+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
27 Апрель 2022, 12:14

Ҙур бәхеткә юл

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында эшләп, бар ғүмерен сәнғәткә арнаған Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әхмәт ҡыҙы Әбдрәшитованың бәхет сере ябай. «Сит илгә түгел, Сибайҙан да сыҡманым. Баш ҡалаға ла күп тапҡыр саҡырҙылар. Барманым. Илем – бер, ирем – бер, ике улым, әлхәмдүлилләһ, минең бар донъям – шул, ошолай дауам итһен», – тип аңлата ул уны. Әүлиәләй генә кешеләр янда булыуын аҙаҡ, һуңлап аңлағас, «аһ» итеп ҡалыуыбыҙ – шуны белмәүҙән, тигән фекерҙә актриса. Бәхеттең кескәй генә нәмәләрҙән хасил булыуын ул бала саҡтан аңлай. Бәхеттең әсәйҙә, ғаилә тыныслығында икәнен, уға сабыр ғына барырға кәрәклеген дә ул бик иртә төшөнә. Шуға ла уны күҙ ҡараһылай һаҡлай. Һайлаған юлына, йәренә тоғро ҡала. Театр – заман көҙгөһө, халыҡтың мәҙәнилек кимәле. Сибай төбәгендә, Урал аръяғында урынлашҡан театрыбыҙҙың үҙенә генә хас яҡты милли асылы рухыбыҙҙы байытһа, уны булдырыуҙа Нурзиә Әбдрәшитованың роле иҫ киткес ҙур.

Ҙур бәхеткә юл
Ҙур бәхеткә юл

Ҡанаттар осҡанда нығый
Кеше олоғайған көндә лә үҙенең тәбиғи асылына төшөнөргә тырыша. Нурзиә Әхмәт ҡыҙы бала сағын иҫләргә яратмай, әммә бер күренеш һаман күҙ алдында. Остоҡ ҡына, бәләкәй генә бала таңдан тороп иҙән һеперә, мейестә ут яна, уның алдында – бейек ултырғыс. Үгәй әсәһе эштән ҡайтып инә лә, ҡыҙыҡайға шунда менеп ултырырға бойора. Сабый ултырғысҡа терһәгенә таянып, үрмәләп саҡ күтәрелә. Ултырыуы була, елле беләк, бөтә асыуын бәләкәй ҡыҙыҡайға төшөрөп, бар көсөнә осора һуға. Осҡан саҡта рәхәт ул: ҡауырый кеүек кенә елферләп барып төшә иҙәнгә. Имгәкләп яңынан ултырғысҡа үрмәләгәндә уйлай: иламаҫҡа! Йәнә ҡабатлана был күренеш. Тағы оса ҡыҙыҡай... Әсе йән йәрәхәте йөрәген һыҙлатһа ла, түҙә бәләкәс. Ғүмерҙә лә кешегә бәләһен һалып иламай, мыжымай ул. Тормошта ла ошо асылын раҫлай Нурзиә. Олоғайғас ҡына яралып уңалған йөрәк яраларынан уның ошо ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтеүен белгәндәрҙер. 65 йәшлек үренә килеп еткәндә ул ошо хаҡта йыш уйлана. Үҙенә юлды үҙе яра алыуына, әҙгә сабыр итеп, күп юлдар үтеүенә, тормоштоң матурлығына, кешеләргә хайран булып йәшәй алыуына шөкөр итә. Учалы районының Комсомольск моделле мәҙәниәт йортоноң «Уйташ» халыҡ театрында Айгиз Баймөхә­мәтовтың «Ташлама, әсәй!» повесы буйынса инсценировканы сәхнәгә ҡуйыусы режиссер итеп саҡы­рылғас та, уға тотоноуҙы һуҙып йөрөй. Бөтөнләй икенсе төрлө идея һәм һығымта менән ҡуя ул аҙаҡ был спектаклде. Үлгән әсәй менән баланың осрашҡан сәхнәһен үҙ һүҙҙәре менән сығара: осоп барып төшкәндә иламаҫҡа, шул ваҡытта ғына был донъяның һынауҙарын лайыҡлы үтәһең! Бала, уҡыу йортон тамамлап, үҙе тәрбиәләнгән балалар йортона директор булып ҡайта. Эйе, һәр ваҡыт һин унда һынау үтәһең. Килеп ингәс, уны бәләкәйе-ҙуры һырып ала. Ултырайым ғына тигәндә, ултырғысын тартып алалар. Әйләнеп ҡараһа – бәләкәй генә бер бала. Ул да һынау үткәрергә өйрәнгән! Йәш директор иҙәнгә «шап» итеп ултыра төшә. Эштең айышына төшөнгәс, асыуланмай, көлә лә: «Бына был үҙебеҙсә!» – ти. Бәләкәстәр бит уны яңы директор булараҡ ҡына ҡабул итә. Үҙҙәре һымаҡ балалар йортонда үҫеүен белмәй. Шунда ул кескәйҙәрҙе янына йыйып, былай ти: «Мунса яҡҡанда беҙҙән йәш, кәрлә ҡайындан миндек һындырталар ине. Ҡарап киләм – аҡ ҡайын ботаҡтарын һындырған һайын бирешмәйенсә, төп-төҙ булып, өҫкә үрләгән. Ни өсөн бала күңеле лә яуызлыҡтан зәғифләнмәй? Сөнки ул бер ваҡытта ла һындырған һайын «ауырта» тимәй. Хәтерендә тик яҡтылыҡты ғына тота. Уны күпме генә ҡыйнаһалар ҙа, үс һаҡламай, тик йәшәүгә ынтыла. Ул шуны ғына белә. Хоҙай уға башҡа хис әлегә һалмаған. Шуның өсөн дә ул тере», – тигән идея һала был тамашаға режиссер.
«...Олоғая килә кеше алған тәжрибәһен йәштәргә таратырға тейеш. Ошоға тиклем туплап ҡалһаң, шул – байлыҡ, таратырлығың булһын, – тип иҫәпләй ул. – Тыуғас, йәшәгәс, ул эшләгәненә баһаһын да көтә. Ә иң ҙур баһасы – үҙең».

Өләсәй мәктәбе
Әсәһе яҡлап өләсәһе Ғәрифә, һуғышта улдарын, аҙаҡ һөйөклө Нурияһын юғалтҡан сирле ҡатын, етем ҡалған өс баланы – Нурфәйез ейәнен, Нурзиә һәм Тәнзилә ейәнсәрҙәрен үҙенә, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылындағы мунсалай ғына өйөнә күсереп алып ҡайта. Кешеләргә өйҙәш йәшәмәҫ өсөн ул мунса һатып алып, шуны өй итеп күтәрткән була. Өләсәй ҡулында балалар нығынып ҡала. Уның итәғәтлеккә, тәүфиҡҡа өйрәткән, иман нурҙарын һеңдергән мәктәбен үтәләр. Хоҙайҙан: «Ошо балаларҙың бауырҙарын нығытып китәйем», – тип һорап ултырһа ла, өләсәләре Нурзиә 4-се класты тамамлағанда донъя ҡуя.
Ғәзиз өләсәләренән дә яҙғас, бер йыл Ҡаратал мәктәбендә уҡыйҙар. Улар өсөн талаш бара, әммә ауылдаштары, эскән атай менән үгәй әсәйҙән әрсәләп алып, уларҙы Баймаҡ интернат-мәктәбенә оҙата. Бик ауыр хәлдә килеп эләгә улар унда. Шуға рәхмәтле Нурзиә – сәстәренә теймәйҙәр. Тәнзиләнең – оҙон һары бөҙрә, Нурзиәнеке шулай уҡ оҙон, әммә ҡара бөҙрә толом­дарын матурлап тәрбиәләгәс, сабыйҙар хәл алғас, башҡа ҡыҙҙар янына ҡушалар. Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, сабыр аңлатып, текә белем тауҙарына алып менеүҙәренә рәхмәтле Нурзиә. Урта мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлай. Баш ҡалаға барып, артабан белем алырға тигән ниәте була уның. Усында – өләсәһенән нәҙер булып ҡалған адрес яҙылған ҡағыҙ киҫәге.

Театрға илткән юл
Әсәһе йөрәктән сирләп дауаханала ятҡанда Сәкинә исемле ҡатын менән дуҫлаша. Нурияның мәрхүмә булыуын ишеткәс, әхи­рәте Нурзиәләрҙең хәлен белергә килә һәм шунда өләсәһенә адресын яҙып ҡалдыра. Шул адрес аша ул Сәкинә апайҙы эҙләп бара. Ҡатын уны, әсәһенә оҡшатып, шундуҡ таный. Театрҙа тәнҡитсе булып эшләгән ҡыҙы Роза Ильясова, сибәр Нурзиәне күргәс, уның яҙмышын анһат ҡына хәл итеп тә ҡуя: «Театрға!» Үҙ кейемдәрен кейҙереп, Нурзиәне Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына алып килә. Фәрдүнә Ҡасимованың курсына эләгә һылыу. 1974 йылда була был хәл. Ҡыҙыҡай үҙ стихия­һына юлыға. Тырышып һабаҡ ала. Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина Нурзиәнең аяҡтарына, тәненең һығылмалығына, балерина һымаҡ, аяғын күтәрә, бора алыуына иҫе китә. Бының сере – балалар йорто интернат балаһын, һалдат кеүек, йәлләмәй, көн дә таңдан торғоҙоп, күнекмәләр яһатҡанға шулай булыуын берәү ҙә төшөнмәй. Уҡытыу­сыһы һоҡланыуынан ҡыҙ балаға «Мөғлифә» бейеүен һала. Был уға Тәнзилә Үҙәнбаева менән берлектә концерт ҡуйып йөрөү – үҙ йүнен үҙе күреү мөмкинлеген аса. Курстағы егеттәрҙең барыһы ла ғашиҡ була Нурзиәгә. Бал бейеү­ҙәрен бейегәндә һәр береһе тап Нурзиәгә килеп баш эйеүен күргәс, Тамара Шәһит ҡыҙы асыуланып партнерҙарҙы бүлеп сыға. Нур­зиәгә фәрештәгә ҡараған кеүек мөнәсәбәт һаҡлай егеттәр. Ул башҡаларға оҡшамаған, бүтән. Ситлектән яңы ғына сыҡҡан тиерһең, бөтә нәмәгә аптырап, ғәжәпләнеп баға. Кәүҙәһен нисек тура тота – батша ҡыҙы, тиерһең. Әммә Нурзиә үҙенә тормош юлдашы итеп параллель класта уҡыған егетте – Ризаны һайлай.
Мөғжизәле сәнғәт илендә
Икенсе курсҡа яңы ғына хеҙмәтен тултырған Риза Ғәҡиф улының ҡатыны булып килә Нурзиә. Йәш ғаиләгә сәнғәт институтының дөйөм ятағынан ҙур бүлмә бирәләр. Бының өсөн Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға рәхмәтле ул. Ире автобус йөрөтөүсе булып эшкә урынлаша. Ҡатынын ҡурсаҡтай итеп кейендерә. Бер-береһенә терәк булып, кәрәк булып йәшәп алып китәләр шулай. Уҡып бөтөүгә улдары Илгиз тыуа. Нурзиәгә юлламаны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына бирәләр. Актриса булып танылғас, улы Илнур донъяға килә.
Илнурҙы сәнғәт донъяһына Таңсулпан Ғарипованың «Төштәге йыр»ы менән үҙе алып инә. Шаршауҙы елберҙәтеп: «Ҡара әле, бына был – карап!» – тип әйтеүе була, малайҙың фантазияһы уяна, ролгә инә. Ике ҡатта уйналған спектаклде ауыл сәхнәһендә бер ҡатта уйнарға тура килгәс, буталышып, аптырағандан артистар көлөшә башлай. Билдәле актриса Рәмилә Хоҙайғолова менән партнерҙар булып уйнап йөрөгән Илнур шул ваҡыт: «Трагедия уйнайбыҙ икән, тиһәм, комедия, имеш», – тип әйтеүенән барыһы көлөп тәгәрәп китә. Шунда Нурзиә Әхмәт ҡыҙында актерлыҡ ҡына түгел, педагог, режиссер һәләте булыуы ла асыҡ күҙаллана. Быны ул сәхнәләге партнерҙарҙан уңыуы менән дә бәйләй. Хисмәтулла Дәүләтов менән улар бер-береһен тулыландырып, бер һүҙҙән аңлап, хөрмәт һәм ихтирам менән эшләй. «Тормошта бер-беребеҙҙе урап үтһәк тә, сәхнәлә талапсан булдыҡ, әйтмәһәк тә, тын алыштан аңлаштыҡ», – ти актриса. Фестивалдә һынау тотҡан Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» спектаклендәге Тәңкәбикә образына «Ҡара төндә моң»дағы йәш ҡатын Гөлбикәне тыуҙырыу баҫҡыс була. Спектаклде режиссер Сәлих Ғиниәт улы Әфләтунов сәхнәгә ҡуя. Был оҫтаның яңыраҡ театр сәхнәһенә сығарған Наил Ғәйетбаевтың «Урал бөркөтө» спектаклендә Муса Мортазиндың ҡатыны ролен дә башҡара Нурзиә Әхмәт ҡыҙы. Эшләү дәүерендә ниндәй генә ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙырмаған ул! «Айһылыуҙың айлы кистәре»ндә – Хәнифә, «Аҡҡош йыры»нда – Әлимә, «Бисәкәй»ҙә – Утлыбикә, «Аҡ ҡалфаҡ»та Раушания ролдәре аша ул танылыу яулай.
Сибай дәүләт балалар театры «Сулпан»да бергә эшләргә тура килде Нурзиә апай менән. Шул дәүерҙә ул Туфан Миңнуллиндың «Ен алыштырған» әкиәтен режиссер булараҡ сәхнәгә сығарҙы. Әгәр ҙә ошо юлдан китһә, тағы ла ҡыҙығыраҡ эштәре менән һөйөндөрөр ине. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул йәнә лә яратҡан коллективына актриса булып ҡайтты. Ҡайтты ла, бер-бер артлы көслө образдар тыуҙырып, үҙен ижадсы булараҡ раҫланы.
Уға Хисмәтулла Дәүләтов, Әсҡәт Йәнбәков, Ҡәйүм Хөсәйенов, Рәмзилә Әҙелшина, Хәмзә Ҡурсаев, Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Рәсүл Баһаутдинов кеүек сәхнә оҫталары менән бергә эшләргә, ижад итергә насип була. Директорҙары, төрлө йылдарҙа етәкселек иткән Фәтхелислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов, Рәзинә Дәүләт ҡыҙы Ҡаһарманова, Дамир Мәжит улы Ғәлимовтан уңа ул.
«Беҙ, театр сәхнәһенә оҫталыҡ менән аяҡ баҫҡан кешеләр, үҙебеҙҙең һөнәргә килгәндәрҙән дә шуны талап итәбеҙ. Хәҙер Сибай театры менән улым Илнур етәкселек итә. Актерҙарҙың барыһына ла әсәй булараҡ та ҡарайым. Донъяның ҡуласа икәнен яҡшы беләм. Ниндәйҙер уй-ниәттәр менән янып, уларҙың да кемдеңдер иң-иң ҡәҙерлеләре икәнен оноторға ярамай. Иң мөһиме – донъяла бер-береңә терәк, һау-сәләмәт булыу – шул ваҡытта ғына ижадың алға бара», – ти әңгәмәсем. Нурзиә Әхмәт ҡыҙы өсөн ғаилә, балалар, ҡәҙерле булыу, ҡәҙерләү әһәмиәтле. Ә театрҙы, сәхнәне ул бәләкәй саҡтан үҙендә йөрөткән. Юҡҡа ғынамы ни уның иң яратҡан урыны мейес арты була. Бәләкәй ҡыҙсыҡ, сыуал арты утындан бушаһа, уға инеп ултыра ла, ҡыҙыл сәскәле шаршауын тартып, үҙен сәхнәлә итеп хис итә башлай...

Ҡәйнәләр һәм килендәр
Илгиздең кәләше Айгөлдө ул шулай һынай: һыу биреүҙе туҡтаталар тигәс, килене ул алып ҡалған һыуҙы түгергә йәлләй. Быны күреп, ҡәйнәнең уға ихтирамы арта. Оло улы Илгиз дә актер һөнәрен һайлаған. Илнур улының кәләше Гөлнараны урамда күргәндәр, Нурзиәнең ҡыҙы, тип уйлай. «Киленем шул хәтлем үҙемә оҡшаған», – тип һөйөнә ул.
Илнур ҙа, бәләкәй саҡтан үҙе актер булып уйнап йөрөгән кеше, сабый ғына сағынан театрҙа эшләп ала ла китә. Билеттар һатылыуын, тамашасының инеп урын алып бөтөүен, күпме килеүҙәрен – барыһы ла әҙер икәнен ул әйткәс кенә, шаршауҙы асыр була сибайҙар. Малай театрҙы тыштан ғына түгел, эстән дә белеп үҫә. Шул ваҡыт­тарҙан ул үҙен хужа итеп тойған. Риза Ғәҡиф улы ла 40 йылға яҡын театрҙа автобус йөрөтә. Нурзиә ханым сит машинаға ултырмай. Гастролгә гел бергә сығалар. Риза ағай һәр артистың ҡайҙа йәшәгәнен белә, бала йәнле булғас, һәр сабый уны ярата, сөнки спектакль барған арала актерҙарҙың балаларын автобусында йөрөтөп алып килә. Ул булғанда барыһы тыныс – юлды нисек табабыҙ, тип тә борсолоу юҡ.
«Килендәр – килендәрсә, уларға аңлатыу ҙа кәрәкмәй, кеше үҙе үтмәйенсә, һинең өйрәткәнеңде ҡабул итмәй. Һирәктәрҙең генә тыңлауы мөмкин. Ҡәйнәләр, әсәйҙәр, үҙебеҙҙе бушҡа сарыф итәбеҙ. Күңел тыныслығы килһен тиһәң, фатихаңды бир. Ысын күңелдән, ихлас итеп», – ти Нурзиә Әхмәт ҡыҙы.

Сабырлыҡ – донъяның асҡысы
Сәхнәнән төшөү менән үҙенең «әртис» икәнен онота ул. Гастролдә йоҡлап ятмай: таулы урын булһа – үргә артыла, ялан булһа – киңлеккә ынтыла, намаҙын башҡара. Доғаларында үҙе менән килешеп эшләгән хеҙмәттәштәренә, хужаларына рәхмәт уҡый. Нурзиә апай йөн иләргә, шәл бәйләргә ярата. Гөрләтеп баҡса үҫтерә. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй, уларға белгәндәрен өйрәтергә тырыша. «Тәбиғәт үҙе бирә кешегә нурҙы. Уға уҡымышлылыҡ та өҫтәлә икән, был ҙур тәжрибәгә, байлыҡҡа әйләнә», – тип һанай актриса.
«Тормошта иң мөһиме – сабырлыҡ, донъяның асҡысы шулдыр», – тип тә өҫтәй Нурзиә ханым. Шунан тағы бер серен сисә: ул бала сағында кәнфит ҡағыҙҙары йыймай, ә «Башҡортостан ҡыҙы» тышлығында сыҡҡан бер һылыуҙың һүрәтен гел үҙе менән йөрөтә. Сыңғыҙҙан Ҡараталға күскәнендә лә, интернатта ла, сәнғәт институтында ла унан айырылмай. Сәсенә зәңгәр таҫма тарттырған ҡараҡай ғына матур ҡыҙыҡай була ул. Әхирәттәре күреп ҡалып: «Ә был Нәжиәне нишләп һин үҙең менән йөрөтәһең?» – тип төпсөшәләр. Баҡтиһәң, был уларҙың курсында уҡыған Нәжиптең апаһы Нәжиә Мостафина булып сыға. Ул йыр бүлегендә уҡый, имеш. Ә Нурзиә уны үҙе тип хис итеп йөрөгән була.
Бала сағынан журнал тышлығында сығырға хыялланған Нурзиә ханымдың бына тағы бер теләге тормошҡа аша.

Сибай ҡалаһы.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: