+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
19 Июль 2022, 12:51

Түңгәүерҙең аҫыл ҡыҙы

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Айгөл Уйылдан ҡыҙы Әхмәҙиеваның эшмәкәрлеге күп ҡырлы һәм киң. “Нисек өлгөрәһең ул?” – тигән ғәжәпләнеүгә ул үҙенең әҙ йоҡлауын, һуң ятып, ҡояштан алда ҡалҡыуын әйтһә лә, яҡынданыраҡ белгәндәр уның фиғелендәге бар күренеш-ваҡиғаның төбөнә төшөп, тәфсирләп өйрәнеүен, бер маҡсатты алһа, мораҙына етмәй туҡтамауын, бөтмөрлөгөн, уҡымышлылығын һәм башҡа гүзәл сифаттарын теҙер ине. Ул изгелекте башҡаларға һиҙҙермәй генә ҡылырға күнеккән. Үҙен күрһәтеүҙе ул бер ҡасан да маҡсат итеп ҡуймай.

Түңгәүерҙең аҫыл ҡыҙы
Түңгәүерҙең аҫыл ҡыҙы

Ҡыҙҙар ҡайтһын ауылға!

“Аһылай тоҡомдары беҙ. Әбделнасирҙан таралғанбыҙ. Һөҙәк кенә урында, тауҙар араһында, ауыл төҙөгәндәр. Хәйбулла далаһында йылҡы көткәндәр. Ә күршелә  бөрйән ырыуҙары йәшәгән. Түңгәүерҙәр хәрби юлда йөрөгән. Олатайыбыҙ Сәйет ҡартты Аҡ кәпәс тип йөрөткәндәр, сөнки ул ныҡ уҡымышлы кеше булған. Шунан киткән Сәйетовтар”,  – тип һөйләп алып китте ул үҙе хаҡында.  Атаһының әсәһе яғынан тамырҙары Йомабай Иҫәнбаевҡа барып тоташа. Бер яҡлап бүкәттәр, иҫәнбайҙар, тиһәләр, икенсе яҡлап аһылай тоҡомо тип таныйҙар уларҙы. Быйыл июлдә Әбделнасир ауылында үтәсәк “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!” байрамына әҙерлек барышында был хаҡта хәтер яңыртыу ҙа дөрөҫ.

Бала сағым – ҡолон сағым

Айгөлдөң ата-әсәһе йәшләй генә өйләнешә. Ҡыҙыҡай тыуғанда уларға ун туғыҙышар ғына йәш була. “Башҡортостан энциклопедияһы”н булдырыусы абруйлы уҙаман Уйылдан Ғилман улы Сәйетов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлшат Абдулла ҡыҙы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә ул.

Атаһын йүнәлтмә буйынса  биш йылға Юғары комсомол мәктәбенә уҡырға ебәргәс, әсәһе лә, Айгөлдө Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы өләсәһендә ҡалдырып, Мәскәүгә күсә. Сәрбиямал Садыҡ ҡыҙы Мәмбәтова (Нураева) ейәнсәрен “сабырлыҡтың төбө – һары алтын” тип үҫтерә. Шуға ла Айгөл барыһын да алдан уйларға, үлсәргә, хатта башҡарылған эшенә лә баһа ҡуйырға күнеккән. Маҡсат итһәң, бөтәһен дә килтереп сығарып була, тип иҫәпләй Айгөл. Өләсәһенең: “Кешегә ҡаты бәрелмә!” – тигән тыйыуын тота. Ҡыҙҙар үҫтергәндә лә ул ошоно иҫенән сығармай, уларға тауыш күтәреп өндәшмәй. Һәр ваҡыт сабыр аңлатып бирә. Ҡыҙҙары уның өлгөһөндә ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләйәсәген аңлай ул.

Ғаилә башлығы Йәмғиәт фәндәре академияһын тамамлағас, Өфөлә төпләнәләр. Баш ҡаланың 20-се мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға килгәс тә әле Айгөл башҡортса ауырыраҡ һөйләшә, сөнки Аҡъярҙа балалар баҡсаһының рус төркөмөнә йөрөгән була. Башҡорт теленән мәктәптә Бибинур Рамаҙан ҡыҙы һәм Флүрә Ғөбәйт ҡыҙы Сөләймәнова кеүек рухлы уҡытыусылар уҡыта. Математиканан Луиза Әҙеһәм ҡыҙы Ғибәҙәтова белем бирә. Уҡытыусыларын – Раушания Хөсәйен ҡыҙы Мырҙағәлиева, Нурия Хәбир ҡыҙын, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың ҡатынын, Рауил Бикбаевтың хәләл ефете Фәриҙә Яҡуп ҡыҙын, физиканан уҡытыусы Мөхәммәт Ғәле улы Исҡужинды,  тәрбиәсеһе Бибинур Рамаҙан ҡыҙы Байсуринаны йылылыҡ менән телгә ала ул. Сафуан Әлибаев, Денис Бүләков кеүек арҙаҡлы башҡорт зыялылары йәшәгән 23-сө йортта буй еткерә Айгөл. Сафуан ағайҙың ҡатыны Фәрҙиә апайҙың әсәһенең, Менәүрә апайҙың, йырҙарын, скрипкала уйнағанын тыңларға ярата. Айгөлдө шул инәйҙең ауылына, Мәләүез районы Томансыға, килен булып төшөр тип кем уйлаһын?

Журналистика – яҙмышы

Күп республика, өлкәләргә өлгө булып торған, Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәгән “Башҡортостан энциклопедияһы”н етәкләгән атаһы юлынан китә Айгөл. Яңы асылған журналистика бүлеге үҙенә тарта. Бер урынға 12 кеше тура килгән конкурстан үтеп, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.

Айгөл 3-сө курсты тамамлағас, Ришат Әхмәҙиевҡа кейәүгә сыға. Үҙенә ихтирамлы, әҙәпле егет был ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлеген тамамлай. Туй ваҡытында Айгөлдөң ҡайныһы атаһына, балаларҙы, зинһар, Мәләүезгә ҡайтар, тигән үтенесен әйтә. Ирҙе ир иткән тәрбиәлә үҫкән Айгөл иптәше артынан эйәрә, Мәләүез ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә урынлашып,  начальник урынбаҫары вазифаһы йөгөн тарта. Уға урындағы “Сатурн” телевидениеһын да етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Мәктәптә уҡығанда “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр телепрограммаһында алып барыусы сифатында ҡатнашып йөрөгән Айгөлгә был эш тә ҡарышмай. Мәләүез мәктәбендә лә эшләп ала ул. Рус теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән уҡыта. Университетты ташламай, көндөҙгө бүлектә уҡыуын дауам итә. Яҡшы өлгәшкән һылыуға был ауыр булмай. Курстағы 70 студенттың 12-һенә генә “Филолог. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Журналист” һөнәрен биреп сығаралар. Бәхетлеләр араһында Айгөл дә була.

...Мәләүездә ире химзаводҡа эшкә урынлаша. Афғанда, утлы нөктәлә хеҙмәт итеп ҡайтыуҡан Ришат Мөхтәр улына фатир алыуы еңелерәк була. Әммә уға хәтлем ятаҡта йәшәүҙәрен Айгөл әле булһын көлөп иҫкә ала. Ҡала ҡыҙы тараҡанлы, дөйөм аш бүлмәле, бәҙрәфле ятаҡта йәшәүҙе ғүмеренең бер миҙгелеләй генә ҡабул итә. Ысынлап та, бер йылға ғына һуҙыла был мәл.

Ауыл тормошон белмәгәс, Томансыға күнегеп китеүе ҡыйыныраҡ була. Әммә Айгөл хәләле ниндәй эшкә тотонһа, шуға барып йәбешә. Иптәше лә уға йәһәт кенә ярҙамға килә һала. Улар йәштән шулай күнегә һәм әле лә был дауам итә. “Сыҡһаң, 30 гектар картуф баҡсаһы. Ә минең ғүмерҙә лә картуф ултыртҡаным да, утағаным да юҡ ине. Шәкәр сөгөлдөрө нимә икәнен дә тәүгә Мәләүездә күрҙем”, – ти Айгөл. Ҡәйнәһе Шәмсикамал Үтәғол ҡыҙы һәм ҡайныһы Мөхтәр Заһиҙулла улы Әхмәҙиевтар Томансының абруйлы кешеләре һанала. Ғаилә башлығы ғүмер баҡый бригадир булып эшләй. Ҡәйнәһе быйыл 85-ен тултырһа, ҡайныһы 89 йәшен түңәрәкләй. Ришат ата-әсәһенең йортон йүнәтеп, ҡала шарттарын булдырған. Егәрле булыуҙарына күрә ғаилә етеш йәшәй, абруй ҡаҙана.

1996 йылда Әхмәҙиевтар Өфөгә күсә. Айгөл Башҡортостан радиоһында эшләй башлай. Аспирантураға уҡырға инә. Әле кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләгән. Өс телдә – башҡортса, русса, инглизсә кешенең тышҡы ҡиәфәтен тасуирлаусы фразеологизмдарҙы ғилми яҡтан тикшергән ул.

Ике ҡыҙы – ике ҡанаты

Ғаилә тормошо менән бәхетле генә йәшәп китәләр, әммә оҙаҡ балалары булмауы борсоуға һала. Быны радиола эшләүенән күреп, икенсе эшкә, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә темплан буйынса мөхәррир булып та күсеп ҡарай ул. Ярты йыл ваҡыт бирелгән темпланды өс айҙа алып килеп алдына һалғас, директорҙың күҙе шарҙай була. Ентекле итеп эшләгәнен күргәс, иҫе китә. Айгөл бер ҡулына алғанын, сат йәбешеп, көн тимәй, төн тимәй эшләргә күнеккән шул. Башҡаһына бүленмәй, маҡсатлы алға бара белеүенән ул. Әммә бер урында  ултырыу уны тиҙ ялҡыта. “Сәләм” тапшырыуына алып барыусы итеп саҡырыуҙарын ҡыуанып ҡабул итә. Шул ваҡыттарҙан уға тура эфирҙа эшләү оҡшай. Балалары булмауы эсен бошора. Ниндәй генә табипҡа күренеп ҡарамай. Ырымбур яҡтарында имсе ҡарсыҡ бар, тигәнде ишеткәс, шунда юлланалар.  “Шура инәй” тип йөрөтәләр икән уны. Йырып үткеһеҙ халыҡ. Ришат яйын табып үтә шулай ҙа.  Ҡатынын уның алдына баҫтыра. Айгөл имсенең күм-күк күҙҙәренә хайран ҡала. “Әртисһеңме?” – тип һорай ҡарсыҡ һынсыл ҡараш ташлағас. Юҡ, тигәс, нишләп күп күҙ күрәм, ти. Шунда Айгөл үҙенең зәңгәр экран кешеһе булыуын әйтә. Балаң була ул, ти, имсе ҡарсыҡ. Ҡайтып бер-ике ай ҙа үтмәй, ауырға ҡала Айгөл. Тәүге ҡыҙы Алтынай Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курсын тамамлай. Икенсе бәпестәре Айдана “Кәрлә турғай – йырсы ҡош”тоң төп ҡаһарманы Феридене уйнаған актрисаның исеме. Ул быйыл урта мәктәпте тамамланы.  Ике ҡыҙын да Айгөл үҙе уҡыған 20-се башҡорт мәктәбенә бирә.

“Сәләм” программаһында эшләп декрет ялына китһә лә, киренән  эшкә Теле-радио сәнғәте студияһының мөдире булып сыға. Дикторҙарҙың, алып барыусыларҙың, режиссерҙарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса курстар әҙерләйҙәр. Ул ваҡытта студияның директоры Шәүрә Ғилманова була. Санкт-Петербург кино һәм телевидение университетына уҡырға инергә теләгән 100-ләгән абитуренттың хыялын ғәмәлгә ашырырға ярҙам итә улар. Музыкаль каналға концепция яҙырға тәҡдим алғас, уны нисек күҙаллай, шулай ҡағыҙға төшөрә. Быны өҫтәге етәкселек тә хуплай һәм  2009 йылдың 11 октябрендә “Ҡурай” каналы асыла. Эшләй башлағанда биш кенә кеше булалар. Икенсе йылына канал халыҡ-ара кимәлгә күтәрелә. Бөтә ерҙә ҡарарға мөмкинлек асҡан Интелсат-15 юлдашына тоташыу ҙа Айгөл тырышлығында тормошҡа ашырыла.

2009 йылда Төркиәлә төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтен яҡтыртҡан ТMB (Төрки музыка берлеге) каналы асыла. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Татарстан, Хакасия, Алтай, Яҡутстанда йәшәүсе төркиҙәрҙе берләштереүҙе маҡсат итә улар.  Иң тәүгеләрҙән булып төрки халыҡтарҙың берҙән-бер каналы булған “Ҡурай”ҙың директоры Айгөл Уйылдан ҡыҙына исемләп хат килеп төшә. Төркиә менән Истанбулға барып килешеү төҙөп ҡайта. Шуның һөҙөмтәһендә Башҡортостан артистары башҡорт флагы аҫтында 26 илдә күренә. Ә төрки халыҡтарҙың клиптары “Ҡурай”ҙа күрһәтелә. Был аҙым “Тюрквижн” фестивале тыуыуға сәбәпсе була. Айгөл ханымды Рәсәй вәкиле булараҡ һәм баһалаусы сифатында саҡыралар.

Яңыраҡ тағы Айгөл Уйылдан ҡыҙына Төрки музыка берлегенең сайтына Башҡортостандан яңылыҡтарҙы ебәреп тороу тәҡдиме менән сығалар. Инглиз телендә иркен аралашҡан Айгөлгә башҡа илдәр менән бәйләнештә тороу бер ни түгел. 2022 йылдан алып Татарстандың “Беҙ” каналында башҡорт спектаклдәре, клиптары күрһәтелә. Бында ла Айгөл Уйылдан ҡыҙының өлөшө бар.

...“Ҡурай”ҙа биш йыл эшләгәс, унан китә. Бер аҙҙан уны “Туған тел” каналы директоры Азат Вәхитов үҙенә эшкә саҡыра. Айгөл килгәс, “Туған тел”дә башҡортса йырҙар бирелә, башҡорт йырсылары  йышыраҡ күренә башлай. “Был канал үҙе тапҡан аҡсаға йәшәй. Концертын да үҙҙәре эшләй, билеттарҙы ла һата.  “Туған тел”  үҙ эшемде асыуға этәргес булғандыр ул”,  – ти Айгөл Уйылдан ҡыҙы. Шул канал аша Ҡаҙанға, татар ҡатын-ҡыҙҙарының съезына, саҡырыла. Сығышын башҡорт телендә башлағас, аяғүрә баҫып ҡул сабалар. “Башҡорттарҙы “Һеҙ – талантлы, эшлекле халыҡ”, – тип яраталар. Ҡәрҙәшлек хистәре – бөйөк хистәр”, – ти Айгөл. Өфөләге Әзербайжан диаспораһының рәйесе Рэна Ибраһимова менән 15 йыллап дуҫлыҡ ептәре бәйләй уны.

“Комильфо” – юғары әҙәп билдәһе

2016 йылда үҙ эшен булдырыу өсөн  бинаһы менән бергә матурлыҡ салонын һатып ала. Бухгалтерияһын, маникюр-педикюр, косметология, массаж, спа- процедуралар, бит тиреһен заманса аппараттар менән йәшәртеү, эпиляция, пилинг, шугаринг, солярий –  “Комильфо” өсөн нимә кәрәк, барыһын да үҙе өйрәнә. Парикмахер һөнәренең дә нескәлектәренә төшөнә: сәс буяуҙарының ниндәй төрҙәре була, уларҙың тәғәйенләнеше хаҡында, кемгә нимә килешеүен унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ хәҙер. Бер аҙҙан матурлыҡ салоны урынлашҡан урамда стоматология клиникаһын да асалар. Уның баш табибы, әлбиттә, ире Ришат. Ул Газпром поликлиникаһында эшләүен дауам итә. Материал табыу, кадрҙар менән эшләү, финанс документтар – Айгөл иңендә.

“Башакадемкитап” ғилми-ағартыу үҙәген дә ул үҙ ҡарамағына ала. Уға яңы һулыш бирә. Хәҙер күп кенә яҡшы китаптар уның типографияһында донъя күрә.  Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлдәриә Йосопованың гүзәл йыйынтыҡтары тап шунда баҫылған.

Әхмәҙиевтар кешеләргә ярҙам итеп йәшәүҙе хуп күрә. Иптәше, үҙе афған һуғышын үткәс, яуҙаштарына ярҙам итә. Теш ҡуйыу буйынса ла уға ярҙам һорап киләләр. Бурысҡа эшләһенме, ташлама бирһенме – нисек тә ярҙам итә, берәү ҙә кире бороп сығарылмай. Хәйбулла районы ағинәйҙәренә, ҡарттар йортона, янғындан зыян күргәндәргә ярҙам ҡулы һуҙа был ғаилә. “Ҡурай” каналында эшләгәндә Айгөлдөң йәштәргә бушлай дискотекалар ойоштороуын да әле булһын онотмайҙар.

Зәңгәр экранда – “Сәләм” каналы!

Асылған ваҡыттан “Сәләм” каналында музыкаль мөхәррир булып эшләй, 2021 йылда баш мөхәррир итеп ҡуйыла Айгөл Уйылдан ҡыҙы. Бөгөнгө көндә 28 каналды ҡанаты аҫтына алған, үҫә барған ҡеүәт ул. “Сәләм” каналына Айгөлдө уның директоры Рәмис Дәүләтбаев саҡыра. Радиола ла, телевидениела ла етәксеһе булып, Айгөлдөң нимәгә һәләтле икәнен ишетеп түгел, үҙе һынап белгән етәксе яңылышмай. “Директорыбыҙ эшлекле, кешене лә эшләтә белә. Уның кеүек журналистиканың бар нескәлектәрен белгән, иғтибарлы етәксе юҡтыр ул ”, – ти Айгөл уның хаҡында. Ултырып эшләргә күнекмәгән Айгөл үҙ автомобилендә хеҙмәттәштәре менән ҡала-райондар буйлап командировкаларға сығып китә. Материал да йыйыла, килешеүҙәр ҙә бер-бер артлы төҙөлә. Эштәр яйлы бара.

Күңел бөтөнлөгө

20 йыл элек Ришат Әхмәҙиев Радий Хәбировҡа теш ҡуя. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә Башҡортостан Башлығы үҙенә ҡасандыр ярҙам иткән теш табибын урамда осрата һәм танып һаулыҡ һораша. Айгөл – тормош иптәшенә таянып, уға терәк булып йәшәүсе бәхетле ҡатындарҙың береһе. Үҙ бәхетен һаҡлай һәм яҡлай белә ул. Үҙ-ара мөнәсәбәттәренә ситтәрҙе ҡыҫылдырмай. Атайҙың һүҙе – һүҙ. Атайҙан алда һөйләргә ярамай. Атай йоҡлағанда, телевизор ҡарағанда тауышланмау ҙа – яҙылмаған ҡанун. Өйҙә ир культы, уны хужа тип ҡарау Айгөл ғаиләһендә лә дауам итә. Ирҙән алда бармаҫҡа, тигәнде бәләкәйҙән һеңдереп үҫкәнгә шулай ул.

Әхмәҙиевтар өйҙәрен нигеҙенән үҙҙәре күтәрә. Береһе эшкә тотонһа, икенсеһе ҡарап тормай. Ғаилә бәхете – берҙәмлектә, ти  Айгөл.

Егәрле, еренә еткереп эшләй торған ханым мораҙына етмәйенсә туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Бер китапты уҡый башлаһа, тамамламайынса йоҡламай торған ғәҙәте бар уның. Фәнни әҙәбиәт, эшҡыуарлыҡҡа, рухи үҫешкә ҡағылышлыларының төп фекерен билдәләп аҫтына һыҙып уҡып,  ҡыҙҙарына тапшырырға ғәҙәтләнгән. Александр Пушкин, Лев Толстой кеүек классик яҙыусыларҙың китаптарын ҡабат-ҡабат уҡырға ярата. Студент саҡта уҡылғандарға 45 йәште уҙғандан һуң ҡайтыу икенсе төрлө ҡабул ителә. Ялда еңел, романтик рухтағы романдарҙы һайлай. Үҫкән саҡта китапҡа ҡытлыҡ кисермәй, сөнки өйҙә бай китапхана тупланған була. “Ҡайҙа барһаҡ та – Аҡъярғамы ул, Йылайырғамы, Мәскәүгәме – китап һатып ала инек”, – тип хәтерләй Айгөл. Ә хәҙер уларҙы Интернеттан йә китап магазинынан ҡулына төшөрә. Үҙен шаяртып “китап шопоголигы” тип атай. Уның ҡарауы, сериалдар, кино ҡарарға яратмай. Фильмдарҙы кинотеатрға барып, ҙур экрандан ҡарарға күнеккән. “Башдрам, Йәштәр театрҙарының бер премьераһын да ҡалдырғаным юҡ. Яңы сыҡҡан әҫәрҙәрҙе социаль селтәрҙәрҙә уҡып барам,  бер-ике һүҙ менән булһа ла авторға үҙ фекеремде белдерергә тырышам”, – ти Айгөл. Телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарай. Быныһы инде һөнәргә бәйле. Хеҙмәттәштәренең теге йәки был яңылыҡты нисек еткереүен күрә һәм баһалай ул. Атаһының: “Һинең эшең – уҡыу. Белем алып, кеше булырға, аҡса эшләргә, шул аҡсаға Ер менән булышҡан кешенең хеҙмәт емешенә түләргә тейешһең”, – тип әйткәне хәтеренә уйылған Айгөлдөң. Был шулай, әммә олоғая килә кеше барыбер ҙә ергә тартыла. Әле уларҙың ере бар, баҡсаһында яҡшы емеш биреүсе ағастар ултыртылған. Сейә, алма, армыт – үҙҙәренекен ашайҙар. Еләк тә уңа.

Айгөл Уйылдан ҡыҙы һигеҙ йыл буйына 20-се гимназияның ата-әсәләр комитеты рәйесе була, артабан да был белем усағын ташлап ҡуймай, попечителдәр советында ҡалырға уйлай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә лә ҡатнаша. Йәмәғәтселек эшенән күңеленә тыныслыҡ, йәм таба.

Июль – Әхмәҙиевтар өсөн матур байрамдарға бай ай. Быйыл өйләнешкәндәренә – 30, Айгөлгә 50 йәш тулыу билдәләнә. Яңы осорға аяҡ баҫыла. Алда уларҙы яңы үрҙәр көтә.

 

 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: