+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
23 Ноябрь 2021, 15:38

«Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын...»

Йылғалары, бормаланып, Аллаһ һүҙен яҙған ошондай мөғжизәле ер бармы икән тағы донъя йөҙөндә? Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән һуғарылған төйәк ул тыуған ауылым – Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы. Әйтерһең, оҫта ҡулдар тигеҙләп өйгән пирамида һымаҡ тауҙар – Сатыртау, Сусаҡтау, Эткенәйтау, тын ағышы йәнде дауалар йәшел күҙле Дим, офоҡтарға барып тоташҡан зөмрәт туғайҙар – ошо хозурлыҡтар ауылдаштарым күңеленә күсеп, һәр береһен тиерлек йә йырсы, йә гармунсы, йә шағир, йә батыр иткән. Ул һәләттәрен һис хазина тип һанамай, бар ғәмгә күрһәтеүҙе кәрәк тапмай ғүмер итеүҙәре иһә – баҫалҡылыҡтан түгел, яугир ата-бабаларҙан килгән эске үҙбаһанандыр, тием. Хатта меңдәрсә йөрәктәрҙә йондоҙ булып балҡып, ҙур шөһрәттәр ҡаҙанғандары ла, үҙен данлымын тип иҫәпләмәй, иплелек ҡатыш тыйнаҡ дәрәжәһе менән әсир итә. Һүҙем – Дим буйы аҫылы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНА хаҡында.

«Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын...»
«Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын...»

Бал ҡорто һырыуы – бәхеткә

«Йылдар үтеү менән, күңелемдән бала сағыма йышыраҡ әйләнеп ҡайтам һәм шул дәүерҙәге ауылдың оло, яҡты бер донъя булыуына һоҡланам. Инәйем менән атайым замандаштары, ауырлыҡтарға, юҡсыллыҡҡа ҡарамаҫтан, бәхетле быуын булған, тием. Иртәгәһе көндөң матурыраҡ булыуына ышанып, фиҙакәр эшләгән, сәбәләнмәй донъя көткән апай һәм ағайҙарҙың, өләсәй һәм олатайҙарҙың сикһеҙ йәшәү ҡөҙрәтенә таң ҡалам.

Ҡаршыбыҙҙа апалы-һеңлеле өс әбей йәшәй ине – Сәхипъямал, Әсҡәпъямал, Миңзифа. Йәшлектәре һуғыш йылдарына тура килеп, өсәүһе лә кейәүгә сыҡмай ҡалған. Ир наҙын, әсәлек шатлығын татымайынса, ҡыҙ килеш ҡартайған әбейҙәр, исмаһам, яңылыш ҡына бер уфтанһа! Күгәрсендәй гөрөлдәп кенә көйләп, эштәрен бөтөрөп йөрөрҙәр ине», – тип хәтирәләрен барлай Миңзәлә. Хәҙисә нәнәһенең әхирәттәре булған был әбейҙәргә ҡыҙ йыш инә. Бер мәл уларға Ҡөрьән ашына китеп барғанда, Миңзәләне баштан аяҡ бал ҡорто күсе һырып ала. Тиҫтәләрсә ҡорт сағыуҙан шунда уҡ шешенеп сыҡҡан баланы тиҙ арала һалҡын һыуға һалалар. «Күс һырыуы – уңышҡа, бәхеткә, киләсәктә, күс һымаҡ, уңыш-бәхет сорнаясаҡ. Ҡорт ғаиләһе сағыуы  алда көтөп торған ниндәйҙер ҡаты сирҙән алып ҡалған», – ти шул саҡ әбейҙәрҙең өлкәне бала тәненән ҡорт энәләрен сүпләүсе нәнәһенә. Ҙур сәхнәләрҙә алҡыштарға һәм сәскәләргә күмелгән саҡтарында күп тапҡырҙар изге күңелле күрше әбейенең аҡ юрауын иҫенә төшөрәсәк ул.

 

«Донъяны мөхәббәт ҡотҡара»

Атаһы менән әсәһенең ҡауышыу тарихы – Миңзәлә өсөн иң матур һөйөү ҡиссаһы. «Әсәйемдең атайыма ғүмер буйы һоҡланып йәшәүен иҫкә төшөрөп, мең мәртәбә ҡабатларға ризамын: «Донъяны матурлыҡ түгел, мөхәббәт ҡотҡара», – ти актриса.

«Иҫке Ҡайып ауылында йәшәүсе Мәстүрә тигән ҡатындың иҫ китмәле уңған ҡыҙы үҫә икән» – 12 йәшендә тракторға ултырып, колхоз баҫыуҙарын һөрөүсе Шәмсинурҙың даны Ҡыпсаҡ-Асҡарға ла килеп етә. Атаһына еҙнә тейешле Муллабай менән Ғәйнетдиндең Ҡайыпҡа эш буйынса барғанда Мәстүрәләргә һуғылыуы Хоҙай әшкәртеүе булғанмы икән? Егет баҫҡан ерендә осҡон сәсрәткән һылыуҙы күреү менән телһеҙ ҡала. Ул заманда беҙҙең яҡтарҙа боронғо йола – ҡыҙ урлау һаҡланған була әле. Ҡайнар ҡанлы Ҡыпсаҡ егете биш уйлап тормай – ҡапҡа төбөнә оҙата сыҡҡан ҡыҙҙы биленән генә эләктереп кырандасҡа ултырта. Ә ҡара толпары, теҙгенде бер ҡағыу менән, елдәй елеп, оло юлға барып та сыға. Аңын-тоңон төшөнөп етмәгән Шәмсинур һушына килгәнсе, Ғәйнетдин эргәһендәге гармунын һыҙҙырып ебәрә, ауылдың барлыҡ ҡыҙҙарын йоҡонан яҙҙырған бәрхәт тауышы менән йыр башлай. Ярһыу, тәрән моңға арбалған ҡыҙ шул минутта ғүмерлеккә ғашиҡ була. Гөлтләп ҡабынған хистәр аҙаҡ юғалтыу-табыштар менән тулы тормош юлында, фәрештәләй, уларҙы ҡурсалап барасаҡ көскә әйләнәсәк. Яҡындарыңды, эшеңде, үҙеңде уратып алған кешеләрҙе яратыу – әҙәм балаһын матур иткән ошо тойғо уның балалары булмышына ла күсәсәк. Республикабыҙҙың данлы театры сәхнәһендә Миңзәлә Хәйруллина 40 йылға яҡын осорҙа уйнаған сағыу образдарҙың һәр береһе ҡөҙрәтле һөйөү менән һуғарылыуы бына ҡайҙан килә ул!

 

«Шул йылынан йәнем бөтәйә»

«...Алдынғы ферма мөдире булған атайым менән уңған сөгөлдөрсө, Почет билдәһе ордены кавалеры инәйем көнө буйы эштә. Беҙ – Ринат ағайым, Бибинур апайым, мин, Ғилметдин һәм Рәшит туғандарым – Хәҙисә нәнәйебеҙ, атайымдың әсәһе, тәрбиәһендә буй еткерҙек. Ул барыбыҙҙы ла йәй етеү менән урман-ҡырҙарға алып сығып китә торғайны. Серәкәй-күгәүен таламаһын тип, тәүҙә тәнгә кәрәсин һөртә. Юлда ялан-тауҙарҙың тарихын һөйләй, һәр үлән менән таныштыра бара. Утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрәләр менән ер еләге, ҡурай еләге, сейә, бөрлөгән, ҡарағат, шоморт, балан алып ҡайтабыҙ, уларҙан ҡайнатма эшләп, мөгәрәпте тултырабыҙ. Нәнәйем менән бәпкә көтөүҙәр, йомшаҡ күл һыуында шәкәрҙәй ағартып кер йыуыуҙар, доғаларын уҡый-уҡый беҙҙе мунса индереүҙәре – хәтер һандығындағы ошо иҫтәлектәрҙән уның йөрәк йылыһын тойоп, йәнем бөтәйә. Нәнәйемә оҡшап, үлән, еләк йыйыр өсөн, йәйҙәрҙе көтөп алам...» – тип һөйләй Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы.

 

«Эшләп үҫтек»

Колхоз алға барһын, тип эшкә мөкиббән киткән Ғәйнетдин Шәмсетдин улының һәм Шәмсинур Сөләймән ҡыҙының балалары ла бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫә. Ут бөркөлгән селләлә бәрәңге утауҙар, шунан сөгөлдөргә төшөүҙәр, байрамға әйләндереп, бесән сабыуҙар – ҡояшлы бала саҡтың айырылғыһыҙ күренештәре. Шаян елдәр менән уҙышып, атта сабыуҙарҙың, аҡ сабаҡтай ярышып, Димдә йөҙөүҙәрҙең кинәнесен әле лә тойғандай Миңзәлә. «Иҫке Ҡайыпҡа барып, Мәстүрә нәнәйемдең өйөн йыуып, баҡсаһын утап, бер ыңғайҙан ял да итеп ҡайтабыҙ – ҡайһы арала өлгөргәнбеҙҙер! – ти ул. – Ә ураҡ еткәс, көндөҙ ҙә, төндә лә ырҙын табағында иген елгәрәбеҙ. Төнгө берҙә эште тамамлап, яңы һауған һөттәй йылы йылғаға ай яҡтыһында һыу инергә йүгерәбеҙ!»

Өйҙәге мәшәҡәттәр иһә ҡыҙ өсөн – уйын ғына. Уҡыуҙан ҡайтҡас, йорт эштәрен йәһәт кенә бөтөрөп, төштән һуң йәнә мәктәпкә ашыға. Пионервожатый Әлфиә Иҫәнғолова ойошторған бөтә сараларҙың уртаһында – концерт-спектакль булһынмы, урындағы радиоүҙәктә сығыштармы – йыр-бейеү яратҡан Миңзәлә. Спортта ал бирмәҫ ҡыҙҙы район ярыштарынан да ҡалдырмайҙар. «Тәүге уҡытыусым Баныу Вәлиева, телебеҙҙең илаһи моңон асҡан, мауыҡтырғыс әҙәбиәт иленә ғашиҡ иткән Ира Ғәзизова, Флүрә Кирәева, Мөнир Шәйхетдинов һәм бөтә уҡытыусыларым алдында башымды эйәм», – ти ихлас күңелдән Миңзәлә ханым.

 

Мәшһүр остаздар шәкерте ул

Бәләкәй йөрәгенә һүнмәҫ нур һалған ауыл мөғәллимдәренә лә, оло сәхнәгә алып килгән Рифҡәт Исрафилов, Гөлли Мөбәрәкова, Зәйтүнә Бикбулатова,Тамара Хоҙайбирҙина кеүек мәшһүр сәнғәт әһелдәренә лә ул мең-мең рәхмәтле. Тылсымлы театр донъяһы серҙәренә бөйөк остаздарҙан төшөнөүен сикһеҙ бәхет тип күрә. «Һуңғы курста Антон Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә – Наташа, испан драматургы Кальдерондың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» комедияһында – Инесса, Александр Вампиловтың «Өлкән улы»нда Нина ролдәре, йәшлек ҡайнарлығын һалып уйнағанғамы, һаман күңелдә», – ти актриса.

 

Ижадында – тормош үҙе

Һәр жанрҙа уңыш ҡаҙаныусы, ифрат киң яҡлы талант эйәһе. Театр белгестәре Миңзәлә Хәйруллинаны шулай тип нарыҡлай. «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!» пьесаһы (авторы – Флорид Бүләков) буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдә – Фатима, «Их, кәләше лә, кәләше!»ндә (Хәкимйән Зарипов) – Баллыбикә, «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан» (Илдар Юзеев) спектаклендә –       Регина, «Шәүрәкәй»ҙә (Мөхәмәтша Буранғолов) – Аҫылбикә, «Йәш йөрәктәр»ҙә (Фәтхи Бурнаш) Мәфтуха – оҙайлы ижад юлында Миңзәлә тыуҙырған 100-ҙән ашыу образдың һәр береһе сағыу, халыҡсан һәм тормошсан булыуы менән арбай. «Ҡоҙаса» комедияһын ҡараған ауылдаштарының: «Шәмсинур тип торабыҙ!» – тиеүен актриса иң ҙур маҡтау булараҡ ҡабул итә, сөнки Мәхмүзә ролендә тап әсәһенең булмышын һынландырырға тырыша. Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр»ендә 12-се бәпесен табыусы Гөлфинә образын ижад иткәндә иһә 15 балаһын да үҙе донъяға килтергән, сабыйҙары өсөн йән атыусы ҡатын менән танышып, әсәлек бөйөклөгөн сағылдыра.

Йондоҙло сәғәттәренең ҡайһыһы айырыуса ҡәҙерле икән уның өсөн? Йөрәк параһы булған балалай, барыһы ла ғәзиз, тиер, моғайын. Шулай ҙа араларында берәүһен – Нәжиб Асанбаевтың «Миләш-Миләүшә» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге төп ролде яҙмыш бүләге тип һанай ул. Башҡортостан тамашасыһын ғына түгел, гастролдә саҡта бөтә Ҡазанды ғашиҡ иткән Миңзәлә-Миләүшәне дәррәү алҡыштарға күмәләр, уның хаҡында таң ҡалырлыҡ мәҡәләләр донъя күрә, тапшырыуҙар әҙерләнә... «Миңзәлә – күҙҙәре менән уйнай белгән актриса. Ул спектаклдә  уйнамай, ә йәшәй, һин уның кисерештәрен йөрәгең аша үткәрәһең», – тип яҙасаҡ аҙаҡ Нәжиб Асанбаев, һоҡланыуын һәм рәхмәтен белдереп.

Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандың театр майҙандарында, Себер тарафтары, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Һамар, Тольятти, Симферополь, Ырымбур һәм башҡа ҡалалар сәхнәләрендә мәңгелек ҡиммәттәрҙе башҡортса еткереп, алҡыштарға күмелгән актриса шуны яҡшы белә: йөрәктән сыҡҡан һүҙгә тәржемә кәрәкмәй.

Ул шулай уҡ театрҙың актерҙан тулыһынса бирелгәнлек талап итеүсе сәнғәт төрө икәнлеген дә билдәләй. «Ҡолас ташлап ижад иткән осорҙа йәйҙәрен 60-70-әр көн гастролдә йөрөргә тура килде. Һағыныуға түҙмәй, телеграмма һуғам. Үҫмер саҡтан яратышып өйләнешкән ирем, сабыйыбыҙҙы күтәреп, беҙ сығыш яһаған ҡалаларға самолетта килеп етә торғайны. Саф һөйөүебеҙ емеше булған Радмир улым – бөгөн таянысым, үҙ эшен алып барыусы хоҡуҡ белгесе. Киленем Зөлфиә менән алмалай ике бала үҫтерәләр: Әмирханға – 12, Азалияға һигеҙ йәш», – тип бүлешә Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы.

 

Йәнбикә-Миңзәләнең әйткәне

Остаз актерҙар сафына баҫҡан яҡташымдың бөгөнгө ижады ҡабатланмаҫ балҡышы менән әсир итә. «Бер мәл санаторийҙа» (авторы – Наил Ғәйетбаев) спектаклендә – эш тип янып, үҙ сабыйын бағыу бәхетенән мәхрүм, әммә бөтә ғүмерен балаларға арнаған мәктәп директоры Камилә Мөхтәровна, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында (Таңсулпан Ғарипова) батыр әсәһе – ҡаһарман Баҙыян образдары тамашасыны уйҙар сөңгөлөнә һалып, хистәр ҡойононда уйната.

Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы – үлемһеҙлек хаҡындағы «Урал батыр» эпосында тәү Әсәбеҙ Йәнбикә роле иһә Миңзәлә Хәйруллина йөрә­гендә айырым урын биләй. «Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын халҡыңа», – тигәйне актриса бер әңгәмәлә. Йәнбикә-Миңзәләнең әйткән һүҙе бер түгел, әллә нисә дәүерҙең көслө ҡайтауазы булып яңғырай.

Александр Данилов һәм архив фотолары.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: