-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
30 Апрель 2021, 15:07

Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Дубай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Уның социаль селтәрҙәрҙә күп яҙылыусылар булған сәхифәһе юҡ. Модаға эйәреп, үҙенең нимә ашауын, ҡайҙарҙа йөрөүен күрһәтһә, бик күптәрҙе ҡыҙыҡтыра алыр ине. Төҫө лә,йәшәгән ере лә, биләгән вазифаһы ла – һәр кем мауығып күҙәтерлек әкиәти ысынбарлыҡ. Алина – зәп-зәңгәр күҙле, ҡара сәсле, аҡ йөҙлө башҡорт ҡыҙы, йәшәгән йорто – Дубайҙың Фарсы ҡултығы йыуған Пальма утрауында, эшләгән урыны – Дубайҙағы дауалаусы тәүге шифахана, вазифаһы – етәксе. Компания етәкселеге уға «Йыл начальнигы–2018» титулы бирә, 2019 йылда уны Урта Көнсығышта Hotel News версияһындағы отелдәр өсөн иң яҡшы маркетологтар исемлегенә теркәй. Реклама өлкәһендә бай тәжрибә туплаған етәксе булараҡ, генераль директор вазифаһына әҙерләү буйынса бер йыллыҡ программаға индерәләр. Бының өсөн Алина етди һынау үтергә тейеш. «Шәхси нәмәләрҙе кешеләргә сығарыуҙы маҡтаныу, шапырыныу кеүек ҡабул итәм, оялам», – ти ул үҙе лә. Милләтен белмәгән кешеләр уны, француз, тип билдәләй, Көнсығыш Европанан, Болгариянан, тиҙәр.

Яҙмышҡа яҙылған бәхет
Әсәһе, мәрхүмә булып, 44 көн үткәс, Алина эшләгән отелгә Фаһед исемле егет урынлаша. Ҡайғырып йөрөгән сағы, шуға уның үҙенә йылы ҡарашын да, һүҙҙәрен дә йөрәгенә яҡын алмай. Уңайы сыҡҡанда Фаһед: «Матур ғына ҡыҙыҡай», – тип һоҡланыуын йәшермәҫкә тырыша. Бер аҙҙан уға иленә ҡайтып китергә ваҡыт етә. Алинаға килеп өндәшергә ул үҙендә көс таба, тыуған көнө ҡасан булыуын һораша. Икеһе лә – кәзәмөгөҙ, икеһенең дә тыуған көндәре 5 ғинуар булып сыға, тик Фаһед унан 10 йәшкә олораҡ. Алинаның ғәзиз әсәһенеке лә шул көндә булыуын әйтһәк, тағы ла аптырарһығыҙ. Ҡыҙ быға ла иҫе китмәй әле. Италияға ҡайтып киткәс тә Фаһед Алинаны онотмай, көнөнә 10-шар тапҡыр отелдең сайтында тапҡан номерына шылтыратып тора. «Бәйләнсек әҙәм»дең хеҙмәттәштәрен борсомауын теләп, аптырағас, ҡыҙ кеҫә телефонын әйтә. Шулай итеп, Фаһед туранан-тура бәйләнешкә сыға башлай. Матур ғына һөйләшкән кешегә тупаҫлыҡ күрһәтеү мәғәнәһеҙ – Алина ҡунаҡҡа килгән дуҫ ҡыҙын Дубайҙа ниндәй яҡшы ғәрәп ресторанына алып барырға була, тип кәңәш һорай унан. Таба алмаҫһығыҙ, рөхсәт ит, һеҙҙе үҙем алып барайым, ти егет. Һәм... Италиянан осоп килеп тә төшә. Был хаҡта Алина аҙаҡ ҡына белә. Осрашыу күңелле үтә. Егет иленә кире ҡайта һәм, 40 көн дә үтмәй, Дубайға күсеп килә, ҡыҙға тәҡдим яһай. Хәҙер инде улар 10 йыл бергә. Матур итеп ике яҡта ла туй үткәреп, бер-береһен хөрмәт итеп, татыу йәшәйҙәр.
«Ирем – минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш. Ата-әсәйем иңгә-иң терәп 30 йыл татыу ғүмер итте. Беҙ уларҙың бер-береһенә нисек һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарауын тойоп үҫтек. Миңә һәм апайҙарыма был ғаилә төҙөү өсөн берҙән-бер һәм бер-береңде яратыуға нигеҙләнгән иң яҡшы өлгө ине. Һәм мин атайыма ныҡ оҡшаған – аҡыллы, белемле, киң күңелле, асыҡ, алсаҡ һәм тормошҡа юмор менән ҡарай белгән кешене осраттым һәм уға кейәүгә сыҡтым. Ул булмаһа, белмәйем, бөгөнгө уңыштарымдың барыһына өлгәшә алыр инемме икән? Фаһед та минең кеүек ҡыҙыҡһыныусан. Ул киң профилле бизнес-консультант, Яҡын Көнсығышта эре онкология дауаханаһын да етәкләгән, башҡарыусы директор ҙа булған, халыҡ-ара компанияларҙа стратегик планлаштырыу вице-президенты вазифаһын да башҡарған. Бөгөнгө көндә үҙ эшен һәм франчайзингын үҫтерә. Мин уның менән ғорурланам. Уның биш телдә аралаша алыуы, күп белеүе, 73 илдә булыуы оҡшай», – ти Алина.
Ғаиләлә инглиз телендә арала­шалар. «Ҡәйнә-ҡайнымдан да уңдым. Ирҙең ата-әсәһе алдында, ғәҙәттә, булғандан да яҡшыраҡ күренергә тырышабыҙ. Ә беҙ баштан уҡ бер-беребеҙгә оҡшарға тырышманыҡ. Нисек барбыҙ, шулай булдыҡ. Сере лә шундалыр: мин уға шундай ул тәрбиәләгәненә рәхмәтле булдым. Был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә лә сағылыш таба. Мөхәббәт менән кейәүгә сыҡҡан иреңдең әсәһен нисек яратмаҫҡа мөмкин? Шуға ла мин ҡәйнә-килен тигән мәңгелек дилемманы аңлай ал­майым. Ҡәйнәм үҙе лә иҫ киткес: һылыу, аҡыллы, бөтөн күңелле ҡатын», – ти Алина.
Ете диңгеҙ аръяғында абруй ҡаҙанған, мөхәббәтен тапҡан бәхетле ҡатын һәр көн иртән эшенә электрон скутерҙа елдерә. Эшенә ул, гүйә, осоп килә, осоп ҡайта. «Бәхет ябай ғына нәмәләрҙән туҡыла. Әйтәйек, гаражда торған иң ҡиммәтле машина ла ошо тойғоно бирә алмауы мөмкин. Ә мин үҙемде иректә, осошта бәхетле тоям», – ти ул.
...Алинаны тормошта тик уңыштар ғына көтөп тормай. Уңышһыҙ­лыҡтарын уңышҡа әйләндерә белгән өсөн бөгөнгө көндә ул алға бара. Швейцарияға уҡырға киткәс, тәүге барыуында үҙенең әҙер түгеллеген аңлай. Инглизсә белеүе генә етмәй, икенсе тел – француз теле кәрәклеген асыҡ тойоп, артҡа сигенә. Ҡайтып, телде өйрәнеп, яңы көс туплап, тағы бер ынтыла. Һәм... Юғары бизнес мәктәбен яҡшы баһаларға тамамлай.
Башлаған мәлдәрҙә бөтәһен дә ташлап ҡайтып киткеһе килгән ваҡыттар ҙа була. Әсәһен юғалтыуҙы кисереү ҙә ситтә уға ауырға тура килә. Әммә Алина барған юлынан тай­пылмай.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: