+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
22 Декабрь 2021, 15:27

«Беҙ – беренселәр!..»

Өфөбөҙҙөң ҡап уртаһында тирә-яҡҡа нур һибеп ултырған мөһабәт был мәктәп – ябай уҡыу йорто түгел, шөһрәтле белем усағы. Һигеҙ тиҫтә йылға яҡын республикабыҙ, илебеҙ өсөн дан улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүсе Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт  республика гимназияһы ул. Рухиәт, сәйәсәт, иҡтисад үҫешенә тауҙай өлөш индергән шәхестәребеҙҙең, уларға ҡанат ҡуйған легендар мөғәллимдәрҙең яҡты эҙҙәре һаҡлана бында. Мәктәпте бөтә илгә танытҡан аҫыл тәрбиә алымдарын, ҡабатланмаҫ традицияларҙы күҙ ҡараһылай ҡәҙерләүсе һәм үҫтереүселәрҙең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы КАЙБЫШЕВА (ДӘҮЛӘТБӘКОВА) хаҡында һөйләргә теләйбеҙ.

«Беҙ – беренселәр!..»
«Беҙ – беренселәр!..»

Моңло шишмә ҡайҙан юл ала?

Альбина Хәсән ҡыҙының телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр сығарыусы уҡыу йортона сирек быуаттан ашыу ғүмерен арнауы осраҡлы түгел. Һүҙ баһаһы, тел ҡәҙере юғары булған, илһөйәрлек иң ҙур ҡиммәт һаналған ғаиләлә тыуған ул. «Үҫкән саҡта ҡулыбыҙҙан китап, гәзит-журнал төшмәне. Хат ташыусы Елена апайҙы әллә ҡайҙан күреп ҡалып, кемуҙарҙан ҡаршыһына йүгерәбеҙ. Гәзит-журнал ҡосаҡҡа һыймай – атай менән әсәй республикала, илдә сыҡҡан баҫмаларҙың бөтәһен дә тиерлек алдыра. Өйгә типография буяуы еҫе тарала, йотлоғоп, донъяны онотоп уҡыуға сумабыҙ», – тип бала саҡ хәтирәләрен байҡай Альбина ханым.

«Әсәйебеҙ Фәниә Заһит ҡыҙы башланғыс кластарҙа белем бирһә, атайыбыҙ Хәсән Ғәлиәкбәр улы, тарих дәрестәрен алып барыуҙан тыш, ғүмер буйы мәктәп директоры булды. Өс йәшенән етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгәнгә күрә, ул тормошта ниндәй ҙә булһа уңышҡа өлгәшеү өсөн мөһим һыҙат – көслө ихтыяр кәрәклеген яҡшы белә ине һәм беҙгә лә шуны һалырға тырышты, – тип дауам итә ул. – Киләсәккә ҡарап фекер йөрөтөүсе атайыбыҙ тап Өфөләге 1-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыуы­быҙҙы теләне. Бишебеҙҙең дүртеһе ҙур тормошҡа ошо мәктәптән юл алыуы – уның хәстәрлеге». Егеттәр һәм ҡыҙҙарға атайҙарынан дауылдарға бирешмәҫлек ныҡлыҡ күсһә, йөрәктәргә асҡыс яратыу оҫталыҡтары – әсәйҙәренән. «Кеше күңеленә ҡаты бәрелеүҙән һаҡ булығыҙ!» – тип үҫтерә уларҙы оло йәнле әсә...

Саҡ ҡына алғараҡ китеп, шуны әйтәйек: Дәүләтбәковтарҙың биш балаһы ла ил-ғәм өсөн матур эштәр башҡарыусы булараҡ халыҡ ихтирамын ҡаҙанған. Өлкәндәре Артур – ике тиҫтә йылға яҡын «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире йөгөн тартыусы күренекле ҡәләм оҫтаһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Айнур – Республика мәғлүмәт үҙәге – «Башҡор­тостан Республикаһы» Нәшриәт йорто филиалы директоры, Айгөлдәре – «Ейәнсура таңдары» гәзите журналисы. Ә кинйәкәй Айгүзәл – Межгорье ҡалаһында күҙ табибы. Бер ғаиләнән өсәүҙең үҙ яҙмышын рухиәтебеҙҙең мөһим өлкәһе – республика матбуғатын үҫтереүгә бағышлауына атайҙарының район гәзитендә әүҙем штаттан тыш хәбәрсе булыуы ла йоғонто яһағандыр, моғайын. 

...Альбина Хәсән ҡыҙы үҙе лә, асылда, уҡытыусы ғына түгел, тәбиғәте менән ялҡынлы публицист та, ҡәләменән моң тамған шағирә лә.

Күбәләгем, төш әле,

күлдәгеңде күрәйем.

Күлдәктәрең бысраҡ булһа,

йыуып ҡына бирәйем.

Күбәләгем, матурым,

көнө буйы осаһың.

Көнө буйы осаһың да төнөн ҡайҙа ҡунаһың?

Күбәләк менән уйнап йөрөгән һигеҙ йәшлек ҡыҙының теленән төшкән ябай ғына был шиғри юл­дарҙы Хәсән Ғәлиәкбәр улы, иғти­барһыҙ ҡалдырмайынса, балалар гәзитенә ебәрергә дәртләндерә. Йәш хәбәрсе Дәүләтбәкованың «Йәншишмә» менән тығыҙ бәйлә­неше ана шулай башланып китә. Өфөлә гимназияла уҡығанда иһә Альбинаның ижади булмышы тағы ла нығыраҡ асыла, ул «Шишмә тауышы» тигән гәзиттең мөхәррире итеп билдәләнә. «Филологияла ҙур уңыштарға өлгәшә торған уҡыу­сыһың!» – ти уҡытыусылары, бар яҡлап килгән һылыуҙың фәнгә лә тартылыуын күреп.

1990 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олим­пиадаһында еңгән ҡыҙ алдында БДУ-ның ишектәре киң асыла – ул башҡорт филологияһы һәм журна­листика факультетына имтиханһыҙ инеп китә...

...Һүҙ тылсымын нескә тойған гүзәл, әгәр журналистиканы һайлаһа, һис шикһеҙ, милли матбуғатыбыҙ күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыр ине. Әммә ҡыҙ тыуған йорттай ғәзиз мәктәбененең тартыу ҡеүәтенә ҡаршы торорҙай көс тапмай: ул ваҡыттағы директор Миңлегәрәй Өмөтбаевтың саҡырыуы буйынса 1-се гимназия-интернатҡа уҡытыусы булараҡ аяҡ баҫа.

 

«Ғәжәйеп матур йолабыҙ бар...»

«Ғаиләбеҙҙә ғәжәйеп матур йола бар ине – атайым, әсәйем һәм беҙ, балалар, кистәрен түңәрәк өҫтәл артында ултырабыҙ ҙа көндөң нисек үтеүе тураһында һөйләшәбеҙ, – тип бүлешә Альбина Хәсән ҡыҙы. – «Йәгеҙ әле, балалар, ниндәй билдә алдығыҙ?» – тип һүҙ башлай атай менән әсәй. Шунан йә маҡтап ҡуялар, йә шелтәләп алалар. Ысынында иһә ниндәй билдә алыуыбыҙҙан бигерәк (икеһе лә уҡытыусы булғас, нисек өлгәше­үебеҙҙе белеп торалар), улар өсөн күңелебеҙҙәге кисерештәрҙе ишетеү, арабыҙҙағы яҡынлыҡ һәм ышаныс мөһим. Ул кистәрҙең йылыһы мине ғүмер буйы оҙатып килә... Һәм әлеге күренеш бөгөн үҙемдең ғаиләмдә лә кис һайын ҡабатлана: «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар, көнөгөҙ нисек үтте?» – тибеҙ атайҙары менән. Ынйыбыҙға 22 йәш, ул беҙҙең гимназияны тамамланы, туған тел буйынса олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып,    призлы  урындар яулап йөрөнө, бөгөн БДУ-ла белем ала. 12 йәшлек Алһыу менән 10 йәшлек Майя (мулла ҡушҡан исеме Мөхәббәт) эргәләге 136-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Алһыу моңға ғашиҡ, фортепианола һәм гитарала уйнай. Ә Майя йылҡысылыҡ буйынса боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙергә, ат һарайы төҙөргә хыяллана, яңыраҡ йылҡысылыҡ терминдары буйынса олимпиадала ҡатнашты. Ҡыҙҙарымдың ике яҡлап та өләсәй-олатай һөйөүенә сорналып үҫеүенә шатланам...»

 

«Йыһандай маҡсаттар ҡуйығыҙ!»

«Һеҙ – халҡыбыҙ, телебеҙ, тарихыбыҙға йөрәгендә һөйөү йөрөтөүсе, уны киләсәктә үҙ балала­рығыҙға тапшырыусы, йыһандай маҡсаттар ҡуйып, илебеҙ өсөн данлы эштәр атҡараһы егеттәр һәм ҡыҙҙар!» – республиканың төрлө мөйөштәренән килеп, тәүге дәрескә ингән уҡыусыларына ул шулай тип мөрәжәғәт итә. Әсәһенең наҙлы ҡосағынан айырылып, сит мөхиткә эләккән балаларҙың һәр береһе үҙ сабыйылай яҡын уның өсөн, һәр ҡайһыһының йәнен имләр һүҙе әҙер. «Һуңғы ике йылда панде­мияға бәйле хәлдәр уҡыусы­ларҙың күңел торошонда ныҡ сағыла. Олатай-өләсәһен, атай йәки әсәһен юғалтыу ҡайғыһын кисергәндәр ҙә, хатта тулы етем ҡалғандар ҙа бар араларында», – ти Альбина Хәсән ҡыҙы һәм ошо осорҙа уларға быуын нығытырға ярҙам итеүҙе бурысы итеп һанай. Мәк­тәпкә килеүселәр араһында туған телен бик насар белеүселәр булыуы, бер яҡлап, уны ҙур хафаға һалһа, икенсе яҡлап, республика етәксе­легенең, милли йәмәғәтсе­лектең был мәсьәләгә етди иғтибары ышаныс утын дөрләтә: әсә телен уҡытыу өсөн һынылышлы дәүерҙе лайыҡлы үтәсәкбеҙ! «Тик, дәүләт ниндәй генә саралар күрһә лә, телебеҙ киләсәге өсөн төп яуаплы­лыҡ ата-әсә ҡулында – шуны онотмайыҡ!» – тип өндәй мөғәллимә.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ижади эшмәкәрлекте үҫтереү» тигән йүнәлеш буйынса эшләүсе уҡытыусы шуны белә: туған телендә ижад иткән бала ғүмер буйы тормоштоң һәр өлкәһенә илһамлы ҡараш менән бағасаҡ, был иһә мотлаҡ уңышҡа илтә. Ул  алып барған «Аҡ ҡауырһын» түңәрәгенә йөрөүселәрҙең, республика, ил кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә матур һөҙөмтә күрһәтеүселәрҙең яҙмышы ла быны дәлилләй.  Һуңғы йылдарҙа Лидиә Динмөхәмәтова, Айзирә Шәйхетдинова, Зәриә Моратова, Илүзә Янбаеваларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүе, былтыр Әлфиә Сәғитованың бөтә Рәсәй конференцияһында юғары баһа алыуы, ә быйыл Гөлсинә Йомағу­жинаның  «Мостай уҡыуҙары»нда еңеүгә өлгәшеүе остаз йөрәгенә көс, эшенә ҡеүәт бирә.

Гимназия, республикалағы һәм илебеҙҙәге иң яҡшы юғары уҡыу йортона инерлек белемдән тыш, милли рух биреүе, яҡты маҡсатыңа барырға өйрәтеүе, ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ хисен һалыуы менән үҙенсәлекле – былар бөтәһе лә уны тамамлау­сыларға әлеге ҡатмарлы донъяла үҙ юлын табып, шәхес булып балҡырға ярҙам итә. Инде үҙҙәре олпат йәшкә еткән уҙамандар һәм ханымдар: «Һағыныуға түҙә алмай, «ҡайтам» тигән сағымда әл дә алып ҡалдығыҙ, әсәйҙе алмаштырҙығыҙ!» – тип рәхмәт уҡый икән, тимәк, хеҙмәтем бушҡа түгел», – ти ғорурлыҡ менән мөғәллимә.

 

Йөрәк түрендәге хәтирә

«Эш башлаған мәлдән 26 йыл үтеп тә киткән!» – ти Альбина Хәсән ҡыҙы, хәтер һандығында һаҡ­ланған иҫтә­лектәрҙе барлап. Араһында берәүһе, һаман илаһи көс биргәне, йөрәгендә айырым урын биләй – әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, мәшһүр Мостай Кәрим менән бәйле ул.

– Йәш белгес булараҡ, ең һыҙ­ғанып эшләп йөрөгән сағым. Гөр килеп, Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар үткәрергә йөрөйбөҙ. Шул мәл миңә оло бәхет – уның өйөнә барып, интервью алыу насип булды. Әңгәмәне видеоға яҙҙырырға тормош иптәшем Рәсих тә барҙы. Бөйөк шәхестең ябайлығы, беҙҙе, йәш кенә балаларҙы, ҙур ихтирам менән ҡаршы алыуы таң ҡал­дырҙы. Ике сәғәттән ашыу барған осрашыуҙа оло аҡыл эйәһенең, һис йәшермәйенсә, күңелендәге тәрән борсолоу-һыҙланыуҙарын да, шатлыҡтарын да асып биреүенән сикһеҙ әҫәрләнеп ҡайттым. Ул ҡиммәттәр алмашынған аяуһыҙ дәүерҙе – 90-сы йылдарҙы бик ауыр кисереүе, шул осорҙа бер нисә йыл ҡулына ҡәләм ала алмауы тураһында бәйән итте, студент сағында беҙҙең мәктәптә практика үтеүе хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, – ти Альбина Хәсән ҡыҙы.

Гимназиялағы Мостай Кәрим исемендәге музейға ул яҙыусының байтаҡ шәхси әйберҙәрен алып ҡайта. Әҙип үҙенең ҡыҙы Әлфиәгә: «Беренсе мәктәп экспонатҡа нәмә һораһа, шуны бир», – тип әйтеп ҡуя. «Атайым һине, йәш булһа ла, бик эшлекле ҡыҙ, тине!» – Әлфиә Мостай ҡыҙы был һүҙҙәрҙе еткергәс, һылыу күккә менгәндәй була.

«Мәктәбегеҙ минең өсөн һәр ваҡыт бөтә яҡлап беренсе, ә һеҙ беренселәр булып ҡаласаҡһығыҙ!» – яҙыусының шулай тип белдереүе ҙур баһа ла, фатиха ла булып яңғырай.

...Һәм һәр иртә гимназия ишеген асҡан һайын Альбина Хәсән ҡыҙы йәненә ҡәҙерле һүҙҙәрҙе ҡабатлай: «Беҙ – беренселәр!..»

Александр Данилов һәм ғаилә архивы фотолары.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: