Ер кешеләре
Баймаҡ районы Байыш ауылында йәшәгән Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһенең крәҫтиән-фермер хужалығында Әлифә Хөрмәтулла ҡыҙы уның етәксеһе һаналһа, ире Хәлим Фәрит улы техника, баҫыу эштәре, ашлама индереү, сәсеп-урыу өсөн яуаплы. 650 гектар ерҙә төрлө иген культураларын сәскән, ике тиҫтә эре мал, 100-ләгән баш ҡош-ҡорт тотҡан, баҡсаһы гөлдәргә күмелеп ултырған был эшлекле парҙың дүрт балаһы бар. Өлкән улдары Инсаф башҡаланып, Нәркәс килене менән уларға ике ейәнсәр – Элиза менән Заһиҙәне бүләк иткән. Икенсе улдары Рифат БДУ-ның Сибай институтында уҡый. Быйыл көҙ байтаҡ инде дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән туй яһарға килешелгән. Сөмбөл Сибай гимназия-интернатында белем ала. Ә кинйәкәйҙәре Әлиә әлегә Байыш мәктәбендә уҡып йөрөй. Бәхет, татыу йәшәү сере нимәлә? Әлбиттә, мөхәббәттә!
Һөйөү йондоҙо
Әлифә менән Хәлимдең һөйөү йондоҙо мәктәптә уҡығанда уҡ ҡабына. Хистәре бөтә ауылға мәғлүм була. Бөтә иғтибар уларға төбәлә һәм оялып ҡына ҡулдарын тотошоп торған йәштәргә «бына ҡайҙа ул һинд мөхәббәте!» тиҙәр һоҡланып. Әлифә буласаҡ тормош иптәшен күҙ алдына килтергәндә йә ҡыҙҙар менән һөйләшкәндә: «Минеке гармунсы буласаҡ!» – ти. Бейергә яратҡан, йырлаған, сәнғәткә ғашиҡ ҡара һылыу өсөн ошо мөһим һанала. Ысынлап та, Хәлиме ҡулына гармунын алһа, бөтә донъяһын онота, күңеле ҡанатлана. Быйыл иренең ауыл сәхнәһенә сығып йырлауын да ул ҡыуанып ҡабул иткән.
Йәштәр икеһе лә «Йылайыр» совхоз-техникумына уҡырға инә. Егет фермер булырға ҡарар итә, ә ҡыҙ иҫәп-хисап бүлеген һайлай. Әлифә – әсәһе Әминә Фәхраз ҡыҙы менән атаһы Хөрмәтулла Ғөбәйҙуллиндың етенсе балаһы, кинйә ҡыҙы, Хәлим – ғаиләләрендә бер бөртөк малай, баш бала, унан ҡала тағы ике ҡыҙ туғаны бар. Әсәһе Миңлебикә Мөхәмәҙиә ҡыҙы ғүмер буйы һауынсы булып эшләһә, атаһы Фәрит Зәйнулла улы машина йөрөтә. Балаларының өйләнешеүенә ата-әсәләр ҡыуана. Сөнки ауылда бит барыһы ла таныш, етмәһә, урамдаштар ҙа. 1995 йылда улдары Инсаф тыуа. 1996 йылдың ноябрендә бер-бер артлы ғына Әлифәнең әсәһе менән атаһы донъя ҡуя. Ҡатынын юғалтыуҙы ир кешенең йөрәге күтәрә алмай. 56 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскән әсәһенең өйрәткән-әйткәндәрен мәңгелеккә хәтерендә һаҡлай ҡыҙы, әле һаман уның изгелеге күңелен йылыта. Ете баланы үҫтереп аяҡҡа баҫтырған, ишек алдын тултырып ҡош-ҡорт көткән, мул ҡуллы, йомарт ҡәҙерлеһенең ҡайһы бер ҡылыҡтарына, һөйләгәндәренә әле саҡ төшөнә. Улар артынан бер туған ағаһының да ауырып ҡапыл китеп барыуын ауыр кисерә йәш ҡатын. 1999 йылда тыуған икенсе улдары Рифатҡа алты ай тигәндә Әлифәгә өҙлөк була, ҡаты ауырып китә. Операция яһатырға тигәс, ире аҡсаһын да таба, рухи терәге лә була. Шунда аңлай ҡатын тормош иптәшенең ни хәтлем үҙе өсөн өҙөлөп тороуын. Сир еңелә, Әлифә үҙ һаулығыңды һаҡлау иң мөһиме икәненә төшөнә.
1998 йылда ғаилә, йорттарын төҙөп бөтөп, башҡа сыға. Хәлим ҡала яғына ҡарай башлаған ҡатынын шулай йыуата: 2006 йылда өйҙәренә төкәтмә эшләтеп, ҡала шарттары булдыра – канализация селтәре, һыу үткәрә. Йәмле өйҙәре «Өлгөлө йорт» исеменә лайыҡ була. 2008 йылда, ғаиләгә йәм өҫтәп, Сөмбөл ҡыҙҙары тыуа. Ә Әлиә инде Сөмбөл апайының «заказы» буйынса донъяға килә. Алдан уҡ «беҙҙең Әлиәбеҙ» тип исемен дә әҙерләп ҡуйған була ул. Әлифә бер йыл мәктәптә вожатый, ике йыл ауылда бухгалтер, клуб мөдире булып эшләгәс, 2011 йылда шәхси эш булдырырға ҡарар итәләр – фермер хужалығы төҙөйҙәр.
«Кеүәш!»
11-се класты тамамлағас, Әлифәне Баймаҡҡа «Һылыуҡай» матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыртып алалар. Һайлап алыу турын үткәс, һигеҙ ҡыҙҙы ике аҙна буйына йырларға, бейергә өйрәтәләр. Үҙен күреп йөрөгән апайының, сәхнәлә йылмайып йөрөргә тырыш, тигәненә үпкәләп тә ҡуя. Малайҙар араһында үҫкәнгә ҡатҡылыраҡ холоҡло була ул. Әрләгәндәрендә лә йәш түкмәй. Шул мәлдә Маһира инәһенең, борсоулы йөрөгәнеңдә эстән «Кеүәш!» тип әйтеп йөрө, йылмайған кеүек булаһың, тигән кәңәше ярап ҡала. Ошо һүҙҙе иҫләһә, әле лә күңеле яҡтырып китә Әлифәнең. Ә былай үҙенең генә түгел, тотош ғаиләһенең күңел торошон көйләргә, хатта ауылдаштарының кәйефен күтәрергә ярата. Яңы йылға үҙ балаларына сюрприз әҙерләүҙе ғәҙәт иткән. Хәҙер инде байтаҡ йылдар улар хәләл ефете менән байрамға ауыл халҡына, һәр мәктәп уҡыусыһына матур бүләктәр тапшыра. Үҙе хыялланған уйынсыҡты алған саҡта сабыйҙың уны оҙаҡ ҡосаҡлап тороуынан, шатлыҡтарын нисек аңлатырға белмәй бейеп китеүенән ошо ғәмәлдәре ниндәй мөһим булыуын аңлай эшлекле ханым. Мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йылға фейерверк ойоштороуҙарына «аҡса туҙҙыра», тип ҡараусылар ҙа табыла. Ундайҙарға: «Балаларҙың ҡыуанысы ҡиммәтерәк! Аҡса – ҡағыҙ ғына, ваҡытында бәхетле булырға, башҡаларға уны өләшергә кәрәк», – ти Әлифә. Ауыл халҡы өсөн Сибай филармонияһының концертын һатып алып ҡыуандырыуҙары ла – шул ынтылыштан.
Баймаҡта Гөлдәр Ишҡыуатова, Фирүзә Париж кеүек һәләттәр менән көс һынашҡан ҡыҙға техникумда гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулау бер ни тормай. Иҙән йыуыусы булып эшләгән Әлифәне сәхнәлә күреп шаҡ ҡата бер апай. Уҡыуы еңелерәк булһын өсөн урынлашҡан була ул. Шымыҡай ғына тойолған сибәркәйҙең ҡул эштәренә һоҡланыусы, йырлап-бейеүенә иҫе китеүсе бер ул ғына булмағандыр.
Әлифә бәпәйҙән һуң бер мәл тулыланып китә. Көн дә йүгереп, кире үҙ ауырлығына ҡайта һәм шуны тоторға тырыша. Әле көн дә күнегеүҙәр яһауҙы ғәҙәт иткән. Биш һыйырҙы ҡул менән һауған, ҙур хужалыҡты алып барған, күҙ менән ҡаш араһында бәлеш, тәмлекәстәрен бешерә һалған, бәйләгән-теккән ҡатын тышҡы матурлығын ҡайғыртыуҙы ла онотмай, уны үҙенең изге бурысы һанай. Йәй баҫыуҙа көс түккән ире һәм улдары өсөн ашарға хәстәрләү, ҡалаға запчасҡа барыу, документ эштәре менән ултырыу, өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәт араһында керпек үҫтерергә, тырнаҡтарын буятырға ла ваҡыт таба ул. Сөнки әсә, ҡатын-ҡыҙ гүзәл, сәләмәт һәм һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә лә булырға тейеш.
Ҡул эштәре оҫтаһы
Иң күп бәйләүсе булараҡ, Әлифә Башҡортостан юлдаш каналындағы «Сәләм» программаһының Гиннестар китабына ингән. Бәйләгәндәре бөтә ауылды бер нисә тапҡыр кейендерерлек тиһәм, арттырыу булмаҫ. Ошо кейемдәрҙән дефиле ойоштороуын әле һаман хәтерләйҙәр. Бер төн сыҡҡансы кофта бәйләргә мөмкин. Һыҙмаһыҙ, үҙ самаһы менән бәйләй, күлдәкме, камзулмы тегер булһа, үҙе бесә лә ташлай. Уның милли кейемдәр, балалар өсөн костюмдар коллекциялары бар. Тотош бер магазин тиерһең, рәт-рәт булып теҙелеп эленеп тора улар. Ҡул эштәренән – өй эсен биҙәү өсөн декоратив яҫтыҡтар, буй юрғандар, ҡорамалар – күҙҙең яуын алырлыҡ. Клубта эшләгәндә ырғаҡ менән бәйләү түңәрәге ойошторһа, әле лә өйрәнергә теләгәндәргә ишеге асыҡ.
Барыһы ла ваҡыты еткәс эшләнә, илһам килһә, күҙ асып йомғансы гүзәллек тыуҙырыла.
2020 йылда Баймаҡ районы хакимиәте Әлифә Хөрмәт ҡыҙын 8 Март байрамы уңайынан Өфөгә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әсәйҙәрҙе тәбрикләгән тантаналы кисәгә ебәрә. Күңелде күтәргән күп сараларҙа ҡатнашып, Республика Башлығы менән фотоға төшөп, ҙур тәьҫораттар менән ҡайта хөрмәтле ханым.
Ғаилә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата. «Был да илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер ысулы», – ти Әлифә.
Эш һөҙөмтәләре – халыҡтың уларҙың хеҙмәте менән ҡәнәғәт ҡалыуында, хөрмәтендә, бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарында. Улар бихисап. Киләсәктә лә булыр әле. Илгә икмәк үҫтереүселәрҙең эше һәр заманда ла хөрмәтле һәм оло баһаға лайыҡ.
Һәр кем үҙ тормошон үҙе яҙа. «Маңлай бәхеттәрен бирһен!» тип ҡабатлаған әсәһе кеүек үҙе лә балаларына хәҙер ошоно теләй. Яҙмышынан ҡәнәғәт Әлифә. Киләсәктәренең дә үҙҙәре теләгәнсә булырына ышана ул. Доға-теләктәрҙә изгелеккә һыйынып йәшәгән, бер-береһенә терәк-таяныс булған Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһен уңыш, ҡот ташламаһын.
Баймаҡ районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.