+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
26 Август 2021, 14:27

Эше менән матур кеше

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты асылыуға сирек быуат ваҡыт үткән. Бөгөнгө көндә ул нисек йәшәй? Балаларыбыҙҙы рус теле йоғонтоһонан йолоп ҡала алмаған заманда, халҡыбыҙҙың педагогикаһы, донъяға ҡарашы, тапҡыр һүҙҙәре, яғымлы әкиәттәре менән генә уларҙы үҙебеҙгә ҡарата, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы яраттыра, милли рухты нығыта алабыҙҙыр. Ҙур шәхестәрҙең  ҡотон һаҡлаған гимназия Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова директор итеп ҡуйылыу менән яңы һулышын кисерә. Үҙбилдәләнеш ваҡытында, 90-сы йылдар башында, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлеген тамамлағандан һуң, ҙур педагогик һәм тормош тәжрибәһе туплап ошо йөккә егелгән аҫыл башҡорт ҡатынының шәхес булараҡ өлгөрөүе, ҡеүәте, ҡото белем усағын тағы ла сағыуыраҡ итеп дөрләтә.

Эше менән матур кеше
Эше менән матур кеше

Мәжит Ғафури һәм Нияз Мәжитов рухлы гимназия

«Үткән быуаттың 95-се йылдарында илебеҙҙә ҙур үҙгәрештәр башлана – халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайта, милли ғөрөф-ғәҙәт, йолалар тергеҙелә, ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары асыла. Ғафури районында ла бер төркөм зыялылар, халҡыбыҙҙың киләсәге тип янып йөрөүселәр, бик күп ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтен күҙ уңында тотоп, район үҙәге Красноусолда башҡорт мәктәбен асыу мәсъәләһен күтәрә һәм уны тормошҡа ашыра. Уның тәүге директоры Дәриғәт Муллағәли улы Рәхимов етәкселегендә инновацион уҡыу йортонда эшләргә һәләтле киң эрудициялы, үҙ фәненә мөкиббән киткән, заман технологияларын үҙләштерергә теләгән булдыҡлы педагогик коллектив туплана», – тип уның тарихы менән таныштыра хәҙерге директор Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы. Ул етәксе итеп тәғәйенләнгәс, 2019 йылда гимназияға билдәле шәхес Нияз Мәжитов исеме бирелә. Был ваҡиғаны яңы бер бейеклек итеп ҡабул итә коллектив. Республика Башлығы Радий Хабиров ҡул ҡуйған Указды директор ҙа ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Исем биреү тантанаһын ололап үткәрәләр. Гимназияның яҡшы өлгәшеүсе уҡыусыһы Нияз Мәжитов һүрәте төшөрөлгән значок менән бүләкләнә һәм «мәжитовсы» исеменә лайыҡ була. Ғалимдың  кабинет-музейында шәхес тураһында мәғлүмәттәр менән байытыу, бюсын ҡуйыу кеүек эштәр әлегә планда тора. «Идеяларымды үҙенеке итеп ҡабул иткән, уны хуплап, урыны еренә еткереп эшләп ҡуйған ғорурланырлыҡ коллективым бар», – ти өсөнсө сентябрен Красноусолда ҡаршылаған директор Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.

 

Гимназия ғорурлығы – талантлы балалар

Бөтә мәктәптәрҙе лә БДИ йомғаҡтары буйынса баһалайҙар. Әммә белем усағының уңышы – балаларҙың яҡшы өлгәшеүе генә түгел, уларҙың төрлө бәйгеләрҙә үҙ һәләттәрен асыуы, район кимәлендә, хатта республикала дан алыуы. Уңышлы уҡытыусы ғына уңышлы бала тәрбиәләй ала. Шуға тәүҙә уның һәләтен үҫтерергә, үҙен күрһә­тергә юл асырға кәрәк, тип иҫәпләй директор.

– Беҙҙең гимназияға уҡырға килеүселәр шул хәтле күп. Был да һөҙөмтәне күрһәтә. Бөгөнгө көндә   500-ҙән артыҡ бала уҡый. Уларға тәүлек әйләнәһенә белем, тәрбиә биреү менән мәшғүлбеҙ. Иртәнге 8-ҙә баланы ҡабул итәбеҙ, төшкә тиклем уҡытабыҙ, кластан тыш уҡыуҙар үткәрәбеҙ, төрлө түңәрәктәрҙә һәләттәрен асабыҙ. Тәр­биәсе ярҙамсылары балаларҙың төнгө йоҡоларын һаҡлап, иртәнге 8-гә тиклем бергә ҡала. Ашатыу 5 тапҡыр ойош­торолған.

Гимназияның Ташбүкән, Ҡурғашлы, Мәндем, Толпар филиалдары бар икән. «Тәүге мәлдә гимназия кеүек статуслы белем усағына шундай филиалдарҙы ҡушыуҙары сәйер тойола ине. Һуңынан аңланым: икенсе осраҡта башҡорт ауылдарындағы балалар милли аңдарын юғалтырҙар, телдәрен оноторҙар ине. Ә бында насар ғына өлгәшкәндәр ҙә халыҡ педагогикаһы рухында тәрбиәләнә. Улар ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә үҙҙәрен халҡыбыҙҙың матур вәкилдәре итеп танытасаҡтарына иманым камил», – ти етәксе.

 

Һәләтле коллектив – уңыш нигеҙе

Урынбаҫарҙарынан уңған директор. Ә улар өсәү – уҡытыу, тәрбиә һәм фән буйынса. «Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Насырова арыҫлан йөгөн үҙендә алып бара тиһәң, бер ҙә шаштырыу булмаҫ», – ти директор. Ҡурғашлы ауылы ҡыҙы төндө көнгә ялғап, ал-ял белмәй эшләй. Тәбиғәттән бирелгән ойоштороу һәләте барлыҡ мәсьәләләрҙе еңел атҡарып сығырға ярҙам итә уға. Иң ауыр эштәрҙе лә шуға Дилбәр Зөфәр ҡыҙына ышанып тапшыралар. «Район, республика кимәлендә уҡыу буйынса беҙҙең мәктәптә ниндәй саралар үтмәһен, һынатҡаныбыҙ юҡ. Ул төҙөгән дәрестәр теҙмәһе уңайлы. Төртмә телле ул. Теленә ҡалмаҫ өсөн, барыһын шартлатып эшләп ҡуйырға тырышалар. Ике ҡыҙы ла гимназияны тик «бишле»гә тамамланы, икеһе лә Өфө дәүләт нефть университетында уҡып йөрөй. Тормош иптәше менән матур ғаилә төҙөгәндәр. Ире – Ташбүкән ауыл хакимиәте башлығы. Бына шундай һоҡланғыс кеше ул беҙҙең Дилбәр Зөфәр ҡыҙы», – ти уның хаҡында директор.

Икенсе урынбаҫары – Гөлнара Әхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина – тәрбиә эшен еңел генә итеп башҡара, бөтә балаларҙың күңеленә юл таба. Уның ҡарамағындағы тәрбиәселәр һәр ваҡыт алдынғылар – гәзит-журналдарға иң беренсе улар яҙылып бөтә, өмәгә булһынмы, ниндәйҙер яңы идеяны тормошҡа ашырһындармы – улар тик алғы рәттә. Матур ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән бынамын тигән итеп донъя көтәләр Мөхәмәтшиндар. Ике малайҙарына ла юғары белем биргәндәр. Быйыл оло улдары Альбертты өйләндереп, бөтә йолаларҙы башҡарып килен төшөр­гәндәр. Гөлнара Әхәт ҡыҙы өлгөһөндә алдынғы ҡарашлы, заманса уйлы, тиҙ фекер йөрөткән хеҙмәттәшен күрә етәксе.

Өсөнсө урынбаҫары – Раушания Радик ҡыҙы декрет ялына киткәс, фән менән шөғөлләнгән уҡыусылар һүнеп ҡалмаһын тип, уның урынына Альфред Нәүфил улы Хәбибуллинды саҡыра. Гимназия уҡыусыларының фән өлкә­һендәге конкурс-сараларҙа әүҙем ҡатна­шыуы – уның тырышлығы һәм хеҙмәтенән.

Уҡыу йортонда эшләгән һәр кем тураһында – сәркәтибе Лилиә Фидарис ҡыҙы йәки хужалыҡ эштәре буйынса яуаплы Альбина Әҙеһәм ҡыҙы бул­һынмы, һәр бер уҡытыусы йәки тәрбиәсе тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә әҙер ул.

Гимназияға юғары кимәлде биреп киткән ветеран уҡытыусыларҙы ла онотмайҙар. Улар һәр байрамда көтөлгән ҡунаҡ. Класс уҡыусылары, гимназияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан һәр бер ветеранды шефлыҡҡа алған.

Башҡортостан Республикаһы Мәға­риф һәм фән министрлығына, Ғафури район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә ниндәй һорау менән сыҡһа ла  ярҙам итергә тырышалар. Министрлыҡ ярҙамы һәм хәстәре менән яңы уҡыу йылын гимназияның башҡорт теле кабинеты яңыртылған компьютер класында ҡаршылай. Хакимиәт башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың үҙҙәрен сит­ләтмәүен, ярҙам итеүен, айырым иғтибарын һәр ваҡыт тоялар. Район кимәлендәге ниндәй генә саралар булма­һын, уҡытыусылар коллективы ла күтәрелеп сыға.

Ата-әсәләр алдында балаларҙың бер йыл эсендә өйрәнгән йыр-бейеүҙәренән торған «Моң шишмәһе» концерты  матур йолаға әйләнгән. Ул   3-4 сәғәт буйы бара. Залда алма төшөрлөк тә урын булмай. Һәр кем балаһының һәләтен күрергә ашҡынып килә. Район хакимиәт башлығының сараны ташлап китмәй, баштан аҙағына тиклем булыуы ла күпте һөйләй.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: