0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
30 Май 2021, 11:35

Йөрәгендә – арыҫлан ғәййәрлеге!

Кәүҙәгә йәтеш кенә, зәңгәр күҙле, аҡ сәсле ханымды Башҡортостанда белмәгән кеше юҡ. Башта ул республика халҡына зәңгәр экрандар аша танылһа, хәҙер юғары вазифаларҙа, мөһим дәүләт эшендә булыуы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында 1973 йылдың 19 авгусында тыуған. Йондоҙнамә буйынса йылы – үгеҙ, айы – арыҫлан. Моғайын да, был йондоҙлоҡ уға етәксе булыу, лидерлыҡ сифаттарын, арыҫлан йөрәген дә һалғандыр. Үтә лә яуаплы һәм ауыр йөктө тейәп, маҡсатына табан тәүәккәл алға барыусы халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙарының береһе – ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы ла. Ул – Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе.

Инештә бар хикмәте
Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана Эльвира. Ваҡытында әсәһе тамамлаған Белорет педагогия училищеһына уҡырға барыуы ла шунан. Тап шул осорҙа матбуғатҡа мәҡәләләр яҙа башлай. Училищены ҡыҙыл дипломға бөтә. Шуға ла уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә имтиханһыҙ алалар. Өфөгә килергә әхирәте, хәҙер инде танылған журналист Гөлназ Яҡупова дәртләндерә. Икенсе курста уҡығанда тормошҡа сыға. Бишенселә ҡыҙҙары Диана тыуа.
Беренсе курстан һуң практика үтергә «Молодежная газета»ға бара. Савельев баш мөхәррир булып эшләгән баҫмала, уның ҡәләменең ҡеүәтен тойоп, эшкә лә алырға булалар. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса, уның тәүге рәсми эш урыны – телевидение була. Ҙур кастингты үткәс кенә асылып китә уға зәңгәр экрандарға ишектәр. Реформалар арҡаһында атамалар үҙгәр­телмәһә, хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу булыр ине – телевидение һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.
«Атайым Учалы районы Туңғатар ауылынан. Барын-табындар. Силәбе өлкәһенә яҡын ғына булғанлыҡтан, бала сағында Златоуст ҡалаһына күсеп киткәндәр. Рус мөхитендә үҫкән, белем алған. Шуға тик русса һөйләшә ине. Инәйем минең менән тик башҡортса аралашты. Билингвизм концепцияһын минең миҫалда аныҡ күрергә була: атай-әсәйҙең һәр береһенән – берешәр тел. Баланы телгә нисек өйрәтергә тиһәләр, үҙемдең миҫалды килтерәм. Атайым русса өндәшһә, аңламаһам, әсәйемдән һорап белә инем», – ти Эльвира Ринат ҡыҙы, бала сағын хәтерләп.
Ҡыҙыҡай атаһының әсәһе Сәкинә өләсәһенә Златоустҡа ҡунаҡҡа кил­гәндә ҙур уйынсыҡтар магазинына барырға, ундағы әкиәт геройҙары менән осрашырға ярата. Пушкин әҫәрҙәре геройҙары, Буратинолар һатылған кибет, карусель – өләсәйгә бәйле хәтирәләр мөғжизәүи донъяны хәтер­ләтә. Учалылар атайҙың әсәһен өләсәй тиһәләр, әсәйҙекен – әзәй тиҙәр икән. Эльвираның әсәһе менән атаһы Байрамғолда йәшәгәнлектән, бала сағы күберәк бәләкәй генә буйлы Әшрәф әзәһе янында үтә. Ул да ҡыҙын үтә лә яҡын итә. Ғаиләһе Ҡаҙағстанға күсергә ҡарар иткәс, әсәһе, әзәң менән хушлаш, тип, Әшрәф өләсәһенә ебәрә. Йәтеш кенә кәүҙәле ҡатын, өшөгәнлектән, йыш ҡына мейесте яға ла, һүрелә төшкәс, уның өҫтөнә менеп ултырып йылыныр була. Һуңғы күрешеүҙә лә Эльвира уны шул мейес өҫтөндә килеш тап итә. Осрашыуҙың һуңғы икәнен тойғандай, өләсәһе «ҡабат күрешмәҫбеҙ инде» тип әйтеп һала. Ҡәҙерлеһенең алдына ятып һулҡылдап илай ҡыҙ. Ҡарағанда ҡалаһында йәшәй башлағас, март айында, уның үлеме хаҡында телеграмма килә. Атаһы менән әсәһе Эльвираһыҙ ғына өләсәһен ерләргә Башҡортостанға ҡайта. Улар әйләнеп килгәнсе, бәлки, ул хәбәр дөрөҫ түгелдер, тигән өмөт күңелен йылыта. Әммә ҡыҙыҡайҙың рухи донъяһы маяғы булған, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән, бергә еләккә йөрөгән, тәмле сәйҙәр менән һыйлаған, тормош иптәше фажиғәле үлеп, йәшләй тол ҡалған 62 генә йәшлек аҡыллы, сабыр өләсәһе мәңгелек йортҡа күскән була.
Яу ҡырында бер бармағын өҙҙөргән атаһы яғынан Шаймарҙан олатаһы, Шайморатов дивизияһында хеҙмәт итеп, данлы һуғыш юлын үтә. Ҡыҙыҡай уның Орлик тигән аты менән танктарға ҡаршы барыуы хаҡындағы яу хәтирәләрен тыңларға ярата, миҙалдарын ҡараштыра. Олатаһы оҙаҡ йылдар Златоуста йәшәһә лә, ҡартайған көнөндә Учалыға ҡайта. Олоғайып донъя ҡуя, Учалыла ерләнә. Эльвира төҫө менән ошо ҡартатаһы яғына тартҡан. Туйға саҡырыу ҡағыҙы тотоп, тормош иптәше Илгиз менән тупһаһын ашатлап ингәс, олатаһының: «Әхмә­ҙулла ҡарт көслө бит! Һеҙҙең дә балалар аҡ сәсле, күк күҙле булып тыуыр», – тип тантана итеүендә тамырының көсө менән ғорурланыу, бер аҙ маһайыу ятыуын хәҙер аңлай Эльвира. Ҡыҙ фамилияһы Әхмәҙуллина бына кемдән, зәңгәр күҙле, аҡ сәсле Әхмәҙулла ҡарттан икән. Тәрбиә йәһәтенән, хәҙер инде әсәһе – үҙенең ике ҡыҙына, үҙе лә Сафия исемле ҡыҙсыҡҡа «әзәй» булғас, Әшрәф өләсәһенең рухи донъяһында тотҡан урыны ҙур булыуын билдәләй.
«Атайым Себерҙә йәшәгәндә, үпкәһе шешеп, 51 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашты. Алып ҡайтып ерләнек. Ул ваҡытта олоғайып үлгән һымаҡ тойолғайны. Хәҙер, үҙем 50-гә етеп килгәс, был йәштә тормоштоң тәмен, йәмен белеп йәшәү саҡ башлана ғына һымаҡ», – ти Эльвира Ринат ҡыҙы.
Әсәһе, Гөлсирә Йосоп ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Математиканан көслө булғас, күптәр уның шул юлдан китәсәгенә шикләнмәй. Әммә ул үҙенә ауырыраҡ булған юлды һайлай. «Өйгә күпме шаршау кәрәклеген, төҙөлөшкә нисә кирбес китәсәген дә ул һә тигәнсе һанап сығара. Һуңғы йылдарҙа башланғыс кластарҙа уҡытты. Инәйем – педагог. Балалар менән эшләргә ярата. Бүләсәре Сафия тыуғас ҡына мәктәпте ҡалдырҙы», – ти Эльвира Ринат ҡыҙы.
Мөхәббәтле, тимәк, бәхетле!
Тормош иптәше Илгиз менән улар 27 йыл бергә. Эльвира иҫәпләүенсә, иренең иң аҫыл сифаттары – уның әҙәпле һәм тоғро таяныс булыуы, бер ҡасан да шиккә һалмауы, ышаныслы, һәр ваҡыт һүҙендә тороуы. «Тәбиғә­тебеҙ менән икебеҙ ике төрлө. Ул публика кешеһе түгел, йомоғораҡ һымаҡ. Ҡыҙҙарыбыҙҙың да холҡо айырыла: олоһо кеше араһында булырға яратһа, кесеһе тынысыраҡ. Бәләкәйе атаһына тартһа, Диананы үҙемә оҡшатам», – ти ул.
«Диана – беҙ студент саҡта тыуған бала. Тәүҙә Йәштәр урамындағы дөйөм ятаҡта йәшәнек. Аҙаҡ фатирға күстек. Аграр университетта уҡыған ағайым да беҙгә туҡтала ине. Ҡунаҡтар килһә, бер бүлмәле фатир тип тормай, ҡунырға ҡалдылар. Әсәйемдәр Себерҙән ҡайтһа, беҙгә төбәп килде. Кешенән өҙөлмәнек. Бер мәл хәтерҙә уйылып ҡалған: Баш­ҡортостан тарихынан имтихан тап­шырырға тейешмен. Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында ишек төбөндә уҡып ултырғаным иҫтә ҡалған. Диананы, ҡәйнәм бушамағанда, иремдең ҡусты­лары ла, ике туғандар ҙа күмәкләп ҡараны. Күршеләр ҙә ҡушылып китте. Инәйемдәр Учалы яғына ла алалар ине. Диананың үҫеш офоҡтарын сиклә­мәнек. Бәләкәй сағынан «Тамыр» балалар студияһына йөрөй башланы. Ҡайнап торған тормошҡа эләкте. Ҙур концерттарҙы алып бара ине. «Ба­йыҡ»та ҡатнашып, икенсе урын яуланы. Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә йөрөнө. Әммә профессиональ сәнғәт буйынса китмәне, медицина юлын һайланы. Бөгөнгө көндә ул – балалар хирургы, уролог. Ҡайнымдың юбилей концертында «Күҙ нуры» йырын башҡарғас, уның йырсы һөнә­рен һайларға тейеш булғанын әйттеләр.
Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Әмилә рәссамлыҡ һәләтен асты. 13 йәше туласаҡ ҡыҙыбыҙ художество мәктәбендә уҡый. Замана балалары икенсе төрлө фекерләй, тормошҡа ҡараштары башҡа, бөтә нәмәне һәр яҡлап анализлайҙар, беҙгә бөтөнләй оҡшамаған быуын үҫеп килә. Әмилә дизайнер булырға хыяллана», – тип һөйләй Эльвира, әсәлек хистәре менән бүлешеп.
...Ҡаҙағстанда ҡаҙаҡса белеү мотлаҡ булыу сәбәпле, ул туғандаш халҡыбыҙ телен дә яҡшы үҙләштерә. «Мин уҡыған рус мәктәбендә ҡаҙаҡ теле дәресе инә ине. 90-сы йылдарҙа ныҡ ҡына сыуалыштар булып алғанын беләһегеҙ. Ҡаҙаҡса һөйләшмәгән рустарҙы илдән сығып китеүҙәрен талап иттеләр. Беҙ йәшәгән эшселәр ҡасабаһында шулай ҡаҙаҡ телен белмәгәндәр өйҙәрен ташлап ҡайтып китергә мәжбүр булды. 5 – 9 ҡатлы бейек йорттар бушап ҡалды, ҡасаба эшсе ҡулдарҙан яҙҙы. Ошондай өйҙәрҙең беренсе ҡатына ҡаҙаҡтар мал индереп аҫырай башланы. Был – бик аяныслы, әрнеүле тарих. Шуға ла милли мәсьәләлә үтә һаҡ ҡыланырға кәрәк.
Ҡаҙаҡтарҙың милли кейемдәргә, йолаларға, телгә иғтибарлы булыуы һоҡландыра ине. Туй барғанда тирмә ҡуялар, милли кейемдәр кейәләр. Малайҙарҙы бабаға ултыртыу йолаһы тотош бер байрамға әйләнә. Уның сәбәпсеһенә ҙур-ҙур бүләктәр бирәләр. Дин, этник йолалар йәһәтенән яңырыш осорона шаһит булдым», – тип иҫкә ала ул ошо ваҡыттарҙы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: