+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
25 Июнь 2022, 11:15

Донъя тотҡаһы

Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы, тормошто йәмләүсе. Үҙенең төҫ-ҡиәфәте менән генә түгел, ә тотош фиғеле, эштәре менән. Ҡайҙа булһа ла ул тәртип урынлаштырырға, көнкүрешен уңайлы итеп ҡорорға тотона. Стәр­летамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Шәйхетдинова (Ситдиҡова) – ана шундайҙарҙан. Урындағы үҙидара системаһында иң бәләкәй баҫҡыстан юғарыға үрләгән кеше ул – 2001 йылдан уның уртаһында ҡайнай. Ра­йонды, уның кешеләрен биш бармағы кеүек белә. Урынбаҫар булып 2020 йыл аҙағынан эшләгән һәләтле етәксегә быйыл май айында тотош биләмәне, Стәрлетамаҡ районын, ышанып тапшырҙылар.

Донъя тотҡаһы
Донъя тотҡаһы

Төпкөлдә үҫкән сәскә
Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған ҡыҙыҡайҙы, һаулығын һаҡлау, тел өйрәнеү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан, ата-әсәһе һуңғы сирек тамамланыу менән Белорет районындағы Бирҙеғол ауылына ҡайтара. Кәрәсин шәмле, русса берәү ҙә һөйләшмәгән төпкөлдә Лилиә йәйҙе ауылдағы туғандары араһында алдырылған «Вокруг света» журналын уҡып үткәрә.
...1937 йылда Рәүәт (Өкәтҡан) ауылынан бер өйҙән өс ирҙе «халыҡ дошманы» тип ҡулға алалар. Лилиәнең Фәрихә өләсәһе, 24 йәшлек ҡатын, ике балаһы менән халыҡ дошманы ҡатыны исемен күтәрә. Һуғыш ваҡытында ағас ҡырҡырға ҡыуыла. Ауырлыҡтарҙы күп күргән ҡәҙерлеһенең йор һүҙле, телмәренең мәҡәл-әйтемдәргә бай булыуы Лилиәне ғәжәпкә һала, уның холҡона йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡыҙыҡайҙың атаһы Сәлимйән Хәмзә улы менән әсәһе Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы Татлы мәктәбендә бергә уҡыйҙар. Йәштән бер-береһен белеп, яратышып ҡауышҡан улар. 54 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер итәләр. Лилиәнең Ринат ҡустыһы юрист һөнәрен һайлаған. Уның үҙенә лә яуаплылыҡ тойғоһо бәләкәйҙән һалынған. Ҡыҙ бала сағынан табип булырға хыяллана. Шуға 8-се класта уҡығанда, көн дә мәктәптәге дәрестәрҙән һуң, медицина училищеһына әҙерлек курстарына йөрөп шөғөлләнә. Троллейбуста, ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңа-туңа, хыялына яҡынларға тырыша ул. Әммә атаһы ла, әсәһе лә уның медицина буйынса китеү теләгенә ҡаршы була. Шул сәбәпле тәүге белемен ул дефектология, логопедия буйынса ала. Мәғариф министрлығының кадрҙар менән эшләү бүлегендә хеҙмәт иткән инәһе ҡыҙға тап ошо һөнәрҙе һайларға кәңәш итә: әсәһе кеүек педагог та, үҙе яратҡан медицинаға ла яҡын. Уҡып сығып, һөнәре буйынса бер йыл эшләгәндән һуң, был уның юлы түгеллеген аңлай. Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы ҡаланың мәғариф бүлегендә методик кабинет етәксеһе, оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ лицей-интернатында директор булып эшләй. Сәлимйән Хәмзә улы ла Стәрлетамаҡтағы күп объекттарҙы төҙөүгә етәкселек итә. Хәҙер ҙә, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Уларҙың барлығы, Өфөләге үҙ йорттарында матур итеп йәшәп ятыуҙары балаларына, ейәнсәрҙәренә көс-дәрт бирә.

Бәхет – үҙ юлыңды табыу
Декрет ялында ултырғанда тиктормаҫ ҡатындың күңелендә үҙен бөтөнләй икенсе яҡтан асыу теләге тыуа. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының «Дәүләт һәм муниципаль идара» йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Тормошта ҡырҡа боролош яһарға тура килгән ваҡыттар осрай. Юриспруденция буйынса китергә ниәтләп килгән ҡатынға документтар тапшырғанда профессор Илшат Шәүәли улы Рысаев тап була. Педагог белемле кешегә артабан шул йүнәлештә үҫергә кәрәклеген аңлатып әйтә ул. Лилиә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һала. Һуңынан барыбер юридик белемде алып ҡуйһа ла, ошо юлды һайлауына уға рәхмәтле.
Ә карьераны ул иң түбән баҫҡыстан, 3-сө категориялы белгес булараҡ, башлай. Мәғлүмәт, кадрҙар менән эшләү бүлектәре, кадрҙар бүлеге начальнигы, юридик бүлек етәксеһе, эштәр идарасыһынан алып Стәрлетамаҡ районы башлығы урынбаҫары вазифаһына тиклем етәкселек итеүҙең төрлө кимәлдәрен үтә. Ирҙәр иңенә һалыр йөктө – торлаҡ-коммуналь хужалығы, юлдар төҙөклөгө, ауыл хужалығы, архитектура, төҙөлөш өлкәләрендәге яуаплылыҡты ул үҙ өҫтөнә ала. Республикала был эштәрҙе тартыусы берҙән-бер гүзәл зат булыуын ул кисекмәҫтән мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда ир-ат алдында шаяртып ҡына телгә алып ҡуя. Һәм был уларға ыңғай йоғонто яһай, йөкләмә башҡарыла.

Етәксе ҡатын
Стәрлетамаҡ районы бәләкәй түгел. Ауыл хужалығын ғына ал. Хәҙер «Алға» махсус сәнәғәт зонаһы өҫтәлгән.
Ҡатын-ҡыҙ, ир-аттан айырмалы рәүештә, объектты йәмләүгә ҙур иғтибар бирә. Әгәр ул урамға сыға икән, бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай. Көслө зат ҡайһы бер «ваҡ-төйәккә» иғтибар ҙа итмәүе мөмкин. Әммә шул бәләкәй генә тип һаналған нәмә оло мәғәнәгә эйә була ла ҡуя ҡайһы саҡта. Отрадовкалағы паркты проектлауға ҡыҙы Рената ярҙам ҡулы һуҙа. Ул – һөнәре буйынса архитектор. Ҡаҙан архитектура-төҙөлөш институтын тамамлаған. Йәш кешенең ҡалып­лашмаған аңы мәсьәләгә икенсе, заманса күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Әлеге көндә Рената үҙ һөнәре буйынса сит илдә стажировка үтә. Ҡайтып, республикабыҙҙы, илебеҙҙе матурлауға ҙур өлөш индерер, тип ышана әсәһе.
Наумовка китапханаһын заманса итеп үҙгәртеп ҡорғанда ла уның уҡыусыларға уңайлығына һәм архитектур өлөшөнә ҙур иғтибар бүленә. Ул – өр-яңы моделле заманса китапхана. Һәр детале ентекле уйланып, кәңәшләшеп эшләгәнгә, әлеге көндә Рәсәйҙәге иң-иңдәр рәтендәге мәҙәни усаҡҡа әйләнгән. Стәрлетамаҡтағы бер нисә паркты Лилиә Сәлимйән ҡыҙының күҙаллауы буйынса төҙөйҙәр. Етәксенең бындай осраҡтарҙа эшенә ижади ҡарауы мөғжизә тыуҙыра. Ул сифат өсөн яна, һөҙөмтәһенә ҡыуана, шунан ҡәнәғәтлек кисерә.
Кеше ниндәйҙер мәсьәлә менән килә икән, ҡаршы ҡылыс болғап хаҡлыҡ даулау йәки хакимдар алдында нимәнелер иҫбатлау түгел, ултырып уны хәл итеү юлдарын барлауҙы, уртаҡ фекергә килеүҙе өҫтөн күрә Лилиә Сәлимйән ҡыҙы. «Беҙҙең өсөн иң мөһиме – тәүҙә ошо кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу, социаль проблеманы хәл итеү. Ҡануниәт шулай ти, әммә мәсьәләне төрлө яҡлап сисеүҙе уйлап ҡарарға кәрәк, тип йүнәлеш биреү, уны төбөнә төшөп, тамырын табыу эште күпкә еңелләштерә», – ти зирәк етәксе. Ошолай хәлде яйлағанда ике яҡ та ҡәнәғәт ҡала. Сөнки аҡыллы етәксе ғүмерҙең тиҙ үтеүен, ваҡыттан да ҡиммәтле нәмә юҡлығын яҡшы белә. «Күберәк ғаиләң – балаң, тормош иптәшең менән аралашып, атай-әсәй янында булыу, улар менән гөрләшеп бергә йәшәү бәхетенә ни етә?!» – тип өҫтәй Лилиә Сәлимйән ҡыҙы.
Системаның нисек эшләүен яҡшы белгән кеше биләгән урыны йөкләмәһен, функцияһын еренә еткереп үтәй. Был ҡоролошто тәнҡитләргә түгел, ә уның яйын белеү шарт. Шунан сығып фекерләргә өйрәнгәндә, ул һиңә ыңғай яғы менән бороласаҡ. Юғарыға үрләгән һайын, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә ҙурая, ҡатмарлыраҡ була бара.
Етәксе үҙен ваҡыт һәм яҫылыҡ эсендә, асыҡлап әйткәндә, шул ерҙә һәм мәлдә нимә барыуы киләсәктә ниндәй эҙемтәләргә килтереүен, һөҙөмтәһен, заман һулышын яҡшы тойорға тейеш.
Лилиә Шәйхетдиноваға дүрт район башлығы менән бергә килешеп эшләргә тура килә. Йыш ҡына яңы башлыҡ үҙ командаһын килтерә. Был күп осраҡта, тәжрибәле белгестәрҙән яҙыу тигән һүҙ. Иҫке емерелә, үкенескә ҡаршы, яңы төҙөлмәй. Район булғас, уның тарихи үткәне бар, быға хәтлем һаҡланып килгән йолалары, ғәҙәттәре йәшәп килә. Төрлө йүнәлеш-ағымдары булыуын да иҫәпкә алыу кәрәк. Стәрлетамаҡ районын ҡала янында үҫешеүе үҙенсәлекле итә. Изгелек эшләүҙә, үҫештә ярышып, сәмләнешеп йәшәйҙәр. Ҡалала һәр тармаҡтың үҙ урынбаҫары, тимәк, уны етәкләүсеһе булһа, районда был өлкәләр – беренсе урынбаҫар иңендә.
Юлдарҙы төҙөкләндереүгә, торлаҡ төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Федераль проекттар тормошҡа ашырыла. Ял парктары төҙөүгә эске сығымдар ҙа эҙләнелә. Ауыл хужалығында эшләгән фермерҙар менән стәрлетамаҡтар яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Район фермерҙары берләшмәһе – республика буйынса икенсе урында. Балалар бәләкәйҙән ерҙе яратып, уның хаҡында хәстәрлек күреп үҫһен өсөн, мәктәптә күптән инде булдырылған агрокластарҙы улар балалар баҡсаһынан башлап индерергә уйлай. Мәктәптәге саралар фермерҙарҙың ҡатнашлығында үтә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: