-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
28 Июнь 2021, 20:15

Ханты-Мансиҙың башҡорт һылыуҡайы

Журнал тышлығын биҙәгән мөләйем ҡыҙ – Әҙилә Аллаярова. Ул – Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районы Түбәнге Сортым ҡасабаһы биләмәһендә үткән «Башҡорт һылыуҡайы» фотоконкурсы еңеүсеһе. Лянтор ҡалаһының нефть техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған сибәркәй, йәш белгес булараҡ, «Сорғотнефтегаз» компанияһында хеҙмәт юлын башлаған.

Ханты-Манси автономиялы округында даими рәүештә 36 мең башҡорт йәшәй. Әгәр ҙә вахта ысулы менән килеп эшләгән милләттәштәребеҙҙе күҙ уңында тотһаҡ, уларҙың һаны тағы ла күберәк. Шуныһы үҙенсәлекле: бай нефть ятҡылыҡлы был ерҙәргә –байтаҡ ҡала һәм ҡасабаларға башҡорттар араһынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр нигеҙ һалған. Мәҫәлән, Лянтор ҡалаһын – Ишембай төбәге кешеһе Мөхтәр Назарғәлиев, Түбәнге Сортым ҡасабаһын «Нижнесортымскнефть» нефть табыу идаралығы етәксеһе Зиннур Хөсәйеновтың исеме менән бәйләйҙәр. Төбәктә башҡорттар араһынан сыҡҡан Хеҙмәт Геройҙары ла бар. Хәҙерге заман шарттарында Себергә килеп урынлашыуы ауырыраҡ булһа ла, аҡса эшләү мөмкинлеге бик күптәрҙе юлға әйҙәй.
Түбәнге Сортымда 20 йылға яҡын йәшәгән Гүзәл менән Айнур Аллаяровтар Себергә Баймаҡ яҡтарынан килгән. Тәүҙә йәш ғаилә нефть һәм газ табыу ятҡылыҡтары урынлашҡан төбәктә үҙҙәре генә йәшәһә, яйлап бөтә туғандары ла Себер юлын тапай башлай. Хәҙер Аллаяровтар һәм Рамаҙановтар (Гүзәлдең ҡыҙ фамилияһы) округта ҙур бер диаспора булып йәшәй. Баймаҡта уҡ спорт менән етди шөғөлләнгән Гүзәл менән Айнур бында ла физик яҡтан әүҙем тормош рәүеше алып барған ғаилә булараҡ танылыу алған. Ҡыҙҙары Әҙиләне лә, улдары Тамерланды ла рухлы, тормошҡа әҙерлекле итеп тәрбиәләй улар. Гүзәл Риза ҡыҙы билдәләүенсә, Себерҙә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡапылдан эш табыуы еңел түгел. Уның ҡарауы, гүзәл заттарға яйлап ҡына ирҙәр һөнәрен үҙләштереү мөмкинлеге бар. Килгәс тә балалар баҡсаһында эш башлаған Гүзәл тора-бара нефтселәр сафына баҫа. Бөгөн ул ҡаты ирҙәр ҡулы талап иткән өлкәлә электромонтер булып эшләй.
– Был – тәбиғи хәл. Контроль-үлсәү приборҙарының, торба-ҡоролмаларҙың етешһеҙлектәрен тикшереп, уларҙы йүнәтеүселәр – минең һымак ҡатын-ҡыҙҙар. Бейек крандарҙа йөктәр күсергән гүзәл заттар бар. Себер яҡтарында йәшәгән ата-әсәләр балаларына башлыса техник белем бирергә тырыша. Бөтә илдә ихтыяж менән файҙаланған, һирәк осрай торған һөнәрҙәр урындағы нефть компанияһында эш табырға һәм юғары хеҙмәт хаҡына дәғүә итергә мөмкинлек бирә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Гүзәл Риза ҡыҙы.
Иптәше Айнур ҙа техник булып эшләй, ҡыҙҙары Әҙилә лә әсәһе юлынан киткән. Лянтор нефть техникумының электр һәм электромеханика ҡорамалдарын техник көйләү һөнәрен үҙләштергән. Ҡыҙыл дипломлы йәш белгесте нефть компанияһына теләп эшкә алалар. Хәҙерге йәштәр компьютерҙы яҡшы белгәнлектән, күберәк документтар менән эшләй.
Әҙиләнең төп һөнәре электрика менән бәйле. Ҡулына тимер эш ҡоралы тотоп, ирҙәр менән бер рәткә баҫҡан ҡыҙҙы күҙ алдына килтереүе ауыр, ләкин ысынбарлыҡ шулайыраҡ. Ҡыҙыҡай ситтән тороп Югра дәүләт университетында юғары белем алыуын да дауам итә.
– 16 йәшемдә үҙемдең ҡайҙа барырымды белмәй инем әле. Һөнәр һайлау – кеше тормошондағы мөһим ваҡиға, тине әсәйем. Бөгөнгө IT технологиялары, төрлө модификациялар үҫешкән заманда, электрик һөнәре – бик яуаплы хеҙмәт. Һөнәрем йәмғиәт өсөн кәрәкле, социаль йүнәлешле булһын, тип теләнем. Был өлкәлә әсәйем миңә өлгө булды. Тимәк, электромонтер һөнәре фәҡәт ир-егеттәр эше генә түгел. Тәү ҡарамаҡҡа физик яҡтан ауыр, тупаҫ, хәүефле хеҙмәт булып күренһә лә, Себер шарттарында уны ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙләштерә, – тип үҙ фекерҙәре менән бүлешә Әҙилә.
Һуңғы йылдарҙа төрлө тарафтарҙа көн иткән ырыуҙаштарыбыҙҙың берҙәмлеген, үҙенең телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә ынтылышын, республика менән тығыҙ бәйләнешен күҙәтәбеҙ. Шул иҫәптән Ханты-Мансиҙа йәшәгән башҡорттар ҙа балаларын әсә телендә уҡытырға, уларҙы халҡыбыҙ моңо, йолалары нигеҙендә тәрбиәләргә тырыша. Ҡасандыр Себергә оҙон аҡса эшләү теләге менән киткән яҡташтарыбыҙҙың милләт киләсәгенә битараф булмауы ҡыуандыра.
Башҡортостан милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йәкшәмбе мәктәптәрен асыуҙы дауам итә. Шуның береһе Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Сортым ҡасабаһында эшләй башланы. 1-се мәктәп базаһында тергеҙелгән башҡорт класында өс йәш төркөмөндә 23 бала шөғөлләнә. Туған тел уҡытыусылары эште йәмәғәт башланғысында алып бара. Башҡорт кластарының кураторы булып Гүзәл Аллаярова эшләй, методик ярҙамды Гөлсирә Әбдрәшитова күрһәтә.
– Әлегә башҡорт класын финанслау мәсьәләһе хәл ителмәгән. Беҙ барыһын да үҙ көсөбөҙ менән күтәрәбеҙ. Киләсәктә округтың мәғариф департаменты был проблеманы ыңғай хәл итер, тип ышанабыҙ, – тине Гүзәл Риза ҡыҙы.
Башҡорт кластары асыу, йыр-бейеү ансамблдәрен, һабантуйҙарҙы ойоштороу кеүек эштәрҙә яҡташтарыбыҙ Сорғот районының «Яугир» башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә һәм уның рәйесе Рәфил Рәжәп улы Дилмөхәмәтовҡа таяна.
Урындағы башҡорттар ҡоролтайы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов билдәләүенсә, электән ҡурайсылар төркөмө, Лянтор ҡалаһының 7-се мәктәбендә уҡ атыусылар түңәрәге лә эшләп килгән. Балалар башҡорт шиғриәтенә арналған бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, әсә телендә шиғырҙар уҡып, видео аша ата-әсәләрен ҡотлай. Урындағы башҡорттарҙың 14 йәмғиәте ойошторолған. Был башланғыстарҙа башҡорттар ҡоролтайы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, «Нижнесортымскнефть» идаралығы етәксеһенең элекке урынбаҫары булып эшләгән Фирҙәүес Хәлимовтың хеҙмәте ҙур.
Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүсе милләттәштәребеҙ быйыл тәүге тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы ҡатнашлығында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен үткәрҙе, башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантта ла ҡатнашты. Шул арала Сорғот районында тәүге тапҡыр «Башҡорт һылыуҡайы» фотоконкурсы ойошторола. Башҡорт ҡыҙҙарының эстетик матурлығын милли костюмдарҙа һәм биҙәүестәрҙә күрһәткән бәйге унда ҡатнашыусыларҙың ижади булмышын асырға ярҙам иткән. Ҡыҙҙарҙың мотлаҡ туған телен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен белеүе, тәбиғи сибәрлеге, һомғоллоғо төп талаптар була. Номинацияларҙың исеме үҙе әйтеп тора: «Башҡорт һылыуҡайы», «Урал ҡыҙы», «Аҡҡошом», «Тамсыҡай». Бәйге башҡорт ғаиләләрендә тәрбиәләнгән сибәр ҡыҙҙарҙы бергә туплаған. Төрлө номинацияларҙа Розалия Таһирова («Урал ҡыҙы»), Гөлсәсәк Дәрминова («Аҡҡошом»), Лиана Язарова («Тамсыҡай») еңеү яулаған. Ә Гран-приға эйә булған Әҙилә Аллаярова быға тиклем дә Сорғот ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй «Һылыуҡай» конкурсында көсөн һынап ҡараған.

Татьяна БЛОХИНА фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: