+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
14 Сентябрь 2022, 10:29

Зөһрә һәм Ғәлим ҡиссаһы

«Башҡорт ҡыҙы тыйнаҡ, баҫалҡы, сыҙам булырға тейеш», – тип тәрбиәләнә ул. Тап шул сифаттары Зөһрәгә ире ут эсендә йөрөгәндә лә балаларын бағырға, өй йылыһын тоторға, бирешмәҫкә ярҙам итә. Ә инде йәне ятҡан тараф билдәләнгәс, эшлекле ханым булып китеү өсөн, үҙендә башҡа һыҙаттар аса. Маҡсатҡа ынтылыусан, тәүәккәл, ҡыйыу ханым Ҡаҙан ҡалаһында үҙ эшен башлай. Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуһа ла, уның тамырҙары, бала саҡ һуҡмаҡтары – Ейәнсурала. Ә яҙмыш елдәре уны Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙанға ташлаған. Март һанының тышлығын биҙәүсе «Модуль» медицина фирмаһының финанс директоры Зөһрә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙабулатова – уңған ҡатын, әсәй, килен, ҡыҙ булараҡ та ихтирамлы, хөрмәтле. Хәйер, уның башҡарған ролдәре бының менән генә лә сикләнмәй.

Зөһрә һәм Ғәлим ҡиссаһы
Зөһрә һәм Ғәлим ҡиссаһы

Хандар нәҫеле
ХII быуатта Һырдаръя буйында башҡорт һәм ҡарағалпаҡ халыҡтарына хан итеп күтәрелгән Туҡһабанан таралған нәҫелдән ул. Туҡһабаның улы Мөйтән бейҙең Сыңғыҙхандан байтаҡ ерҙәргә хужа булыуы хаҡында ярлыҡ алыуы билдәле. Улы Үҫәргән ошо исемдәге ырыуға баш булып торған. ХVI быуатта йәшәгән уның улы Бикбау кенәз Рус дәүләтенә ҡушылыу хаҡында һөйләшеүгә барыуы менән тарихта ҡала. Артабан шәжәрәлә Яубүре – Яудигән – Хужадигән – Байназар – Аллағол тип теҙеп кителә. Аллағолдан Мәһәҙей тыуа. Унан – Ишмырҙа. Ишмырҙанан – Дәүләтбай. Унан өс ул донъяға килә: Басир, Дәүләткирәй һәм Ғәфүр. Дәүләткирәй Мәһәҙиевты аяҡлы энциклопедия тип йөрөтәләр ине. «Ҡөрьән-Кәрим»де башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтырып сығарған өсөн уға Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде. Басир Дәүләтбай улы иһә – ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Ә уларҙың кесе туғандары Ғәфүр – Зөһрәнең атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, акушер-гинеколог. Ул Әбйәлил районы Асҡар үҙәк дауаханаһында баш табип булып эшләгән осорҙа донъяға килә Зөһрә. Әсәһе Светлана Рауил ҡыҙы ла дауаханала балалар табибы була. Ата-әсәһе был тынғыһыҙ хеҙмәттән бала­ларын аралай, табип булыуҙарын теләмәй. Өйгә ҡайтып етеүҙәре була, арттарынан тиҙ ярҙам машинаһы килеп етә. Атаһының Яңы йылды ла өйҙә ҡаршылай алмауын хәтерләй Зөһрә. Һәр ваҡыт берәйһе бәпәйләргә була йә ярҙам кәрәгә. Шулай тип тыйыуҙарына ҡарамаҫтан, Мәҙинә туғандары табип һөнәрен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта ул Өфөләге Тимер юл дауаханаһында эшләй. Уның тормош иптәше лә – травматолог. Бер ата балалары төрлөһө төрлө яҡҡа һибелгән: Булат ағаһы – Екатеринбургта, Вадим ҡустыһы Себерҙә төпләнгән.

Йән тартҡаны – Ейәнсура
Зөһрә 1975 йылдың 8 декабрендә, Асҡарҙа бала тыуҙырыу йорто ремонтҡа ябылыу сәбәпле, Магнитогорск ҡала­һында донъяға килә. Документ буйынса барыбер ҙә Әбйәлилдә тыуған тип яҙыла.
Ҡыҙыҡай, ғаилә Ейәнсураға күсеп ҡайтҡас, башланғыс кластарҙы Абзан мәктәбендә уҡый. Аҙаҡ, Иҫәнғолға күскәс, уҡыуын шунда дауам итә. Музыка мәктәбенә йөрөп, баянда һыҙҙырырға өйрәнеп ала. Ата-әсәһе, уның моңға һәләтен күреп, музыка уҡытыусыһы булырға дәртләндерә. Шулай итеп, ул Өфө педагогия кол­леджын тамамлай. Юғары белемде Ҡаҙанда иҡтисад буйынса ала, маркетолог һөнәрен үҙләштерә.
Йән һөйгәне лә Ейәнсура егете булып сыға. «Бер мәктәптә уҡығас, йөҙө таныш ине Ғәлимдең. Ул каникулға ҡайтҡанында, һабантуйҙа яҡындан танышып, һөйләшеп торҙоҡ, унан хаттар килә башланы», – тип хәтерләй Зөһрә. Ғәлим Мырҙабулатов Алма-Ата хәрби дөйөм ғәскәрҙәре училищеһын та­мамлай. Хәрби кеше булараҡ, утлы нөктәләргә лә ебәрелә. Чечняла хеҙмәт итә. Йүнәлтмә буйынса Ғәлим Радик улын 1992 йылда Ҡаҙан эске ғәскәрҙәре сафына тәғәйенләйҙәр.
Ейәнсурала Мәһәҙиевтар һәм Мырҙабулатовтар нәҫелдәре ҡеүәтле булып тамыр ебәргән. Абзанда юҡҡа ғынамы ошо фамилиялы ике урам бар тиһегеҙ? Ғәлимдең ата-әсәһе Зөһрәне­келәр менән дуҫ, «Йырау» ансамблендә бергә сығыш яһайҙар. Балаларының хатлашыуы, бер-береһенә ҡарата хистәре мәғлүм булғас, йәштәрҙе тиҙ генә өйләндереп ҡуйыу хәстәрен күрәләр. Шулай итеп, Зөһрә менән Ғәлим 1997 йылдың 25 апрелендә өйләнешә. Алдараҡ, 14-е көнө, никахтары була.
«Бейемемдең, киленемә тип, 36-сы үлсәмдәге аҡ туфлиҙарға хәтлем әҙерләп ҡуйыуы ғәжәпләндергәйне», – тиеүе күпте һөйләй. Тимәк, Зөһрә мөхәб­бәтле, хәстәрлекле ғаиләгә килен булып төшә. Өйләнешкәс, олаталары ире менән туған булыуҙарын әйтә. «Мин ҡарт ҡартатайҙың оло ҡатынынан киткән тармаҡ, ә Ғәлим – кесеһенән», – ти Зөһрә. Ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, татыу ғүмер итә хәҙер ата-әсәләре. Светлана Мәһәҙиева һәм Мөкәрәмә Мырҙа­булатова Ейәнсуралағы ансамблдә һаман ҡатнаша, хөрмәтле ағинәйҙәр улар. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә сәйгә, мунсаға йөрөшөп, аралашып, дуҫ йәшәйҙәр. «Ә беҙҙең ҡунаҡҡа ҡай­тыуыбыҙ тотош һабантуйға әйләнә», – тип йылмая Зөһрә.

Нурлы, йырлы Ҡаҙан!
Ошонда бер-бер артлы, 1999, 2000 йылдарҙа, туптай ике малай таба Зөһрә. Олоһо Ильяс, Мәғлүмәт һәм технологиялар бәйләнеше техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәткә саҡырыла. Әлеге ваҡытта мөҙҙәтен тултырырға бер нисә ай ғына ҡалған. Ә кесеһе – Айрат – Ҡаҙан театр училищеһының 2-cе курс студенты, актер булырға әҙерләнә.
«Ғәлим Чечняла яртышар йыллап командировкала булған ваҡыттарҙа ҡыйын ине. Телефондар булманы, бәйләнешкә инеү мөмкинлеге лә юҡ. Яҙған хаттарыбыҙ ҙа килеп етмәй ҡалған саҡтар булды. Икенсе балаға уҙғанымда, бәлки, йөклөмөндөр, тип әйтеп ҡалдым уны оҙатҡанда. Ул килеүгә түңәрәкләнгәйнем. Ғәлимдең күҙҙәре дүрт булды», – тип көлөп иҫкә ала хәҙер ул мәлде.
Зөһрә малайҙарын йәйҙәрен Ейәнсураға өләсәй-ҡарсәйҙәренә алып ҡайта. Был да уларға телде, йолаларҙы белеп үҫергә булышлыҡ итә. Бәләкәйҙән уландары башҡорт йәмғиәтенә йөрөп, бейеүҙәр башҡарырға өйрәнә, кон­церттарҙа сығыш яһай. Уларға килешле итеп милли кейемдәр ҙә тектерәләр.
Ғаиләлә бәлеш, мантый яраталар. Был эштәргә әсәләренә булышырға балалар ҙа ҡушылып китә. «Улар менән шаярып уйнаған ваҡыттарымда: «Әсәй, һин беҙҙең шундай шәп ҡыҙы­ҡайыбыҙ!» – тип әйтеүҙәре үҙе ни тора! Балалар тиҙ буй еткерә. Улар үҫкән саҡтағы һәр миҙгелдең – үҙ ләззәте. Шуны татып ҡалырға өлгөрөргә кәрәк», – ти Зөһрә.
Малайҙары икеһе лә ҡурайҙа һыҙҙырырға өйрәнә. Ильяс гитарала ла яҡшы уйнай. Айраттың тауышы асыла, сәхнәлә йырлай башлай. Һүрәт төшөрөргә әүәҫләнеп ала. Улдары башҡорт булыуҙары менән ғорурлана, олаталарының шундай баһалы шәхес икәнен ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. «Малайҙарға ваҡытында физик тәрбиә биреүгә иғтибар итергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоп, икеһен дә айкидоға йөрөттөк», – ти Мырҙабулатовтар.
Тәүҙә өйрәнә алмай йонсоһалар ҙа, Ҡаҙан уларға яҡын ҡалаға әүерелә. Оҙаҡ йылдар ғаилә бәләкәй генә фатирҙа йәшәй. Ниһайәт, Ғәлимгә Мәскәү янында өй бирәләр. Күсеп китеү мөмкинлеге лә була. Әммә Мырҙабулатовтар Ҡаҙанды башҡа яҡҡа алмаштырмай. Ике ҡатлы ҙур, бөтә уңайлыҡтары булған йорт һатып алып, улар унда быйыл 5-се ҡыш сыға. Ғаилә баҡса үҫтерергә ярата. Ер уңдырышлы булһын өсөн, бик күп тупраҡ алып килеп ауҙаралар. Яҡында ғына йылға ла бар. Шуға йәшелсә-емеш ишелеп уңа.
Бер ваҡыт Мырҙабулатовтар Ҡаҙанда үҙ шәжәрә байрамына дуҫ­тарын, таныштарын йыя. Ейәнсуранан атай-әсәйҙәре лә килеп төшә. Ҡыҫҡаһы, улар йәшәгән ерҙәренә ерегеп китә, уның үҙ кешеләренә әйләнә.

«Аҡ тирәк»кә беҙ кәрәк!
Ҡаҙандағы башҡорт йәмғиәтенә балалары бәләкәй саҡта аҙна һайын йөрөйҙәр. Улар үҫкәс, бер аҙ онотоп тороп, йәнә ылығып китәләр. Майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сығып, тынысыраҡ эшкә күскән Ғәлим дә тамашаларҙа ихлас ҡатнаша башлай. Яңыраҡ улар Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы»н сәхнәләштергәндәр. Зөһрә кәләштең дуҫ ҡыҙы булып уйнап, бөтә күренештәрҙә лә сыға, Ғәлимдең дә роле бар. Бер йыл элек ойошҡан «Аҡ тирәк» ансамбленә лә бик теләп йөрөй Мырҙабулатовтар. Әлфиә, Әнисә, Айгөл, Әлифә, Сания исемле башҡорт ханымдары дөрләткән мәҙәни усаҡ Ҡаҙанда таныла бара.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт теленә өйрәтеү буйынса курстар асылған. Махсус бүлмә бар. Йәмғиәт гөрләп тора. Йәштәр ошонда бер-береһен табышып ҡауыша. Яңыраҡ Екатеринбургтан Гөлшат һәм Бөрйән егете Вәзир сәстәрен сәскә бәйләгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмғиәткә 5 пар ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат милли кейеме бүләк иткән. «Унда барһаҡ, Башҡортостаныбыҙға ҡайт­ҡандай булабыҙ. Күңелдәр асыла, ял итәбеҙ», – ти Зөһрә.
Ғәилә көрсөктәре була, тиҙәр. Мырҙағоловтар улар хаҡында хәтерләмәй. Зөһрә сәйәхәт итергә яратһа, Ғәлим өй бағып ҡалыу яғында. Әхирәте Татьяна Фәтхуллина менән «Модуль» медицина фирмаһын асып, төрлө илдәрҙән реанимацияға, бала табыу йорттарына, лабораторияларға кәрәкле әйберҙәрҙе ҡайтарыу менән шөғөлләнә башлағас, ниндәй генә илдәрҙә булырға тура килмәй уға! Эш сәфәре менән Лиссабон, Амстердам, Сеул ҡалаларына йыш бара.
Нәзәкәтле ханым, тип ҡарайһың Зөһрә Ғәфүр ҡыҙына һоҡланып тәү күргәндә. Ә ниндәй ауыр йөктө лә еңел генә алып китеп барыуын, һәр өлгәшелгәндәрендә уның тынғыһыҙ күңеле, йоҡоһоҙ төндәре, йөрәк яныуҙары ятыуын аңлағас, уға сикһеҙ хөрмәт уяна. Милли мөхиттән ситтә лә халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәрен башҡаларға танытып, күптәргә өлгө, таяныс булып йәшәй Мырҙабулатовтар.

Ҡаҙан ҡалаһы.

Башҡортостан ҡыҙы №3 2020

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: