+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
23 Март 2022, 14:44

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Федоровка районы Батыр ауылы һылыуы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина (Хәлитова) медицина буйынса китергә уйлаһа ла, биолог булырға ҡарар итә. БДУ-ның биология факультетында белем алған Рита артабан Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юридик белем эстәй һәм уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ҡалалағы ул етәкләгән бүлек Башҡортостан буйынса «Иң яҡшы опека һәм балаларҙы яҡлау органы» тигән исемгә лайыҡ була. Шуға ғаиләлә килеп тыуған айырылышыу, бала бүлеү кеүек сетерекле мәсьәләлә, хәҙер ул өлкәлә эшләмәһә лә, мәләүездәр һаман да Ритаға мөрәжәғәт итеүсән. Ҡала хакимиәте башлығының эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары булып эшләү ҙә уға бай тәжрибә бирә. Рита Мәҙәрик ҡыҙын Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледжына директор итеп ҡуялар. Ул ваҡытта уҡыу йортоноң хәле мөшкөл: бина ҡыйыҡтарынан һыу үтә, бурысҡа ингәндәр. Дилбегәне алғас, эштең айышын аңлағансы бер аҙ шаңҡып йөрөй, шунан, тырыша торғас, барыһын еңеп сыға уңған етәксе. Улмы инде артҡа сигенә, ярты юлда туҡтай торған кеше?!

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Атай фатихаһы
Оҙаҡ йылдар Федоровка ра­йонында колхоз рәйесе булып эшләгән, «иң яҡшы иҡтисадсы» исемен йөрөткән, балаларын эшкә өйрәткән атаһының бер мәл хәле бөтә башлай. Биш йәштә мәктәпкә уҡырға барып, 19 йәшендә колхоз етәксеһе вазифаһын биләгән, оло йәштә инглиз телен өйрәнеп, сит илдәрҙе гиҙгән, 72 йәшендә Марок­коның Мароккоһына үҙе билет алып барып, имен-һау әйләнеп ҡайтҡан кеше бит ул Мәҙәрик уҙаман! Кардиология бүлегенә дауаларға һалырға булғас, умарта­лығымды ҡалдырып китмәйем, тип ҡырт киҫә. Табиптар уны операцияға күндерә. Тик шул ятыуынан уянмай, баҡыйлыҡҡа күсә ул. Ҡәҙерле кешеһен ерләп, зыярат ҡапҡаһын япҡас, Рита йөрәге тапҡырында бер нәмә йыбырлауын тоя. Бал ҡорто! Иренең башына ҡағылып, атаһы ҡәбере яғына осоуын ул бер изем кеүек ҡабул итә.
Мәҙәрик ағайҙан 14 умарта ҡала, ғаиләлә берәү ҙә ул шөғөлгә илтифат бирмәгән быға тиклем, ҡарай белмәйҙәр. Өс ҡыҙ аптырауға ҡала. Атайым, моғайын, был эшен миңә тапшырырға теләгәндер, тип уйлай Рита. Атаһы үлеп, өс көн үткәс, ире сәс алдырырға бөҙрәханаға инә. Сәс киҫеүсе ҡыҙ, ирҙең баш осонда бал ҡорттары осоуын белдереп, сәбәләнә башлай. Сәстәре араһында бал ҡорто шикелле еләк табылыуына ни тиерһегеҙ? Рита ҡыҙыҡ өсөн ул емеште фотоға төшөрөп ала. Мәрхүмдең 40-сы көнөндә лә Ританың күкрәгенә бал ҡорто ҡуна. Июлдә был була торған хәл, тиерһегеҙ. Ул күренеште Рита атаһының сәләме тип ҡабул итә. Китаптарҙан бал ҡортон «ожмах ҡошо» тип атауҙары, ислам дине буйынса Аллаһ Тәғәләнең бал ҡортон ергә кешеләрҙе дауалау өсөн ебәрелеүе, Ерҙә бал ҡорто үлеп бөткәс, ике көндән кешелектең дә юҡҡа сығыу ихтималлығы тураһындағы яҙмаларҙы йотлоғоп уҡый. Боронғо Римдә, Грецияла бал ҡортон илаһилаштырғандары, үлгән кешеләрҙең йәне уларға күсеүе хаҡында әллә күпме мәғлүмәт шулай килеп инә. Әлиә һеңлеһенең ире Рушан бал ҡорттарын ҡарау хәстәрен үҙ иңенә алғас, Ританың һөйөнөсөнөң сиге булмай. Сентябрҙә министрлыҡҡа саҡыртып алып, Ворлдскиллс (Worldskills) «Йәш һөнәрмән­дәр»енең ҡортсолоҡ йүнәлеше буйынса Липецк өлкәһенә алдынғылыҡты бирмәҫкә, Башҡортостанды алға сығарырға кәрәк, тиҙәр, Ритаға ышаныс белдереп. Нисек инде башҡорт балын, бал ҡортон сит­тәргә биреп ҡуяйыҡ, тип сәмләнеп тотона егәрле етәксе был эшкә. Республикала 96 колледж, тап Ританы саҡыртып, алдына шундай бурыс ҡуйыуҙары осраҡлылыҡмы? Ниңә тап уны? Мөғжизә түгелме?

 

«Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар...»
Биш ай эсендә Дағстанда, Алтайҙа, Татарстанда, Ырымбурҙа, Красноярскиҙа чемпионаттар үткәреп, Рита Мәҙәрик ҡыҙы Рәсәй буйынса төп экспертҡа әйләнә. Ә Башҡортостанда бындай эксперт булып танылыусы ул берәү генә. Үҙе төҙөгән командаһы менән майҙансыҡтар эшләп, уны Рәсәй кимәленә еткереп, бик күп кеше­ләрҙе йәлеп итә. Ете республиканан һөнәрмәндәр ҡатнашҡан чемпионаттар үткәргәс, Ворлдскиллстың бал ҡорто буйынса йүнәлеше Башҡортостан Республикаһына бирелә. Уларҙың эшен «Йәш һөнәрмәндәр» агентлығы юғары баһалай. Новосибирскиҙан, Удмурд, Ингуш Республикаларынан ошо йүнәлешкә ҡушылалар, шулай итеп, ул киңәйгәндән-киңәйә бара. Бер йыл эсендә ҙур ҡаҙаныштарға лайыҡ була коллектив.
Ауыл хужалығы һәм Мәғариф министрлыҡтары тик уңышҡа барырға булышлыҡ итә. Дөрөҫ йүнәлеш алыуын ул килгән бәрәкәт аша күрә. Бал ҡорто уңыш килтерә.

 

Һөнәрленең ҡулы ете
Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледжында 18 һөнәр һәм махсус белгеслек буйынса уҡырға була. Төҙөлөш, механика, бухгалтерия иҫәбе һәм иҡтисад, һөт, ит аҙыҡтары, шарап етештереү технологтары, ауыл хужалығы йүнәлешендәге профессиялар, умартасылар, ашнаҡсы-кондитер, электромонтер, иретеп-йәбештереүсе һымаҡ кәрәкле һөнәр эйәләре тап бында әҙерләнә. Студенттар, өлгөргәнлек аттестаты буйынса конкурс үтеп, уҡырға алына. Дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Бүлмәләре яҡты, йылы. Ашханала туҡланыу ҡаралған. Шарттары буйынса ундай кимәлдәге ашхана республикала һирәк. Уҡыу ваҡыты, һайланған һөнәргә ҡарап, ун айҙан өс йыл да ун айға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Яҡшы өлгәшкәндәргә Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы, шулай уҡ академик, социаль стипендиялар түләнә.
...Атай ҡыҙы, ир һөйөклөһө, хәстәрлекле балалар әсәһе, яратҡан өләсәй, егәрле етәксе Рита Мәҙәрик ҡыҙы – күптәргә өлгө, таяныс, хөрмәт ҡаҙанған аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Милли асылыбыҙ йәненә үтеп ингән, данлы эштәргә дәртләндергән егәрле директор етәкселегендәге уҡыу йорто үҙе гөжләп торған умартаны хәтерләтә. Аҡыл менән сабыр алып бара улар эштәрен. Уй-хыялдары, етер маҡсаттары – республикабыҙ мәнфәғәтенә.

Кристина НИКИФОРОВА фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: