+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
31 Ғинуар 2023, 14:54

Күңел яҡтыһы

Миләүшә Гайдар ҡыҙы Мырҙағәлина Әбйәлил районы Ғәбдин ауылында донъяға килә. Атаһы менән әсәһе Аксён ауыл хужалығы техникумында уҡығанда танышҡан. Гайдар Зиннәт улы Хөснуллинды тирә-яҡта белмәгән кеше булмай, ул Байым ауылы советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы мал табибы булараҡ хеҙмәтләндерә. Тәнзилә Хәсән ҡыҙы Ишмөхәмәтова – Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан. Сығышы менән Күгәрсен яҡтарынан. Миләүшәгә лә, күҙенең төҫөнә, һары сәстәренә ҡарап, һиндә ҡыпсаҡ ҡаны еңгән, тиҙәр. Әсәһе Ермолаевкала урыҫ мәктәбендә уҡығанға башҡортса һөйләшә лә, уҡый-яҙа ла белмәгән. Саф башҡорт төбәгенә килен булып төшкәс кенә теле асылған. Миләүшәгә әсәһе: «Һинең менән әлифба уҡырға өйрәндем», – тип әйтә торған булған. Кешеләрҙең йәшәгән еренә, эскән һыуына ҡарап айырылыуын да шунда тойған ул. Аҙ һүҙле, сабыр, зирәк әсәһенең ят мөхиткә ерегеп китеүе – үҙенең баҫалҡылығынандыр ҙа.

Күңел яҡтыһы
Күңел яҡтыһы

Белемгә ынтылыш
Улар ғаиләлә дүрт бала үҫә. Миләүшә – иң өлкәне. Үҙенән ҡала килгән Радмир ҡустыһы Эске эштәр министрлығы системаһында эшләй, майор дәрәжәһенә ирешкән. Белорет ҡалаһында йәшәгән Альбина һеңлеһе – шулай уҡ полиция капитаны. Кинйәләре Таһир ғына тыуған ауылында төпләнгән. Ғаилә ҡороп, йорт һалып, кәләше менән биш бала тәрбиәләй. Әлеге ваҡытта Доставалов батальонында махсус операцияла ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға яҡшы хеҙмәте өсөн сәғәт бүләк иткән.
Атайҙары 69 йәшендә мәрхүм була. Хәҙер әсәйҙәре яңғыҙы ғына донъя көтә. Ғүмер буйына күпләп мал тота, гөрләтеп баҡса үҫтерә ғаилә. Бәләкәйҙән Ҡыҙылдан көйәнтәләп һыу ташыған Миләүшә физик эштә сынығып үҫә, асылы менән тәбиғәт балаһы булып ҡала. Ғәбдин балалары өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байым ауылына йөрөп уҡый. Дәрестәрҙән ҡайтҡандан һуң да әле, ярыштарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашыр өсөн, төштән һуң мәктәпкә кире бара торған булалар. Уҡыу алдынғыһы Миләүшә, үҫә төшкәс, күңеле менән ҙур ҡалаға ынтыла. Етенсе класҡа Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияға уҡырға инеп, бер сиректән һуң, әсәйеңә ауыр, бәләкәй туғандарыңды ҡарашырға кәрәк, тип атаһы алып ҡайтып китә. Ҡыҙыҡай ризалаша, әммә икенсе йылына мотлаҡ училищеға уҡырға барасағын белдерә.
Журналист йә табип булырға хыяллана ул. Шуға ла Белорет медицина училищеһын һайлай. Әммә унда уҡый башлағас, үҙенең яңылышҡанын аңлай. Белорет педагогия училищеһына күсереүҙәрен үтенгәс, һорауы ҡәнәғәтләндерелә. «Осҡон» район, «Йәншишмә» республика баҫмаларының йәш хәбәрсеһе булып танылған ҡыҙ Белорет педагогия училищеһында уҡыған сағында «Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ» тигән баш менән уйланыуҙарын район гәзитенә ебәрә. «Педагог булырға әҙерләнгән йәш хәбәрсебеҙҙең сығышы уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе алдынан фекер алышыуға ойотҡо һалһын, тигән ниәттән баҫабыҙ», – тип баш һүҙ ҙә яҙа ул мәҡәләгә редакция.
Училищела ул саңғысы ҡыҙ булып таныла. Уҡыу йорто командаһы менән генә түгел, Белорет районы, ҡалаһы, урман хужалығы предприятиелары өсөн дә сығыш яһай. II курстан район командаһы өсөн ярыша. Бәйге ҡомарын йәш саҡтан татып, сәм менән йәшәүе – шунандыр Миләүшәнең. Саңғы тормош иптәше Ғәлим менән осраштыра. Белорет районы Усманғәле ауылы егете, тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтып, Инйәр мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй һәм Силәбе физкультура институтының Өфөләге филиалында ситтән тороп белем ала икән. Уны ла Белорет районының саңғысылар командаһына саҡырғандар. Учалы ҡалаһына ярышҡа барғанда таныша улар. 17 йәшлек ҡыҙыҡай таңғы сәғәт биштән тороп, биштәрен аҫып, саңғыларын һөйрәп, райсовет бинаһы алдына барып баҫа. Инйәрҙән килгән «буханка»ға ултырып, Учалыға сығып китеүҙәрен һаман да йылмайып хәтерләй. Шәп йүгергән ҡыҙыҡайға спортсы егеттең шунда уҡ күҙе төшә. Команда зона буйынса беренсе урын ала. Артабан республика ярыштарында ҡатнашалар. Миләүшә Ғәлимдең иғтибарын, хәстәрен, үҙенә ҡарата йылы ҡарашын тоя. Магазиндарҙа аҙыҡ-түлек талонға ғына һатылған саҡта спортсыларға консерва кеүек ваҡ-төйәк бирелә, студент ҡыҙыҡайға быныһы ла ярап ҡала.

Ҡатай килене
1993 йылда Ғәлим Зәйнәғәли улы полицияға эшкә күсә. III курста уҡығанда, 19 йәшендә генә Миләүшә яратҡан кешеһенә, Ғәлимгә, кейәүгә сыға. Барыһы ла Миләүшәнең ул ҡарарына шаҡ ҡата. Әммә был ныҡлап уйланылған, ҡайнар хистәр менән нығытылған аҙым була. Зиннәт олатаһы, Сәғирә өләсәһе үҙҙәре менән танышырға ҡайтҡан кейәү егеткә һөйләшер өсөн ата-әсәһе менән килергә кәрәклеген әйтә. Шулай итеп, йәштәргә йәһәтләп никах уҡытыуҙа ололарҙың хәстәре, фатихаһы ҙур көскә эйә була.
20 йәшендә, 13 ғинуарҙа, Миләүшә тәүге балаларын ҡулға ала, әсәйлек хистәрен татый. Улдарына Салауат тип исем ҡушалар. Йәш әсәй 1994 йылда Белорет педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Хеҙмәт юлын Миләүшә Гайдар ҡыҙы Инйәр башҡорт мәктәбендә башлай, артабан эшен Инйәрҙең 1-се мәктәбендә дауам итә. Унда ла башланғыс кластарҙа уҡыта. Шул балалар менән һаман да аралашып йәшәүе уның бала йәнле педагог булыуы хаҡында һөйләй. Социаль педагог, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары йөгөн дә тарта ул. Уҡытыусы эшенә төптән егелә. Ғәлимдең дә карьераһы үҫә – ҡасабала полиция бүлеге начальнигы итеп үрләтелә. 2003 йылда Арыҫлан улдары донъяға килә. Инйәрҙе үҙенең икенсе ватаны тип һанай Миләүшә. Уларҙың ғаиләһен дә һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар. Килен булып төшкәс, кешеләрен, тәбиғәтен үҙ итә. Әле Өфөлә йәшәһә лә, Инйәр менән уны, гүйә, күҙгә күренмәҫ ептәр бәйләй. Үткән-һүткән, ҡайтҡан саҡтарында барыһы ла танып, яратып ҡосаҡлап ала. Инйәрҙәге Ғафури урамында бәләкәс кенә мунсалы, һарайлы һәм мейес яғып йылытылған өйҙө ҡуртымға алып тороуҙарын әле һаман һағынып иҫкә ала Миләүшә. Әбйәлилдән килен булып төшкәндәр үҙе артынан тояҡлы мал да эйәртә. Ата-әсәһе уға һыйыр тейәп ебәргән була. Ялан ерендә йәйрәп йөрөп үлән ашаған һәүкәш тау-таш араһында ерегә алмай бер була. Һөттө күп биреүе менән ул барыһының да һушын ала. Майканы Усманғәленең һырт яғына ҡыуып алып барыуы, бер ҡайҙа ла китмә, мин һине килеп алам, тип һөйләшеп ҡайтып китеүе, һыйырҙың, ысынлап та, бер тирәлә үлән киртеп тик йөрөүе, Инйәргә күсеп китергә булғас, һыйырын да эйәртеүе – үҙе бер тарих. Урамдағы оло йәштәге апайҙар менән танышып ала Миләүшә. Йәш ғаиләгә улар хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Тетя Валя, тетя Маша, баба Аня, тетя Зоя, Гөлйыһан инәйҙәр... Миләүшәне яратып ҡына улар «Миля», «Машенька» тип йөрөтә. Ғәлим ситтән тороп Эске эштәр министрлығы мәктәбендә уҡый. Миләүшә юғары белем алыу маҡсаты менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Йәш саҡтарының көлкөлө лә, ҡыҙыҡлы ла, мөхәббәтле лә мәлдәрен һағынып иҫләргә генә ҡалған. Шулар араһында Ғәлим өйҙә булғанда ғына эшләгән телефон тарихы ҡыҙыҡлы. Баҡтиһәң, ир, йәш ҡатыны «ҡасан ҡайтаһың?» тип йонсотмаһын өсөн, телефон сымын өҙөп китә торған булған икән. Бында ла эшкә бирелгәнлек, уҙамандың, әйтерһең дә, йәшәп, эшләп ҡалырға ашығыуы... Сәғәт алты тулғас та башҡалар кеүек барыһын да ташлап ҡайтып китә алмауы... Был хаҡта йәш ҡатыны алдында аҡланып: «Тауышыңды ишетһәм, ҡайтҡым килә...» – тип аңлата.
2003 йылда, ниһайәт, йәш ғаиләгә яңы йорттан фатир бирәләр. Күп тә йәшәп ҡалмайҙар, 2005 йылда Ғәлимде Архангел районының эске эштәр бүлеге начальнигы итеп ҡуялар. Миләүшәгә, Инйәр урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып башкөлләй эшкә сумған ерҙән барыһын да ҡалдырып, ире артынан күсергә тура килә. Нескә күңелле ҡатынға яңы кешеләр менән осрашыу, ерегеп китеү ауыр була. Архангелгә күскәс, 2012 йылда, йәшәр-йәшнәр сағында ғына тормош иптәше юл фажиғәһендә һәләк була.
Шул йылда Салауат Мәскәүҙәге хәрби институтҡа уҡырға инә. Ныҡ ҡыуана быға Ғәлим, үҙ бурысымды үтәнем, хыялымды тормошҡа ашырҙым, ти ул ғорурлыҡ менән. Үҫмерҙәрҙе, физик яҡтан көслө, ныҡ булып үҫһен өсөн, спортҡа ылыҡтырыуға күп көс һала атай кеше. «Нисек инде, биш йыл уҡытаһы әле уны, тағы ла бәләкәс үҫеп килә», – ти Миләүшә иренә, туғарылырға иртәрәк, тигәнде белдереп.

 

Йәшәү тәмен бел!
Миләүшәнең машинаһының багажнигында, ғәҙәттә, бер пар коньки, саңғы, быйма һәм миндек ята. Эйе, эйе, ул да рәхәтләнеп мунсала сабынырға ярата.
Уҡсы йондоҙлоғонда тыуыуы ла уны тура һүҙле иткәндер. Уратып-суратып һөйләргә яратмай. Белорет, Архангел районы халҡына рәхмәтле. Ят ерҙәрҙә күп йәшәргә тура килгәнгә таныштары, дуҫтары күп. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, рухташтар, күңелдәштәр табылыуына һөйөнә.
Яңы ғына тыуып торған йылдан нимә көтәме? Эш һөҙөмтәләрен күрергә, емештәрен татырға өмөтләнә. Башҡорт лицейында балалар һаны артыуын теләй. Оло улы Салауаттың тормош иптәшен табып, үҙен киленле итеп, ҡәйнә статусына эйә булырға, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә ашҡына. Үҙе хаҡында китапты ул эш менән ял араһында нисек тигеҙлек табыу хаҡында яҙыр ине.
«Ҡыҙыҡһыныуҙарым күп төрлө: фильмдар ҡарайым, китап уҡыйым, спорт менән шөғөлләнәм – күнегеүҙәр яһайым, тау саңғыһы, ябай саңғыла шыуырға яратам, йыл һайын кәмәлә ағам – шуға яңғыҙыма ҡыйын түгел. Эске тауышымды ишетергә, рухи үҫешкә иғтибар итергә мөмкинлек ул. Тәбиғәттән, тауҙарҙан көс алам. Ирәмәл, Зыяраткүл, Айғыр, Ай-Петри үрҙәрен яуланым. Балаларҙы тәрбиәләү, кешеләргә ярҙам итеү, кәңәш биреү, туристик сәйәхәт, тәбиғәткә сығыу, яңы кешеләр менән танышыу, аш-һыу әҙерләү оҡшай. Барыһы ла бәхет артынан ҡыуа. Һәр көндә бәхетте тойоу, шуға ҡыуанып, артабан алға барыу – минең маҡсатым. Бәләкәй генә шатлыҡтан бәхет тыуа. «Бөгөн берәй нәмәгә ҡыуандыммы? Нимә менән үҙемде һөйөндөрөргә?» – тип уйлайым. Башҡаларҙы ғәйепләп ултырыуҙан байығып, һауығып китмәйһең. Кешеләр менән йылмайып һөйләшеп алһам, ниндәйҙер файҙалы эш башҡарһам, күңел донъям яҡтыра», – ти Миләүшә.
Миһырбанлыҡты тормош саҡырыуы итеп алған, киң күңелле, алсаҡ ханымдың күңел донъяһы яҡтыһы изгелеккә хеҙмәт итә. Был – уның асылы, тәғәйенләнеше. Шуны ул үҙе лә яҡшы аңлай.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Күңел яҡтыһы
Күңел яҡтыһы
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: