+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
18 Июль 2022, 11:15

Донъя тотҡаһы – мөхәббәт

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тергеҙеү медицинаһы һәм реабили­тация буйынса юл үҙәге дәүләт ҡарамағында булмаған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы, БР «Акушер-гинеко­логтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова тап йәй уртаһында, республикала билдәле шәхестәр – алтын ҡуллы хирург, ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы һәм талантлы композитор Роза Хәйҙәр ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Әле ул ғүмеренең иң матур мәленә аяҡ баҫып, кешеләрҙең һаулығы хаҡына арымай-талмай хеҙмәт итә.

Донъя тотҡаһы – мөхәббәт
Донъя тотҡаһы – мөхәббәт

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй
Билдәле журналист Гәүһәр Батталова төшөргән фильм «Сәхнә һәм медицина араһында» тип юҡҡа аталмай. Индира Венер ҡыҙы ике өлкәне лә үҙ итә: моңло тауышлы ул, шиғырҙар яҙа, шулай ҙа атаһының яғы көслөрәк булып сыға. Беренсе класта музыка мәктәбенә барғас, әсәһенең һөнәрендә ни хәтлем ныҡышмал булыуын аңлай. Күңелендә моң тирткәс, уны нотаға һалмай туҡтамай. Яҡын кешеһенә шылтыратып көйләп биргәс кенә тыныслана. Студенттарға лекциялар уҡығанда ла ул үҙен сәхнә кешеһе итеп тоя. Ә ҡәҙерлеләренә арнап яҙған клиптарҙа уның йөрәк түренән урғылып сыҡҡан тауышы ғына түгел, күңеле йырлай. Тап йән талабы буйынса иң тәрән хистәрен әйтеп бирергә төшә бит ул был клиптарға!
Атаһы Хоҙайҙан булған өс һөнәр – уҡытыу, дауалау һәм хөкөм итеү хаҡында әйтә. Табип һөнәрле, ғилми дәрәжәле Индира ҡыҙы юрист һөнәрен үҙләштереү өсөн юғары белем алырға уҡырға ингәс, сикһеҙ һөйөнә мәрхүм. Бер йылдан тырыш ҡатын ҡулына дипломын аласаҡ. Башҡорт дәүләт медицина институтында ректор булып эшләгән атаһы ҡыҙының медицинаға өҫтән ҡарап түгел, эстән, аңлап, өлгөрөп, түбән баҫҡыстан килеүен теләгән. Сөнки һәр ваҡыт: «Дауаханала кем иң баш кеше? – тигән һорау ҡуя. Шунда үҙе үк яуа бирә. – Әлбиттә, санитарка! Әгәр ул таҙалыҡ булдырмаһа, төрлө инфекциялар ҡотороноп китеүе бар. Баш табипты алмаштырһалар ҙа, ул ҡаласаҡ!» Үҙенән дә оҙон иҙән йыуғыс һабы тотоп, ауыр биҙрәләр күтәреп, Индира 14 йәштән Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталендә санитарка булып эшләй башлай. Хеҙмәттәштәре менән яртышар сәғәтлек сиратҡа баҫып, ул эш хаҡы ала. Тик ҡануниәт буйынса үҫмер балаларҙың хеҙмәтен файҙаланыу тыйылыуын, шунлыҡтан атаһы үҙ аҡсаһын түләүгә килешеүен ул һуңынан ғына белеп ҡала.
«Совет заманындағы бөтә балалар кеүек, беҙ ҙә ишек алдында үҫтек. Мәктәптә класта дежур булдыҡ: таҡта һөрттөк, иҙән йыуҙыҡ. Октябрятҡа, пионерға алындыҡ. Звенола берәү ауырып китһә, артта ҡалыр тип ҡайғыртып, өйгә эштәрендә ярҙамлашырға өйөнә барғанды әле һаман иҫләйем. Оло йәштәгеләргә булышырға йөрөгән тимурсылар командаһы ла берҙәмлекте нығытҡан. Хәҙер беҙҙең балаларға тап ошолар етмәй кеүек. Беҙҙе бәләкәйҙән шәхес итеп тәрбиәләгәндәр. Әле улар менән беҙгә компьютер теле, шартлы билдәләр, «йылмайликтар» менән аралашырға тура килә. Электрон быуатта беҙ, иң мөһиме, кешеләрсә аралашыуҙы юғалтабыҙ. Бөтә нәмә цифрлаштырыла. Ҡөрьән, Тәүрат кеүек изге китаптарҙа яҙылғанса, һандар – иблес уйлап тапҡан ҡотҡо. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең исемдәрен онотабыҙ. Бөтәбеҙгә лә, таныу өсөн, һандар ҡуйып сыҡҡандар. Шул арҡала беҙ мәғлүмәти киңлектә юғалып ҡалабыҙ. Әммә был да – заман талабы. Ата-әсәләрҙең балаларына ваҡыт еткерә алмауы сәбәпле, быуындар күсәгилешлеге юҡҡа сыға бара. Бәләкәй балаға тыумыштан гаджеттар тотторола һәм ул үҙе донъяны улар аша танып белә башлай. Шул арҡала үҙ аллы ҡарар ҡабул итеүҙән ҡурҡа. Ә беҙ үҫкәндә бер юлы бер нисә спорт секцияһына йөрөнөк. Улар бөтәһе лә бушлай ине. Ә хәҙер балаларыбыҙ мәктәптән бушай алмай. Беҙ урамда бер-беребеҙ менән аралашып, тубыҡтарыбыҙҙы һыҙыра-һыҙыра, танауҙарҙы ҡаната-ҡаната үҫтек. Минең дә 20 һәм 22 йәшлек Кәрим һәм Камил исемле ике улым үҫеп етте. Улар, үкенескә ҡаршы, медицинаны һайламаны. Әммә үҙҙәренә оҡшаған юлдан киттеләр. Иң мөһиме – бәхетле булһындар», – ти әсә кеше.
Индира Венер ҡыҙы уҡыусыларына тормошта ике мөһим нәмә хаҡында иҫтә тотоуҙарын әйтә: береһе – иртән теләк менән эшкә барыу, икенсеһе – кисен ашҡынып өйгә ҡайтыу. Ошолар булғанда, йәшәүе лә еңел һәм рәхәт.
Шиғыр ныҡ ҡыйын ваҡытта йә ҡәнәғәт саҡта тыуа. Индира ла Ағиҙелдең һайығыуын күреп йәне әсей. Йылғаның ярҙарына һыймай аҡҡан, пароходтар йөҙгән саҡтарын һағынып, хистәре шиғри юлдарға һалына.

Мәскәү һынауҙары
Холҡона атай-әсәйҙең ҡайһыһы нығыраҡ тәьҫир иткәндер? Кемеһенең тәрбиәһе һалынғандыр? Әйтеүе ҡыйын. Әммә ҡыҙ артыҡ яуаплы булып үҫә. Бөтә эште лә ул «үтә яҡшы» билдәһенә башҡарырға тырыша. Ә ундайҙарға тормошта ҡыйын. Бигерәк тә атай-әсәйең билдәле шәхестәр булғанда, өлгәшелгәндәр уларҙың арҡаһында түгел, ә тап үҙеңдең һәләтең һөҙөмтәһендә икәнен иҫбатлағанда. Шуға ла Индира Рәсәйҙең баш ҡалаһына юллана. Ике балаһын тормош иптәше менән Өфөлә ҡалдырып, ятаҡ тормошона өйрәнергә, үҙенә килолап ит һатып алырға, ҡыҫҡаһы, тормош университеттарын үтергә тура килә уға бында. Аҙаҡ ул ғүмеренең был мәлен «ҡатмарлы, әммә емешле ваҡыт» тип атар. Һөҙөмтәлә ул Мәскәүҙә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең баш акушер-гинекологы, академик Ләйлә Адамянда ҡатын-ҡыҙҙың аналығын һаҡлап ҡалыу буйынса эшләнгән хирургия операциялары буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. «Һәр ваҡыт гүзәл затты гүзәл зат итеп ҡалдырыу, уны әсәлек хистәрен татыуҙан мәхрүм итмәүҙе хәстәрләүҙе маҡсат итеп алдым», – ти Индира ханым. 25 йыл эшләү дәүерендә ул ауырынан арынырға тип килгән күпме ҡатынды был аҙымдан йолоп ҡалды икән? Әлеге көндә уларҙың күбеһе уңайы сыҡҡанда рәхмәт әйтһә, байтағы был хәлде оноторға тырыша. Сөнки кемдең ҡасандыр әлеге көндә алмалай балаһының ғүмерен ҡыйырға хәл итеүен танығыһы килһен?

Һөйөү теле – мөхәббәт
Германиянан Өфөгә эш менән килгән эшҡыуар Вольфганг менән ул осраҡлы рәүештә танышып китә. Йәш айырмаһы 22 йыл булыуға ҡарамаҫтан, көслө мәхәббәт уты тоҡана. Ир кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, үҙе Рәсәйҙә ҡалырға хәл итә. Уларҙың бер-бер артлы ике улы – Кәрим һәм Камил тыуа. 13 йылдан Вольфганг үҙ иленә ҡайтып китергә ҡарар итә. «Бер ҡасан да немец телен өйрәнмәйем, илеңә барып йәшәмәйәсәкмен», – тигән Индира ла ғаилә башлығының ҡарарын ҡабул итеп, Австрияға юллана. Немец, инглиз телдәрен дә өйрәнергә тура килә уға. Германиялағы клиникаға эшкә урынлаша. «Миңә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың: «Өйҙә эшләү – бәхет!» – тигән ҡанатлы һүҙҙәре оҡшай. Австрияла өс йыл ярым йәшәп ҡайтҡандан һуң был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм», – ти ул.
Ғүмере буйына кешеләр һаулығы һағында торған атаһын да яман сир урап үтмәй. Ҡәҙерлеһенең янында булып, балалыҡ бурысын атҡарыу өсөн дә ике улын, ирен ҡалдырып, иленә ҡайтып йәшәргә ҡарар итә. Балаларының үҫкәнен күрмәү, ғаиләһе менән тик интернет аша аралашып тороуға күнә ул ошо изге ғәмәл хаҡына. Кире Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире булып Өфөгә эшкә ҡайта. Үкенескә күрә, быйылғы йыл башында атаһы мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ә малайҙар егет булып етешә. Өлкәне Кәрим электроника, юғары иреү һәләтенә эйә пластмасса буйынса белем алһа, Камил альтернатив йылытыу системаһы – ҡояш батареялары етештереү өлкәһендә белгес һөнәрен үҙләштерә. Австрияла белем биреү етештереү заводтарында эшләү менән ҡатар алып барыла, шуға ла егеттәр уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә. Вольфганг әлеге ваҡытта Өфөлә. Малайҙар ҡул араһына ингәс, ул илдән илгә йөрөүҙе үҙ яйына хәл итә.

Тимер юл медицинаһы
Сит ил клиникаларында эшләп тәжрибә туплаған Индира Венер ҡыҙы һөйләүе буйынса, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү Европала яҡшы ҡуйылған. Сөнки унда табиптар стандарттар, клиник медицина протоколы буйынса эш итә. Рәсәйҙә, Башҡортостанда ошо талаптар яңы ғәмәлгә ашырыла башлаған. Авс­трияла ауырыу бик ҡиммәткә төшә. Страховкаң, социаль яҡлауың булмаһа, тейешле ярҙам күрһәтелһә лә артабан дауаланыу үҙ иркеңә ҡуйылған.
«Беҙҙә лә табиптар тик стан­дарттар, закон буйынса эш итһә, хөкөм әһелдәренә мөрәжәғәттәр, шикәйәттәр әҙерәк булыр ине. Әле шуға киләбеҙ ҙә», – ти Индира Венер ҡыҙы. Йәштәрҙең медицинала ҡалырға атлығып тормауы, өйрәнер, тәжрибә туплар өсөн ауыр операциялар ҡарарға ынтылмауы ла борсой баш табипты.
Кеше ғүмере оҙайлығын арт­тырыу һәр дәүләттең маҡсаты булып тора. Шуға ла спортта, юл-транспорт фажиғәләре һөҙөмтәһендә имгәнгән, инсульт кисергән, яман сиргә тарығандар өсөн реабилитация йүнәлеше үҫешәсәк. Европала билдәлелек яулаған OrpeaGroup компанияһы вәкилдәренең Өфөлә булып китеүен дә баш табип ыңғай баһалай. Тимәк, республикабыҙҙа алға киткән илдәр тәжрибәһенән дә баш тартмайҙар.
«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тергеҙеү медицинаһы һәм реабилитация буйынса юл үҙәгендәге гериатрия (хәрәкәтләнеү кимәле насарайған оло йәштәге ауырыуҙарҙың функциональ торошон яҡшыртыу) бүлеген бөтә Рәсәйҙән йыйылған табиптарҙың, бындайҙы тотош илдә табыуы ҡыйын, тип баһа биреүе менән сикһеҙ ғорурлана етәксе.
Ике йылға яҡын эшләү дәүерендә 605 кеше хеҙмәт иткән ҙур коллективтағы барыһын да исемләп хәтерләмәһә лә, бөтә мәсьәләләрҙең айышына төшөнөргә, бүлмәһендә бикләнеп ултырмаҫҡа тырыша ул. Баш табиптың уңышы – коллективтың уңышы. Ошо арала берҙәм команда тупланһа, етәксе тик үҙ өлгөһөндә уларға дәрт-дарман, йүнәлеш бирә. Индира Венер ҡыҙы тәү сиратта хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат иткән. Бик күп бүлектәр ремонтланған, яңы йыһаз, аппараттар һатып алынған.
«Йыл эсендә ике онкоскрининг үҙәге төҙөнөк. Был тура һәм йыуан эсәк яман шешен тәүге стадияларында асыҡлау өсөн мөһим. ФГС, колоноскопия, рентген, ультратауыш ярҙамында тикшереү ҡорамалдарын алдыҡ», – ти Индира Венер ҡыҙы.
Әле һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләгәндә үк Индира Венер ҡыҙы ҡан тамырҙары һүрәте буйынса аналыҡ яман шешен асыҡлау проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Был тикшереүҙе республикалағы һәр ҡатын-ҡыҙ түләүһеҙ үтә алыу хоҡуғын нығытыуҙы хәстәрләй. Шул арҡала үҙенең сирле икәнен белмәгән 250 гүзәл заттың ғүмере һаҡлап ҡалына. Хеҙмәткәрҙәренең барыһының да был тикшереүҙе үтеүенә өлгәшә ул.
Йыл эсендә үҙәк селтәрендә конференциялар үткәрелә башлаған. Николай батша заманында булдырылып, барлыҡҡа килеүенә 127 йыл үткән тимер юл медицинаһы үҙәгендә 170 берәмек учреждение иҫәпләнә. Конференция ваҡытында табиптар бер-береһе менән таныша, тәжрибә уртаҡлаша. Етештереү өлкәһен хеҙмәтләндергән ҙур дауалау үҙәктәре ҡалмаған тиерлек. Тимер юлдыҡы һаҡлап ҡалынған. Рейс алдынан тикшереү үткәреү пункттары бөтә республикала – 19. Бынан тыш 5 корпус, 2 стационар, 2 поликлиникалары бар. Иң мөһиме – улар бар халыҡты айырмай хеҙмәтләндерә. «Тимер юлы дауаханаһы» тигән туҡталышта урынлашҡан үҙәккә теләгән берәү инеп дауалана, тикшереү үтә ала. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бала тапҡандан һуң реаби­литация үтеү үҙәге лә уңышлы эшләй башлаған. Эльвира Йәһүҙина йыйған төркөмдә гүзәл заттар бик теләп һаулығын нығыта. Пластик хирургия ла бында юғары баһалана. Хирург Владимир Наумовтың тылсымлы ҡулдары хаҡында әллә ҡайҙарҙан ишетеп киләләр. Бөтә Рәсәй кимәлендә таныулы ортопед Эдуард Рахманҡуловты һөйләп тораһы ла юҡ. Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова эшкә килгәс, хирургик операциялар планы 150 процентҡа арттырып үтәлә.
Затонда кардиология, пульмонология йүнәлеше буйынса эшләйҙәр. Шифахана-курорт дауалауға лицензиялары бар.
Индира Венер ҡыҙы етәкләгән үҙәк балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе шефлыҡҡа алған. Байрамдарға уларға арнап йәрминкәләр ойошторалар, унан килгән аҡсаға сабыйҙарға кәрәкле лә, иҫтәлекле лә бүләктәр алалар.
Һәр дауахананың үҙенә генә хас яғы була: бында ауырыуҙарға табиптар тауыш күтәреп өндәшмәй. Йылы, ихлас мөғәләмәлә улар.

Индиранан кәңәштәр
Бер шөғөлдән, уйҙарҙан икенсеһенә йәһәт күсә белергә кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта күҙ йомоп ҡарарға. Ҡатын-ҡыҙ аҡылына таянырға. Юҡһа беҙ, еңелеп ҡалырға теләмәй, аҙаҡҡаса барабыҙ. Үткәреп ебәрергә, ҡайһы саҡта еңелә лә белергә кәрәк. Көсөргәнеш һаулыҡҡа зыян килтерә, теге йәки был урынға бәрә. Ҡайһы ере ауыртыуға ҡарап, кешене нимә борсоуын аңлап була. Күҙҙәрең насарайһа, тимәк, һин нимәнелер күрергә теләмәйһең. Муйының ауыртһа, берәй проблемаға маңлайың менән төртөлгәнһең дә һис сигенеү белмәйһең. Арҡаң яфалаһа, ышанысың кәмеп киткәндер. Тамағың ауыртһа, әйтер һүҙҙәреңде әйтмәй ҡалдырғанһың, тимәк. Ябыҡ ишектәрҙе дөмбөрләтмә, икенсеһенә бар, уныһы мотлаҡ асылыр. Хистәреңде ауыҙлыҡларға өйрәнмәүең һаулығыңа емергес тәьҫир итеүен онотма.
Сирҙән дауаланыу түгел, уны булдырмауҙы ҡайғыртыу мөһим.
Һәр кемдә һаулыҡ мәҙәниәте булырға тейеш. Әгәр ҡан баҫымың күтәрелеп йонсоһа, быны һәр ваҡыт иҫеңдә тот һәм булдырмау сараһын күр: тәүлегенә 8 сәғәт йоҡла, дөрөҫ туҡлан, иртәнге күнегеүҙәр яһа.
Бөгөн йәшәүҙе иртәгәгә ҡалдырма. Бөтәһен дә ваҡытында эшләргә тырыш, профилактика үт.
...Был донъяға һәр кем үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова кешеләрҙең һаулығы һағында тороуҙы һайлаған. Был изге бурысын ул намыҫ менән башҡара.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: