+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
22 Декабрь 2022, 16:52

Бәхет – үҙ өйөңдә!

Линера Шәфҡәт ҡыҙы Кәлимуллина (Ялсыбаева) 1975 йылдың 28 майында Ырымбур өлкәһе Гай районының Нарбулат ауылында тыуған. Орск трактор прицептары заводы (ОЗТП) ҡасабаһында тормош иптәше Руслан Зәки улы менән матур донъя ҡороп, бәхетле тормош кисергән ҡатында, күңелен зил-зибәр килтереп, моң даръяһы ағыла башлай, сәнғәткә һөйөүе төн йоҡоларынан яҙҙыра. Күңел бөтөнлөгөнә ынтылыу, тәбиғәттән бирелгән һәләткә юл ҡуйыу мөғжизә яһай. Линера йырҙары менән сәхнәлә аҫылташтай балҡый. Сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо беҙгә тап ошо тынғыһыҙ, һәләтле, маҡсатлы ханым аша асыла.

Бәхет – үҙ өйөңдә!
Бәхет – үҙ өйөңдә!

Атай-әсәй – моң инеше
Линера – атаһы Шәфҡәт Абдулла улы менән әсәһе Миңнура Кәбир ҡыҙының баш балаһы. Яратышып ҡауышҡан икәүҙең тыуған көндәре лә бер – 1 сентябрь. Тик Миңнура Шәфҡәттән биш йылға кесе. Ырымбур драма театры артистары, Миңнураны йырлатып ҡарап, уны сәнғәт юлынан китергә әйҙәй. Заттары йыр-бейеүгә әүәҫ була уларҙың. Красногвардейский районы ҡыҙы, атаһы «әртис булмайһың», тип ҡырт киҫкәс, Гайға медицина училищеһына уҡырға инә. Бәпәйе тыуғас, уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була. Йәш ғаилә, олоғайып барған ҡайны-ҡәйнәне ташлап китмәй, Нарбулатта төпләнә. Миңнура ғүмер буйына китапханасы булып эшләй. Медицинала уҡып алыуы ла ярап ҡала: берәйһе сирләһә, уколдарҙы, кәрәкһә, системаһын да үҙе һала. Линераға иптәшкә ике ҡусты алып ҡайталар: Венер һәм Илнур. Әлеге ваҡытта улар башҡаланып, матур тормош ҡорған. Атаһы һөйләүенсә, Ялсыбай нәҫеле ҡаҙаҡтар урлап алып китеп тәрбиәләгән үҫәргән нәҫеленән булған Нарбулат исемле улдан таралған. Иҫ ингәс, еңгәләренән үҙенең ҡайҙан икәнлеген һорашып, бәйгегә тип бирелгән юртаҡта ҡаса. Үҙ туғандарын таба һәм ошо үҫәргәндәр ерендә төпләнеп ҡала.
Линера, Нарбулатта башланғыс кластарҙы тамамлағас, күрше Нововоронежский ауылында интернатта йәшәп уҡый. «Дүшәмбе уҡыусыларҙы асыҡ бортлы машинаға тейәп алып барып ҡуялар ҙа шәмбе алып ҡайталар ине. Ун йәштән үҙаллылыҡҡа, үҙем өсөн яуаплы булырға өйрәнергә тура килде», – шулай тип хәтерләй Линера Шәфҡәт ҡыҙы.
Ҡыҙына әсәһенең әртис булыу теләге ҡандан күскән, тиерһең. Ҡәҙерлеһенең йырҙарынан ҡанатланып үҫкән Линера уның репертуарын ҡабул итеп ала. Атаһы баянда һыҙҙырһа, уға көмөштәй саф тауышлы әсәһе ҡушыла. Пар күгәрсендәрме ни! Линераның атаһы Шәфҡәт һөйләүенсә, ҡайныһы никахҡа ҡурайын алырға онотоп киткән була. Үлән ҡурайҙы килтереп ҡулына тотторғас, көпшәнән үҙе тишектәр уя ла өҙҙөрөп уйнап ебәрә. Райманов­тарҙың музыкаға һәләте тоҡомдан килә тигәнгә был да бер дәлил.
Линера үҙе лә әсәһе үтә алмаған ҡаршылыҡҡа осрай – сәнғәт юлын һайларға ата-әсәһе рөхсәт бирмәй. «Уҡытыусы бул», – тиҙәр. Педколледжға ингәс, белештәре Роза инәйгә фатирға төшә. «Ҙур әней» тип хөрмәтләп йөрөтә уны. Ҙур әнейенең тормош иптәше мулла була. Линераны үҙ ҡыҙҙары һымаҡ ҡабул итәләр. Ислам дине хаҡындағы тәүге мәғлүмәтте атаһының әсәһе Фәриғә абыстайҙан һәм ошо изге йәнле кешеләрҙән ала.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергәс, бер йыл ял итәм, тиеүенә ҡарамай, әсәһе уны артабан уҡырға өндәй. Шулай итеп, Линера ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә. Ырымбур дәүләт институтының Орск ҡалаһындағы филиалы була ул. 1997 йылда Русланға кейәүгә сыға. Уға бер-бер артлы туптай ике ул табып бирә.

 

Йыр бирә ҡанаттар
Беренсе тапҡыр сәхнәгә 4-се класта уҡығанда сыға Линера. Әсәһе өйрәткән «Ай, былбылым!» башҡорт халыҡ йырын башҡара.
Икенсе улы Динисламды тапҡас, Линераның моң шишмәһе йырылып китә, әйтерһең. Орск башҡорттары ҡоролтайына килеүе лә быға сәбәпсе була. Бына 21 йыл инде ул – ошо ойошмала үҙ кеше. Юҡҡа ғына Линера Кәлимуллина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы – «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләк­ләнмәгән. Әлеге ваҡытта Орск башҡорттарын Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова үҙе тирәләй туплаған. Милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙары һәм улдары киләсәкте хәстәрләп бик ҙур эштәр башҡара. Ҡоролтай эргәһендә ойошторолған «Ләйсән» ансамбленә ут шикелле янып торған береһенән-береһе һылыу, уңған ҡыҙҙар йөрөй. Туған телде махсус уҡымаһалар ҙа, уны өйрәнергә, репертуарҙарын байытырға тырышалар, бер-береһенә таяныс булып, дуҫ-татыу йәшәйҙәр.
2019 йылда Линера Шәфҡәт ҡыҙы «Калинка» ансамбленә йөрөй башлай. Дөрөҫ йырларға өйрәнергә килдем, ти ул, үҙе менән таныштырып. Етәксе шул ваҡытта декрет ялына китә. Уның урынына 22 йәшлек кенә Роман Нежид килә. Ул – профессиональ вокалсы. Линераны йырлатып ҡарап: «Тауышығыҙ көслө, һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайым», – ти. Ул ансамблдең алыштырғыһыҙ солисы булып китә.
– Йыр яҙа башлауымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, – тип йылмая Линера. – «Туған тел» каналының «Сәләт» фестиваль-бәйгеһендә ҡатнашыу теләген белдергәс, «Бәйлә­нештә» селтәрендә Наил Ғәлиев тигән ағай, үҙегеҙ йырҙар яҙмайһы­ғыҙмы, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Тауышың оҡшай, тине. Шиғырыма йыр яҙһалар, йырлар инегеҙме, тип тә һораны. Ризалаштым. Шиғырға көйҙө лә үҙем яҙып ҡарарға булдым», – тип һөйләй ул был йүнәлештәге тәүге аҙымдары хаҡында. «Йырлаусы фәрештәләр» ансамбле етәксеһе Анна Александровна Дерябина менән Роман Нежид та Линераны дәртләндерә. «Анау сама кеше миңә ҡарап, һинеке килеп сыға ул, тигәндә, нисек үҙ-үҙеңә ышанмаҫҡа? Тамада булып эшләргә теләүем дә үҙ репертуарымды булдырырға этәрҙе», – ти ул.
Тәүҙә Наил Ғәлиевтың туй тураһындағы шиғырына йыр яҙып ҡарай Линера. Баҡсала йөрөгәндә көйө килә. Йәһәт кенә диктофонға яҙҙыра һала. Моң сиртһә, тағы диктофонға тотона. Анна Александровна был көйҙө нотаға һалып бирә. Ҡушымта менән куплеттың бәйлән­мәүен, икеһен «өйләндерергә» кәрәклеген дә тап ул әйтә. Уйлана торғас, айырым тойолған киҫәктәр тоташтырыла.
Бер тапҡыр Линераның тауышы юғала. Был хәлде һыуыҡ тейеүҙән күрә. Биш көн һөйләшә алмай. Тормош иптәше менән яҙып аңлашалар. Хоҙайҙан тауышын ҡайтарыуҙы һорай. Шуға ла ул һәләтенең дә, ижадтың да Хоҙай ҡөҙрәте икәненә төшөнгән.

Һәләтлеләр өлөшө
Балалар баҡсалары тәрбиәселәре араһында профсоюз йүнәлеше буйынса йыл да Рәсәй кимәлендә «Виват, таланттар!» бәйгеһе үтә. Быйыл Мәскәүгә ебәрелеүселәр араһында Ырымбур өлкәһенән быға тиклем призлы урындар алып килгән Линера ла бар. Ошоғаса бәйгеләрҙә башҡортса йырлап ҡатнашһа, быйыл «Ҡыш һәм саңғылар» рус йыры менән беренсе урын яулаған.
Интернет киңлегендә иғлан ителгән бәйгеләргә йырҙарын ебәреп тә, үҙенең көсөн һынап ҡараған ул. «Сәләт» бәйгеһенә лә шулай осраҡлы ғына барып эләккән һәм I дәрәжә диплом лауреаты тип табылған.
Ниндәйе күңелгә ята, шуны йырлай. Бәләкәйҙән моңдо йөрәгенә һеңдереп үҫкәс, тәрән мәғәнәле йырҙар арбай уны. Онотолоп барған боронғо башҡорт йырҙарын тергеҙеү теләге менән яна. Репертуарында әлегә башҡорт, рус, татар, украин йырҙары булһа, башҡа телдәрҙәген дә башҡарыу – Линераның хыялы. Әле итальян йырын өйрәнергә тотонған. «Калинка»ның да репертуары ҙур. Етәкселәре Роман Нежид казак йырҙары йүнәлешен һайлаған. Ансамблдең тауышын тап улар аша ишеттереүҙе төп маҡсат итһә, солист булараҡ, Линераға күп көс һалыу талап ителә. Яңы йырҙар өҫтәлә. Төп эше лә бар бит. Иртә­лектәр өсөн һүҙҙәр ятлау ҙа – хәтер эше. Йырлау – күңел рәхәте биргән, ҡиммәтле мауығыу. Йырҙы бушлай яҙҙырып булмай.
Ире лә уңышҡа өлгәшә алмаҫ ине, әгәр эргәһендә уны тултырып, тулыландырып тороусы Линера булмаһа. Баҡсалы иркен йорттарына 2011 йылда күсеп йәшәй башлағандар. Күп итеп алмағас, йәшелсә-емештәр үҫтерә улар. Алма уңа. Күрше-күләнгә, туғандарына, дуҫтарына тараталар. «Быйыл шул ҡәҙәрем уңыш күп булды, ҡайҙа ҡуйырға белмәнек, ҡаҡ ҡойҙоҡ, бәлештәр бешерәбеҙ», – ти Линера.
Уңған ханым ҡул эштәре менән дә була: шаршауҙарҙы үҙе тегә, балаларына кейемдәр, урын-ер комплекттары ла бик матур килеп сыға уның. Үҙ тормошон ижад итеп, мөхәббәтле донъя ҡорған һәләтле заманда­шыбыҙға Йыһан тик алҡыштар яуҙырһын, балҡыштары алда булһын.

Булат Маликов фотолары.
Орск ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 
Бәхет – үҙ өйөңдә!
Бәхет – үҙ өйөңдә!
Бәхет – үҙ өйөңдә!
Бәхет – үҙ өйөңдә!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: