+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
4 Август 2021, 14:17

Һүнмәһен йәшәү ҡомары!

Бөтә кешелеккә тажлы зәхмәт ябырылғас, табиптар, үҙҙәрен аямай, беҙҙең һаулыҡ һағына баҫты. Медицина фәндәре кандидаты, Өфө районы Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Айгөл Таһир ҡыҙы Ғәлиеваның тормошона пандемия үҙгәрештәр, яңы төҫмөрҙәр алып килде. Әммә уның ярҙамға мохтаждарҙы хәстәрләү, эште еренә еткереп, һәр нәмәгә яуаплы ҡарау кеүек сифаттары тағы ла нығыраҡ билгеләнде. Һәр көн үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан ауырыуҙарҙа өмөт осҡонон дөрләтеү, дөрөҫ дауа яҙыу, ҡарарҙар ҡабул итеү, ҡул аҫтында эшләгән бөтә аҡ халатлыларҙың һәр хәрәкәтен күҙ уңынан ысҡындырмай, уларға теүәл кәңәштәр биреү – былар барыһы ла уның тәжрибәһенән, шулай тейешле тип һанаған инаныуынан сығып башҡарыла. Әле лә көрәш дауам итә. Тынысланырға иртәрәк. Тәүге көндән алғы һыҙыҡҡа баҫҡан табиптар – ысын-ысынында беҙҙең заман геройҙары.

Һүнмәһен йәшәү ҡомары!
Һүнмәһен йәшәү ҡомары!

Күңел ҡушҡан һөнәр

...Айгөл Таһир ҡыҙы  Илеш ра­йоны Үрге Йәркәй ауылынан. 1975 йылдың 11 майында донъяға килгән ҡыҙ бала сағынан миһырбанлығы менән айырылып торған. Әсәһе Зөлфиә Рифҡәт ҡыҙы, атаһы Таһир Зәйнулла улы Әсәҙуллиндар бесәйҙе дауалаған ҡыҙҙарының табип булыу теләген шатланып ҡабул итә. Зифа буйы, һомғол кәүҙәле ҡыҙ мәктәп йылдарында бейеү түңәрәгенә йөрөй. Әсәһенең ҡапыл донъя ҡуйыуы ҡыҙыҡайҙың холҡон сыныҡтыра. Йомшаҡ ҡына булып тойолған Айгөлдә сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, ауырлыҡтарға бирешмәү яҙмышына яҙылған һынауҙар аша нығына. Бер нәмәлә туҡталып, уны оҙон-оҙаҡ итеп кисерергә түгел, ә тиҙерәк икенсе халәткә күсә, үҙеңде икенсе нәмәләргә әүрәтә белергә өйрәтә ул хәҙер үҙенең уҡыусыларын, бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрен. Оҙаҡ уйлап, күңелһеҙ хәлдәргә, аҫҡа һөйрәгән уйҙарға туҡтауһыҙ кире әйләнеп ҡайтырға ла яратмай. Уйы, күңел даръяһы менән кеше үҙе генә идара итә ала. Табип ниндәй генә юлдар менән дауаламаһын, сирле үҙенең һауығыуына ышанмаһа, бер нәмә лә ҡылып булмай. Аҙағы ыңғай буласағын күҙаллап, тик яҡшыға көйләй ул үҙен дә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен дә. Ауыр ваҡытта һөнәри яныуҙы булдырмау өсөн дә төшөнкөлөккә бирелмәү, насар уйҙарҙы ҡыуыу мөһим.

...Пандемияға хәтлем бер үлем осрағы ҙур шау ҡуптарһа,  көн дә берәү түгел, бер нисә кешенең китеүе табиптарға ҡот осҡос хәл булып тойола. Ошо хәлгә  лә  табип, ысынбарлыҡты ҡабул итеп, яраҡлашмай икән, үҙе янып юҡҡа сығыуы мөмкин. Ә уға бит иҫән ҡалғандарҙы ҡотҡарыу мөһимерәк. Шул уҡ ваҡытта был һөнәр эйәһе ихласлығын һәм кешеләрҙе яратыуын юғалтмаҫҡа тейеш. «Был сифаттарһыҙ, ғөмүмән, табип булып эшләүе ҡыйын. Ул, минең уйлауымса, балаға ата-әсәһенән күсә. Юҡһа табиптар династияһы барлыҡҡа килмәҫ ине. Ҡарт ҡына кешенең яйына тороу, дарыуын ваҡытында эсәме-юҡмы, ашағанмы-юҡмы икәнен контролдә тотоу – барыһы ла түҙемлелек талап итә. Кешене яратмайынса был һөнәрҙе һайлап булмайҙыр. Элекке кеүек хәҙер йәмғиәт табиптарға, зыялы кешеләр тип, ҙур хөрмәт менән ҡарамай, уларҙың эш хаҡын да юғары тип әйтеп булмай. Компьютер уйындары, көнбайыштан үтеп ингән фильмдар күңелдәрҙе ҡатыра. Элекке Тимур командалары, ололарға ярҙам итеү кеүек изге эштәр кешегә һөйөү тәрбиәләгән. Әле беҙ, заманға яраҡлашып, хеҙмәтләндереү вазифаһын үтәйбеҙ, үҙебеҙгә алмашҡа килгәндәрҙә күсәгилешлек тәрбиәләйбеҙ. Был тәрбиә университетта уҡығандан уҡ килә. Айырыуса тәүге курстарҙа һалына нигеҙе. Үҙемә килгәндә, Эльза Риф ҡыҙы Сыртлановаға рәхмәтлемен. Ул 13-сө дауахананың терапия кафедраһында уҡытты. Аҙаҡ үҙем кафедра ассистенты булып киткәс тә уның алымдарын ҡулландым. Ул беҙгә һәр билдәнең төбөнә төшөп тикшереүҙе талап итә ине. Мәҫәлән, ауырыуҙа миокард инфаркты, ни өсөн унда аҙ ҡанлылыҡ күҙәтелә? Сәбәбен аңлатырға тейешһең. Ул беҙгә һәр симптомдың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен эҙләргә өйрәтә ине. Уның циклында медицинаға киңерәк ҡарай башланым. Һәр сирҙең эҙемтәләрен, бәйләнешен төпсөргә өйрәндем. Ниңә инфаркт ваҡытында сей яра барлыҡҡа килә? Йөрәк насар эшләй, ҡан йөрөмәй. Шунлыҡтан ҡан әйләнеше боҙолған, ишемия, сей яра барлыҡҡа килә», – ти Айгөл Таһир ҡыҙы.

Кандидатлыҡ диссертацияһын «Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк», халыҡ телендә әйткәнсә, сысҡан биҙгәге темаһы  буйынса яҡлай. Вирус тәнгә үтеп ингәндә азот оксидтарының молекуляр кимәлдәге тәьҫирен өйрәнә. Биохимия кафедраһынан Феликс Хөсәйен улы Камилов, Динә Хәлим ҡыҙы Хунафина етәкселәре була. Уларға ла бик рәхмәтле Айгөл Таһир ҡыҙы. «Тормошомда миңә шәхес булараҡ өлгөрөүгә, донъяға ҡарашыма тәьҫир итеүсе ҙур исемле кешеләр осрауы менән бәхетлемен», – ти ул.

 

Яҙмышҡа яҙған бәхет

1998 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Айгөл Таһир ҡыҙы Ғәлиева интернатураға  Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына эшкә килә. 5-се курста уҡығанда уҡ йоғошло ауырыуҙар циклын үткәндә  кафедраның уҡытыу буйынса урынбаҫары, доцент  Альмира Минияр ҡыҙы Шәмсиева унда медицинаның  ошо өлкәһенә мөхәббәт уята. Терапевт, невролог – кем булырға тигән һорау торғанда,  йоғошло ауырыуҙар һәр ваҡыт һауығыуы, үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү бәхете, диагноз ҡуйыу процесы уны үҙенә нығыраҡ тарта. Интернатура, ординатура, аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, 2004 йылда кафедраға ассистент булып урынлаша. Был мөһим баҫҡыстарҙы үткәндә, йоғошло ауырыуҙарҙы дауалаусы табип – инфекционист булып эшләй.  Клиник ауырыуҙар менән эшләү унда һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла кафедрала ауырыуҙарға студенттарға ҡарағанда күберәк ваҡыт бүлеүе хаҡында иҫкәртәләр. «Әгәр ҙә һөнәреңде төптән белмәһәң, нисек итеп студенттарға белем биреп була? – тип ғәжәпләнә ул. – Ауырыуҙарҙы дауалау минең өсөн һәр ваҡыт беренсе урында булды»,  – ти Айгөл ханым. Шуға ла кафедранан, фән даирәһенән, практик һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күсергә тәҡдим иткәстәре, уйлап та тормай ризалыҡ бирә. 11 йылға яҡын студенттарға белем биреүҙән практикаға күскән табип  башҡаларҙан  айырылып тора. «Бөтә ғүмерем ошо Запотоцкий урамы, 37-се һанлы адрес буйынса урынлашҡан Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы менән бәйле. Өс улым да ошонда эшләгәндә тыуҙы», – ти ул. Зубов ауылында эвакогоспиталь төҙөлгәс,  уға клиник лабораторияны, асыҡлап әйткәндә, тиҙ ярҙамды ойоштороуҙы  етәкләргә тәҡдим итәләр. Шулай итеп ул баш табип урынбаҫары булып китә. Ойоштороу-методик кабинеты мөдиренән ошо вазифаға күсеү уның һулышын иркенәйтеп ебәрә. «Иң һәйбәт диагноз ҡуйыусылар улар – йоғошло сирҙәрҙе дауалаусы табиптар. Эсәк йоғошло сирҙәрен хирургиянан айырып ҡарап булмай. Диагнозды теүәл ҡуйыр өсөн инфекционист онкология, ревматология, неврологияны ла өйрәнергә тейеш. Ауырыу вирустан ҡотолғас та табиптың ярҙамына мохтаж була. Башҡа сирҙәрен аҙҙырмаҫ өсөн уға дөрөҫ йүнәлтмә биреү ҙә мөһим», – ти ул. Шуға ла студенттарына шәхси  китапханаларында онкология, ревматология, гематология, неврология буйынса  китаптары булырға тейешлеген һеңдерә.

Ире Алмаз Ғамил улы Ғәлиев  юрист, адвокат булып эшләй.  Бер ауылдан булһалар ҙа, йәштәр осраҡлы ғына Өфөлә танышып дуҫлашып китә. Өс йылдан өйләнешәләр. Хәҙер оло улдары 22 йәштә, ул атаһы юлынан киткән, юридик факультеттың икенсе курсын тамамлаған, уртансы улдары  – 10-сы, иң кеселәре 2-се класҡа күскән. Айгөл Таһир ҡыҙының ныҡлы терәге, таянысы – ғаиләһе. Үҙен күҙ ҡарашынан аңлап торған ире, илһөйәр булып үҫкән улдары менән ғорурлана әсә кеше. Оло улдары һалдат бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡан.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: