+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
24 Февраль 2022, 18:15

Йылмайыуынан көн яҡтыра

Өфөнөң 22-се клиник дауаханаһы табибы, тәжрибәле гинеколог Гөлназ Ниәтша ҡыҙы Нурғәлина журналыбыҙҙың «Сихәт» рубрикаһы аша уҡыусыларыбыҙға таныш. Уның ҡатын-ҡыҙҙы үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булырға саҡырған сығыштарын радио-телевидение аша ла йыш ишетәбеҙ. Тәжрибәле, сирлеләргә иғтибарлы Гөлназды эҙләп, республиканың төрлө төбәктәренән, ауылдарҙан гүзәл заттар килә. Уның үҙ эшенә мөкиббән булыуы хаҡында даны тирә-яҡҡа киң таралған. Йылдар буйына уға килеп ҡаралып йөрөүселәр бихисап. Ипле табип күҙәтеүе аҫтында күпме ҡатын-ҡыҙ әсәй булыу бәхетенә иреште, ауыр сирҙәрҙән, үлемдән тиһәк тә, һис яңғырауыҡлы түгел, йолоноп ҡалды. Бөрйән районы Байназар ауылы һылыуы йәмғиәттә ошо дәрәжәгә күтәрелгәнсе күпме юл, тетрәнеүҙәр үткән, һынауҙар кисергән.

Йылмайыуынан  көн яҡтыра
Йылмайыуынан көн яҡтыра

Гимназияны – алтын миҙалға!
Наилә апайы Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияға уҡырға киткәс, каникулға ҡайтҡан ваҡыттарында класташтары, тәрбиәселәре, уҡытыусылары хаҡында тулҡынланып, яратып һөйләй. Фенол ҡазаһы арҡаһында ҡайһы бер гимназистарҙы ауылға ҡайтарып торорға мәжбүр булалар. Апайының гимназияны һағыныуы, иптәштәренән хаттар алыуы аша ундағы йылылыҡты тойған Гөлназда ла: «Их, шунда уҡыһаң ине!» – тигән хыял ярала. 7-се класты тамамлаған ҡыҙ, студент апайының сабыйы Азалия тыуғас, ул имтихандар биргән ваҡытта, Өфөгә бәпәй көтөшөргә килә. Форсаттан файҙаланып, гимназияға барып имтихан биреп ҡарай. Ҡайтыуына «ҡабул ителдең» тигән хат килә. Ҡала тормошонан бер аҙ биҙрәп ҡайтҡан ҡыҙ, әсәһенең, бер аҙ булһа ла яныбыҙҙа ҡалып тор, тигәнен тыңлап, был йылда Өфөгә уҡырға бармай ҡала. 8-сене тамамлағас, тағы имтихан биреп инеп китә гимназияға.
Тәүәккәл ҡыҙ һағынһа ла түҙә. Илап ҡайтып китеүселәр ҙә була. Наилә апайының да Өфөлә төпләнеүе уға көс бирә. Ғәҙәттә, ял көндәрендә еҙнәһе уны үҙҙәренә алып ҡайта, уларҙың бәләкәй генә бүлмәләрендә дәрестәрен эшләп, өй йылыһынан күңеленә шифа ала. Яҡындар менән аралашыуға ни етә! Шуныһы ҡыҙыҡ: Байназар мәктәбендә үткән темаларҙы Өфөләге гимназияла яңы ғына өйрәнәләр! Ауыл мәктәбендә белемде юғары кимәлдә бирә алған уҡытыусыларының баһаһын шунда төшөнә Гөлназ. Каникул ваҡыттарында Өфөнән алып ҡайтҡан китаптар буйынса шөғөлләнеүҙәрен дә хәҙер ғәжәп итә ул. Тик «бишле»гә генә өлгәшеп, мәктәпте уңышлы тамамларға һәм юғары уҡыу йортона инергә маҡсат ҡуя. Гимназияға килгәс, ошо өҫтәлмә дәрестәр Гөлназға ныҡ файҙа бирә: математика, химия, физика кеүек фәндәрҙе яратып өйрәнә. Үҙидаралыҡ дәрестәрендә математика уҡытыусыһы итеп тап уны ҡалдыралар. Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатын Гөлназ Ниәтша ҡыҙы алтын миҙалға тамамлай. БДУ-ның химия факультетына бер имтихан һөҙөмтәһендә уҡырға алына. Әммә уны медицина үҙенә нығыраҡ тарта. Әсәһе фельдшер-акушерка булып эшләй, атаһының да, мал табибы булараҡ, тирә-яҡҡа даны таралған. Өйҙәге китаптар, ҡәҙерлеләренең тик кешеләрҙең һаулығы, уларҙы дауалау хаҡында хәстәрләп йәшәүҙәре лә уның һөнәр һайлауына йоғонто яһай. «Берәйһе ауырыһа, атайыма дарыу алырға килә торғайнылар», – тип хәтерләй Гөлназ. Әсәһенең, ике бәләкәй ҡыҙын ҡалдырып, сирлеләр янына ашығыуын, төш етеүгә уларҙы ҡайтып ашатып, яңынан эшкә йүгереүен иҫләй ҙә, үҙенә лә башҡаны түгел, ә тап шул юлды һайлау кәрәклеген аңлай. Шулай итеп, ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша – Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә.

 

Сәхнәлә – Бөрйән ҡыҙы!
Гөлназ Ниәтша ҡыҙы Нурғәлинаның, 1999 йылда «Һылыуҡай» матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеп сығыуы күпте һөйләй. 1-се курс студенткаһы бәйгелә ҡатнашырға ҡарар итә, тик сәхнәгә сығырлыҡ күлдәктәрҙе ҡайҙан тапһын? Наилә апайы уның өсөн Земфира Байбулдина, Гөлдәр Ишҡыуатоваларҙың милли кейемдәрен һорап тора, улар менән кәңәшләшеп, үҙе лә бер күлдәк тектерә. Ике аҙна буйы әҙерлек бара. Гөлназ дәрестәргә был ваҡытта йөрөмәй торорға мәжбүр була. Күп ҡыҙҙар менән танышыуы, яңы бейеү өйрәнеү уның рухын күтәрә. Март айында баш ҡаланың ҡарһыҙ Матросов паркында саңғы буйынса ҡалдырған дәрестәрен үтеп йөрөгәнен әле лә йылмайып хәтерләй. Анатомия, гистология кеүек ауыр фәндәрҙән дә ул һабаҡташтарын ҡыуып етә.
Ятаҡта өс гимназист ҡыҙ бер бүлмәгә урынлашҡас, түбәләрен аҡлап, диуарҙарына яңы обойҙар йәбештереп, иҙәндәрен буяп инеүҙәрен һоҡланып күҙәтәләр. Береһе әйткәнде икенсеһе дәррәү күтәреп алыу, сәм, тормошҡа һөйөү, әйләнә-тирәләге йәшәйеште яҡшыраҡ итеп күрергә тырышыу уларҙы беректергән. Бер төркөмдә алты гимназист ҡыҙ тура килеүе лә был мәктәптә ниндәй маҡсатлы кешеләр әҙерләнеүе хаҡында һөйләй.
Уҡыу еңел бирелә Гөлназға. Театр, концерттарға йөрөй. Әммә медицина етди әҙерлекте талап итә. Етмәһә, 4-се курста шәфҡәт туташы булып дауаханаға эшкә урынлаша.

 

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы – хазина
Медицина күҙәтеүе үттем, тип тынысланырға, гинекологка күренеүҙе кисектерергә ярамай, йыл һайын аналыҡ муйынтығынан атипик күҙәнәктәргә һәм башҡа табип әйткән анализдарҙы бирергә онотмаҫҡа кәрәк, ти табип. Ауы­рыуҙарҙың килеп сығыуы кешенең эске донъяһына ла бәйле, тип һанай Гөлназ Ниәтша ҡыҙы. «Яман шеште еңеп сыҡҡан ҡатындарҙан йәшәүгә мөхәббәт бөркөлөп, күҙҙәренән нур эркелеп тора. Уларҙы насарлыҡ та ситләп үтә кеүек. Һынау рәүешендә бирел­гәндәрен улар еңел генә ашаҡлап үтә», – ти ул.
Традицион медицинанан тыш, халыҡ дауаһын да Гөлназ киң ҡуллана. Һөлөктөң шифаһын, доғаларҙың файҙаһын ул Мансур Сәйетбатталов олатаһынан, әсә­һенең атаһы аша бала саҡтан белә. Кулак тип, Себергә һөрөлгән, сит тарафтарҙан иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан олатаһын, тыныс, яғымлы Фәтиха өләсәһен, олатаһының сирлеләрҙе өшкөрөүен дә хәтерләй әле тәжрибәле табип.
...Бер йәшен тултырған Гөлназ ауырып китә. Фәриханың дауаханала ятҡан ҡыҙы үлер, күп тормаҫ, тип һөйләшкәндәрен ишетеп, әсәһе уны һорап алып ҡайтып китә. Нисек тә үҙем шәбәйтеп алырмын, тип уйлай. Шул ваҡыт ҡыҙҙарын күрергә тип Мансур олатай килә. Ейәнсәренә үҙе менән муйыл һыуы өшкөрөп алған була. Шунан Гөлназ терелеп китә.
Үҫә төшкәс, Мансур олатаһының өйөнән кеше өҙөлмәүен, уның Ҡөрьән уҡыуын, доғалар күсереүен, уйланып ултырыуын, шунан ҡағыҙға теркәүен күргән Гөлназ унан нимә яҙыуы хаҡында ҡыҙыҡһына. «Күктең етенсе ҡатында тормош бар, шул хаҡта яҙам», – ти олатаһы, йылмайып. Ул донъя ҡуйғас, бер тоҡ китаптары юғала. Олатаһының һаман үҙен яҡлауына, уның доғаларының көсөнә ышана Гөлназ. Уның лайыҡлы иман юлын бит ҡыҙы –Фәриха апай ҙа дауам итә. Бер туған ағаһы Әмир Сәйетбатталов та – Бөрйән районы мәсетенең элекке имам-хатибы.
«Ваҡиғалар үҙ ағышы менән бара, тормошта бөтәһе лә үҙ урынында, килгән һынауҙарҙы ла үтмәйенсә тороп, һин алға бара алмайһың, шуға барыһын да күнеп, рәхмәтле булып ҡабул итеү мөһим. Теләгәнем – атай-әсәйем, яҡындарым һау булһын!» – ти табибә.
Уның йәшәү рәүеше – кешеләргә изгелек ҡылыу, киләсәкте хәстәрләү, ерҙә бөтөн, уңышлы кеше булыу. Бар уй-хыялдары уның йөҙөн яҡтырта. Борсоулы уйҙарҙы таратып, йылмай, Гөлназ! Һиңә йылмайыу килешә.

Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: