+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
22 Сентябрь 2021, 17:25

Хыялың артынан эйәр

Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуып үҫкән Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарованы Белорет ҡалаһында белмәгән кеше юҡ. «Гүзәл» туҡымалар салоны, милли кейемдәр ательеһы хужабикәһе – ҡалала уңышлы эшләгән эшҡыуар ғына түгел, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер йәмәғәтсе, күп сараларҙың бағыусыһы. Йыл да Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының иң яҡшы өлгәшеүсе уҡыусыларына  премия тапшырыусы ла, урмандарыбыҙ яна башлағас, янғын һүндереүселәргә аҙыҡ-түлек ебәреүсе лә ул. Белорет ҡалаһы иман йортона даими ярҙам итеп, һәр ай яҡтылыҡ өсөн түләүсе лә Резеда. Мул ҡуллы, киң күңелле ханым Инйәрҙә асылған этнокафены биҙәүҙә лә ҡатнашҡан. Ә уның өйө – үҙе бер күркәмлек. Гөл-сәскәләргә күмелгән йорт эстән дә, тыштан да балҡып ултыра. Бар ергә лә өлгөргән Резеданың уңыш сере нимәлә?

Хыялың артынан эйәр
Хыялың артынан эйәр

Ата-инәһе кем?

Борон өйләнергә теләгән улына тап ошо һорауҙы бирер булғандар. Ата-әсәһе ниндәй, балаһы ла шундай. «Әсәһенә ҡара ла ҡыҙын ал»,  – тигән бик тапҡыр бер мәҡәл дә бар. Резеда ла холҡо, ынтылыштары менән әсәһенә, Сания Мәһәҙей ҡыҙы Ҡәүиеваға, тартҡан. Ул сығышы менән – Әбйәлил ҡыҙы, Учалы районына кейәүгә сығып, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, директор булып эшләгән. Атаһы Рәфҡәт Ғәбделхаҡ улы Ҡәүиев «Байрамғол» совхо­зының 5-се фермаһында бригадир, аҙаҡ ауыл советы рәйесе йөгөн тарта.  Икеһе лә дәртле, уңған була улар. Әсәһе ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланғас, ҡатындарҙы йыйып, тирмә ҡороп, ҡаҙандар аҫып гөрләтеп йөрөп ҡайталар. Күрше-күлән уны һаман һағынып хәтерләй. «Йәшәгәс, Сания апай һымаҡ итеп йәшәргә кәрәк», – тиеүҙәрен       ишетеп, Резеданың күңеле тула. Әсәһе һымаҡ халыҡ мәнфәғәте өсөн йәшәргә, кешеләргә файҙа, еңеллек килтерергә, матурлыҡ өләшергә тырыша бит ул да.

 

Өфөгә, белем алырға!

Ҡобағош һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас,  һүрәт төшөрөргә яратҡан Резеда тик Өфөгә уҡырға барасағын әйтә. Атаһы менән Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына киләләр. «Ҙур плакаттарҙағы рәсемдәрҙе күрҙем дә, ҡасып сыҡтым да киттем. Беҙ бәләкәй күләмдә, альбом битендә эшләргә өйрәнгәнбеҙ бит инде. Атайым артымдан йүгерә. Уның артынан бер уҡытыусы ҡыуа төшкән. Туҡтатып, беҙгә 2-се Өфө педагогия училищеһының художество-графика бүлеге хаҡында әйтеп, барырға юл өйрәтеп ебәрҙе», – тип көлөп хәтерләй ул ваҡытты Резеда. Ике көндән имтихандар башлана, атаһы  ҡайтып китә. Ҡыҙыҡай уҡырға инә. Хәстәрле уҡытыусыларҙан, бер-береһе өсөн үлеп торған һабаҡташтарынан уңа ул. Әле һаман улар менән бәйләнеш өҙөлмәгән. Бер-береһенә кәңәштәр биреп, күңелдәрен күтәреп йәшәйҙәр. Училищены тамамлағас, ҡыҙыҡай йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһына ебәрелә, рәсем һәм һыҙма буйынса уҡытыусы булып эшләй. Ауылға килеп бесән сабырға ярҙам итешеп йөрөгән егеткә бик теләп кейәүгә бирәләр үҙен. Ҡыҙҙары Гүзәл тыуа. Декреттан һуң художество мәктәбенә саҡыралар. Бында эшен бар күңелен һалып башҡара ул.

 

Ямғырҙан һуң ҡалҡа йәйғор

БДУ-ның юридик факультетын тамамлап, юридик бүлек начальнигы булып эшләп, үҙ эшен асырға йөрөгән ерҙән иптәше ҡапыл ғына донъя ҡуя. Иренең йылы ҡанаты, ҡурсыуы аҫтында ғына йәшәгән утыҙға ла етмәгән ҡатын ҡайғыһынан шаңҡый. Торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителеп бөтмәгән, үҙен ҡараңғы донъяла бәләкәй балаһы менән  япа-яңғыҙ ҡалғандай хис итә ул. Мәрхүмдең ҡырҡын уҡытып, туғандарын оҙатҡас, әхирәте уның менән оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыра. Нисек тә тол ҡатынды был хәленән сығарырға, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Барыһын үҙенә хәл итергә, сауҙа эшенә тотонорға, кәрәкһә, сит илгә сығып  килергә лә кәңәш итә ул. Белоретта өй менән эш араһын тапаған, ситкә сығып йөрөмәгән Резеда өсөн был тәҡдим тәүҙә ҡот осҡос булып тойола. Бәлки, ошо хәленән ҡотолоу юлы яңы офоҡтар артында көтөп тороуына ышаныу ҙа Төркиәгә барыусылар төркөмөнә ҡушылып китергә этәргес булғандыр. 

Ғаилә дуҫтары менән балаларын йәйге лагерға оҙатҡас, елкән төшөрөлгән бокалдар һатып ала. Унан эскәндә, Ассоль һымаҡ Ҡара диңгеҙ аръяғынан йәрем мине килеп тапһын, тип теләй. Шаярыу менән әйтелгән һүҙ шунда уҡ тормошҡа ашырға тотона, әйтерһең. Дуҫтары ярҙамында тиҙ арала сит ил өсөн паспорт эшләнә, шулай Төркиәгә нисек сығып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Атаһы, һыйырын һатып, аҡса тоттора. 1993 йылда була ул. Әхирәте сит илгә буш ҡул менән сыҡмаҫҡа киҫәтә. Рәсәй тауарҙарын аҡсаға алмаштырып алыу баҙары ла бар икән хатта унда. Беҙҙең илдән килгән үтектәрҙе яратыуҙарын әйткәс, иптәшенә эш хаҡы урынына бирелгән 20 дана электробырау ятыуын да хәтеренә төшөрөп, шуларҙың берәүһен эләктерә. Өфөнән термостар һатып ала. Ултырғыстар урынына таҡта ғына ҡуйылған йөк самолетында дүрт сәғәт буйы осоу үҙе бер мәрәкә тойола.  Батумиға барып төшәләр.  Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы бер өйөр эт ҡаршы ала. Баҡтиһәң, улар ҙа самолет геүләүенән үҙҙәренә күстәнәс килеүен белеп бөткәндәр икән. Шунан Ризе ҡалаһына юлланалар. Ундағы күмәртәләп һатыу баҙарында термостарҙы осороп ебәреп, унан килгән аҡсаға балаҫ, портьер һымаҡ нәмәләр алалар. Был эш тамам булғас, әхирәте ҡулына 50 доллар тоттора. Быныһына ҡыҙыңа бүләктәр ал, ҡалғанына теймәйһең, ти ул ҡәтғи генә. Ай йөҙлө һылыуҙы әллә ҡайҙан, Өфө ҡыҙы килә, тип танып тора төрөктәр. Әйбер алайым, тип ҡыҙыҡһынһа, сәйгә саҡыра башлайҙар. Алдына ҡуйғанды ла уңайһыҙланып ҡына һемерә Резеда. Икенсе ергә барһа, һуҙған аҡсаһын алмайҙар. Уның йөрөмәүен аңлаталар. Баҡтиһәң, йыртыҡ аҡса тотторғандар икән. Ул ваҡытта төрөктәр араһында ла русса һөйләшеүселәр аҙ була. Резедаға аңлатып бирә алмайҙар ниңә ул аҡсаны алмауҙарын. Шул ваҡыт ҡатынға берәү русса өндәшә. Сәй эсергә саҡыра. Һөйләшеп китәләр. Әзербайжандан булып сыға ул. Аҡсаны күрһәткәс, йыртыҡ доллар йөрөмәүен әйтә. Директоры килеп инә. Ярай, аҡсаңды ҡалдыр, иртәгә банктан алмаштырып алып үҙеңә бирербеҙ, тиҙәр. Резеда шулай итә лә. Иртәгәһен теге урынға барам тиһә, яңылыша. Төрөктәр барыһы ла бер иш булып тойола. Барыбер ул аҡсаны берәү ҙә алмай ине, үҙемә яҙмағандыр, тип ҡайтып китергә генә булғанда: «Ҡыҙыҡай, һиңә аҡса кәрәкмәйме ни?»  – тигән тауыш ишетеп тертләп китә. Аҡсаһын ҡулына тотторғас: «Беҙҙең директорҙың бөгөн тыуған көнө, һине ресторанға саҡыра», – тиҙәр. Резеда ихласланып спорт костюмында ғына булыуын, ниндәй эш менән йөрөүҙәрен, ҡайһы отелгә туҡталыуҙарын һөйләп бирә. Әммә ресторанға барыуҙан баш тарта. Барыбер алып китмәксе булып килеп сәғәт ярымдай көтөп ҡайтып китә егет. Уны тәҙрәнән күҙәткән ҡатын аҙаҡ уның тормош иптәше буласағын, утты ла, һыуҙы ла бергә үтергә тура киләсәген, әлбиттә, белмәй. Егеттең, йылы, матур тыуған яғын ташлап, уға күсеп киләсәген дә бер ваҡытта ла уйламай. Ярты йылдан Ингин Башҡортостанға ҡунаҡҡа йыйыныуын әйтә. Резеданың ҡото оса: апрель айы, ҡар ирегән ваҡыт. Үҙһенерме? Егетте Өфөнән барып ҡаршы ала Резеда. Өйгә ингәс, түргә уҙырға ҡыймай тора ҡунаҡ: «Мин ҡунаҡханаға барырмындыр ул», – ти ҡыйыуһыҙ ғына. Резеда уның был ҡылығына шарҡылдап көлөп ебәрә. Белоретта ниндәй ҡунаҡхана булһын? Тәүге тапҡырға ул ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, ун көнгә генә, килә. Әммә күңел йылыһын тойоп өлгөрә. Рәсәйҙә һыуыҡ, етмәһә, Чечня һуғышы бара, тип егеттең ата-әсәһе тәүҙә улдарының өйләнеү теләгенә ризалыҡ бирмәй. Резеданың таныштары ла кейәү егетенә, килер ҙә китер әле, оҙаҡ тотҡарланмаҫ, тигән ҡарашта була.

Гүзәл ҡыҙын велосипедҡа ултыртып алып, баҡсаға йөрөй Резеда. Бер ваҡыт тәгәрмәсе соҡорға инеп китеп, ҡыҙ менән әсәне алып һелтәй. Кәрзиндәге ҡайнатмалар түгелә, ҡыҙының аяғы ҡанап китә. Әммә ул баҡсаға барыу уйынан кире дүнмәй, ә ныҡышмал ниәтен үтәй. Нисек тә унда барып еткәс, Гүзәлгә лә, үҙенә лә һүҙ биргәндәй итеп: «Әйҙә, беҙ аҡса йыяйыҡ та машина һатып алайыҡ, ул дүрт тәгәрмәсле, унан ҡолап ҡала алмаҫбыҙ», – ти. Әхирәттәре, ирҙәр һымаҡ машинала йөрөп ятмайһың инде, тип тыя. Әммә Резедамы инде ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан? Беренсе «Таврия» шулай һатып алына.

«Төркиәнән Грузияға сығып өлгөрҙөк, Чечняла һуғыш башланды. Батумиҙа ҡамалып ҡалдыҡ, Суликоның мандарин баҡсаһына урынлаштырҙылар. Шундай хәйерселек. Икмәк тә юҡ.  10 көн бәйләнешһеҙ. Хәлебеҙҙе бер нисек тә яҡындарыбыҙға еткерә алмайбыҙ. Әсәйем аҙаҡ Гүзәлдең нисек көтөүен һөйләй. Өс аҙна тигәндә саҡ ҡайтып индек», – тип хәтерләй ул саҡтарҙы. Хәҙер ҙә Гүзәленә ошондай мәлдәрҙә үҙен сабыр көтөп алғанына рәхмәтле. Ҡыҙы –Резеданың уң ҡулы, яҡын таянысы. Матур итеп сикһенме, йырлаһынмы – барыһы ла уның һәләте һәм оҫталығы тураһында һөйләй. Гүзәл,  предприятиеның коммерция буйынса директоры булараҡ, эштең күп өлөшөн үҙ иңенә алған.

 

Елкәндәр килтергән бәхет

Дүрт ҡыҙ, ике ул үҫкән ғаиләлә буй еткергән, сауҙа менән булған Ингин Копуз, барыһын да ташлап, Резедаға күсеп килә. Әммә тәү күреүҙән, тотҡан ерҙән һындырып түгел. Мөхәббәттәре ваҡыт һынауын үтеп, ҡыйынлыҡтар аша сынығып нығынғас. Һөйөү уларҙы таныштыра, ҡауыштыра һәм ауырлыҡтарға бирешмәй ошо көнгәсә бергә ҡалырға ярҙам итә. «Ул – тәүәккәл кеше. Эшҡыуарлыҡты бергә алып киттек. Аҡсаны ҡайҙа, нисек тотонорға бергә хәл иттек. Туғандарына матди ярҙам ебәрергә кәрәккәндә лә, кәңәшләшеп эшләнек», – ти Резеда.

Йәш ғаиләнең никахын, тейешле белешмә ҡағыҙҙары юҡлығына һылтанып, рәсми теркәргә теләмәйҙәр. Белоретта мәсьәләне ыңғай хәл итеп булмаясағын аңлаған Ингин Өфөгә, ЗАГС начальниктары етәксеһенә, юллана. Өйләнергә теләгән ҡыҙыңды алып кил, тиҙәр. Егет ныҡышмал булып сыға. Резеданың паспортын ҡарағас, етәксе ханым күршеһе Рәмил Искәндәр улының һеңлеһе Рәшиҙә булыуын әйтә. Шулай итеп уларҙың никахына Рәшиҙә Солтанова үҙе фатиха бирә.

«Мин һинең менән ғорурланам! Бирешмәйһең»,  тигәндәре лә, «Төрөк менән йәшәй», тип ҡыйырһытырға тырышҡандары ла була.  Резеда ла нескә күңелле кеше, уҫал телдәргә бирешмәй, үҙенә ҡанат ҡуйыусы һүҙҙәргә тотоноп алға ынтыла. Ә Ингин Гүзәлде үҙ балаһылай яратып ҡабул итә.  Ейәнсәрҙәре Аиша менән Сафияның уны олатай тип өҙөлөүе йәненә дауа бит.

Ингиндың ата-әсәһе ҡабул итмәҫ, тип уйлауы бушҡа була. Беренсе тапҡыр улар егеттең ата-әсәһе менән танышыу өсөн Төркиәнең Ризе ҡалаһына йүнәлә. Рамаҙан айының һуңғы көнө. Ире, ифтарға өлгөрәм тип, туғандары янына ашығып ҡыуа ғына. Юл полицияһы туҡтата. Хәлдең айышына төшөнгәс, штраф та һалмай ебәрәләр. Ете диңгеҙ аръяғынан килгән киленде дүрт күҙ менән көтә егеттең ата-әсәһе. Ҡәйнәһе, ҡабул итеүен белдереп, килененә, ҡыҙыл ҡумтанан алып, алтын беләҙек кейҙерә. Ҡайныһы ла шуны  ҡабатлай. Туй була. Тотош ауыл, 300-ләп кеше, йыйылып байрам итәләр. «Һут, киптерелгән йәшелсә-емеш, тәмлекәс теҙелгән  өҫтәлдәр беҙҙәге һымаҡ һығылып тормаһа ла, бүләктең күплеге хайран ҡалдырҙы. Аҡсаны булавка менән ҡыҫтырып теҙәләр. Иҙәнгә барып етә. Бейеүҙәргә, күңел асыуға күрше-күлән ихлас ҡушыла», – ти Резеда. 

 

Милли асылыбыҙ

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осорға Өфөләге аэропортта самолет көтөп ултырғанда, эленеп торған милли костюмдарҙағы хаҡты күреп,  башына бер уй килә: бындайҙы беҙ осһоҙораҡҡа ла тегеп һата алабыҙ бит! Ҡайтҡас, уйын тормошҡа ашыра башлай. Был шөғөлөнә ул тап кәрәкле мәлдә тотона. Милли кейем парады ваҡытында ҡараһаң, кейемдәрҙең 70 проценты – улар теккәне. «Республика Көнөнә ойошторолған ҡала концертында ла үҙебеҙ теккән кейемдәрҙән күргәҙмә ойошторҙоҡ, сәхнәнән күрһәттек. Бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ», – ти Резеда.

Әлеге ваҡытта Резеда Рәфҡәт ҡыҙының предприятиеһында 10 кеше эшләй. Бер урында 16 йыл китмәй хеҙмәт итеүселәр булыуы күпте һөйләй торғандыр. Бер уйҙан, бер маҡсаттан берләшеп, татыу коллектив булып ойошҡан улар. Хәлиҙә Килдейәрова оҙаҡ йылдар бухгалтер вазифаһын башҡара. Тегенселәр Наташа Чихмаева, Наташа Фроловаға оҫталыҡ буйынса етеүсе юҡ. Һатыусы Дилә Шәйәхмәтова яуаплылығы менән абруй ҡаҙанған.  Предприятиеның уңышы татыу коллектив тупланыуына бәйле.

 Туҡымалар, уларға фурнитура-төймәләр, ептәр, энәләр – һанай китһәң, бер генә түгел, әллә нисәмә атамалы әйберҙәр һаталар. Сауҙа итеүҙән тыш, портьерҙар, ламбрекендар, милли кейемдәр тегәләр. Фольклориадаға сувенирҙар, башҡорт кейемендәге  ҡурсаҡтар етештергәндәр. Хәҙер башҡорт ҡурсаҡтары улар булышлығында Ер шары буйлап «сәйәхәттә».

Сәхнәнән сығыш яһаған Белорет медицина колледжы студенттарының кейемдәре ҡот осҡос хәлдә булыуын күреп йәне әсей. «Мин һеҙҙең ансамблгә милли костюмдар бүләк итәм!» – тип белдерә ул. Шул кейемдәр менән улар «Байыҡ»та сығыш яһап ҡайта. Йәштәрҙең шатланғанын күреү Резедаға сикһеҙ һөйөнөс килтерә.

 

Иң ҡиммәте ерҙә – Мөхәббәт

Резеда, ниндәй ауыр хәлгә ҡалһа ла, үҙе тыуған йыл хужаһы бесәй һымаҡ, әйтерһең, йомшаҡ тәпәйҙәренә генә төшә. Уйламаған ерҙән ярҙам итәләр, яҡшы кешеләрҙән уңған ул. Әсәһе яҡты донъяларҙан киткәс, тормошо, гүйә, икегә айырыла:  «Әсәйле һәм унһыҙ саҡ». Тап ошо мәлдә, ерҙә ожмах төҙөп йәшәргә кәрәк, тигән фекергә килә. Баҡсаһында күпертеп сәскәләр үҫтереүе лә шунан. Әммә ул матурлыҡ үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәүен, артында ниндәй тырышлыҡ тороуын хужабикә үҙе генә белә.

...Төндә Екатеринбургҡа барғандарын хәтерләй Резеда. Күҙ асҡыһыҙ буран. Резеданы рулгә ултыртып, үҙе машинаны көрттән этеп сығара Ингин. Шунда ҡатын үҙе менән бергә көрт ярып барған ире хаҡында уйлай: үҙ илеңдә, йылы яҡта рәхәтләнеп йәшәп ятыу урынына кәрәкме инде һиңә ошо ауырлыҡтар аша үтеү? Әммә улар бергә ҡала, һөйгәне уны, ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килһә лә, ташлап китмәй. Ысын мөхәббәт ана шулай була.

...Хыялың артынан эйәр, тигәнгә тоғро ҡалып, аҡ елкәндәрен елберләтеп, тик яҡшыға ышанып йәшәй ул. Аҡ тирмәләр ҡора, кешеләрҙе булғандарынан саҡ ҡына бәхетлерәк, тормошто сағыуыраҡ күрергә теләй. Күптәр, Резеда һымаҡ булһаң икән, тип уйлай. Сөнки ул тәүәккәл рәүештә, хыялына хыянат итмәй, асылына тоғро ҡалып йәшәй. Күңел елкәндәрең гел алға әйҙәһен, Резеда!

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: