-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
18 Май 2022, 16:30

Ижадкәрлек – уның ҡанаты

Аида Ирек ҡыҙы – Сибай ҡалаһы һылыуы. Бәләкәйҙән зауыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылған баш балаларын Миңзәлә Һиҙиәт ҡыҙы менән Ирек Мөхәмәтвәли улы Рафиҡовтар ҡаланың милли рух бөркөлөп торған Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына бирә. Уҡыу алдынғыһы булараҡ, Аида белем усаМәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ. ғының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, олимпиадаларҙа көсөн һынап ҡарай. Айырыуса рус теле һәм әҙәбиәтенә өҫтөнлөк бирә. Әммә милли мөхиттә тәрбиәләнеүе еңәме, күңеле шулай ҡушамы – ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған Аида Рафиҡова Сибай институтының башҡорт филологияһы факультеты студенты булып китә.

Ижадкәрлек –  уның ҡанаты
Ижадкәрлек – уның ҡанаты

«Сығанаҡ»тан башланған юл


Башҡортса теле асылған, башҡортса белем алған ҡыҙға юғары уҡыу йортонда белем эстәү еңел бирелә. Тырышып уҡый, студент тормошоноң ыҙаһын да, ҡабатланмаҫ күңелле мәлдәрен дә татый. Өсөнсө курста әсәһе уға компьютер алып бирә. Ҡыҙ заманса техникала эшләргә өйрәнеүҙән тыш, уның нимәнән тороуын, эстән ҡоролошон да белергә теләй, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына үҙ аллы яуап эҙләй. Шулай итеп, ул интернет селтәрен арҡыры-буй гиҙә, төрлө программалар менән таныша. Шул саҡтан алып, сафтан сыҡҡан техниканы йүнәтеү уға бер ни тормай.
«Тормошта ниндәйҙер уңыштарға өлгәшер өсөн, бай кешеләрҙең ҡылыҡтарын үҙләштерергә кәрәк», – тигән фекерҙә Аида Ирек ҡыҙы. Ошонан сығып, ул үҙ өҫтөндә ентекле эшләй: психологияны өйрәнә, китаптар уҡый, төрлө тренингтар, курстар үтә. Студент саҡта уҡ аҡса табырға өйрәнгән ҡыҙҙың күңеле полиграфия, реклама тармағына тартыла. Шәхси эшҡыуар Уразбахтиндар етәкләгән типографияла «Зауралинфо» гәзитен сығарыуға тотона, реклама өлкәһендә эш башлай. Тәжрибә туплағас, үҙ бизнесын асырға ҡарар итә. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса конкурста еңеп сыға, яулап алған грант аҡсаһына «Сығанаҡ» балалар тренингы үҙәге аса. Башкөллө эшкә сума. Унан тыш, «Читай город» тигән гәзит сығара башлай: үҙе яҙа, үҙе версткалай, Баймаҡ, Хәйбулла райондары, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ра­йоны эшҡыуарҙары менән бәйләнешкә инә, реклама таба. Ошо ваҡытта ул эшмәкәрлеген тағы ла киңерәк йәйелдереү, үҫтереү өсөн водитель кәрәклегенә төшөнә һәм даими такси хеҙмәте күрһәткән Роберт Малкинға, буласаҡ тормош иптәшенә, мөрәжәғәт итә.
«Эйе, беҙ икебеҙ ике төрлө инек – мин таба беләм, ул йыйнаҡ, аҡсаны ныҡ тота. Берҙе ике итергә тырыша. Мин – йәш ҡыҙ, ул – минән ике тапҡырға олораҡ, ҡатын айырған кеше, ике ул атаһы. Миндә – йәшлек, унда – тәжрибә. Беҙ өйләнешергә булғас, берәү ҙә ҡарарымды хупламаны. Ике ҡыҙ менән йәшләй тол ҡалған әсәйем бигерәк ныҡ ҡаршы торҙо. Туғандарым, яҡындарым күҙемде асырға тырышты. Бер өләсәйем генә, элек ундай хәлдәр булды, тип үҙ фатихаһын бирҙе. Тормошҡа сығып, Аида Малкина булып киттем.
Декрет ялында йәш ҡатындың бизнесы туҡтап ҡала. Шул мәлдә ире: «Йә, уйла, башың бар, ҡулыңдан килә. Әйҙә, аҡылыңды эшкә ек», – ти. Тик ултырырға яратмаған Аидаға шул етә ҡала: фото баҫтырыу, реклама эшләү менән шөғөлләнә башлай. Студенттарға дипломдар, курс, контроль эштәр яҙырға тотона. Кәсебе ярайһы уҡ алға китә, ире уны йорт эштәренән азат итә.
Бер көндө балалар һынлы сәнғәт мәктәбенә педагог кәрәк булыуын ишетеп, етәксегә бара. «Беҙгә бит махсус белемле кеше кәрәк, ә һеҙ – филолог», – тип уны ишек төбөнән боралар. Шул мәл Аида Ирек ҡыҙы ситкәрәк ҡуйылған сафтан сыҡҡан төҫлө принтерҙы шәйләй. Ташларға тип әҙерләнгән техниканы торған ерҙә йүнәтеп тә ҡуя. Быны күргән етәксе уны бер һүҙһеҙ эшкә ала. Шулай итеп, Аида Ирек ҡыҙы һынлы сәнғәт мәктәбендә компьютер графикаһы йүнәлешен етәкләп алып китә һәм был тәңгәлдә бик күп уңыштарға өлгәшә. Уның ҡулы аҫтында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән Абилимпикс ярыштарында ҡатнаша.

Гөлдәр Кадаева.
Сибай ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: