+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
21 Октябрь 2022, 11:15

Яҡты яныу – асылы

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ҡыйғы ра­йоны хакимиәте башлығы Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы Гордиенко (Лоҡманова) тарихҡа республикала район менән етәкселек итергә ҡуйылған беренсе ҡатын-ҡыҙ булып инде. 2020 йылдың ғинуарында уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ҡыйғы районы хакимиәте етәксеһе вазифаһына тәҡдим иткәнен әйткәс, күптәр шаҡ ҡатты: «Ҡайҙа, ҡайҙа – Ҡыйғыға! Ҡатын-ҡыҙҙы?..» Аптырауҙарының да сәбәбе – Ҡыйғы үҙәктән ситтәрәк ятҡан, бер аҙ артта ҡалғаныраҡ район һанала ине. Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы килеү менән бында йәнлелек һиҙелде, халыҡ та уға ышаныс күрһәтте.

Яҡты яныу – асылы
Яҡты яныу – асылы

Учалы ҡыҙы
Зөһрә Гордиенко тамырҙары менән Учалы районы Яңы Байрамғол ауы­лынан. Ул 1976 йылдың 23 ноябрендә Учалы районы Рәсүл ауылында тыуған. Беренсе класҡа ҡыҙыҡай Ямал-Ненец автономиялы округының Тарко-Сале ҡалаһында бара. Ғаиләләре, Себер тарафтарына йүнәлтмә буйынса күсеп китеп, 15 йыл шунда йәшәгәс, тыуған яҡтарға тартыла. Әммә уларҙың ҡайтыуы уңышһыҙыраҡ осорға тура килә: 1993 йылда финанс реформаһы булып, аҡсалар яна. Ул ваҡытта мәктәп физкультура уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерә. Сөнки ирҙәр, эш хаҡы түбән булғанға, ситтә кәсеп итә. Мәктәпте яңы тамамлаған Зөһрә, физкультура уҡытыусыһы булып эшләп, ситтән тороп юғары белем алыуҙы һайлай. Көнсығыш иҡтисади-юридик һәм гуманитар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияларын тамамлай.
2004 йылда «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә еңеп сыға. 27 йәшендә «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Реабилитация үҙәге етәксеһе, һуңынан Учалы районының йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе, социаль сәйәсәт буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләп бай тәжрибә туплаған ҡатын 43 йәшендә үҙендә тотош районды әйҙәрлек көс тә, дарман да тоя.
2014 йылда Учалыға командировкаға барғанда танышҡайныҡ уның менән. Зөһрәнең йәштәрсә дәрт менән, йүгереп йөрөп эшләүе, бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмауы, мәсьәләләрҙе төптән уйлап хәл итеүе һоҡландырғайны. Журналда Учалыға сәфәребеҙ хаҡында яҙып сыҡтыҡ һәм Зөһрә менән бәйләнештә торҙоҡ.

«Иң мөһиме – халыҡ менән эшләү!»
Эйе, ул шулай һанай. Ниңә тиһегеҙме?
– Ниндәй генә эштәр ҡыйратма, урамында йылдар буйына бағанала ут янмай икән, ә был – бик мөһим, һин эшләмәгән һаналаһың. Кеше үҙ биләмәһендәген, ихатаһындағын күрә. Шуға ла федераль программа буйынса карта төҙөп, планыбыҙҙы бойомға ашырабыҙ. Яйлап, әкрен генә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ йыйылған. Ҡайҙалыр эскәмйә ҡуйғанбыҙ, юлдарға асфальт түшәгәнбеҙ, ҡырсын йәйгәнбеҙ. Кешеләр был үҙгәрештәрҙе бөгөн һәм тап ошонда күрергә теләй, – ти Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы.
Ул Ҡыйғы районы халҡына рәхмәтле. Ошоғаса ҡала тормошон белгән ҡатын, бында килеп, ауылда нисек йәшәүҙәре менән яҡындан таныша. «Ауыл кешеһенең хәстәре ябай. Ул ысынбарлыҡҡа тура килмәгән әллә ниндәй нәмәләр артынан ҡыумай – уңыш үҫтереп, уны йыйып алыу кәрәк уға. Социаль селтәрҙәрҙә көтөүһеҙ йөрөгән мал хаҡында ла яҙам. Нисек яҙмайһың? Бәхәс тыуа. Уларҙы кем көтөргә тейеш? Билдәле, был мәсьәлә менән ауыл советы шөғөлләнә. Быға тиклем уйға ла инмәгән һорауҙарҙы хәл итергә тура килә шулай. Элек силсәүит ҡушты ла – эшләнде лә ҡуйҙы ине. Район хакимиәтенең абруйы һәм бер һүҙе етте. Ә хәҙер социаль селтәрҙәрҙә теләһә кем башына нимә килә, шуны яҙа, тағы ла күҙәтеүсе органдар эшең буйынса күрһәтмәләр биреп китә. Барыһына өлгөрөп тә, һәр кешегә ярап бөтөп тә булмай, – ти етәксе. – Шундай яуаплы өлкәне ышанып тапшырғаны өсөн Республика Башлығы Радий Фәрит улына һәм яҙмышыма рәхмәтлемен. Бер райондың тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге тип ҡабул иттем был вазифаны. Әлбиттә, өс йыл эсендә бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итеп, радикаль үҙгәрештәр ҡылып булмай. Проблемалар бихисап. Һыу үткәргес кәрәк, һыу таҙартыусы ҡоролмалар алыштырыуҙы көтә, ҡаҙанлыҡ та иҫке генә, кешеләр йәшәгән йорттарҙы ремонтлау сиратта тора. Мин тылсымсы түгел, әммә программа сиктәрендә барыһына ла етешергә тырышам, тип аңлатам халыҡҡа. Гранттарҙан күп кенә аҡса килә. Әгәр ҙә социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләмәгән булһам, был йөктө тартырға хәлемдән килмәҫ ине. Эшемде яратам. Ҡыйғы районында рәхмәтле халыҡ йәшәй. Ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп торалар. Әлеге ваҡытта көслө команда барлыҡҡа килде. Беҙҙең хакимиәт республикала иң йәше һанала. Белгестәрҙең уртаса йәше – 39–40. Мин йәштәрҙе үҫтереү, йәлеп итеү яғындамын», – тип дауам итә Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы.

 

Үҙеңде ярат!
– Үҙеңде яратыу – иң ауыр фән. Үҙеңде яратҡаныңды иҫбатлау өсөн тотош бер ритуал үтәү мөһим. Элек, үҙемде яратам икән, тип уйлай торғайным. Психологик тренинг үткән ваҡытта мине шундай һорау шаңҡытты: «Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе шул ҡәҙәрем яратмайһығыҙ?» Эйе, бала саҡтан мин һөйөүгә тилмереп үҫтем. Урыҫтар араһында бер үҙем башҡорт ҡыҙы инем. Ошо айырмалығымдың өҫтөнлөгөн тоймағанмын. Баҡтиһәң, минең дә ҡабатланмаҫ үҙ матурлығым, үҙенсәлегем булған. Шуға ла тормош иптәшемде лә рус милләтенән һайлағанмын. Уйлай торғас, үҙемдең артыҡ ауырлыҡ йыйыуымдың да серенә төшөндөм. Һин бит мине яратаһың, берәй тәмлекәс менән ҡыуандыр, ти икән төпкө аңым. Сөнки ғаиләлә миңә атай-әсәйем өҫтәл тултырып ризыҡ әҙерләгәндә рәхәт булған. Беҙ күп кенә осраҡта башҡаларға оҡшамағаныбыҙҙы күргәндә, үҙебеҙҙең баһабыҙҙы белмәйбеҙ, кәмселек тоябыҙ. Хәҙер генә аңлайым: мин тыуһын өсөн фәрештәләр күпме тырышҡан! Шуға бәхетебеҙ үҙ баһабыҙҙы аңлауыбыҙҙан тора. Баһамды нисек күтәрәмме? Мин үҙ эштәремде үҙем баһалайым. Маҡтайым. Райондың бер ҡасан да энциклопедияһы булмаған. Тотондоҡ та, нәшер итеп тә ҡуйҙыҡ. Был – беҙҙең эш һөҙөмтәһе. Уны мин үҙемдең дә бер еңеүем, бейеклегем тип уйлайым, – ти Зөһрә.
Артыҡ ауырлыҡҡа килгәндә, ул 17 килонан ҡотолған. Был үҙгәреште лә ул үҙен ярата башлау һөҙөмтәһе тип таный.
– Кеше эшләгәндә янырға тейеш. Бер урында оҙаҡ ултырһа, ул күнегеп китә. 20-шәр йыл бер вазифала ҡалғандар бар. Улар инде янмай, тимәк, файҙалары ла юҡ, тигән һүҙ. Нимәлер иҫбатларға, алға барырға тейеш кеше. Юҡҡа ғына совет осоронда үҫеш өсөн баҫҡыс булған кадрҙар резервы төҙөлмәгән.
...Әхирәтем һөйләгәйне. Психологҡа килгәс, уға биш минут буйына үҙен маҡтарға ҡушҡан. Теге һөйләй башлаған да һүҙе бөтөп туҡтаған. Әйҙә, улай булғас, һинең хаҡта мин һөйләйем, тигән психолог. «Һин шундай зауыҡлы кейенәһең, яулыҡты ла, ана, нисек йәтеш бәйләйһең, һин – шундай бөхтә кеше. Телде йоторлоҡ итеп бешерәһең...» Әхирәтем үҙенең ниндәй булыуы хаҡында ишетеп, илап ебәргән... Һөйләй башлаһаң, һәр кеше тураһында әллә күпме маҡтау һүҙе табырға мөмкин! Ә кешеләр үҙҙәре үҙ баһаһын белмәй. Киреһенсә, уны кәметеүсән йә төшөрөүсән була. Бына шундай асыштар яһайым мин ҡайһы саҡта.
Барыһы ла һине лә, мине лә яратып та тора алмай. Һәр кемдең – үҙ кимәле, бейеклеге, үлсәме. Беҙ барыһына ла оҡшарға ла тейеш түгелбеҙ. Күктәге ҡояш та хатта бөтәһенә лә ярамай: кемгәлер унан эҫе, кемгәлер һыуыҡ. Үҙеңде ярата башлағас ҡына, тормош кеүек үк үҙең дә бер мөғжизә икәнеңде аңлайһың. Ошо аңлау һәр кемгә килһен ине. Был – үҙ-үҙенә һоҡланыу түгел.
Үҙемде яратҡан өсөн һәр көн иртән күнекмәләр яһайым, зарарлы ризыҡтарҙан баш тартам, үҙем яратҡандар менән аралашам. Эш буйынса күп кешеләрҙе тыңларға тура килә. Ярҙам итәм, ҡайһы берәүҙәр менән ихлас күңелдән һөйләшеп ултырыу ҙа етә, – тип бүлешә фекерҙәре менән Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы.
Ә уның асылында – яҡты яныу. Кешеләрҙе лә шул ялҡыны менән тоҡандырыу. Быҫҡып, һәүетемсә йәшәү Зөһрәгә ят. Ул шулай теремек һәм етеҙ итеп яратылғандыр. Учалыла йәшәгән саҡта шейпинг клубы ойоштороуын, гөрләтеп туйҙар алып барыуын әле булһа һағынып иҫкә алалар. Үҙ баһаһын күтәргән һайын, донъя киң һәм бөтә юлдарҙың да асыҡ икәнен яҡшы тоя ул. Шуға ла уның аҙымдары ышаныслы һәм тәүәккәл.


Ҡыйғы районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: