+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
29 Ноябрь 2022, 17:05

Матурлыҡ тыуҙырыусы

Баймаҡ ҡалаһындағы «Йондоҙ» матурлыҡ салоны етәксеһе Гөлкәй Айрат ҡыҙы Исмәғилева (Ишембәтова) – халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, үҙ ерендә абруйлы, яҡты йөҙлө эшҡыуар. Бәләкәй ҡалала барыһы ла ус төбөндәге кеүек. Урамға сығыуы була, йылмайып ҡаршыһына киләләр, һаулыҡ һорашалар, ҡосаҡлап алалар. Бәғзеләре уға барырға йыйыныуы хаҡында белдерә. Һәр береһенә яғымлы ҡарашы, йылы һүҙе бар Гөлкәйҙең. Кешеләр менән эшләү хәҙерге заманда еңел түгел. Һәр береһенең көйөн көйләп, күңелен таба, һорауҙарын ҡәнәғәтләндерә белергә кәрәк.

Матурлыҡ тыуҙырыусы
Матурлыҡ тыуҙырыусы

– Элвин Грейҙың кәләшенеке кеүек ҡаш теләйем! – тип ныҡыша берәү.
– Һуң, апай, һеҙҙең йөҙгә ундай килешмәй, әйҙәгеҙ, бына былайыраҡ итеп ҡарайыҡ, – тип тәҡдим итә Гөлкәй.
Матурлыҡ салоны булғас, үҙенең күҙаллауынса, матур нисек була, шулай яһап сығаралар, тип өмөт итә бит ул. Гөлкәй уның йөҙ үҙенсәлеген, үҙ гүзәллеген аңлатып бирә. Һөҙөмтәлә һылыу зат ҡанатланып, шулай була алыуынан ҡыуанып, рәхмәттәрен әйтеп сығып китә салондан. Һәр кемдең яйын табып, күңелен күреү дәрәжәһенә етер өсөн күпме юл үтелгән! Бер көндә генә бирелмәгән бит уға был сымыры аҡыл, тәүәккәллек. Ҡайһы бер сифаттары тыумыштан, нәҫелдән дә киләлер. Яҙмышында осраған остаздарынан да уңғандыр был һөйкөмлө ханым, тигән һығымта яһайһың, ошо хаҡта уйлап.

Атай ҡыҙы
Гөлкәй Айрат ҡыҙы Исмәғилева 1978 йылдың 21 ғинуарында Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында донъяға килә. Атаһы, Айрат Вәкил улы, Йәрмөхәмәт ауылы егете, хәрби бурысын үтәп ҡайтып, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә иҡтисад белгесе булып эшләп йөрөгәндә Хәйбулла районы Әбеш ауылы һылыуы Миңзифа Ғатаулла ҡыҙын осрата. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр өйләнешә. Артур улдары, һуңынан, Мерәҫ ауылына күсенгәс, ҡыҙҙары Гөлкәй тыуа. Бала йәнле була Айрат. Ҡыҙым, тип өҙөлә. Шуға ла Гөлкәй Сибай педагогия колледжында уҡығанда буласаҡ тормош иптәше, Йәнйегет ауылынан Салауат Арыҫлан улы Исмәғилев менән дуҫлаша башлағас, егет атаһы кеүек һаҡсыл мөнәсәбәте менән йөрәген яулай. Ҡыҙыҡай башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға ниәт иткән була. Ә Салауат технология һәм эшҡыуарлыҡ буйынса белем ала. Колледждан һуң икәүһе лә БДУ-ның Сибай институтында уҡыуҙарын дауам итә. Һуңғы курс­та өйләнешәләр. Йәш ғаилә Баймаҡҡа эшкә ҡайта. Гөлкәй 1-се мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Ә Салауат Йәш техниктар станцияһында эшләй, бер аҙҙан уны Иҫәндәге «Орленок» лагерына директор итеп үрләтәләр.

Хыялдағы өй
Эш хаҡы бәләкәй булыуы, хыялдағы өйҙәрен күтәрә алмауҙары йәштәрҙең эсен бошора. Гөлкәйҙең әсәһе менән атаһы ауылдарында магазин асып ебәргән була. Уларҙан күреп, йәш ғаилә лә эшҡыуарлыҡҡа ылыға. Юл сатында, сауҙа өсөн бик уңайлы ерҙә, үҙҙәренең кибеттәрен ҡуялар. Ҙур маркеттар баҫып алғас, бәләкәй магазиндарға ихтыяж бөтә, улар баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Шунлыҡтан икенсе бер яйын эҙләй Гөлкәй. Уйлай торғас, юлын таба. «Мәктәптә эшләгәндә дәфтәрҙәрең үҙең менән эйәреп ҡайта. Иптәшемә ярҙамсы кәрәк ине. Шуға, уҡытыуҙы ҡалдырып, тулыһынса эшҡыуарлыҡҡа күсергә булдым», – тип хәтер ебен һүтә Гөлкәй. Атаһы, «Таналыҡ» колхозын ойоштороуҙа ҙур өлөш индергән, ғүмер буйы унда баш иҡтисадсы, баш бухгалтер булып эшләгән кеше, 2009 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәләрен үҙҙәренең эргәһенә Баймаҡҡа күсереп алалар. Гөлкәйҙең ире, магазиндарға көн бөткәс, «ГАЗель» һатып алып, йөк ташый башлай. Бөтә Башҡортостанды урап сыҡҡандыр ул бәләкәй йөк машинаһы менән. Сибайҙа карьер төтәй башлағас, күп ғаиләләр башҡа ҡалаларға күсенә. Шул ваҡытта күптәр Салауатҡа күсеренешеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.
Ә Гөлкәй яңы йүнәлеш буйынса китә – керпек үҫтереүҙе өйрәнә. Һигеҙ йыл элек был хеҙмәт өсөн Баймаҡта мең һум алалар. Өйҙәрен төҙөп бөтөп кенә сыҡҡан ваҡыттары була. Сибайҙа курс үткәс, икенсе ҡаттағы бер бүлмәлә тәүге клиенттарын ҡабул итә уңған ҡатын. Кеше күп килә. Кинйә улы Арсен бәләкәс әле. Килгәндәр тотош донъяһын әйләнеп ҡарап сыға. Сит кешеләрҙең өйҙә йөрөүе лә уңайһыҙ һымаҡ. Ашарға бешерһәң, еҫе сыға. Керпеккә килгәндәр: «Ошонан һуң тырнаҡҡа барам, шунан ҡашты ла төҙәтәһе бар», – тип уртаҡлаша. Шул ваҡытта Гөлкәйҙең башына, ошо барлыҡ хеҙмәттәрҙе күрһәтә алған салон кәрәк, тигән уй килә. Тырнаҡ эшләүҙе лә, ҡаш төҙәтеүҙе лә үҙе өйрәнеп ала. «Яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерәһе килеп тик тора. Йылына ике тапҡыр курсҡа барып уҡып ҡайтам. Яңы кешеләр менән танышыу, яңы белемдәр алыу йәшәүгә дәрт өҫтәй. Материалдар ҙа үҙгәреп тора. Шуға уҡыйһың да уҡыйһың», – ти гүзәл заттарға матурлыҡ өләшеүсе ханым. Ниәттәрен йәһәтерәк тормошҡа ашырырға ҡарар итә Исмәғилевтар. Салауат салонға нимә кәрәк, барыһын да һатып алып ҡайтыр була. «Пигмент, лак ал», – тип заказ биреп ебәрһә, буш ҡайтмай. Ә салон асҡан ваҡытта баҙарҙа: «Керпеккәйҙәр, йылҡылдаҡтар», – тип ҡатын-ҡыҙға кәрәк ваҡ нәмәләрҙе ир-аттың һатып тороуы сәйер тойолһа, бер аҙҙан Салауаттың да шуларҙы айыра башлауынан мәрәкә табалар.
Матурлыҡ салоны өсөн бер бинаны ҡуртымға алалар, уның хаҡы бик ҡыйбат булып сыға. Шуға ла 2017 йылда буш торған биналарҙы эш өсөн биреүҙәрен һорап, хужаларҙың тупһаһын тапай башлай Гөлкәй. Өфөгә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тиклем барып етә. Әммә һөҙөмтәһеҙ була. 2017 йылдың сентябрендә ғаиләһе менән Ҡытайҙан сәйәхәттән йөрөп ҡайтҡас, ныҡлы ҡарарға килә: үҙебеҙгә бина һатып алырға кәрәк! Белдереү ҙә яҙып таратыла, бинаға яраҡлы тәүге ҡаттан фатир ҙа табыла. Ике ай эсендә ремонт яһап, уны бик уңайлы, сағыу матурлыҡ биләмәһе рәүешенә килтереп, бөтә документтары әҙер булып, 18 ноябрҙә «Йондоҙ» матурлыҡ салоны клиенттар өсөн үҙ ишектәрен аса. Шул ваҡыттан алып унда ете кеше эшләй. Биш йыл инде ошо тырыш, берҙәм команда Гөлкәй Айрат ҡыҙы етәкселегендә алһыҙ-ялһыҙ сәс киҫеү, буяу, тырнаҡ сервисы, керпек үҫтереү (классика, күпертеп эшләү), уларға ботокс эшләү, перманент макияж (ҡаш, ирен һәм күҙ ҡабағына татуаж) кеүек халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү менән була. Башҡалар ял иткәндә – улар эшләй, сөнки кешеләр эштән һуң йә ялдарҙа ғына матурлыҡ хаҡында хәстәрлек күреүсән.

Юғалтыу
2020 йылдың июнендә тормош иптәше инфаркт кисерә. Ваҡытында ярҙам иткәнгә генә ҡотҡарып ҡалалар. Күкрәгем яна, тигәс, тәҙрәләрҙе асалар, ашығыс рәүештә уны дауаханаға оҙаталар. Табиптар ошо хәлдән һуң Өфөгә кардиоүҙәккә йүнәлтмә биреп, йөрәгенә стенд ҡуйырға кәрәклеге хаҡында әйтә, әммә Салауат шул ваҡытта ковид менән сирләп китә. Октябрҙә генә уға тейешле операция яһала. Тынғыһыҙ кеше тик ята буламы? Һаҡланмай. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығына эшкә төшә. Техника йәнле була ул. Әмәлгә ҡалғандай, ул йылда ҡар күп яуа. Юл таҙартыуҙан бушамайҙар. «Нишләп тракторға ултыраһың, һин механик түгелме?» – тип асыу­ланып ҡарай Гөлкәй, иренең төнгө өскә тиклем юлды ҡарҙан таҙартып йөрөүенә аптырап. «Миңә шулай оҡшай. Трактористы ял иттерәм», – тип яуап бирә ире. Кеше йәнле була шул ул. Ҡат-ҡат үҙе өндәшә, туғандарынан әйттерә торғас, 2021 йылдың 9 мартында ире эшен ҡалдыра. Өс көндән, 12 мартта, таң менән баҡыйлыҡҡа үтә уҙаман. Гөлкәйҙең хәлен уның һымаҡ йән һөйгәнен юғалтҡан кеше генә аңлайҙыр. Донъя төҫһөҙләнә, эргәһендә ике улы – ике ҡанаты булмаһа, нишләр ине икән? Балалар хаҡына көслө булырға, Салауат менән башлаған эштәрен дауам итергә ҡарар итә ҡатын. Еңел булмай. Төн уртаһында «тиҙ ярҙам» саҡырыуҙар, өмөтһөҙлөк төбөнә төшөп бәргеләнеүҙәр яйлап артта ҡала. Һөйгәненең бер ҡасан да кире ҡайтмаҫына күнеп, бары унһыҙ йәшәргә өйрәнеү ҡала тол ҡатынға. Ул төҙөп киткән хан һарайы һымаҡ өй хәстәре, балалар тураһында уйҙар, уларҙың киләсәге хаҡында борсолоуҙар, аңлап өлтөрәп торған туғандары, дуҫтары, үҙен көткән клиенттары – яйлап ғәҙәти тормошҡа ҡайта, юғалтыуға күнеп, күңел һыҙлауын баҫып, яңынан йәшәргә көс туплай Гөлкәй. Иренең етеһен уҡытҡас та эшкә сыға. Ялһыҙ хеҙмәт итеү уға онотолоп торорға ярҙам итә. Өйҙәге ҡаҙанлыҡтың нисек эшләгәнен, газ, электр утына нисек түләнгәнен белмәгән ҡатынға барыһын да үҙ ҡулына алырға тура килә.

Йәшәргә кәрәк
Оло улы Маратты бар һөнәргә лә өйрәтеп киткән Салауат. Ҡул араһына ингән. Тота ла эшләй башлай: иретеп йәбештерһенме, машинаны һүтеп кире ҡороп ултыртһынмы – рәтен-сиратын белә. Ҡустыһына иретеп йәбештереп турник эшләп ҡуйғас, әсәһенең иҫе китә. Атаһын юғалтҡас, Ырымбур медицина университетының дауалау факультетында түләүле уҡып йөрөгән егетте бюджетҡа күсереүҙе юллай әсә кеше. Был осраҡта ла бөтәһенең дә теләген ыңғай хәл итмәйҙәр, өлгәшеүенә, тәртибенә, рейтингҡа ҡарайҙар. Марат уҡыуҙа ла алдынғы булғанлыҡтан, был һорау ҡәнәғәтләндерелә.
Атаһын юғалтыу иркәләнеп кенә үҫеп килгән кесе улын да үҙгәртә. Арсен, гүйә, балалығынан сыға. Спорт менән шөғөлләнә башлай, психология, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге китаптар менән ҡыҙыҡһына.
Гөлкәй перманент макияжын үҙе эшләй, керпек менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе уҡытып ала, дүрт мастер булып китәләр, тырнаҡ матурлауға ике эш урыны әҙерләнгән. Салонға өҙлөкһөҙ килгән клиенттарҙы ҡабул итеүсе оҫта эшсене табыу ҙа – уңыш. Бер ҡыҙы, август башында кейәүгә сығып, Өфөгә күсеп китһә, икенсеһе, туй яһап, Магнитогорскиға юлланған. Шунлыҡтан, маникюр буйынса оҫталарға ихтыяж бар. Әйтергә кәрәк, районда тырнаҡ менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Гөлкәй эшкә үҙе уҡытҡан ҡыҙҙарҙы алыуҙы хуп күрә. «Иң беренсе – стерилизация, эш урынын таҙа тотоу», – тигән талап ҡуя ул хеҙмәткәрҙәренә. Йәйгеһен студенттар ҡулай булып ҡала, улар ял ваҡытында үҙҙәренә аҡса эшләй. Салондың үҙ бухгалтерияһы бар. Бизнес-пландар төҙөлә. Гөлкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә хөкүмәттән нимә тейешле, барыһын да ала килә. Яңы эш башлаусы эшҡыуар булараҡ 300 мең һум аҡса, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә процентһыҙ займ бик ярап ҡала. «Дәүләттән һиҙелерлек ярҙам юлларға була. Бының өсөн урында эшҡыуарҙар менән дөрөҫ эш алып барыусы етәкселәргә рәхмәтлемен», – ти Гөлкәй Айрат ҡыҙы. Эш һөҙөмтәләрен барлағас, үҙенә: «Маладис, Гөлкәй! «Бишле» һиңә!» – ти, баһа ҡуйып. Клиенттар менән эшләгәндә лә иренең ҡәтғи була белеүенән үрнәк ала. Бәхәсле хәл килеп тыуған икән, уны кисектермәй, үҙ һүҙеңде әйтә белергә кәрәк. Ҡул һелтәп ҡуйһаң, ваҡытында илтифат итмәһәң – бәлә ябырылыуын көт тә тор.
Кешеләргә матурлыҡ өләшкән салонды Баймаҡта ул 17-се булып аса. Перманент макияжын тәүгә Гөлкәй башлай. Биш йыл бер үк биш парикмахер хеҙмәтләндерә, тернәкләнеп, сат йәбешеп эшләй һылыуҙар бында. Сәс оҫталарына дүрт эш урыны булдырылған. Әле бер парикмахер кәрәк.
Салонға бина эҙләгәндә Гөлкәйгә урыны отошло тойолған: ҡаланың үҙәктәге Еңеү урамындағы 2-се йортҡа магазиндар ҙа, дарыухана ла, сауҙа үҙәге лә яҡын. Машина ҡуйырға урын бар. Етәксе яңылышмаған, шөкөр, «Йондоҙ»ҙан клиенттар өҙөлмәй.
«Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Бер нәмәгә мохтажлыҡ кисермәйем. Балаларым бар, яҡындарым эргәлә. Ҡайҙа бармайым, кемгә мөрәжәғәт итмәйем, һүҙем үтә. Ҡулымдан эш килә – шул үҙе бәхет», – ти уңған ханым.
Гөлкәйҙең иң беренсе әхирәте – әсәһе. «Мин – оптимист. Алдыма алғанды эшләмәй ҡуймайым. Кейәүгә бирмәҫ борон атайым һүҙемдән сыҡманы, шунан иптәшем күҙемә генә ҡарап торҙо. Хәҙер үҙем үҙемә – терәк», – ти Гөлкәй. Ҡатын-ҡыҙ барыһын да булдыра ала, көслө ул. Әммә уның янында үҙенән көслө терәк булһа, шул ваҡытта уның йөҙө бәхеттән тағы ла сағыуыраҡ балҡый.
«Иптәшем һәр ваҡыт «Гөлкәй Айратовна» тип өндәшә ине. Электрик, сантехник саҡыра торғас, иҫ-аҡылым китте. Был эштәрҙе, миңә ауырлыҡ һалмай, ирем үҙе башҡарған. Көслө заттың һүҙендә тора белгәнен баһалайым. Әйтә икән, эшләһен ул. Миңә тиҙҙән 45 йәш тула, бер яҡтан, өләсәй була торған ваҡыт. Шуға ла «тағы ла берәйһен осратырһың әле», тигәндәргә аптырабыраҡ ҡарайым», – ти Гөлкәй.
Бер мәл ныҡ ҡына ауырып китә ҡатын. Өйөндәге көҙгө алдынан йәмшәйгән никах балдағы табып алғас була был хәл. Кейеп ҡарай. Кемдер берәү ҡалдырғандыр, эйәһе табылыр әле, тип уйлай ҙа балдаҡты кире урынына ҡуя. Бер заман ҡулы боҙолоп китә. Дауаханаға барып ҡарай. Ярҙам итмәй. Ябыға. Ҡулы яфалай. Табиптар яҙған дарыуҙар килешмәй. Иптәше, аптырағас, ҡашығаяҡ йыуыу машинаһы алып ултырта. Муллаға ғына бармаһаң, тигән кәңәште тотоп, Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһындағы Баймөхәмәт хәҙрәткә йүнәлә ҡатын. Хәҙрәт һораша башлағас, Гөлкәй теге балдаҡ хаҡында иҫенә төшөрә. Йөҙөктән арынғас, өшкөрөү килешәме, ҡулы йүнәлә. Тағы 2016 йылда ла ғаиләгә ярҙам итә Баймөхәмәт хәҙрәт. Шул ваҡыттарҙан боҙом барлығына, уны еңер доға көсөнә ышана Гөлкәй.
Донъяның мөғжизәһе сикһеҙ. Әле уны асырға ла асырға маҡсатлы ҡатынға. Юғалтыуҙар аша бәхетенә табан барырға, ейәндәрен һөйөргә, матурлыҡ өләшергә.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

 

Матурлыҡ тыуҙырыусы
Матурлыҡ тыуҙырыусы
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: