+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
26 Октябрь 2021, 10:38

Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә

«Тормош еңел бирелмәй. Әгәр ауырлыҡтарға баш эймәй, маҡсаттар ҡуйып, ҙур өмөт менән тырышып йәшәһәң, ул алға бара. Ғүмер бер генә икәнен оноторға ярамай. Изге ғәмәлдәр ҡылып ҡалырға, уның өсөн һәр саҡ уяу булырға, аңлы эш итергә кәрәктер, тип уйлайым», – үткән йәйҙә үҙенең 70 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, утыҙ биш йыл ғүмерен белем биреү өлкәһенә бағышлаған Алһыу Ибраһим ҡыҙы Абдуллина шулай фекер йөрөтә.

Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә
Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә

Хеҙмәт сыныҡтырған уны

Баймаҡ районы Түбә ҡасаба­һында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә Алһыу. Өлкән туғандары төрлө йәштә үлеп ҡалғас, баш бала вазифалары уның иңенә ята. Атаһының иң беренсе ярҙам­сыһы була: бесән дә саба, күбә лә тарттыра, кәбән башында ла тора, утынға ла йөрөй. «Матур сигеүҙәр сиктем, машинкала кейем тектем, ойоҡбаштар бәйләнем, аш-һыу әҙерләү ҙә минән ҡалманы. Сапсал йылғаһы буйында үҫтем: малайҙар менән ярышып йөҙөп, һыу төштөм, ҡаҙ бәпкәләре көттөм, йомшаҡ һыуында кер йыуҙым. Ҡыш боҙҙа уйнауҙар, тауҙан шыуыуҙар онотолмай. Ҡасабаның 2-се һанлы мәктә­бенә биш саҡрымға йәйәү йөрөп уҡыныҡ», – тип хәтерләй ул ялан аяҡлы бала саҡтарын.

Дүртенсе синыфты тамамлаған йылдың май айында, янғын сығып, йорттарынан көл-күмер генә ҡала. Хөкүмәт комиссияһы килеп ҡара­ғандан һуң, һуғыш ветераны Ибраһим Ғәлиастан улы һәм тыл хеҙмәткәре Ғәбиҙә Шәмсетдин ҡыҙының ғаиләһенә ваҡытлыса торлаҡ бирәләр, өй һалып сығыр өсөн матди ярҙам, ағас бүләләр.

Быға тиклем йылға аръяғында йәшәһәләр, яңы йортто Түбәнең үҙендә, мәктәпкә яҡын урында, күтәрәләр. Алһыу ҡыуанып музыка, бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөй, саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай. Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, клас­таш ҡыҙҙары менән Сибай         педагогия училищеһына юл тота.

Дүрт йыл уҡыу һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 1970 йылда йәш педагог туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Уға баш­ланғыс кластарҙы бирәләр, шулай уҡ географиянан да дәрестәр алып бара. «Эшләп аҡса туплағас, өҫ-башты бөтәйтеп, яҡты һәм ҙур өмөттәр менән Башҡорт дәүләт университетына уҡырға киттем. Кистәрен эшләп, уны уңышлы тамамланым. Студент йылдарым иң матур осор булды», – ти Алһыу Ибраһим ҡыҙы.

 

Ауылға – Йылымға...

Өфөлә уҡығанда буласаҡ тормош иптәшен – райондашы, Йылым ауылы егете Далханы осрата һәм уға кейәүгә сыға. Өфөлә улдары Руслан тыуа.

Яңы уҡыуҙы тамамлаған йәш­тәргә киң офоҡтар асыла. Алһыуға баш ҡаланың 20-се мәктәбенә эшкә йүнәлтмә бирәләр. Тик ҡәйнәһе уларҙың ауылға ҡайтыуын теләй: «Яңы мәктәп асылды, ауылға ҡай­тығыҙ», – ти ул. Башҡорттоң боронғо йолаһын тотоп: «Килендәргә тоттороп ебәрер улдар үҫтермәгәнмен», – тип тә өҫтәй.

Йәштәр эшкә сума. Ғаилә башлығы урман хужалығы предприя­тиеһында етәксе вазифала алды-ялды белмәһә, Алһыу мәктәптән ҡайтып инмәй. «Ауылда бөтә эш уҡытыу­сылар иңендә ине элек: уҡытыу, клубта концерттар, спектаклдәр ҡуйыу, һайлауҙар үткәреү, пропаганда эшен алып барыу, сәйәси уҡыуҙар ойоштороу. Яҙ булһа – ағас ултыртыу, йәй уртаһында йәшел ботаҡ аҙығы әҙер­ләү... Шулай ун бер йыл ғүмер үтеп тә китте», – мәғариф ветераны йылылыҡ менән үткәндәрҙе байҡай. Ғүмере буйы йылымдарға оло ихтирам тойғоһо йөрөтә ул күңелендә. «Йылым ауылы халҡы үҙе бер башҡа – тыныс, кеселекле, иғтибарлы ул. Бер-береһенә ауыр һүҙ әйтеүҙән тыйылалар, туғанлыҡ, татыулыҡ көслө уларҙа. Рәми Ғарипов исемендәге       1-се һанлы гимназия-интернатында ауылдан күп бала уҡыны. Эш буйынса барғанда, Йылым мәктәбенән килгән уҡыусыларҙы 9-сы класҡа бик теләп алабыҙ, сөнки улар аҡыллылар, белем кимәлдәре юғары, русса ла, сит ил телдәренән дә яҡшы өлгәшәләр, тиеүҙәре йөрәккә май булып яғыла ине», – ти Алһыу Ибраһим ҡыҙы. 

Йылымда икенсе улдары Дамир донъяға ауаз һала. Малайҙары Миңлебикә ҡартәсәләренең тәр­биәһен, наҙлы һөйөүен татып үҫә. Ҡәйнәһе алты балаһының барыһын да ауылда төпләндерә, береһен дә ситкә ебәрмәй. Бәлки, үҙенең һау­лығы артыҡ шәп булмағанға шулай теләгәндер. 1987 йылда, 59 ғына йәшендә, ул яҡты донъяларҙан китеп бара. Ойоштороп торған, бергә бәйләп тотҡан кеше булмағас, инде башлы-күҙле булып бөткән балалары үҙ юлынан китә. Советтар илендә лә «перестройка» тип аталған ҡырҡа үҙгәрештәр башланып торған заман була ул.    

 

Офоҡтар киңәйгән саҡ

Балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға ҡулай тип, Сибайға барып төпләнә Абдуллиндар. Әлбиттә, уларҙы ҡалала бер кем дә көтөп тормай – барыһын да үҙҙәренә табырға, йүнләргә тура килә. Тәүҙә ҡуртым торлаҡта йәшәйҙәр. Өс йыл ярымдан һуң ғына кооператив фатир алыуға өлгәшәләр, аҡсаһын йыл буйы түләйҙәр. Ғаилә башлығы тәүҙә үҙ һөнәре буйынса эшләй, торараҡ шәхси эшҡыуар булып китә. Ҡала­ның 12-се мәктәбендә башҡорт һәм рус теленән уҡытҡан Алһыу Ибраһим ҡыҙының тырыш хеҙмәте яңы урында лайыҡлы баһалау ала – ул Башҡортостандың мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ була. Улдары ла ҡала ерлегендә баҙап ҡалмай. Яҡшы өлгәшәләр, үҙ кластарында лидер булып танылалар.  Дамир, ауылдан килгән башҡорт балаһы, тип кәмһетергә маташҡан малайҙарҙы бик тиҙ үҙ урынына ултырта.

Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә инспектор итеп өсөнсө тапҡырға саҡырғас, башҡа эштә лә үҙемде һынап ҡарарға кәрәк, тигән уйҙа ризалығын бирә. Баймаҡта, мәктәп директоры итеп ҡуябыҙ, район Советына эшкә кил, тип ҡоҙалаған саҡтар була, тик тормош иптәше ҡаршы төшә, һинең түрә­легең миңә кәрәкмәй, ти. Ә был юлы ул фатихаһын бирә. Мәғариф бүлегендә Алһыу Ибраһим ҡыҙы һигеҙ йыл хеҙмәт итә, начальник урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Эш буйынса уға Өфө юлын күп тапарға тура килә. Дәүләт теле статусы алған башҡорт телен мәктәп­тәрҙә, балалар баҡсаларында уҡытыуҙы ойоштороу, милли аң кимәлен күтәреү буйынса саралар күреү күп көс, көсөргәнеш талап итә. Балалар һабантуйҙары, ижади эштәр, йыл уҡытыусыһы конкурс­тары үткәреү, мәктәптәрҙә кабинеттар, башҡорт кластары асыу, балалар баҡсаларында төркөмдәр булдырыу, радио-телевидениела сығыштар, ҡала делегацияһы менән райондарға, сит өлкәләргә сығыу – милләттең килә­сәге өсөн иҫ китмәле ҙур хеҙмәт була улар.

Алһыу Ибраһим ҡыҙы хаҡлы ялға Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан сыға. Уның хеҙмәт кенәгәһендә Мәғариф министрлығынан, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡала хакимиәттәренән, эшләгән урындарынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тураһында ун туғыҙ яҙыу теркәлгән.

 

«Тыныс холоҡло, аҡыллы һәм талантлы ине...»

Тормош иптәше Далха Мотаһар улы хаҡында әйтелгән һүҙҙәр был.

«Эшкә шәп кеше булды. Иң-иңе – балаларҙы яратыуы, уларҙы үҙе бел­гәндәргә матур итеп өйрәтеүе, әлбиттә. Беҙ уның эргәһендә иң ҡәҙерлеләре булдыҡ», – тип баш­лаған фекерен дауам итә Алһыу апай.

Далха Мотаһар улы баянда, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа оҫта уйнай, бейей, халыҡ йырҙарын яратып башҡара, республика конкурстарында ҡат­нашып, бер нисә тапҡыр «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында билдәләнә.

«Уның өсөн Рөстәм менән Арыҫлан ейәндәре, Әдилә менән Әмилә ейәнсәрҙәре – иң ҡиммәтле хазина ине. Минең бушай алмағанды белеп, балалар баҡсаһындағы сара­ларға уны саҡырыр булдылар. Бәлә­кәйҙән спорт менән шөғөлләнгән Рөстәм менән Арыҫлан өсөн гел ул көйәрмән ине. Икеһен дә етәкләп мәктәпкә алып барырға насип булды Далхаға. Үҫкән һәр мәлдәрен видео­камераға төшөрҙө. Ейән-ейәнсәр­ҙәре тормошо менән йәшәүҙән күңеленә шифа алды», – тип хәтирә­ләргә бирелә Алһыу Ибраһим ҡыҙы.

Тормош аяуһыҙ ҙа була шул. 2012 йылда, йәмле йәй яңы үҙ көсөнә ингән мәлдә, ҡапыл йөрәге туҡтап, алтмышын да тултырмаған Далха       Мотаһар улы мәңгелек йортҡа күсә. Кинәнеп йәшәргә лә йәшәргә ине әле уға. Бер-бер артлы кесе ҡустыһы Мораттың, апаһы Таңһылыуҙың арабыҙҙан китеп барыуы йөрәгенә биргәндер. Иртә әсәһен юғалтыу ҙа эҙһеҙ үтмәгәндер. «Нисек итеп унһыҙ йәшәрмен, тип ут йоттом. Ныҡ ауыр булды», – оло юғалтыу аша үткән һәр кем ҡатын кеше кисерештәрен аңлар, әлбиттә.

Ҡайғыһы нисек кенә ауыр булмаһын, Алһыу ханым үҙен ҡулға ала, артабан йәшәп китер өсөн көс таба. Тормош иптәшенең илһам, ғәйәт ҙур тырышлыҡ менән булдырған шәхси предприятиеһын һаҡлап алып ҡалыуҙы, эшен дауам итеүҙе изге бурысы һанай. Бында ул бөтә өмөттәрен улдарына бағлай. «Балалар менән кәңәшләшеп, бар эште лә элеккесә алып китә алдыҡ», – ти Алһыу Ибраһим ҡыҙы.  

Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: