+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
24 Ғинуар 2022, 10:02

Һөйөүҙән яҡтыра донъя

Әбйәлил районы Асҡар үҙәк район дауаханаһының  паллиатив ярҙам бүлексәһе мөдире, юғары категориялы табип Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы Ғәйфуллина егерме йыл инде ошо еңел булмаған йөктө тарта.

Һөйөүҙән яҡтыра донъя
Һөйөүҙән яҡтыра донъя

Һиҙиәтов рухы йәшәй

Рәсәйҙә беренсе ауыл хосписы булараҡ билдәлелек яулаған И. Х. Һиҙиәтов исемендәге хоспис көндәлек хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн «Паллиатив хеҙмәт» номинацияһында «Һаумы!» онкология сирле пациенттар ассоциацияһы төбәк-ара йәмғиәт ойошмаһының премияһы менән билдәләнде. Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы был бүләкте Мәскәүгә, Кремль һарайына барып, ассоциацияның президенты Ирина Борова ҡулынан алды. Бынан тыш, ассоциацияның башҡарма директоры, яҡташыбыҙ Әнүзә Мырҙабаева  Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар ойошмаһынан хосписҡа душ кабинаһы алыуға аҡсалата ярҙам тапшырҙы. 

Егерме бер йыл элек,  2001 йылдың 1 февралендә, Ишмырҙа Хәйрнур улы Һиҙиәтов етәкселегендә хоспис тәүге пациенттарын ҡабул итә. Ә дауалау учреждениеһы булараҡ, ул 2000 йылдың 28 декаб­рендә эш башлай. Атаҡлы хирург үҙ урынына юҡҡа ғына ҡарап тороуға ошо нескә, нәзәкәтле ҡыҙ баланы әҙерләмәгәндер. Ауырыуҙарға ихлас ҡына түгел, улар өсөн яуаплылыҡ тойған, һәр эште еренә еткереп үтәргә ғәҙәтләнгән Хәлиҙәнең етәкселек һәләтен дә алдан күрә белгән ул.

Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы Йәнбирҙина-Солтанова, Ринат Таңатар улы Мәһәҙиевтар тырышлығы менән хоспис алдында Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һәйкәл ҡуйылған. Эстән дә, тыштан да ялтырап ултырған, бөхтәлек ипкене яғылған хосписта Ишмырҙа Һиҙиәтов рухы һиҙелә. Башта оло шәхескә арналып ойошторолған мөйөш хәҙер музей-кабинетҡа әйләнгән. Экспонаттар тулылана, яңылары табыла, шулар иҫәбенә ул байый бара.

 

Һәр күңелдең үҙ асҡысы

Бер генә түгел, ун йыллап унда дауаланған, күҙәтелгән ауырыуҙар бар. Бауыры бөткән бер ир менән яҡшылап һөйләшкәндән һуң ул эскеһен ташлай. Йәшәү рәүешен ҡырҡа үҙгәртә. Сәнғәт кешеһе икәнен кәүҙәһен тотошонан тойған табип уға шундай һорау бирә. Ир үҙенең элек бейеүсе булыуын, әммә тормошо килеп сыҡмағандан, эскелек һаҙлығына тәгәрәүен һөйләп бирә. Иң ҡәҙерлеһе – үҙенең ғүмере, һаулығы икәнен аңлау уның башына һуң барып етә. Кире элекке хәлемә ҡайта аламмы? Бының өсөн нимә эшләргә, тип төбәлгән өмөт тулы күҙҙәргә Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы артабан хәлдәрҙең нисек булыуы тик үҙенән тороуын аңлатыу өсөн асҡыс таба. Ниндәй тауыш, интонация менән уны әйтеп аңына еткерә алғандыр? Кешенең донъяға килгән миссияһы, бирелгән һәләте буйынса тәғәйенләнеше, әгәр ул шул юлынан тайпылһа, һынауҙар ебәрелеүе хаҡында аңлатыу, әйтерһең, мөғжизәгә юл аса. Уға яҙылған дарыуҙар шифаһын бирә, кеше яйлап аяҡҡа баҫа. Һуңынан уның нисек үҙгәреүе хаҡында яҡындары ҡыуанып һөйөнсөләй. Баш ҡалаға сығып киткән, ҡайтанан өйләнгән, ике бала донъяға килгән! Балалар бейеү студияһы асҡан. Ошоларға үҙеңде мөнәсәбәтле итеп тойоу –  үҙе  ҙур бәхет, ти Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы.

Медицинала уны арбағаны – хирургия. Шунда уҡ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, кешене һәләкәттән ҡотҡарыуға мөнәсәбәтле булыуың был һөнәрҙең әһәмиәтен арттыралыр. Сәхнәлә бейеп сыҡҡандан һуң тетрәткән адреналин, рәхәтлек, ҡабыныу операциянан һуңғы һөҙөмтәне күреүгә тиң, ти ул. Ә паллиатив хеҙмәттә ул һөҙөмтәне тиҙ генә күреп тә булмай, ул үҙеңдән генә лә тормай. Үлергә генә ҡала, тип үҙ-үҙенә генә ҡалдырылған кешенең уның менән һөйләшкәндән һуң, яңынан тыуып, өр-яңынан йәшәй башлауы, баш әйләнерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә үҙ өлөшөн күрә белеү ҙә килә аҙаҡ. Нисәмә йыл һаулығын күҙәткән ирҙең яңыраҡ үлем хәбәре тетрәтә. «Йәшәрлек ине әле. Ҡомһоҙлоҡ, йүнәлдем, мин ауырыу түгел, тигән һауаланыу харап итә кешене. Үҙен һаҡлап йәшәүҙән тайпыла. Киренән һәләкәткә илткән юлға баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡала», – ти табип.

Кеше был донъянан үҙе менән бер нәмәне лә алып китә алмай. Дүртенсе стадиялағы яман шеш диагнозы ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, тырышып бер йыл эсендә йорт һалыуын нисек аңлатаһың? Өйө ултыра ла ҡала. Ә кеше был донъяла инде юҡ. Һау башҡармаҫ эште ул үҙ иңенә алған һәм ғүмере менән түләгән. Билдәле, бәлки, ул яҡындарын, ғаиләһен яҡшы шарттарҙа ҡалдырам тип тырышҡандыр. Әммә был уларға уның үҙен алмаштыра алмай.

Күп пациенттар бында, операцияны күтәрә алмаҫ, химия ярамай, тип ебәрелгән. Хосписта яҡшы итеп ҡарау, дауаланыу – йоҡлай алмаһа, йоҡлатып, һыҙланыуҙарын баҫып, йыуындырып, ял иттергәндән һуң, кешенең организмы үҙенән-үҙе терелә башлай. Әйтерһең, ул рәхмәтен белдерә. Бары нимә борсоуын йәшермәҫкә, үҙе менән асыҡтан-асыҡ мөғәмәлә итергә һорай табип пациентынан. Тәүҙә нимәгә зарланыуын һорашҡанда артыҡ бәләһен һалмаҫҡа тырышҡан ауырыу һөйләшеү барышында үҙе лә һиҙмәҫтән асыла. «Әллә, мин уға әһәмиәт бирмәгәйнем...» – ти ул, ниңә башта был хаҡта өндәшмәүе хаҡында әйткәс. Организм ресурстарын тергеҙеүгә, ауырыу менән көрәшкә ебәрә. Ул кеше әүҙем тормош алып бара башлай. Сәнғәткә ынтыла, фольклор ансамблдәренә барып ҡушыла. Үҙ-үҙенә йомолоп ултырғансы халыҡ араһында йөрөүҙе хуп күрә. Һәм был дөрөҫ тә. Ҡасандыр  шундай һынауҙы үтеүен ул үҙе генә белә. Хисле кешеләр төшөнкөлөккә тиҙ бирелеүсән, ти Хәлиҙә. Табип урынында кеше күңелен нескә тойған психолог булыу мөһим. Һәр пациенттың күңеленә асҡыс табыу еңел түгел, сөнки һәр кем үҙенсә кисерә. Уларға юл табыу бер китапта ла яҙылмаған. Төрлөһөн ҡуллана, барыбер ниндәйҙер әмәле табыла.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Әбйәлил районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: