миҫал – инфекция госпиталдәре. Башҡортостан уларҙы 50 көн эсендә иң тәүгеләрҙән булып төҙөп ҡуйҙы. Тиҙ арала йыһазландырып, ауырыуҙарҙы ҡабул итә башланы. Беҙ төҙөгән «Ҡурай» госпитале Рәсәйҙең ун төбәгендә ҡабатланған. Ырымбурҙа уны «Күҙ» тип атаһалар, Силәбелә «Ромашка» тиҙәр. Исемдәре төрлө булһа ла, есеме тап беҙҙеңсә, беҙҙең республика тәжрибәһенә таянып төҙөлгән.
«Оптимизация тип бер дауахананы ла япҡаныбыҙ юҡ әле. Үҙәк дауаханаларҙа тәүге медик-санитар ярҙамы күрһәтелә. Республикабыҙҙа һигеҙ муниципаль-ара үҙәк эшләй, шул иҫәптән Урал аръяғында ике эре муниципаль үҙәк төҙөлгән: береһе – Белоретта, икенсеһе – Сибайҙа. Белоретта ла, Сибайҙа ла ҡан әйләнеше сирҙәрен дауалаған, травматология, перинаталь, онкология үҙәктәре бар. Улар ҡиммәтле, сифатлы ҡорамалдар менән тулайым тәьмин ителде. Ауырыу мөрәжәғәт итеү менән, хәлде асыҡлап, уны шул үҙәккә ебәреү яйы ҡарала. Округтар буйынса ашығыс ярҙам хеҙмәте эреләтелде. Барыһы ла – машиналар ҙа, персонал да урынында ҡалды, әммә улар шул үҙәктәргә беркетелде. «Ярҙам кәрәк», – тип сигнал килеү менән, ҡайҙа «тиҙ ярҙам» машинаһы яҡыныраҡ урынлашҡан, заявка шунда ебәрелә. Мәҫәлән, бер районда үҙәктән алыҫ ятҡан ауылдарға үҙҙәренең район машинаһы килеп еткәнсе, икенсе райондың үҙәгенә яҡынын ебәреү ваҡытты күпкә кәметә бит. Шул күҙ уңында тотолоп башҡарылды был үҙгәрештәр», – тип аңлата министр урынбаҫары.
«Инфекция үҙәктәре заман талаптарына яуап бирә. Яңы техника ҡайтарылған. Эшкә квалификациялы табиптар йәлеп ителгән. Диагноз ҡуйыу, дауалау ысулдарын билдәләү тиҙ башҡарыла, кәрәккәндә республика, федераль кимәлдәге белгескә мөрәжәғәт итеү юлы яйға һалынған. Лабораторияларҙың яҡында ғына булыуы ла эште етеҙләтә. Был үҙгәрештәрҙе халыҡ һағайып ҡабул итһә лә, үҙҙәре йә яҡындары дауаланып сыҡҡандан һуң зарланған кеше кәмене. Улар дауалау сифатын, системаны баһаланы», – ти ул.
Донъялағы иң изге һөнәр эйәһе табип булыуына инанған ул. Шуға ла Гөлнара Фаат ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәрен, «киләсәктә барығыҙ ҙа табип булығыҙ», тип тәрбиәләй.
Гөлнара ханым раузалар үҫтерергә ярата. Көстө ерҙән, тәбиғәттән ала. Күк йөҙөн, ағастарҙы күҙәтеүҙән, яҡшы кәйефтән, ғөмүмән, йәшәүҙән кинәнес таба. «Яҡындарым, хеҙмәттәштәрем миңә бөткөһөҙ көс бирә. Хисле, әммә бик талапсан кешемен. Был талапсанлыҡ иң тәүҙә үҙемдән башлана. Шунһыҙ беҙҙең эштә мөмкин дә түгел. Барыбыҙға ла һаулыҡ теләйем! Сәләмәт кеше күпкә һәләтле. Һаулыҡ – ул бәхет тә, бәрәкәт тә, матурлыҡ та», – ти мөләйем ханым.
Уның күҙҙәренән һирпелгән яҡты моң, изгелек нурҙары күңелде йылыта. Ҡыҙҙар кеүек һомғоллоғо тоҡомдан да, шул уҡ ваҡытта тәбиғәтенән дә киләлер. Юғары ҡаттарға күтәрелергә тура килгәндә, лифтта менмәй. Баҫҡыстар буйлап күтәрелеүҙе хуп күрә. Тау саңғыһында шыуыу уға ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк итә.
Гөлнара Фаат ҡыҙының иң тәүҙә үҙенә талапсан булыуы хаҡында әйткәйнек. «Берәй нәмәне дөрөҫ башҡармаһам, үҙемде ҡайыҙлаясағымды беләм. Был эшемә ҡамасаулаясаҡ, яҡшы кәйефтән яҙҙырасаҡ. Шуға миңә алдыма алғанды үтәп, эстән генә үҙемде үҙем маҡтап ҡуйыу арзаныраҡҡа төшә. Бәләкәйҙән шулай тәрбиәләгәндәр», – тип йылмая ул.
«Әсәйем, шәкәр сирле булыуға ҡарамаҫтан, 77 йәшенә етте. Тәртипле, аҡыллы булыуы арҡаһында уны сәләмәт тотоу, дауалау миңә лә еңел бирелде, эске юғары йыйнаҡлығы ярҙамында әсәйем оҙаҡ йәшәй алды», – ти әңгәмәсем. Атаһы Фаат Ғәйфулла улы Башҡортостан телевидениеһында ауыл хужалығы буйынса тапшырыуҙар алып барған. Тәрән белемле, рухлы шәхес була ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарламан ауылында өй төҙөй. Әле лә ҡымшанмай тора йорттары. Балалары элек һирәгерәк барһа, хәҙер юлдары йышыраҡ төшә ул яҡҡа. Матур ер. Атай-әсәй хәтере булараҡ ҡәҙерле, баһалы урын ул. Ихатаның һәр мөйөшөндә ҡәҙерлеләренең күҙ нурҙары һеңгән. Буяу теймәгән ағас йортта тын алыуы ла иркен, рәхәт.
Кеше кеше өсөн бик күпте бирә ала. Иң тәүҙә – үҙенең ваҡытын, күңел яҡтыһын, рухи ныҡлығын. Тамырҙары уны көс-ҡеүәт менән һуғарһа, донъяға ҡарашы, кешеләргә мөнәсәбәте йәшәйештәге урынын, бәхет кимәлен билдәләй. Ниндәй генә вазифа биләһәк тә, беҙ – иң тәүге нәүбәттә ҡыҙ, ҡатын, әсәй, өләсәй... Үҙен 24 сәғәттә халыҡҡа хеҙмәт итергә арнаған ҡатын-ҡыҙҙың да Кесе Йыһаны – ғаиләһе ныҡлы булмаһа, ул башҡаларға нур, яҡты өләшә алмай. Гөлнара Фаат ҡыҙының бар көсөн халыҡты медицина буйынса хеҙмәтләндереүгә арнауында ла Кесе Йыһанындағы тәртип уға янып, бирелеп эшләргә булышлыҡ итә. Матур юбилейын ҡаршылаған гүзәл ханымға артабан да уңыштар, иң мөһиме, һаулыҡ, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйек!